Сәма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Истанбулда сәма башҡарған дәрүиштәр

Сәма (ғәр. سماع‎ — ишетеү; шулай уҡ Сема́; рус. сама) — суфый термины — зекер башҡарыуҙың бер төрө. Үҙ эсенә йырҙы, музыка ҡоралдарында уйнауҙы, бейеүҙе, шиғыр һәм доға уҡыуҙы, символик мәғәнәгә эйә кейемдәр кейеүҙе һ. б. ала. Суфыйлыҡта ғибәҙәт ҡылыу формаһы булараҡ айырыуса Һиндостан субконтиненты Чишти тәриҡәтендә киң таралған.

2005 йылда ЮНЕСКО сәманы ауыҙ-тел һәм матди булмаған мәҙәни мираҫ ҡомартҡыһы тип иғлан иткән[1] .

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Риүәйәттәр «сәма» йолаһының барлыҡҡа килеүен суфыйҙарҙың Мәүләүи мәҙһәбе илһамландырыусыһы, шағир һәм мистик Йәләлетдин Руми менән бәйләй. Легендаға ярашлы, зекерҙең был үҙенсәлекле формаһы Румиҙың ҡала баҙарында бер тапҡыр алтын сүкегәндәге ритмлы тауыштарҙы оҡшатыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән.

Алтын сүкеү тауышы араһында уға шәһәҙәт һүҙҙәре ишетелгән, шағир экстазға инеп, өрөлә башлаған. Шул рәүешле мәүләүи дәрүиштәрҙең сәма йолаһы барлыҡҡа килгән[2].

Дин буйынса фекерҙәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡөрьән сүрәләре бер ҡасан да «сәма» тантанаһында ҡулланылмай, сөнки Изге Ҡөрьән тексы бер ҡасан да медитациялар өсөн тәғәйенләнмәгән, фантазиялар һәм импровизациялар өсөн файҙаланыла алмай[3]

Сәмаға ҡаршы килеүселәр уны кафырҙарға хас бидғәт тип иҫәпләй. Улар кешеләрҙең физик тойғоларын алкоголдән иҫереүгә оҡшаш тип һанай, шуға күрә хупланылмай[4].

Дәрүиштәр бейеүе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. The Mevlevi Sema Ceremony 2014 йыл 26 апрель архивланған. UNESCO.
  2. Lewisohn, Leonard. «The Sacred Meditation of Islam: Sama' in the Persian Sufi Tradition.» British Journal of Ethnomeditation 6 (1997): 1-33. JSTOR.
  3. Lewisohn, Leonard. «The Sacred Meditation of Islam: Sama' in the Persian Sufi Tradition.» British Journal of Ethnomeditation 6 (1997): 1-33. JSTOR.
  4. Gribetz, Arthur. «The Sama' Controversy: Sufi vs. Legalist». Studia Islamica 74 (1991): 43-62. JSTOR.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]