Эстәлеккә күсергә

Нәфес

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Нәфес (ғәр. النفس‎; рус. Нафс) — исламда — кешенең асылы, уның "мин"е, уның эгоһы. Кешегә һәм ендәргә хас булған барлыҡ кире сифаттарҙы ла нәфес тип атайҙар, башҡорт телендә ул нәфсе (нәпсе) варианты менән йөрөй[1].

Нәфес йыш ҡына шәриғәт ҡанундарына ҡаршы килгән теләктәрҙең сығанағы менән бер үк — йәғни, нәфсе итеп ҡарала. Ҡөрьән Кәримдәге Ән-Нәзиғәт сүрәһе аяттарында нәфсеһен еңеп сығыусыларға ожмах баҡсалары вәғәҙә ителгән.

« Үә әммә берәү Аллаһ алдына баҫып Уға яуап биреүҙән ҡурҡһа, үә үҙен нәфесе теләгән гонаһлы эштәҙдән тыйһа,әлбиттә, йәннәт уға урындыр
»

.

[2]. Һәр бер мосолман бөтә ғүмере буйына үҙ нәфсеһе менән көрәшергә тейеш[3].

Иртә ғәрәп шиғриәтендә нәфес «шәхес» йәки «кеше» тигәнде, "ә «рух» һүҙе «һулыш алыу» йәки «ел» тигәнде аңлатҡан. Ҡөрьәндә нәфес һүҙе менән "йән"де, ә рух һүҙе менән Рәсүлдең махсус фәрештәһе һәм айырым илаһи сифат аңлатыла.Ҡөрьән иңгәндән һуңғы әҙәбиәттә нәфс менән рухтың әһәмиәте үҙ-ара бәйле һәм кеше рухына, фәрештәләргә һәм ендәргә ҡарата ҡулланыла[4].

Нәфес һүҙе (күпл. әнфүс һәм Нүфүс) Ҡөрьәндә биш мәғәнәлә ҡулланыла[4].

Кеше йәненең 3 ҡылыҡһырламаһы бар:[5]:

  • ул яманлыҡҡа этәрә[6], ҡоторта[7]; кеше уны сикләргә тейеш[8], сабыр булырға[9] һәм ҡарун булмаҫҡа[10];
  • шелтәләй[11];
  • ул оялсан була[12] һәм тыныслана ала[13].

Шуныһы иғтибарға лайыҡ: нәфес фәрештәләргә ҡарата ҡулланылмай[4].

  • Али-заде, А. А. Нафс // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).
  • Nafs / Calverley, E.E. and I.R. Netton // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)