Сүһрәүәрдилек
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Сүһрәүәрдилек (ғәр. سهروردية; рус. Сухравардия) — суфый тәриҡәте, Әбү Хәмит әл-Ғазалиҙың уҡыусыһы Шиһабетдин Әбү Хафс әс-Сүһрәүәрди (1145—1234) нигеҙ һалған.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тәриҡәт Бағдадта XII—XIII быуаттар сигендә барлыҡҡа килә.
Тәриҡәткә сөнни дин белгесе Шиһабетдин Сүһрәүәрди нигеҙ һала. Ул уртаса суфый ҡараштарын вәғәзләй һәм Бағдадтың сәйәси тормошонда әүҙем ҡатнаша.Тәриҡәттең идея нигеҙенә Сүһрәүәрди, Ибн Араби һәм Әл-Ғазали хеҙмәттәрен алалар. Туғанлыҡ Шәфиғи мәҙһәбенә эйәрә һәм үҙен Жүнәйд Әл-Бағдадиҙың «айыҡ» суфыйсы традицияһына индерә.
Тәриҡәт Һиндостанда киң тарала, унда индустарҙы һәм буддистарҙы исламға килтереү буйынса әүҙем эшмәкәрлек алып бара. Был йәһәттән Жәләлетдин Тәбризи (ваф. 1244 йылда). Ул тәриҡәткә ҡайһы бер буддасылыҡ һәм индуизмға ярашлы донъяға ҡараш положениеларының, урындағы пантеизмдың, шулай уҡ йога психотехникаһы элементтарының (ҡаты аскеза, иттән баш тартыу һ. б.) үтеп инеүенә булышлыҡ итә һ.б.
Сүһрәүәрдиҙәрҙә зекер тауышланып та, шым да башҡарыла. Шиһабетдин Сүһрәүәрди шәриғәт ҡанундарына ҡәтғи буйһона һәм сәмаға (артығын ебәреүгә) ҡаршы сыға. Уҡыусыларҙы (мөриттәрҙе) тәриҡәткә бағышлау өсөн һынау ваҡыты өс айҙан алты айға тиклем дауам итә. Һынау ваҡытында мөрит көн һайын үҙенең төштәренең йөкмәткеһен остазына (мөршидкә) һөйләй, ул уның әҙерлек кимәлен билдәләй. XVI—XVII быуаттарҙа тәриҡәт бер нисә үҙ аллы тармаҡҡа тарҡала [1].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- R. Gramlich. Die Gaben der Erkenntnisse des 'Umar as-Suhrawardi. — Wiesbaden, 1978.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Колодин, Александр Сухравардийа . Культура веры. Путеводитель сомневающихся. Дата обращения: 6 ғинуар 2014.
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |