Әбү Хәмит Әл-Ғазали
Әбү Хәмит Әл-Ғазали | |
ғәр. ابو حامد محمد بن محمد الغزالى | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны | |
Вафат көнө |
19.12.1111[1] |
Вафат булған урыны |
Тус |
Мәктәп/традиция | |
Йүнәлеше | |
Осор | |
Основные интересы | |
Испытавшие влияние | |
Әбү Хәмит Әл-Ғазали (ғәр. ابو حامد محمد بن محمد الغزالى) (1058, Тус, Иран, — 19 декабрь 1111, Тус) — ислам дин белгесе һәм философ. Сығышы менән фарсы Хөрәсән өлкәһенән. Иң абруйлы мөғәллимдәрҙең береһе, суфыйсылыҡ ағымына нигеҙ һалыусы. 1091 йыл Селжут солтаны уға Бағдад ҡалаһындағы мәктәпкә имам булырға тәҡдим итә. Әл-Ғазалиҙың барлыҡ эшмәкәрлеге суфизм тәғлимәтен нығытыу һәм ул суфизмдың теоритик нигеҙен төҙөй.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әбү Хәмит Әл-Ғазали 1058 йылда ярлы ғаиләлә тыуған, бик иртә атаһын юғалта. Атаһы үлер алдынана суйый дуҙына балаларын тәрбиәгә алыуын һәм уҡытыуын үтенә. Атаһының дуҫы уларҙы уҡыта, аҙаҡ мәҙрәсәгә уҡырға бирә.
Уның Тустағы мөғәллиме имам Әхмәд ар-Разиҡани булған. Уҡыуын дауам итеү өсөн ул Джурджан һәм Нишапурға йүнәлә. Унда мөғәллиме Әбдел-Хәсән әл-Ашариҙың эҙенән барыусы имам әл-Харамайн әл-Джувайни (1085 йыл вафат) була.
Йәш Әл Ғаззалиҙы сельджук вәзире Низам әл-Мөлөк иғтибарға ала, һәм Бағдад ҡалаһында хан һарайында ҙур вазифа ала, тора-бара абруйлы ғалим һәм дин белгесенә әүерелә. 1091 йылдан алып 1095 йылғаса әл-Низами мәҙрәсәһендә уҡыта. Уның уҡыусылары араһында — Әбү Бәкер Ибн әл-Ғәрәби[2].
1092 йылда Низам әл-Мөлөк ассасин ҡатилы ҡулынан үлеп ҡала.
1095 йыл Әл Ғаззали бар булған мөмкинселектәрен карьера йылһының сәскә атҡан ваҡытында хаж ҡылырға йүнәлә Бағдадты ҡалдыра. 11 йыл 1106 йылғаса дәрүиш- суфый булып йөрөй. Ул был ҡылығын диндә тарҡалыш башланыуын, һәм ул тамуҡ ғазабынан ҡурҡыуына бәйләй. Ул изге ерҙәрҙә — Мәккәлә, Мәҙинәлә була, шулай уҡ Иерусәлимгә, Дәмәшкегә(Дамаск), Бағдадҡа бара. Ғүмерен суфый хәлендә Туста уҙғара, ошо йылдарында байтаҡ әҫәрҙәр ижад итә.
1106 йыл Фәхр әл-Мөлк Ғазалиҙы уҡытыуға ҡайтырға мәжбүр итә. Яңынан Нишапурҙағы әл-Низамиә мәҙрәсәһендә уҡыта башлай.
Үлеменә хәтле бер нисә йыл ҡалғас, яңынан уҡытыуын ҡалдырып, Тусҡа ҡайта. Ул унда йәштәрҙе суфыйсылыҡ тормошона әйҙәй.
Әл-Ғаззали 1111 йылдың декабрендә 55 йәштә вафат була.
Тәғлимәтенең характеристикаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әл-Ғазали ортодоксаль сөнни Әш-Шәфиғи мәктәбенда һаналған.
Үҙен суфыйсылыҡтың фикх бегесе тип иҫәпләгән. Ул был йүнәлештә теортитик база булдырған
Фәндәрҙе ентекләп өйрәнә (ҡәлам, фәлсәфә, исмәғилселек, сөнниҙәр догматикаһы) башлаған саҡта ул шундай һөҙөмтә яһай: рациональ барлыҡҡа килтерелгән ышаныс ғүмерһеҙ. Һәм ул суфыйсылыҡҡа етди мөрәжәғәт итә. Ул, әхләҡи ышаныуҙар Аллаһ менән аралшыу аша барырға тейеш, икәнлеген аңлай һәм шәхси тәжрибәһендә өйрәнә. Бының өсөн Аллаһтың сауаптары аша таҙарынырға, яһалмалыҡтан ҡотолорға кәрәк була.
Әл-Ғазали йәшәйеште өс кимәлгә бүлә.
- Юғары кимәл Аллаһ, ул һәр яҡтан камил.
- Түбәнге кимәл Аллаһ тәҡдире менән ҡоролған матди тормош.
- Улар араһында йәндәре иреклелек яулаған кешеләр тормошо бар. Уларға Аллаһтан идеялар һәм ғәҙәт(һәүәҫлек) бирелә, тик кешеләр уларҙы үҙҙәре теләгәнсә билдәләй.
Әл-Ғазали Ҡөрьәндәге (4, 95) Джихадтың яңы төшөнсәһен индерә. Бында һүҙ яу яланындағы һуғыш тураһында түгел, ә үҙеңдең мин-минлегең (нәфсең) менән көрәшеү.
Әл-Ғазалиҙың мосолман донъяһындағы баһаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әл-Ғазали исламда юғары баһалана. Уға Шәрәф-әл-Ғимма (ғәр. شرف الائمة), Зәйн әд-дин (ғәр. زین الدین), Худжжат-әл-Ислам, (ғәр. حجة الاسلام) исемдәре бирелгән.
Шәйех Хәмзә Йософ уның тураһында «исламды ҡотҡарыусы» кеше булараҡ яҙа.[3].Әл-Ғазалиҙы шулай уҡ ашарит ҡаләмдең вәкиле һәм суфыйсылыҡ теологияһын нигеҙләүсе тип иҫәпләйҙәр.
Әл-Ғазалиҙың донъя фәлсәфәһенә һәм донъяуи ҡарашҡа тәьҫире
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әл-Ғазали шунда уҡ башҡа телдәргә лә тәржемә ителә башлай. Европала христиан динендә лә танылыу таба. Шулай уҡ йәһүд общиналары ла таный.[4][5]
Әл-Ғазалиҙың христиандарға тәьҫире
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Уның әҫәрҙәре менән Фома Аквинский ҙа таныш булған, уларҙы бик юғары баһалаған.[6]
XII быуат аҙаҡтарында «философтарҙфң ниәттәре» йыйынтыҡтары латин теленә тәржемә ителә һәм киң тарала."Logica et philosophia Algazelis" ты Толедонан Доминик Гундиссалин йәһүд ғалимы Авендаут менән берлектә тәржемә итә.Был тәржемә Европала ғәрәп фәлсәфәһен өйрәнеү сығанағы булып торған. Ул Әбүғәлисинаның артынан эйәреүсе тип яңғылыш иҫәпләнгән.
Әл-Ғазалиҙың йәһүд фекеренә йоғонтоһо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XII — XIII быуаттарҙа Испанияның йәһүд халҡы ғәрәп телен бик әүҙем белгән. Йәһүд фекерләүселәре ғәрәп әҙәбиәтен шикләнеүһеҙ ҡабул итә алырға мөмкинселектәре булған. Иехуда Галеви үҙенең полемик эштәрендә Аристотелгә ҡаршы сығып, фәлсәфәһен, математикаһын, логикаһын асыҡ булмауҙа ҡаршылыҡҡа ҡуйып, Әл-Ғазалиҙың позицияһын алған. Абрахам Ибн-Дауд (Abraham ibn Daud) үҙенең Эмунах Рамах әҫәрҙәрендә киреһенсә Әбүғәлисинаны һәм Әл-Ғазали.[5]
Бынан ары Әл-Ғазали әҫәрҙәре күп тапҡырҙар йәһүд теленә тәржемә ителә. Иң беренсе тәржемәсе Исаак Альбалаг (en:Isaac Albalag) булған. Уның тәржемәһе ҙур резонанс тотҡан, унан һуң тағы ла ике тәржемә эшләгнән..[5]
Әл-Ғазалиҙың «Философтар ниәте» йәһүдсә тәржемәһе «De’ôt ha-Fîlôsôfîm» или «Kavvanôt ha-Fîlôsôfîm» исеме аҫтында Европа йәһүдтәре араһында иң киң таралған фәлсәфәүи текстар булған
Скептицизм
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рационализм Газали, попытки подвергнуть сомнению причинность и разорвать связи между причинами и следствиями, которые могут оказаться ни чем иным как простой последоватльностью событий — комментируется многими авторами как предверие современного скептицизма. [7]
Әл-Ғазали әҫәрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]См. подробно Сочинения Имама Аль Газали
- Суфизм
- Воскрешение наук о Вере, 1096—1097 (Ихйа улум ад-Дин, ғәр. إحياء علوم الدين) Выдержки в русском переводе Выдержки в русском переводе
- Эликсир счастья (Кимийя-йе са’дат, на фарси, ғәр. كمياء السعادة ) Русский перевод (избранное)
- Ниша Света. Объяснение хадиса о семидесяти тысячах завесах (Мишкат аль-анвар) Русский перевод
- Философия
- Намерения философов 1094, (Макасид аль-фаласифа,ғәр. مقاصد الفلاسفة), изложение философии Авиценны
- Самоопровержение философов, «The Incoherence of the Philosophers» (Тахафут аль-фаласифа, ғәр. مقاصد الفلاسفة) — сочинение, ставшее знаменитым на западе и считающееся опровержением философской школы, известной в арабской среде под названием «фалясифа» (главным образом, последователи аль Кинди). Понимание названия этой книги как атаки на философию вообще представляет собой типичный образец ложных друзей переводчика. Хорошо известна полемическая книга Ибн-Рушда c опровержением Аль-Газали «Тахафут аль-тахафут» (Самоопровержение самоопровержения), известная также и в еврейской традиции.
- (ғәр. (معيار العلم (مقدمة تهافت الفلاسفة)
- Теология
- 1108 (al-Munqidh min al-dalal, ғәр. المنقذ من الظلال)
- Срединный путь теологии 1095 (Аль-иктисад, 'al-1qtisad fi’I-i`tiqad, ғәр. الاقتصاد في الاعتقاد)
- Письмо из Иерусалима, 1097 (al-Risala al-Qudsiyya)
- Сорок глав о принципах Веры (Kitab al-arba?in fi usul al-din)
- Мизан аль-хамаль, 1095 (Mizan al-hamal , ғәр. ميزان العمل)
- Критерии различения ислама от еретических учений (Замаскированное неверие), ингл. The Decisive Criterion for Distinguishing Islam from Heresy (or Masked Infidelity), (Faysal al-tafriq bayna al-islam wa al-zandaqa, ғәр. فيصل التفرقة بين الإسلام والزندقة)
- Фикх (Ислам хоҡуғы)
- Основы исламского права, 1109 (al-Mustasfa min ?ilm al-usul)
- Логика
- The Standard Measure of Knowledge, 1095, Mi?yar al-?ilm
- Правильные весы, 1096, ингл. The Just Balance (Аль-Кустас аль-Мустаким, al-Qistas al-mustaqim, ғәр. القسطاس المستقيم)
- The Touchstone of Proof in Logic , 1095, (Михакк аль-назар, Mihakk al-nazar f’l-mantiq, ғәр. (محك النظر (منطق)
- Башҡа әҫәрҙәре
- (ғәр. المستصفى في علم أصول الفقه)
- (ғәр. الوجيز في فقه الإمام الشافعي)
- (ғәр. الوسيط في المذهب)
- (ғәр. فضائح الباطنية)
- (ғәр. التبر المسبوك في نصحية الملوك)
- (ғәр. ايها الولد المحب)
- (ғәр. شفاء الغليل في بيان الشبه والمخيل ومسالك التعليل)
- (ғәр. المنخول في علم الأصول)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Al-Ghazali. Abstinence in Islam / Transl. and notes by Caesar E. Farah. — Minneapolis: Bibliotheca Islamica. — ISBN 0-88297-048-8.
- ↑ The Encyclopaedia of Islam. New edition. Prepared by a number of leading orientalists. Edited by B.Lewis, V.L.Menage, Ch.Pellat and J.Schancht. Volume III: H—Iram. Fascicules 51-52, Al-Husri — Ibn al-Furat. E.J.Brill, Leiden; Luzac & C°, London, 1968, p. 707: «In 489/1096 he performed the Pilgrimage, after which he returned to Baghdad and studied under Abu Hamid al-Ghazali and others».
- ↑ Sheikh Hamza Yusuf | Transcript > Alchemy of Happiness 2012 йыл 1 декабрь архивланған.
- ↑ A Judaeo-Arabic Poem Attributed to al-Ghazali by Tzvi Langermann
- ↑ 5,0 5,1 5,2 GHAZĀLĪ, ABU ḤAMID MUḤAMMAD IBN MUḤAM-MAD AL-TŪSĪ AL-, Influence on Jewish Philosophy
- ↑ Shanab, R. E. A. 1974. Ghazali and Aquinason Causation. The Monist: The International Quarterly Journal of General Philosophical Inquiry 58.1: p.140
- ↑ http://filosof.historic.ru/books/item/f00/s00/z0000004/st141.shtml Степанянц М. Т. Вера и знание в мусульманской культуре./История философии. Запад-Россия-Восток. Книга первая. Философия древности и средневековья.- М.:Греко-латинский кабинет, 1995 — с.429-441
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Абу Хамид ал-Газали. Воскрешение наук о вере («Ихйа улум ад-Дин»). Избранные главы. Перевод В. В. Наумкина. Москва, Наука, 1980.
- Аль-Газали Абу Хамид. Исследование сокровенных тайн сердца. ISBN 5-98443-020-7. Ансар 2006.
- Аль-Газали Абу Хамид. «Наставление правителям» и другие сочинения. ISBN 5-98443-011-8. Ансар 2005.
- Аль-Газали Абу Хамид. «Весы деяний» и другие сочинения. ISBN 5-98443-006-1. Ансар 2004.
- Абу Хамид ал-Газали. Правильные весы (ал-Кустас ал-мустаким). — В кн.: Григорян С. Н. Из истории философии народов Средней Азии и Ирана 7-12 вв. М., 1960
- Керимов Г. М. Газали и суфизм. Баку, 1969
- Игнатенко А. А. Познать непознаваемое (аль-Газали о рациональном познании трансцендентного). — В кн.: Средневековая арабская философия. Проблемы и решения. М., 1998
- Уманская Т. А. Поиски знания и веры: сравнительный анализ «Избавляющего от заблуждений» аль-Газали и «Исповеди» Аврелия Августина. // Актуальные проблемы философской и общественной мысли зарубежного Востока. Душанбе, 1983. С.158-169.
- Шулай уҡ ҡарағыҙ Истины. Изречения персидского и таджикского народов, их поэтов и мудрецов. Перевод Наума Гребнева. «Наука», М. 1968. 310 с. Санкт-Петербург, «Азбука-Классика», 2005. ISBN 5-352-01412-6
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Cочинения аль-Газали на vostlit.info
- Почему аль-Газали не писал о джихаде? 2013 йыл 9 август архивланған. — Ask Imam
- Сочинения Имама Аль Газали
- Биография имама Аль-Газали ат-Туси (Мухаммад ибн Яхйя ан-Нисабури)
- Al-Ghazali Web Site (инг.)
- Ihya Web Sitesi (төр.)
- The Alchemy of Happiness tr. Claud Field, 1909.
- Full text of The Alchemy of Happiness, from Al-Ghazali Website
- Full text of Incoherence of the Philosophers, from Al-Ghazali Website
- Full text of The Niche for Lights tr. by W.H.T. Gairdner, 1924.
- Extensive List of books by Al-Ghazali — Fons Vitae books 2015 йыл 30 декабрь архивланған.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Абу Хамид Аль-Газали Викиөҙөмтәлә | |
Әбү Хәмит Әл-Ғазали Викимилектә |