Камил инсан

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Әл-Инсан әл-Камил (ғәр. الإنسان الكامل‎; рус. Инсан камиль) — суфыйлыҡта идеаль кеше, ул ерҙә Аллаһ вәкиле булып тора һәм Аллаһы Тәғәләнең күркәм исем сифаттарын һынландыра.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Терминды Мансур әл-Хәлләж индергән, идеяны Ибн әл-Ғәрәби үҫештергән. Киң мәғәнәлә дини практика юлы менән иң юғары рухилыҡты тормошҡа ашырыуға өлгәшкән иманлы мөьмин[1].

Әл-инсан әл-камил доктринаһы— йәшәйеш проблемаһы менән бәйле онтологик проблема. Бары тик кешегә генә Аллаһ үҙенең бөтә исемдәрен асҡан. Аллаһтың бөтә сифаттарының иң юғары сағылышы һәм ысын әл-инсан әл-камил — Мөхәммәт Пәйғәмбәр. Әл-инсан әл-камил һәр кешелә сағыла ала, әммә быға суфый рухи практикаһы мөхитендә генә өлгәшергә мөмкин, тип һанай суфыйҙар[1].

Башҡорт телендә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Камил һүҙе башҡорт теленә ир-ат исеме лә булып инеп киткән. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла Камил исеме осрай.

Камил исеме ғәрәп теленән кәмселекһеҙ тигәнде аңлата, тип яҙған башҡорт тел белгесе, антропонимист, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәреТаңһылыу Күсимова[2].

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 Али-заде, А. А. Инсан камил // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).
  2. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит. 2018 йылдың 16 май көнөндә архивланған.


Был тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.