Мөьмин
Мөьмин | |
ғәр. مؤمن ғәр. مؤمنة | |
Ҡапма-ҡаршыһы | Кафыр |
---|
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Мөьмин (ғәр. مؤمن, иманға ингән, тоғролоҡло булған) — Аллаһы Тәғәләгә ысын күңелдән ышанған, иманы уның фекерҙәрен һәм ғәмәлдәрен билдәләгән, уның тормошмәғәнәһенә әүерелгән мосолманды билдәләү өсөн ҡулланылған ислам төшөнсәһе.[1]
Мөьмин эйә булырға тейешле сифаттар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ҡөрьәндең күп аяттарында ысын күңелдән иманға килгәндәрҙең сифаттары тасуирлана:[2]
- Мөьминдәр фарыз намаҙҙарҙы тейешлесә башҡара.
- Улар фарыз булған зәкәт-саҙаҡаһын түләй һәм үҙ мал-мөлкәттәрен Аллаһ юлында ҡуллана.
- Үҙҙәренең барлыҡ эштәрендә Аллаһ Тәғәләгә тәүәккәл итәләр.
- Мөьминдәр башҡаларҙы яҡшы юлдарҙы һайларға, насарҙарға керешмәҫкә өндәйҙәр.
- Буш һәм файҙаһыҙ эштәрҙән йыраҡ торалар.
- Улар саф күңелле, ауыр гөнаһтарҙы ҡылмай.
- Көфөрлөктөң тормоштарына инеүенән һаҡланалар.
- Аллаһы Тәғәләгә, Уның Рәсүленә буйһоналар, һәм уларҙың бойорғандарына һәр ваҡыт итәғәт итәләр.
- Аллаһы Тәғәләнең Ер йөҙөндәге урынбаҫары (хәлифә) тип яралтылған аҡыллы кеше дәрәжәһенә тоғролоҡло булып йәшәйҙәр.
Мөьминдәр тураһында Ҡөрьәндә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Әл-Мүьминүн сүрәһе — Ҡөрьәндең 23-се сүрәһе, Мәккәлә иңдерелгән, 118 аяттан тора.
- Ҡөрьәндә Мөьмин һүҙе 229 тапҡыр ҡулланыла[3], мәҫ.: «Ий мөьминдәр, һәммәләрегеҙ ҙә Аллаһуға тәүбә итегеҙ, моғайын донъя үә ахирәттә бәхетле булырһыҙ.» .
Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Әл-Мөьмин
- Ҡөрьәндең Әл-Мүьминүн сүрәһе
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ермаков Д. В. Мумин // Ислам: энциклопедический словарь / отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, УЛ, 1991. — С. 171—172.
- Али-заде, А. А. Мумин : арх. 1 октября 2011 // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007.