Ғәли
Викидатала элемент тултырылмаған |
Ғәли — башҡорт ир-ат исеме, башҡа төрки халыҡтарҙа ла ҡулланыла.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғәли (Ғәле) башҡорт теленә ғәрәп теленән үҙләштерелгән, дәрәжәле, бөйөк, оло, юғары; ҡәҙерле;[1] тигәнде аңлата.
Билдәле кешеләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғәли Соҡорой (төп исеме — Кейеков Мөхәмәтғәли Ғәбделсәлих улы; 8 ғинуар 1826 йыл (1828 йыл) — 10 декабрь 1889 йыл) — башҡорт мәғрифәтсеһе, шағир.
Муса Ғәли (псевдоним, төп исеме — Ғабдрахман Ғәли улы Ғәлиев; 15 октябрь 1923 йыл — 15 ғинуар 2004 йыл) — башҡорт шағиры, драматург һәм тәржемәсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1956 йылдан СССР Яҙыусылар союзы, 1947 йылдан — КПСС ағзаһы. РСФСР‑ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1982), Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1979). 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1973), Халыҡтар Дуҫлығы (1993) ордендары кавалеры.
Рафиҡов Ғәли Лотфрахман улы, Ғәли Рафиҡи (29 июль 1890 йыл — 11 март 1945 йыл) — уҡытыусы, яҙыусы. 1928 — 1945 йылдарҙа Бәләбәй педагогия училищеһы уҡытыусыһы.
Хәмзин Ғәли Ғәббәс улы (12 июнь 1950 йыл — 15 ноябрь 2009 йыл) — башҡорт йырсыһы, Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1989). Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1997).
Ибраһимов Ғәли Ғизетдин улы (16 ғинуар 1919 йыл — 26 ноябрь 1989 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт яҙыусыһы. 1957 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының (1969) һәм РСФСР-ҙың (1979) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты (1983). 1-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) һәм «Почёт Билдәһе» (1986) ордендары кавалеры.
Хәмиҙуллин Ғәли Заһит улы (3 август 1903 йыл — 14 август 1977 йыл) — агроном, иҡтисадсы, партия һәм дәүләт эшмәкәре. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (1961). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1948) һәм ике «Почёт Билдәһе» ордендары (1944, 1957) кавалеры.
Али (Ғәли) ибн Әбү Талип ибн Ғәбд әл-Моталлип ибн Хашим ибн Ғәбд-әл-Манаф (ғәр. علي بن أبي طالب [ʕaliː ibn ʔæbiː t̪ˤɑːlib]; яҡ. 600 йыл — 24 ғинуар 661 йыл) — атаҡлы сәйәсмән һәм йәмәғәт эшмәкәре [2]; Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең ике туған ҡустыһы, кейәүе һәм сәхәбә, дүртенсе хаҡ хәлиф (656—661 ) һәм шиғыйҙарҙың беренсе имамы. Идара иткән осорҙа хәҙрәти Ғәлигә Әмир әл-Мөьминин (мөьминдәр юлбашсыһы) исеме бирәләр[2].
Ғәли Ислам ҡабул иткән беренсе бала була; артабан ул Исламдың тәүге йылдарындағы бар ваҡиғаларында һәм Мөхәммәт Пәйғәмбәр Ислам дошмандары менән алып барған барлыҡ яуҙарҙа ҡатнаша. Мин ғилем ҡалаһы булһам, Ғәли ошо ҡаланың асҡысы» — ти торған булған Рәсүл. Хәлиф Усманды фетнә күтәргән һалдаттар үлтергәндән һуң хәҙрәти Ғәли хәлиф булып ҡала. Мүәвиә күтәргән фетнәгә ҡаршы сыға, харижит ҡулынан һәләк була.
Ҡол Ғәли (татар. Кол Гали, Qol Ğəli, cыу. Кул Али; 1183—1236 йылдар) — Волга-Урал төбәгендә йәшәгән халыҡтарҙың бөйөк шағиры, мәғрифәтсеһе, аҡыл эйәһе. Күп халыҡтарҙың ҡулдан-ҡулға йөрөтөп уҡыған, үҙенең рухи донъяһын шуға ҡарап һөйләгән, шуға эйәреп үлемһеҙ ижад иткән боронғо ҡомартҡы — «Ҡисса-и Йософ» («Йософ китабы»ның) авторы. Сығышы буйынса башҡорттарҙың әйле ырыуынан[3][4] булған, Волга буйы Болғарының Бүләр (Биләр) һәм Кәшәнә ҡалаларында торған. Ул «Ҡисса-и-Йософ» поэмаһын 1233 йылда яҙған.
Фәйезов Ғәли Биктимер улы (20 июль 1948 йыл) — ғалим-философ, дәүләт хеҙмәткәре һәм йәмәғәт эшмәкәре. Философия фәндәре кандидаты. Башҡортостан Республикаһының 1-се класлы баш дәүләт кәңәшсеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
Ҡадир Ғәли, Ҡадир-Ғәлибәк Жалайырлы (XVI быуат уртаһы — XVII быуат башы)[5], Себер һәм Ҡасим ханлыҡтарында батша шағиры, яҙыусы. Сығышы менән Жалайыр ҡәбиләһенән[5] (Qadırğalï Jalayir / Жалайыр Қадырғали, ҡушаматы Ҡарачи) — ҡаҙаҡ йылъяҙмасыһы, XVI—XVII быуаттарҙа йәшәгән сәйәси эшмәкәр.
Вәлиуллин Ғәли Фәйзрахман улы (25 сентябрь 1951 йыл) — хәрби хеҙмәт ветераны, отставкалағы подполковник. 2000 — 2017 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Милли музейының генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2009).
Алтынбаев Ғәли Мансур улы (19 ноябрь 1956 йыл) — башҡорт музыканты, аккомпаниатор-концертмейстер, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2012).
Шәмиғолов Ғәли Камалетдин улы (15 октябрь 1890 йыл — 25 ноябрь 1959 йыл) — совет партия һәм дәүләт эшмәкәре. 1919 йылдың июленән 1920 йылдың октябренәсә Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитеты һәм Башҡорт АССР-ы Халыҡ Комиссарҙары Советы Рәйесе. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1944).
Бирҙин Ғәли Иркәбай улы (5 март 1907 йыл — 25 октябрь 1973 йыл — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, 3-сө уҡсылар батальоны командирының сәйәси бүлеге буйынса урынбаҫары (Ялан фронты 37-се удар армияһы 92-се гвардия уҡсылар дивизияһы 280-се уҡсылар полкы). Гвардия капитаны[6]. Советтар Союзы Геройы (1944).
Мәзитов Ғәли Әхмәт улы (14 сентябрь 1912 йыл — 30 ғинуар 1993 йыл) — совет-фин (1939—1940) һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашҡан хәрби жеҙмәткәр, лётчик, гвардия подполковнигы (1954). Советтар Союзы Геройы (1944).
Зөлҡәрнәев Ғәли Камал улы (20 март 1905, Пермь губернаһы Екатеринбург өйәҙе Һарыкүлмәк ауылы (хәҙер Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районы) — 24 апрель 1982, Өфө) — тәржемәсе, журналист. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1954).
Мөғәлләмов Ғәли Мөғәллим улы (1904 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия өлкән сежанты, гвардия кесе ветеринария фельдшеры[7][8], «Ҡыҙыл Йондоҙ» ордены кавалеры.
Мәхмүт Ғәли (Мәхмүт бине Ғәли бине Ғүмәр әл-Болғари әс-Сараи әл-Ҡәрдәри) — XIII — XIV быуаттарҙа йәшәп ижад иткән төрки шағиры.
Сираев Ғәли Фазлый улы (рус. Сираев Галей Фаздиевич; 1915 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, старшина.
Сәйетов Ғәли Сәйет улы (рус. Саитов Гали Саитович; 1917 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, өлкән сержант. I дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985).
Ҡатай Ғәли бей, Ғәли бәк, Ҡатай хан — был исемдәр барыһы ла Ҡатай ырыуы бейе Ғәлиҙең ҡушаматтары. Ул XIV быуат аҙағында- XV быуат башында йәшәгән. Сығышы — Бөйөк Ляо империяһы императорҙары Юлуйҙар затынан.
Абдуллин Ғәли Хәлил улы (рус. Абдуллин Гали Халилович) (1914 — ?) — 112-се Башҡорт (16‑сы гвардия Чернигов кавалерия дивизияһы) кавалерия дивизияһы яугиры, шайморатовсы. 62-се гвардия кавалерия полкының административ хеҙмәте гвардия старшинаһы, полк штабының өлкән писаре. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры.
Сафин Ғәли Ҡорбан улы (рус. Сафин Галий Курбанович; 1915 йыл — ?) — 112-се легендар Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, гвардия рядовойы. 1942 йылдың 7 июлендә хәбәрһеҙ юғала.
Ғәлиев Ғәли Талха улы (1950 йыл) — ғалим-социолог, юғары мәктәп эшмәкәре. 2013 — 2016 йылдарҙа Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университетының Өҙлөкһөҙ һәм өҫтәмә белем биреү институты директоры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлебаш районы Тәтер-Арыҫлан ауылынан.
Йөҙйәшәров Ғәли Кинйәғол улы(1909 йыл[9] (башҡа мәғлүмәттәр буйынса Мәҡсүт ауылы[10][11] — 10 июль 1942 йыл[9][10][11]) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, ҡыҙылармеец[9][11].
Ғатауллин Ғәли Шәйслам улы (6 июль 1948 йыл) — башҡорт яҙыусыһы.
Ишмырҙин Ғәли Мөхәмәтйән улы (15 март 1903 йыл — 14 август 1942 йыл) — һынаусы лётчик, майор. Өфө аэроклубының беренсе етәксеһе. Башҡорттарҙан һәм Башҡортостандың беренсе лётчигы.
Рәхмәтуллин Ғәли Хисмәтулла улы (1 сентябрь 1908 йыл — 13 сентябрь 1982 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия өлкән лейтенанты[12][13].
Ғәли Йыһанша Әсәҙулла улы (рус. Зиганша Асадуллович Галли, Галли Джианшах Эседович; 1894 йыл — 1938 йыл) — СССР партия-дәүләт эшмәкәре.
Вәхитов Ғәли Хәйрулла улы(рус. Гали Хайруллович, Галей Хайруллович, Гали Хайруллич (1903 — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, 275-се кавалерия полкының 1-се эскадроны командиры. Өлкән лейтенант. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (1942, 1946)[14][15].
Ауылдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғәли-Буҙат (рус. Галей-Бузат) — Башҡортостандың Стәрлебаш районындағы ауыл.
Ғәли (рус. Алькино) — Рәсәй Федерацияһы Һамар өлкәһе Похвистнево районы ауылы. Ғәли ауыл биләмәһенең үҙәге.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғәли Соҡорой музейы — танылған ғалим, XIX быуат башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙың мемориаль музейы, Башҡортостан Республикаһы Тәтешле районы Иҫке Соҡор ауылында урынлашҡан.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. 2018 йыл 16 май архивланған. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- ↑ 2,0 2,1 Али-заде, А. А. Али (Ғәли) ибн Абу Талиб // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.).
- ↑ Кул Гали в Краткой энциклопедии Башкортостана 2013 йыл 6 ноябрь архивланған.
- ↑ Р. Г. Кузеев Происхождение башкирского народа. Этнический состав, история расселения. М.Наука, 1974.
- ↑ 5,0 5,1 ҠАДИР ҒӘЛИ, Ҡадир Ғәлибәк Жалайырлы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Бердин Г. И.
- ↑ Мөғәлләмов Ғәли Мөғәллим улы
- ↑ МУГАЛЛИМОВ Галей Мугаллимович 2021 йыл 2 июнь архивланған.
- ↑ 9,0 9,1 9,2 Юзьяшаров Гали Кинзагузович 2021 йыл 5 июнь архивланған.
- ↑ 10,0 10,1 Юзъяшаров
- ↑ 11,0 11,1 11,2 ЮЗЪЯШАРОВ Гали 2021 йыл 17 октябрь архивланған.
- ↑ Шаймуратовцы. РАХМАТУЛЛИН Гали Хисматуллич
- ↑ Рахматуллин Галей Хисматуллович
- ↑ Учетно-послужная картотека. Вахитов Галий Хайруллович
- ↑ Орден Красной Звезды. Вахитов Галей Хайруллович. 1946
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |