Ғәли (Һамар өлкәһе)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Ғәли
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Һамар өлкәһе

Муниципаль район

Похвистнево

Ауыл биләмәһе

Ғәли ауыл биләмәһе

Координаталар

53°43′41″ с. ш. 52°15′12″ в. д.HGЯO

Халҡы

1772[1] кеше (2010)

Милли состав

татарҙар

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

36 234 808 001

Код ОКТМО

36 634 408 101

Номер в ГКГН

0056878

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Ғәли (Рәсәй)
Ғәли
Ғәли
Ғәли (Һамар өлкәһе) (Һамар өлкәһе)
Ғәли

Ғәли (рус. Алькино) — Рәсәй Федерацияһы Һамар өлкәһе Похвистнево районы ауылы. Ғәли ауыл биләмәһенең үҙәге.

Географик урынлашыуы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һамар өлкәһенең иң көнсығышында Ырымбур өлкәһе менән сик буйында Тиргәлә йылғаһының Саурыш йылғаһына ҡойған урын янында, район үҙәге Похвистнево ауылынан төньяҡ-көнсығышҡа табан 11 км, Боғорослан ҡалаһынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 14 км һәм Һамар ҡалаһынан төньяҡ-көнсығышҡа табан 145 км алыҫлыҡта урынлашҡан.

Ауыл Тиргәлә йылғаһының уң яры буйлап һуҙылған, төньяҡтан Ғәлиғә Рысай (Рысайкино) ауылы төкөп тора (ике тораҡ пункт фактик рәүештә йылға буйлап 6 км һуҙылған берҙәм ауыл барлыҡҡа килтерә, әммә төрлө ауыл биләмәләрен ҡарайҙар).

Ауыл янынан (Рысай ауылы ситенән) Похвистнево — М5 (Урал) — Клявлино автомобиль юлы үтә.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фараз буйынса ауылға 1618 йылда башҡорттарҙың ҡыпсаҡ ҡәбиләһе вәкиле тархан Киләй Манашев нигеҙ һалған. Киләй Манашевтың ата-бабаһы Гөлбостандың атаһы Ғәли 1479 йылда Ҡазан ханы Ибраһимдан тарханлыҡ дәрәжәһен алған[2].

1859 йылда ауылда 1 мәсет, 1900 йылда — 2 мәсет һәм мәҙрәсә, 1910 йылда — 3 мәсет һәм мәҙрәсә теркәлгән[2].

Халҡы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Халыҡ иҫәбе
2010[1]
1772

1834 йылғы ревизия мәғлүмәттәренә ярашлы, ауылда 305 аҫаба башҡорт һәм 26 керҙәш башҡорт йәшәгән[2].

1859 йылғы ревизия мәғлүмәттәре буйынса, ауылда 92 ихатала 552 башҡорт йәшәгән, шул иҫәптән 262 ир-егет һәм 290 ҡатын-ҡыҙ[2].

Урыҫ помещигы Похвистнев ерҙәрҙе үҙ ҡулына алғас Ҡотлоғош[3] (хәҙер Иҫке Похвистнев) ауылынан барлыҡ татарҙарҙы Ғәли ауылына ҡыуған[2].

1889 йылда ауылда 201 ихатала 1219 мосолман йәшәгән, уларҙың милләттәре — башҡорттар һәм татарҙар[2].

1910 йылда ауылда 284 ихатала 842 ир-ат һәм 866 ҡатын-ҡыҙ теркәлгән[2].

2010 йылғы йән иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы ауыл халҡының милли составы: татарҙар — 96,4 %, урыҫтар — 1,2 %[4].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 Статистический сборник «Численность и размещение населения Самарской области»
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 2,6 История башкирских родов. Кыпчак. Том 34. Ч. 2 / С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, И. Р. Саитбатталов, И. З. Султанмуратов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, В. Г. Волков, А. А. Каримов, А. М. Зайнуллин, М. Г. Акиров. — Уфа: Китап, 2019. — С. 234-240, 252. — 736 с. — ISBN 978-5-295-07219-2.
  3. Ҡыпсаҡ улусының башҡорт тарханы Ҡотлоғош Дүскәев хөрмәтенә аталған.
  4. Всероссийские переписи населения 2002 и 2010 годов http://std.gmcrosstata.ru/webapi/opendatabase?id=VPN2002_2010L(недоступная ссылка)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡалып:Населённые пункты Похвистневского района