Тархан (титул)
Тархан (ҡаҙ. дарқан; ғәр. طرخان; башҡ. тархан; ҡыт. 達干; монг. дархан[иҫкәрмә 1]; фарс. ترخان; татар. tarxan, тархан; саха дархан, тархан; cыу. турхан) — төрки аҡһөйәктәренең өҫтөнлөклө сословиеһы. Титул төркиҙәрҙә һәм монголдарҙа, башҡа дала халыҡтарында ҡулланылған.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Алтын Урҙа осорона тиклем
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Төрки ҡағанаты замандарынан (550-745 йылдар) билдәле. "Бойла-баға-тархан", "баға тархан" һәм "тархан" чиндары йәки титулдары булған.
Хазар ҡағанатында хәрби-ырыу башлыҡтарының юғары сословиеһы вәкилдәре тархан тип йөрөтөлә. Авар ҡағанатында тархандар һалым йыйыусы булып хеҙмәт итә, улар ҙа аҡһөйәктәр ҡатламына ҡарай. Беренсе Болгар батшалығында тархан Византиялағы стратегҡа тиң юғары хәрби чин була.
Алтын Урҙа осоро һәм Алтын Урҙа тарҡалған осор
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Монгол хакимлығы ваҡытында тархан исеме хан ярлыҡтары менән тапшырылған, Аҡһаҡ Тимер ғәскәрендә лә тархан юғары звание булған. Аҡһөйәк феодалдарҙың эре вәкилдәре иҫәбенә инмәгән хәлдә лә, тархандар һалымдарҙан һәм яһаҡтарҙан азат ителгән һәм киң хоҡуҡтарҙан файҙаланған. Алтын Урҙа ханы Тимер Ҡутлуғ 1397 йылда Мөхәммәт тигән бер кешегә биргән ярлыҡта тархандың ерҙәргә, һыуҙарға, баҡсаларға, мунсаларға, тирмәндәргә, ул биләгән «буш урындарға», ауылдарға һәм башҡа мөлкәткә хоҡуҡтары һаналған. Тархандың ерҙәре һәм башҡа мөлкәте тейелгеһеҙ булған. Ул йөҙөмлөктәр өсөн алына торған түләүҙәрҙән, амбар пошлиналарынан, ырҙын өсөн түләүҙән, арыҡтарға һалына торған яһаҡтан азат булған. Ярлыҡ тархандан пошлина ла, үлсәү хаҡы ла, юл хаҡы ла, «ҡарауылға түләүҙәр» ҙә алмаҫҡа ҡуша. Унан төрлө түләүҙәр талап итеү, уны эҙәрләү, ҡыҫыу һәм башҡалар тыйылған була. Тархандар хоҡуҡ йәһәтенән дә айырым урын алып тора: «Уның ғали йәнәптәре янына инеүенә ҡаршылыҡ тыуҙырмаҫҡа бойорола, уның һәм балаларының туғыҙға тиклем яҙыҡ эше өсөн яуаплылыҡ талап итмелмәй, ылау һалымы өсөн унан ат алынмай һәм улар һәр төрлө түләмдәрҙән (тәкәлиф) азат». Дөйөм алғанда, Алтын Урҙа осоронда тархандар, мөлкәткә ҡағылышлы һәм башҡа хоҡуҡтар алып, йәмғиәттең тотош бер социаль ҡатламын хасил итә. Званиеһын һәм хоҡуҡтарын раҫлаған Алтын Урҙа ярлығына эйә башҡорт тархандары ла Алтын Урҙаның башҡа тархандарына бирелгән өҫтөнлөктәр һәм хоҡуҡтарҙан файҙаланғандыр, тип иҫәпләнә.[1][2]
Рәсәй дәүләте составында
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәй дәүләтендә яһаҡ түләмәгән һәм жалованье алмаған хеҙмәттәге башҡорттарҙы, шулай уҡ хеҙмәттәге татарҙарҙы (мәҫәлән, ҡасим татарҙарын), мариҙарҙы, ҡалмыҡтарҙы, мордваларҙы, мишәрҙәрҙе тархан тип атағандар. Башҡорттарҙа мираҫҡа тапшырыла торған тарханлыҡ һәм хосуси тарханлыҡ булған. Улар һалымдарҙан һәм йөкләмәләрҙән азат ителгән, башҡорт аҫаба ерҙәрендә өлөш һайлап алыу хоҡуғына эйә булған, ләкин хәрби хеҙмәтте үтәргә тейеш булған.
Социаль статусы буйынса тархандар баяр балаларына тиңләштерелгән.
Звание хәрби, дипломатик һәм башҡа хеҙмәт уңыштары өсөн бирелгән. Тархандар йәмәғәт ерҙәренән өлөш һайлдарға һәм уға хужа булырға, башҡа дәүләт льготаларынан файҙаланырға хоҡуҡлы булған.
Сыуаштарҙа Рәсәй дәүләтенә ҡушылғанға тиклем ваҡ ер биләүселәр, феодалдар тархан (турхан) тип йөрөтөлгән.
Әрмәнстанда һәм Грузияла Фарсы хакимлығы осоронда тархан титул-фамилияһы ҡайһы бер әрмәндәргә һәм грузиндарға бирелгән, уларҙа Тарханян һәм Тарханашвили тигән фамилиялар әле лә осрай.
Тарханлыҡ ярлығы урыҫ батшаһына хеҙмәткә күскән мордваларҙы һәм татарҙарҙы яһаҡ түләүҙән ҡотҡарған.
Әҙәбиәттә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Титул билдәле инглиз яҙыусыһы Клайв Стейплз Льюистың китаптарында телгә алына; Тархистан тигән уйлап сығарылған дәүләттә йәшәгән аҡһөйәктәр тархан тип йөрөтөлә.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ В современных бурятском и халха-монгольском языках слово дархан означает «неприкосновенный, заповедный», а также «кузнец».
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Тарханы Золотой Орды(недоступная ссылка)
- ↑ Зайцев И. В. Астраханское ханство. М., 2004. С. 11-12
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Тархан // Толковый словарь живого великорусского языка : в 4 т. / авт.-сост. В. И. Даль. — 2-е изд. — СПб. : Типография М. О. Вольфа, 1880—1882.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Статья «Тархан» в «Энциклопедии Башкортостан» 2007 йыл 19 октябрь архивланған.
- Сайт «Башкирские тарханы» 2012 йыл 4 ғинуар архивланған.
- Статья «О тарханах башкирского племени тунгаур» на историко-краеведческом портале «Ургаза.ру»(недоступная ссылка)
- Сайт «Тарханная грамота»[1]
- ↑ [http: www.gramota-t.ucoz.ru Сайт "Тарханная грамота"] .