Монгол халыҡтары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Монгол халыҡтары
Һаны һәм йәшәгән урыны

Барлығы: 10 миллиондан ашыу
Ҡытай Ҡытай: 5.9 млн[1]
Монголия Монголия: 3,0 млн
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы: 647 747 (2010)[2][3] **Бүрәт Республикаһы Бүрәт Республикаһы: 287 234 (2010)[2][3] **Ҡалмыҡстан Ҡалмыҡстан: 162 847 (2010)[2][3] **Иркутск өлкәһе Иркутск өлкәһе: 78 534 (2010)[2][3] **Байкал аръяғы крайы Байкал аръяғы крайы: 74 073 (2010)[2][3]

Тел

монгол, ҡытай, урыҫ

Дин

буддизм, ислам, шаманизм, православие, протестантизм

Раса тибы

монголоидтар

Туғандаш халыҡтар

тунгус-маньчжур, төрки халыҡтары

Монгол ҡатын-кыҙҙар милли кейемдәрҙә. Улан-Батор, 2007 йыл

Монгол халыҡтары — монгол телдәрендә һөйләшкән һәм бер-береһе менән дөйөм күп быуатлы тарихы, мәҙәниәте һәм ғәрәф-ғәҙәттәре арҡаһында тығыҙ бәйләнештә булған туғандаш халыҡтар төркөмө.

Ҡытай Халыҡ Республикаһының төньяғында, Монголияла һәм Рәсәй Федерацияһының төбәктәрендә —  Бүрәт Республикаһы һәм Ҡалмыҡ Республикаһы, Иркутск өлкәһе һәм Байкал аръяғы крайында йәшәйҙәр[4].

Монгол халыҡтары араһына үҙҙәрен 10 миллиондан ашыу кеше индерә. Шул иҫәптән 3 млн — Монголияла, 4 млн — Эске Монголия автономия районында, 3 млн тирәһе— Ляонинда, , Ганьсу, Синьцзян-Уйғыр автономиялы районында һәм Ҡытайҙың башҡа региондарҙарында.

Монгол халыҡтары составына инәләр: халха-монголдар, бүрәттәр (барғуттар), ойраттар (ҡалмыҡтар), чахарҙар, хорчиндар, харачиндар, арухорчиндар, тумэттар, джалайттар, авганарҙар, баариндар, чипчиндар, мумянгаттар, наймандар, аохандар, оннюттар, дурбэн-хухэттар, ураттар, горлостар, ордостар, хонгираттар, джаруттар, узумчиндар (альтернатив атамаһы уюмучин (Üjümüčin), монгорҙар (ту), даурҙар, дунсяндар, баоандәр.

Афғанистандағы моголдар һәм хазарейҙар (перс. هزار‎, hezâr — «тысяча») — сығышы менән монголдар, әммә улар инде бер нисә быуат эсендә иран телле мосолман халыҡтары булып киткәндәр. Согво-аригтар тибет телендә һөйләшәләр.

Атамаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тикшеренеүселәрҙең ҡайһы берҙәре (мәҫәлән, Н. Ц. Мункуев) «монгол» этнонимы тәүге тапҡыр 945 йылда төҙөлгән «Цзю Тан шу» («Тан династияһының боронғо тарихы») «мэн-у ши-вэй» («монгол-шивәйҙәр») формаһында һәм 1045—1060 йылдарҙа төҙөлгән «Синь Тан шу» («Тан династияһының яңы тарихы» «мэн-ва бу» — «мэн-ва ҡәбиләһе» формаһында ҡытай сығанаҡтарында осрай, тип билдәләй. XII быуатта төрлө кидань һәм ҡытай сығанаҡтарында был ҡәбиләләр өсөн шулай уҡ мэнг-ку, мэнгули, мангуцзы, мэнгу го атамалары ҡулланылған[5]:238

«[…] в XII веке аристократический род Хабул-хана[сн. 1] носил имя Борджигин и принял название монгол после того, как подчинил себе и объединил несколько соседних родов и племён, образовав [в 1130 году], таким образом, единое политическое целое, один род-улус; этому-то улусу и было дано имя монгол в память славного имени какого-то древнего и могучего народа или рода […]»

— Урыҫ монголдарҙы өйрәнеүсеһе Б. Я. Владимирцов

Бәлки, манғут ырыуы атамаһы (монг. мангуд) «монголдар» атамаһының боронғо яңғырашы булғандыр[6]

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Монголдарҙан алда б.э. тиклем II—I мең йыллыҡтарҙа Үҙәк Азияла йәшәгән ҡәбиләләр плиталы ҡәберҙәр мәҙәниәтен булдырғандар.

Б.э. тиклем 209 йылда Модэ батша Монгол платоһында Хунну дәүләтенә нигеҙ һалған (б.э. II быуатына тиклем). Монгол ғалимдары Хунну дәүләтен протомонголдарға ҡарай тип һанайҙар. Протомонгол дәүләттәре Сяньби (монг. Сүмбә, Сяньби — боҙоп күрһәтелгән ҡытай транскрипцияһы) (93-234), Төньяҡ Вэй (386—534), Жужань ҡағанаты (330—555), Кидан (монг. Кидан) (907—1125) һәм Ҡараҡытай ханлығы (1125—1218) существования тиклем XIII быуатҡа тиклем ғәмәлдә булғандар.

Тәүге тапҡыр монгол этнонимы (мэн-гу, мэн-гу-ли, мэн-ва) Тан дәүере тарихи хроникаларында осрай (7-10 быуаттырҙа)[7]. Сама менән протомонгол ҡәбиләләренең боронғо ваҡытта йәшәгән урыны Аргунь һәм Онон йылғалары араһы булған, был ерҙәрҙән улар VIII быуатта Өс йылға (Онон, Керулен һәм Туул йылғалары бассейны) ҡушылған ергә күскәндәр:238

Боронғо ҡытай хроникаһын өйрәнгәндән һуң XIX быуаттың билдәле шәрҡиәтсеһе Н.Бичурин монгол этнонимы б.э. IX быуатында барлыҡҡа килгән, ә монгол халыҡтарының (протомонголдар) тарихы беҙҙең эраға тиклем төрлө исемдәр аҫтында билдәлелеге яҡынса XXV быуатта башланған, тип яҙа. Шулай уҡ ул, боронғо монголдар 20 быуат дауамында ҡытайҙарға хунну, ухуань, сяньби, жужан, дулга[8], ойхор, сйэяньто, кидань исемдәре аҫтында билдәле булыуҙары, тураһында яҙа[9].

Хамаг Монгол[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

XII быуатта Өс йылға монголдарының дәүләт ҡоролошо барлыҡҡа килә — Хамаг Монгол улусы («барыһы ла монголдар»). Дәүләттең беренсе хакимы "Монголдарҙың күңел түрендәге хикәйәт"енә ярашлы 27 нирун-монголдар ҡәбиләләрен (ысын мәғәнәһендә монголдар) берләштергән Хабул-хан була . Улар араһында иң төп урынды хиад-борджигиндар һәм тайджиуттар (Рәшит ад-Дин версияһы буйынса — «күк күҙлеләр»; икенсе версия буйынса — бөри «бүре» һәм тэгин «принц»; монг. Боржигин) биләгән:238-239. Был монголдарҙан башҡа, дарлекин-монголдар («ғөмүмән монголдар») булған. Улар Хамаг Монгол берләшмәһенә инмәгән һәм Өс йылғаға яҡын ятҡан өлкәләрҙә күсмә тормош алып барған.

Монгол империяһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

XIII быуатта монголдар Сыңғыҙхан һәм уның ике быуын вәкилдәре етәкселеге аҫтында дәүерҙең иң мөһим империяһын булдыралар. Шул уҡ ваҡытта ҡәбилә ҡоролошо ғәмәлдән сығарыла һәм тумэндарға һәм ғәскәрҙәр төрҙәренә өҫтөнлөк бирелә башлай. Һөҙөмтәлә империя булдырылғанға тиклем осорҙа ҙур роль уйнаған ҡәбиләләрҙең (мәҫәлән, салджиуттар) этнонимдары империя ситтәрендә генә һаҡланып ҡалған һәм дәүләт емерелгәндән һуң уларға өҫтәмә булып бер нисә яңылары барлыҡҡа килә. Улар хәрбилек нигеҙендә төҙөлгән була (мәҫәлән, торғут, шарайт, кубдут). Монголдарҙың күпселек өлөшө үҙҙәрен борджиғиндар — Сынғыҙхан тоҡомон һәм уның туғандарын— тип һанай.

Монгол телле һәм төрки телле ҡәбиләләрҙең яҡынса йәшәгән урындары[5]:242
ойраттар
(Саян-Алтай)
Баргуттар һәм хори-туматтар (Байкал күле янында) Баяттар (Селенга йылғаһы ағымында) Джалаирҙар (Онон йылғаһы буйлап)
меркиттар
(Селенга йылғаһы буйлап)
Роза ветров
Роза ветров
Татарҙар һәм хонгирадтар
(Аргунь йылғаһының уң ярынан
һәм Буйр и Хулун күлдәренән көньяҡҡа)
кереиттар (Орхон һәм Туул ағымы буйлап)
артабан көньяҡ-көнбайышҡа
наймандар
(Алтай һырты буйлап)
онгудтар
(Бөйөк ҡытай диуарынан төньяҡҡа)

Юань Империяһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

XIII быуатта Сыңғыҙхандың ейәне Хубилай баш ҡалалары Пекин һәм Шанду булған династияға нигеҙ һала. Дошмандарҙы еңгәндән һуң монгол аҡ һөйәктәре мөхитендә ул хәҙерге замандағы Монголия территорияһының күпселек өлөшөн үҙенә буйһондора.

Монголдарҙың байтаҡ өлөшө администрацияның юғары ҡатламын тәшкил итә.

1368 йылда монголдарҙы Ҡытайҙан төньяҡҡа Чжу Юаньжан ғәскәрҙәре ҡыуып сығара (монгол аҡ һөйәктәренең үҙ-ара бәрелештәренән һуң). Чжу Юаньжан Пекинды баҫып алғандан һуң Мин династияһын иғлан итә.

Монголдар Кесе хандар осоронда[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

XVII—XIX быуаттар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1640 йылда һуңғы бөтә монгол съезы үткәрелә, съезда халха-монголдар ҙа (монг. Халха), ойраттар ҙа (монг. ойрд; калм. өөрд) (шул иҫәптән, ҡалмыҡтар) була.

1670—1690 -сы йылдарҙа Джунгарияла беренсе булып хан тип иғлан ителгән ойрат лидеры Галдан-Бошогту Ебәк юлындағы бер нисә ҡаланы үҙенә уңышлы буйһондора һәм шулай уҡ Үҙәк Монголияға уңышлы походтар башҡара. Кенәз — сыңғыҙлылар үҙҙәренең союздаштары маньчжурҙарға (маньчж.: Manju.svg манчжу; кит. трад. 滿族 монг. Манж) ярҙам һорап мөрәжәғәт итәләр һәм тегеләр монголдарҙың маньчжур императорының подданныйлығына риза булыу шарты менән ярҙам итәләр.

XVII быуатта монгол халыҡтарының ерҙәре һәм халыҡтарҙың үҙҙәре һәр төрлө кимәлдә Ҡытай һәм Рәсәй бойондороҡлолоғона эләгәләр. Цин империяһында Эске һәм Тышҡы Монголия монголдары төрлө хоҡуҡтарға эйә булалар һәм иркен аралышыу мөмкинлеген юғалталар, үҙ сиратында был хәл айырым халыҡтар барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ итә.

Байтаҡ ҡына күсенеүҙәр булып ала һәм шуға күрә оҡшашлыҡтың (идентичность) шикһеҙ алмашыныуы күҙәтелә. Мәҫәлән, ер хужалары — дагурҙар (монг. дагуур, кит. упр. 达斡尔族) Байкал аръяғынан Маньчжурияға китәләр, шуның менән хәҙерге Аги районы ерҙәрен күсмә тормош алып барған бурәттәргә ҡалдыралар. Бүрәттәр үҙ сиратында ул ваҡытта Ҡытайға ҡушылдырылған территорияларҙан китергә ынтылалар.

XX быуат[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Монгол империяһының сиктәре XIII быуатта (ерән төҫ) һәм хәҙерге монгодарҙың йәшәгән өлкәһе (ҡыҙыл төҫ)

1911 йылда маньжчур Цин империяһынан Тышҡы Монголияның бойондороҡһоҙлоғо иғлан ителә. Рәсәйҙәге революцияларҙан һуң РСФСР составында монгол халыҡтары йәшәгән автономиялы берләшмәләр ойошторола — Бүрәт --Монгол АССР-ы (1923) һәм Ҡалмыҡ АССР-ы (1935). Эске Монголия өсөн автономиялы Ҡытай Республикаһында иғлан ителә, һуңынан (1936—1945) уның территорияһының бер өлөшөндә Ҡытай менән һуғыш барышында япон милитаристары ярҙамы менән Мэнцзян дәүләте — «монгол сиктәре ерҙәре» (кит. 蒙疆), ҡайһы саҡта Меньцзянь, Менджанг, Менчианг йәки Меньчанг) булдырыла. Был дәүләт (башлығы кенәз-борджигин Дэ Ван Дэмчигдонров була) Икенсе донъя һуғышында Японияның капитуляцияһынан һуң ғәмәлдән сыға. Монгол Мэнцзян администрацияһының байтаҡ өлөшө Тайваньгә һәм Монголияға ҡаса.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Бөтә донъя монголдар ассоциацияһы
  • Монгол исеме
  • Монгол сфераһы

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төшөрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Первый хан улуса Хамаг Монгол („Все Монголы“) в долине рек Онон, Керулен и Туул в XII веке, дед Чингисхана (Тэмужина).

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. name="mongolian">Population of China according to ethnic group 2010
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 включая бурят, калмыков и монголов
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 Всероссийская перепись населения 2010 года. Официальные итоги с расширенными перечнями по национальному составу населения и по регионам. 2021 йыл 9 декабрь архивланған.: см. 2012 йыл 18 октябрь архивланған.
  4. Монголы // БРЭ. Т.21. М., 2013.
  5. 5,0 5,1 Чингисиана: свод свидетельств современников / Пер., сост. и коммент. А. Мелехин. — М.: Эксмо, 2009. — 728 с. — ISBN 978-5-699-32049-3.
  6. История Монголии (2003) Том 2
  7. [ Монголы] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
  8. Он пришел к выводу, что народ именуемый в китайских хрониках как «тугюе» 突厥 является монгольским.
  9. Н.Я.Бичурин. Собрание сведении о народах, обитавших в Средней Азии в древние времена. — Москва-Ленинград: Академия наук СССР, 1950.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]