Саха теле
Саха теле | |
саха Саха тыла саха саха тыла саха сахалыы | |
Ҡыҫҡаса атамаһы | якутский, якутська, yakutca, саха теле, саха дыл һәм якутаг |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй[1][2] |
Барлыҡҡа килгән | Иркутск өлкәһе, Хабаровск крайы, Красноярск крайы, Магадан өлкәһе һәм Яҡут Республикаһы[2] |
Административ-территориаль берәмек | Яҡут Республикаһы[2] |
Тел төрҙәре | SOV[d] һәм агглютинатив телдәр |
Яҙыу | Кирил алфавиты һәм Саха имләһе |
Телдә һөйләшеүселәр | 450 000 кеше (2010)[3] |
Телдең ЮНЕСКО статусы | бирешеүсән[d][4] |
Ethnologue каталогында тел статусы | 2 Төбәк[d][3] |
Тасуирлау биттәре | turkic.elegantlexicon.com/… |
Викимедиа проекттарында тел коды | sah |
Саха теле Викимилектә |
Саха теле, яҡут теле (үҙатамаһы — саха тыла) — сахаларҙың милли теле, урыҫ теле менән бер рәттән Саха республикаһының (Яҡутстан) рәсми теле булып тора, төрки телдәр ғаиләһенә ҡарай.
Телдә һөйләшеүселәр һаны, 2010 йылда халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса 450 140 кеше, башлыса, Яҡутстан территорияһында йәшәй.
Саха теле башҡа төрки телдәренән билдәһеҙ килеп сығышлы (күрәһең, палеоазиат) лексика ҡатламының барлығы менән айырыла[5]. Боронғо монгол сығышлы һүҙҙәр ҙә күп, шулай уҡ ваҡыты буйынса һуңғы булған рус теленән үҙләштереүҙәр бар (саха теленә Яҡутстандың, Рәсәй)[6].
Лингвогеография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ареал
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Саха телендә һөйләшеүселәрҙең күп өлөшө Рәсәй Федерацияһының территорияһында, башлыса Саха Республикаһында йәшәй.
Социолингвистик мәғлүмәттәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Саха теле сахалар араһында күберәк көнкүрештә һәм йәмәғәт тормошонда ҡулланыла. Саха теле менән шулай уҡ этник-ара аралашыу теле булараҡ Яҡутстанда эвендар, эвенкылар, юкагирҙар, долгандар һәм борондан йәшәгән урыҫ халҡы һөйләшә. Саха теле республика территорияһында эш башҡарыуҙа ҡулланыла. Баҫма материалдар — китаптар, гәзит-журналдар нәшер ителә, радио тапшырыуҙары алып барыла, шулай уҡ телевизион программалар һәм интернет-ресурстар саха телендә бар. Якутск ҡалаһының драма һәм музыка театрҙары репертуары, шулай уҡ күп һанлы мәҙәниәт йорттары һәм клубтарының постановкалары күбеһенсә саха телендә бара. Саха яҙыусыларының, композиторҙарының ижади берләшмәләре бар.
Саха теле күп һанлы стилдәре һәм жанрҙары менән Себерҙең иң үҫешкән әҙәби тардициялары береһенең теле булып тора. Саха теле «Олонхо» ЮНЕСКО-ның ауыҙ-тел һәм материаль булмаған кешелек мираҫы булып тора. Республикала саха телендә төрлө стилдәрҙә — классик әҫәрҙәрҙән алып популяр һәм рок-музыкаға тиклем музыка башҡарыла (башлыса «Чолбон», «Сэргэ» һәм башҡа төркөмдәрҙең). Һуңғы йылдарҙа Яҡутстанда саха телендә кинематограф ҙур популярлыҡ туплай, ул төрлө жанрҙарҙа башҡарыла[7][8] Яҡутстанда милләттәр буйынса саха теленә эйә булыу, шулай уҡ туған тел булараҡ (Рәсәй Федерацияһында 2010 йылда халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса):
Милләткә ярашлы халыҡ һаны, күрһәтеүсе: | ||
---|---|---|
саха теленә эйә булыу |
саха теле туған тел булараҡ | |
бөтәһе[~ 1] | 441 536 | 470 092 |
сахалар | 401 240 | 438 664 |
эвенктар | 16 874 | 17 016 |
эвендар | 11 503 | 9848 |
урыҫтар | 7229 | 1308 |
татарҙар | 326 | 132 |
бүрәттәр | 345 | 148 |
Сахалар араһында ике телелек киң таралған: 65 % саха урыҫ телендә иркен һөйләшә[9]; 2010 йылда халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, 460 971 саха милләтлеләрҙән 416 780 кеше урыҫ телендә лә һөйләшә алыуын һәм 401 240 саха телендә һөйләшеүен билдәләй. Бынан тыш саха милләте вөкилдәре туған тел тип саха телен (438 664 кеше), байтаҡ әҙ өлөшө урыҫ телен атай (27 027 кеше). Саха теле Яҡутстандың урта мәктәптәрендә һәм юғары уҡыу йорттарында уҡытыла. Шулай уҡ тик саха телендә генә алып барылған дөйөм белем биреү мәктәптәре бар. Рәсәйҙә тик милли телдә тулы урта белем алған уҡыусылар һаны буйынса, процент нисбәтендә иң юғары күрһәткес булап саха телендә уҡытыу тора, туған этник телендә бөтә уҡыусыларҙың — 17 %. Башҡорт телендә, мәҫәлән шундай күрһәткес 10,1 %, татар телендә — 9,6 %, бүрәт телендә 6,5 % һ.б.тәшкил итә. Саха Республикаһының дөйөм белем биреү мәктәптәрендә 2011/2012 уҡыу йылдарында бөтәһе 53 564 уҡыусы уҡыған (шуларҙың 9798 — ҡала мәктәптәрендә). Сағыштырыу өсөн, татар телендә 90 786 уҡыусы, башҡорт телендә — 44 114, авар телендә— 23 506, тыва телендә — 18 235 һ.б.[10]
Уҡыу йылдары | ||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|
1980/1981 | 1990/1991 | 1991/1992 | 1998/1999 | 2000/2001 | 2002/2003 | 2010/2011 | 2011/2012 | |
Уҡыусылар һаны, кеше[~ 2][11] |
45 617 | 47 585 | 51 658 | 72 669 | 72 182 | 73 728 | 55 668 | 53 564 |
Саха теленең төрөк телдәренән ныҡ айырымлығы саха теленә эйә булыусыларҙың башҡа төрөк телендә һөйләшеүселәр менән үҙ-ара аңлашыуҙы юҡҡа сығара[9]. Е. И. Убрятова фекере буйынса саха теле ниндәйҙер монгол теле менән оҙайлы ике теллелек аша һәм был телдең тунгус теле мөхитендә таралыуы аша боронғо төрөк телдәренең үҙ-ара йоғонтоһо һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә[12].
Диалекттары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Е.И.Убрятованың Лингвистик энциклопедия һүҙлегендәге «Саха теле» мәҡәләһендә саха диалекты системаһы килтерелә, унда дүрт төркөм һөйләш бүленә[13]:
- төп төркөм;
- вилюйск төркөмө;
- төньяҡ-көнбайыш төркөмө;
- таймыр төркөмө.
П. П. Барашков саха телендә нам-алдан, вилюйск-кангалас иһәм мегин-таттин һөйләштәрен билдәләй.
М. С. Воронкин классификацияһында ике ҙур төркөм һөйләш һәм долган диалектын бүленә[9]:
- көнбайыш һөйләш төркөмө (олаштырып һөйләү диалекты);
- вилюйск һөйләше
- төньяҡ-көнбайыш һөйләше
- көнсығыш һөйләш төркөмө (алаштырып һөйләү диалекты);
- төп һөйләштәр
- төньяҡ-көнсығыш һөйләштәр
- долган диалекты.
Башҡа саха телдәренән долган теле байтаҡ айырыла. Эвенк теленең йоғонтоһо, шулай уҡ долган теленең башҡа саха диалекттарынан оҙайлы айырым үҫеше унда классик саха теленән фонетика, морфология һәм лексика айырымлыҡтарын көсәйтә. Бер тикшеренеүселәр (Убрятова Е.И. һ.б.) долган телен үҙаллы төрөк теле тип ҡабул итә[14]; башҡалар (М. С. Воронкин) долган телен саха теленән саҡ ҡына айырылған диалект тип ҡарай[15].
Был һөйләш вәкилдәре бер-береһен тулыһынса аңлай. Диалект айырымлыҡтары, башлыса, фонетика һәм лексика өлкәһендә күҙәтелә[15].
Яҙмаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәҙерге саха телендә беренсе баҫма булып сәйәхәтсе Николас Витсендың 1692 йылда Амстердамда баҫылып сыҡҡан китаптары тора. XIX быуатта саха текстарын яҙыу өсөн криллициа нигеҙендә бер нисә төрлө алфавит ҡулланыла.
Тәүге 35 һүҙ, 29 һан саха телендә Амстердам бургомистры Витсен Николас Корнелиссондың (1641—1717) 1692 йылда Амстердамда голланд телендә нәшер ителгән «Noord en Oost Tartarye» («Северная и Восточная Тартария») хеҙмәтендә теркәлгән. 35 саха һүҙенең исемлеге һәм һандар голланд телендә уларҙың мәғәнәһен аңлатыу менән алып барыла. «Северная и Восточная Тартария» хеҙмәте 1705 һәм 1785 йылдарҙа яңынан нәшер ителә, унда «саха яҙмаһынан» тыш «Отче наш» доғаһының саха теленә тәржемәһе бирелә. Был хеҙмәт XVIII быуатта Көнбайыш Европа өсөн Көнсығыш Азия тураһында төп сығанаҡтарҙың береһе булып тора.
1917 йылда МФА нигеҙендә яңы алфавитты С. А. Новгородов төҙөй. Башта ул тик бәләкәй хәрефтәрҙән, шулай уҡ оҙон өндәрҙе белдергән (һуҙынҡылар, шулай уҡ тартынҡылар) : тамғанан тора. 1924 йылда был алфавит үҙгәртелә. Һуңғараҡ ул тағы бер нисә тапҡыр үҙгәртелә, тик 1929 йылда бер төргә килгән төрөк алфавиты менән алмашына. Һуңынан 1939 йылда кириллица нигеҙендә алфавитҡа күсә.
Хәҙерге саха алфавиты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөгөн саха телендә кириллица нигеҙендәге алфавит ҡулланыла, унда бөтә рус алфавиты, өҫтәмә биш хәреф бар: Ҕҕ, Ҥҥ, Өө, Һһ, Үү һәм ике комбинация: Дь дь, Нь нь бар. Шулай уҡ 4 дифтонг: уо, ыа, иэ, үө бар. Оҙон һуҙынҡылар яҙыуҙа икеләтелгән хәреф менән билдәләнә[16].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ ScriptSource - Russian Federation
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Якутский язык (урыҫ) // Малая советская энциклопедия / под ред. Н. Л. Мещеряков — 2 — Советская энциклопедия, 1936.
- ↑ 3,0 3,1 Ethnologue (ингл.) — 25, 19 — Dallas, Texas: SIL International, 1951. — ISSN 1946-9675
- ↑ Красная книга языков ЮНЕСКО
- ↑ Харитонов Л. Н. Самоучитель якутского языка. Якутск, 1987, с. 4 и далее.
- ↑ Антонов, 1997, с. 522—523
- ↑ О якутском кино. Интервью с С. Анашкиным . Этнографическое Бюро. (Тикшерелеү көнө: 16 ноябрь 2014)
- ↑ Долин, Антон. Воздух. Якутское киночудо: как выглядит дальневосточный блокбастер . Компания Афиша. Архивировано из оригинала 29 ноябрь 2014 года. (Тикшерелеү көнө: 16 ноябрь 2014)
- ↑ 9,0 9,1 9,2 Антонов, 1997, с. 514
- ↑ Арефьев А. Л. Языки коренных малочисленных народов Севера, Сибири и Дальнего Востока в системе образования: история и современность. — М.: Центр социального прогнозирования и маркетинга, 2014. — С. 111—113. — ISBN 978-5-906001-21-4.
- ↑ Арефьев А. Л. Языки коренных малочисленных народов Севера, Сибири и Дальнего Востока в системе образования: история и современность. — М.: Центр социального прогнозирования и маркетинга, 2014. — С. 112. — ISBN 978-5-906001-21-4.
- ↑ Широбокова Н. Н. История тюркских языков Сибири в трудах Е. И. Убрятовой
- ↑ Письменные языки мира. Российская Федерация. кн. 1. М., 2000. Стр. 583
- ↑ Убрятова Е. И. Долганский язык // Лингвистический энциклопедический словарь / Под ред. В. Н. Ярцевой. — М.: Советская энциклопедия, 1990. — 685 с. — ISBN 5-85270-031-2.
- ↑ 15,0 15,1 Антонов, 1997, с. 523
- ↑ Харитонов Л. Н. Самоучитель якутского языка. — 3-е. — Якутск: Якутское книжное издательство, 1987. — 232 с.
- ↑ Все лица, указавшие национальную принадлежность.
- ↑ Численность школьников, обучавшихся на якутском языке в дневных общеобразовательных школах РСФСР / Российской Федерации в 1980/1981 — 2011/2012 учебных годах. Источники: «Образование и культура в Российской Федерации. 1992 год». М., 1992; «Образование в России». М., 2003—2012.