Эвенктар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эвенктар
Үҙ атамаһы

эвэнкил

Һаны һәм йәшәгән урыны

Барлығы: яҡынса 77 000 кеше
Ҡытай Ҡытай:
39 534 (2010)[1]

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы:
37 131 (Всероссийская перепись 2010 г.)[4]

Монголия Монголия:
1000 (1995)[5]

Археологик культура

Глазков мәҙәниәте

Тел

эвенк, саха, хамниган, бүрәт, урыҫ, ҡытай

Дин

шаманлыҡ, православие, тибет буддизмы[6][7][8]

Халыҡ

тунгус-маньчжур халыҡтары

Туғандаш халыҡтар

Маньчжурҙар
Нанайецтар
Орочи
Хамнигандар
Эвендар
Сибо
Удэгейеецтар

Ағастан эшләнгән чум күргәҙмәһе. Байкал аръяғы халыҡтарының этнографик музейенән экспонат

Эве́нктар (үҙ атамаһы — эвенкил, 1931 йылдан рәсми этноним булып китә. Боронғо атамаһы — тунгустар) — Рәсәй Федерацияһының (Көнсығыш Себер) төп халыҡтарының береһе.

Шулай уҡ, Монголияла һәм Ҡытайҙың төньяҡ-көнсығышында йәшәйҙәр.

Эвенктарҙың орочендар, бирарҙар[9], манегрҙар, солондар тип аталған төркөмдәре бар[10].

Эвенк теле алтай телдәре ғәиләһенән тунгус-маньчжур төркөменә инә. Өс диалектҡа бүленә: төньяҡ, көньяҡ һәм көнсығыш. Һәр диалект эсендә һөйләш төрҙәре бар.

География[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Эвенктар көнбайышта Йәнәсәйҙән көнсығышта Охот диңгеҙенә тиклем ятҡан ерҙәрҙе биләйҙәр.

Көньяҡ сиге Амурҙың һул ярынан һәм Ангара буйлап үтә.

Административ бүленеш буйынса эвенктар Иркутск, Амур, Сахалин өлкәләре, Саха һәм Бүрәт республикалары, Красноярск, Байкал аръяғы һәм Хабаровск крайҙары биләмәләрендә йәшәйҙәр.

Эвенктарҙың бер аҙы Томск һәм Төмән өлкәләрендә йәшәй. Был тиклем киң биләмәлә бер ерҙә лә улар күпселекте тәшкил итмәй. Урыҫтар, сахалар, бүрәттәр һәм башҡа халыҡтар араһында таралып урынлашҡан.

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Эвенктар Көнсығыш Себерҙең төп халҡының (аборигендар) Байкал яны һәм Байкал аръяғынан килгән тунгус ҡәбиләләре менән ҡушылыуҙан ойошҡан халыҡ.

Тунгустарҙың боронғо ата-бабаларын глазков мәҙәниәтенә ҡарай тип һанайҙар.

Уларҙың төп ата-бабалары Байкал аръяғы халҡы увандыр тиергә тулы нигеҙ бар.Ҡытай йылъяҙмалары буйынса, (яңы эраның V—VII быуаттарында), был халыҡ Баргузин менән Селенганан төньяҡ-көнсығышта, таулы тайга зонаһын биләп торған. Увандар Байкал аръяғының аборигендары түгел. Бында улар көнъяғыраҡ ятҡан ерҙәрҙән күсеп килгән малсылыҡ менән шөғәлләнеүсе күсмәндәр булған.

Себер киңлектәрендә күсеп йөрөп, тунгустар урындағы халыҡтарҙы «йота» барған.

Тунгустарҙың ошолай ойошоуы һөҙөмтәһендә, уларҙа өс антропологик тән төҙөлөшө осрай. Шулай уҡ, хужалыҡ итеүҙең һәм мәҙәниәттең өс төрө бар: болансылыҡ, малсылыҡ һәм балыҡсылыҡ.

Яңы эраның I — II меңлектәре сигендә эвенктар араһынан себергә күсеүсе сахалар тарафынан телгеләнеп ҡалғандар. Көнсығыш эвенктары эвендар этносын төҙөй.

XVII быуатта урыҫтар килгәнсе эвенктар (тунгустар) Ангара, Вилюй, Витим, Йәнәсәй, Үрге Лена, Амур (орочондар) йылғалары буйында, шулай уҡ, Байкал яры буйлап йәшәгәндәр.[11].

Урыҫтарҙан беренсе булып тунгустар янына барып сығыусы казак Бекетов булған. Был осрашыу Ангара буйында, күренекле тунгус кенәзе Гантимур идара иткән мәлдә булған. Урыҫ документтарында шул мәлдәге башҡа кенәздәрҙең исемдәре лә теркәлгән: Бабуг, Тякш, Кагил, Топук, Болдоной һәм Индак. Кенәздәр ырыуҙар һәм ерҙәр менән идара иткәндәр.[12].

XVIII быуатта Даурияның тунгустары урыҫ миссионерҙарының йоғонтоһона эләккәндәр[13].

1761 йылда Байкал аръяғында биш йөҙлөк тунгусс казак полкы ойошторолған. Башында старшина торған.[14]

192425 йылдарҙа Алыҫ Көнсығышта советтарға ҡаршы Тунгус инҡилабы ҡуба.

Йолалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Этнографик тикшереүҙәр буйынса[15], боронғо эвенктарҙа мәрхүмдәрҙе һауала ерләү йолаһы таралған булған.

Старостин С. А. фаразы буйынса, был йола телдәрҙең сино-кавказ макроғәиләһенә инеүсе башҡа халыҡтарҙа ла киң ҡулланылған.

Иҫәбе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Эвенктарҙың Рәсәй составына инеү мәленә (XVII быуат) һаны сама менән 36135 тирәһе кеше булған.

Тулыраҡ мәғлүмәтте 1897 йылғы халыҡ иҫәбе бирә.

Бөтәһе 64 500 кеше иҫәпкә алынып, туған теле тунгус булғандары — 34 471 кеше, ҡалғандары — урыҫ (31.8 %), саха, бүрәт һәм башҡа телдә һөйләшеүселәр булған.

2002 йылда халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләре Рәсәй Федерацияһында 35 527 эвенк йәшәй тип мәғлүмәт бирә.

Шуларҙың яртыһы (18 232) Саха Республикаһында булған.

Улар Ҡытайҙағы рәсми танылған 56 халыҡтың береһе булып тора.

  • Монголияла меңдән алып бер нисә меңгә тиклем эвенк бар.

Эвенктар Рәсәйҙә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Расселение эвенков в РФ на 2010 год в % от общей численности этого народа в РФ

А. Н. Радищев Тобол наместничествоһын һүрәтләгәндә, тунгустар тураһында былай тип яҙып ҡалдырған:

… Кенай һәм Тим ярҙары буйлап көнсығыш яғынан түбәндә, тәбиғәте кеүек үк ҡырағай, бик һөмғол һәм бөхтә, тунгус тигән халыҡ йәшәй. Ул халыҡта ситтән килгән кешене, бигерәк тә таныштарын өйҙәрендәге иң затлы ризығы менән һыйлау йолаһы бар. Шулай уҡ, уның ҡунаҡсыллығына насар яуап биреүсегә уҡ менән яны бар…[16]

Рәсәйҙә әлеге көндә эвенктарҙың төп йәшәү урыны Саха Республикаһы (18 мең) һәм Красноярск крайы (4,6 мең, шуның 3,8 меңе Эвенк районында).

Бүрятияла − 2,6 мең, Амур өлкәһендә − 1,5 мең, Байкал аръяғы крайыында − 1,5 мең, Байкал алдында 1,4 мең эвенк йәшәй.

1930—2006 йылдарҙа Эвенк автономиялы округы , 19311938 — Витим-Олёкмин милли округы булған. Эвенктар күпләп йәшәгән райондарҙа төҙөлгән.

Эвенктар өсөн борондан тәбиғи ресурстар ҡулланып хужалыҡ итеү хас.

Рәсәйҙә эвенктар иҫәбе:

2010 йылдағы халыҡ иҫәбе буйынса Рәсәйҙә 38 396 эвенк йәшәй, шуның эсенән:

  • Алыҫ Көнсығыш федераль округында — 24 761 (69,7 %)
    • Саха Республикаһында (Якутия) — 18 232
    • Хабаров крайында — 4 533
    • Амур өлкәһендә — 1 501
    • Сахалин өлкәһендә — 243
    • Приморск крайы — 103
    • Еврей автоном өлкәһендә — 72
  • Себер федераль округында — 10 089 (28,4 %)
    • Красноярск крайында — 4 632
    • Бурятия Республикаһында — 2 334
    • Байкал аръяғы крайында — 1 492
    • Иркутск өлкәһендә — 1 431
    • Томск өлкәһендә — 103
  • Башҡа округтарҙа — 675 (1,9 %)
    • Төньяҡ -Көнбайыш федераль округта — 218 (шуның эсенән СПБ — 140)
    • Үҙәк федераль округта — 165 (шуның эсенән Мәскәүҙә— 74)
    • Урал федераль округында — 139 (шуның эсенән Төмән өлкәһендә — 109)
    • Волга буйы федераль округында — 73
    • Көньяҡ федераль округта — 62
    • Төньяҡ-Кавказ федераль округында — 18

Ҡытайҙағы эвенктар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡытайҙа эвенктар дүрт этнолингвистик төркөм тәшкил итәләр. Ә дөйөм һаны буйынса Рәсәйҙәгеләрҙән күберәктәр: 39 534[17] Рәсәйҙә улар — 38 396[18].

Был төркөмдәр ике рәсми милләткә берләшә. Эске Монголияның автоном районы Эвенк автоном хошунында һәм күршеләге Хэйлунцзян провинцияһында (Нэхэ өйәҙе):

44,54%-ы Эске Монголияла, ә 51,52%-ы — Хэйлунцзян провинцияһында, 1,2%-ы — Ляонин провинцияһында.

Сама менән яртыһы эвенк теленең орочон диалектендә һөйләшә. Һөйләштәрен айырым тел тип ҡарау ҙа осрай. Ҡалғандары ҡытай телендә һөйләшә.

  • эвенктар (ҡыт. упр. 鄂温克族, пиньинь: Èwēnkè Zú) — 2000 йылда 30 505 кеше, 88,8%-ы Хулун-Буирҙа, шулар эсенән:
    • ҙур булмаған төркөм — ысын эвенктар — 400 тирәһе кеше Аолугуя ауылында (Гэньхэ өйәҙе) йәшәй. Үҙҙәрен улар «йэкэ» тип атай, китайлылар — якутэ тиҙәр. (ҡыт. упр. 雅库特, пиньинь: Yǎkùtè или ҡыт. упр. 雅库特鄂温克, пиньинь: Yǎkùtè Èwēnkè). Сөнки, улар үҙҙәрен сахаларҙа алып барып тоташтыралар. Фин алтайсыһы Юха Янхунен әйтеүенсә, был Ҡытайҙағы берҙән-бер, болансылыҡ менән шөғәлләнеүсе этник төркөм[19];
    • хамнигандар — ныҡ монголлаштырылған төркөм. Монгол телендә — хамниган һәм эвенк теленең хамниган (иҫке - бараг) диалектында һөйләшәләр. Былар маньчжур хамнигандары. Рәсәйҙән Ҡытайға Октябрь революцияһынан һуң бер нисә йыл дауамында күсеп килгәндәр; 2500 тирәһе кеше Старобаргут хошуннда;
    • солондар — даурамдар менән бергә Зея йылғаһы басейнынан 1656 йылда Нуньцзян йылғаһы бассейнына күсеп киләләр. Аҙаҡ 1732 йылда бер өлөшө артабан көнбайышҡа китеп, Хайлар йылғаһы бассейнында урынлашалар. Унда һуңғараҡ , 9733 эвенкы булған Эвенк автоном хошуны төҙөлә. Солон диалектында һөйләшәләр. Уларҙың һөйләшен айырым тел итеп ҡарау осрай.

Хамнингандар, саха-эвенктар кеүек үк әҙ һанлы халыҡ. (тәүгеләре 2000 тирәһе[20]. икенселәре 200 тирәһе[19]) Ҡытайҙағы эвенк тип яҙылғандарҙың күбеһе солондар. Солондар 1957 йылда 7200, 1982 йылда — 18 000 һәм 1990 йылда 18 000[21].

КХР-ҙа эвенктарҙың төрлө йылдарҙағы һаны (Ҡытайҙа халыҡ иҫәбен алыу буйынса мәғлүмәттәр)[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 1953 йыл — 4,95 тыс. чел.[22]
  • 1964 йыл — 9,68 мең кеше[22]
  • 1982 йыл — 19,39 мең кеше[22]
  • 1990 йыл — 26,37 мең кеше[22]
  • 2000 йыл — 30,50 мең кеше[22]
  • 2010 йыл — 30,87 мең кеше[22]

Күренекле эвенктар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Бомбогор (1640 йылдарҙа вафат булған) — 1630-сы йылдарҙа эвенк ҡәбиләләре берекмәһенең юлбашсыһы.

Уның етәкселеге аҫтында эвенктар (солондар) маньчжурҙарҙың баҫҡынсылығына ҡаршы көрәш алып барғандар. Ваҡыты менән һуғышсыларының һаны 6000-гә еткән.

Бомбогор 1640 йылда маньчжурҙар ҡулына эләгә. Уны баш ҡалаға, маньчжурҙарҙың (циндар династияһынан) императоры Абахай Мукденға алып киләләр һәм язалап үлтерәләр.[23].

  • Кульбертинов Иван Николаевич (1917 йыл, Тяня ауылы , Олекмин улусы, Яҡутск өлкәһе — 1993 йыл, Тяня ауылы, Олекмин улусы, Яҡутия) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. 23-се айырым саңғысылар бригадаһында снайпер, 7-се Гвардиялы һауа-десант полкы, Бөйөк Ватан һуғышында иң һөҙөмтәле снайперҙарҙың береһе (487 дошман һалдаты һәм офицерҙары).
  • Увачан Василий Николаевич (25 декабрь 1917 — 7 август 1988 йй.) — КПСС Эвенк округы комитетының беренсе секретары (1948—1951 һәм 1961—1975), тарих фәндәре докторы, профессор, РСФСР- ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре. 120-нән ашыу фәнни хеҙмәттәре һәм статьялары баҫылған. Ленин ордены , Октябрь Революцияһы, ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байрағы орденадары, ВДНХ -ың ике алтын миҙалы менән бүләкләнгән. Шулай уҡ, бөтә союз «Знание» йәмғиәтенең иң юғары наградаһы — С. И. Вавилов миҙалына лайыҡ булған.
  • Оёгир Николай Константинович (15 март 1926 — 11 март 1988 йй.) — эвенк яҙыусыһы, шағир[24].
  • Немтушкин Алитет Николаевич (12.11.1939 — 04.11.2006 йй.) — эвенк яҙыусыһы[24].
  • Чапогир Олег Васильевич — композитор[25].
  • Хайланьча (ҡыт. 海兰察) (1740—1793), тыуған ере Ҡытай, (Хэйлунцзян провинцияһы), Приамурье. Эвенк милли батыры , Цин династияһы дәүеренең күренекле хәрби етәксеһе[26].
  • Гантимуровтар — рәсәйле, эвенк сығышлы кенәздәр заты .
  • Улукиткан (1871—1963) — һунарсы, эҙәрмән, Алыҫ Көнсығыштың үтеүе ҡыйын булған райондарына бик күп экспедициялар ойоштороусы, эвенк, яҙыусы-геодезист Григорий Анисимович Федосеев әҫәрҙәренең геройы.
  • Номоконов Семён Данилович (1900—1973) — Бөйөк Ватан һуғышында данлыҡлы снайперҙарҙың береһе.
  • Карамзин Павел Гаврилович — күренекле кенәздәр затынан, 1924—1925 йй. Тунгус инҡилабы етәксеһе .

Этноним[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Тунгус» атамаһы урыҫтарға XVI быуаттан уҡ таныш. Приамурьелағы «орочендарҙың» («орочел» — Охот диңгеҙе ярында) һәм Ангара янындағы «эвендарҙың» үҙ атамаһын XVII быуаттан беләләр.

«Эвенктар» этнонимы рәсми рәүештә 1930-сы йылдарҙан ғына таныла[27].

Милли кәсептәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һунарға ғәҙәттә яңғыҙ йөрөйҙәр. 2—3 кешенән төркөм эре януарға һунар иткәндә генә төҙөлә.

Йәшеренеп ултырған һунарсыға ҡалғандары ҡорбанды ҡыуып йүнәлтеү өсөн йәки ваҡ йәнлектәр яңы урындарға күсеп, йылға аша сыҡҡанда бергәләшер өсөн.

Төп маҡсат — ит өсөн һунар. Ҡиммәтле тире өсөн юл ыңғайы ғына һунар иткәндәр. Һунар ҡорамалдары булып уҡ-ян, һөңгө, элмәк, һаплы йәйә, ҡапҡан булған.

Йәнлекте эҙәрләп, һыуға төшкән һуҡмаҡтарыңда аңдып, кәмәләрҙә ҡыуып тотҡандар. Йәшеренеп яҡын килеү өсөн болан башының тиреһен ябынғандар.

Болансылыҡ эвенктарҙың тормошонда айырым урынды алып тора. Төп ҡулланылышы — транспорт сараһы. Эвенктарҙа, башлыса йөк ташыу өсөн булһа, орочондарҙа һыбай йөрөү өсөн.

Оҙайлы һунарға сығып киткән һунарсылар балыҡты уҡ һәм нурҙа ярҙамында тотҡан.

Ҡышҡыһын ҡарттар мәке аша балыҡтарҙы сәнсеп алғандар. Ә йәйгеһен кәмәлә уҡ менән тотҡандар. Ҙур булмаған йылғаларҙа йырҙа эшләп ҡамап тотҡандар. Балыҡ тотҡанда ирҙәр күмәкләп эш иткән.

Ирҙәр ағастан, һөйәктән, металдан төрлө ҡорамалдар, көнкүреш әйберҙәре етештергән.

Туҙҙан (туҙҙы ҡатындар әҙерләгән), бүрәнәне соҡоп кәмәләр, эт йәки болан егеп йөрөй торған тар оҙон саналар эшләгәндәр.

Ҡатындар тире эшкәрткән. Унан өҫ һәм аяҡ кейеме, чум өсөн япмалар теккәндәр, көнкүреш әйберҙәре эшләгәндәр. Туҙҙан ҡашығаяҡ, чум һәм кәмәләр өсөн япма етештергәндәр.

Ирҙәр ағас һәм һөйәктән эшләнгән әйберҙәренә, ҡатындар туҙҙан, тиренән эшләнгән әйберҙәргә биҙәк төшөрөргәндәр. Ҡатындар балаларын ҡарай һәм тамаҡҡа яраштыра.

Обитатели Тартарии. Николас Витсен. Тунгус (даурский) крайний справа

Монголияла эвенктар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Монголияла эвенктар өс мең генә кеше. Хамнигандар тип атала. Селенгин аймағында йәшәйҙәр.

Топонимы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Эвенктарҙың тарихи исеме — тунгустар топонимдарҙа һаҡланған: Түбәнге Тунгуска, Подкаменная Тунгуска. Бөтә донъяға билдәле Тунгус метеоритында дан алған. (Красноярск крайында) яҫы таулыҡ Тунгус платоһы тип йөрөтөлә.

Урыҫ ергиҙәрҙәре эвенктарҙан ҡайһы бер географик атамаларҙы үҙләштергәндәр: Алдан («Алдун»: ташлы яр), Йәнәсәй (Енисей), Лена (Елю-Енэ: ҙур йылға), Могоча (алтын төп йәки уба), Олёкма (Олоохунай: тейенле), Сахалин (Сахалян-улла: Ҡара йылға (Амур)), Чита (балсыҡ).

Эвенк шаманының кейеме

Эвенктарҙың административ биләмә яһалмыштары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәйҙә (2009) һәм Ҡытайҙа бар. Рәсәйҙә Красноярск крайында (элекке Эвенк автономиялы округы) Эвенк районы, Саха Республикаһының Анабар, Жиганск һәм Оленёк улустары.

Бурятияла Баунтов эвенк районы һәм Иркутск өлкәһендә, Бурятияла, Саха Республикаһында айырым ауыл биләмәләре бар.

Боронораҡ башҡа эвенк административ биләмә яһалмыштары ла булған.

Ҡытайҙа эвенк административ биләмә яһалмыштары булып Орочон һәм Эске Монголияла Эвенкия автоном хошуны тора.

Шулай уҡ, Эске Монголияла һәм Хэйлунцзянда бер нисә автоном волостар, сомондар төҙөлгән.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 39 534 эвенктан (2010 йылғы халыҡ иҫәбе) КХР -ҙа төп асылы менән эвенктар 30 875 кеше һәм орочондарҙан 8 659 кеше асыҡланған.
  2. 26 139 эвенк һәм 3 632 орочон
  3. 2 648 эвенк һәм 3 943 орочон
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 4,5 4,6 4,7 4,8 Всероссийские переписи населения 2002 2010 годов. Дата обращения: 8 август 2015.(недоступная ссылка)
  5. Ethnologue report for language code: evn
  6. Ewenki, Solon — Asia Harvest 2007 йыл 30 сентябрь архивланған.
  7. Ewenki, Tungus — Asia Harvest 2007 йыл 30 сентябрь архивланған.
  8. Шубин А. Ц. Краткий очерк этнической истории эвенков Забайкалья (XVIII—XX век). Улан-Удэ: Бурят. кн. изд-во, 1973. С. 64, 65
  9. Бирары // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  10. Эвенки 2012 йыл 3 июнь архивланған.
  11. Районы компактного проживания(недоступная ссылка)  (рус.)
  12. О ВЛАСТНОМ СТАТУСЕ ТУНГУССКОГО КНЯЗЯ ГАНТИМУРА  (рус.)
  13. Миссионерство в Сибири
  14. Тунгусский казачий полк пятисотенный  (рус.)
  15. Г. Ю. Ситнянский, О ПРОИСХОЖДЕНИИ ДРЕВНЕГО КИРГИЗСКОГО ПОГРЕБАЛЬНОГО ОБРЯДА.Печатная версия://Среднеазиатский этнографический сборник. Выпуск IV.М.,2001.С.175-180 2012 йыл 23 июнь архивланған.  (рус.)
  16. А. Н. Радищев описание Тобольского наместничества
  17. Перепись населения в Китайской Народной Республике 2010 года
  18. Всероссийская перепись населения 2002 года. Дата обращения: 24 декабрь 2009. Архивировано 21 август 2011 года. 2008 йыл 2 февраль архивланған.
  19. 19,0 19,1 Janhunen 1996, pp. 67–68
  20. Janhunen 1996, p. 52
  21. Janhunen 1996, p. 70
  22. 22,0 22,1 22,2 22,3 22,4 22,5 Ставров И. В. Тенденции демографического развития неханьских национальностей Северо-Восточного Китая (начало XXI века) // Вестник Дальневосточного отделения Российской академии наук. — 2013. — № 4 (170). — С. 148
  23. Crossley Pamela Kyle. A Translucent Mirror: History and Identity in Qing Imperial Ideology. — University of California Press, 2001. — P. 196. — ISBN 0520234243.
  24. 24,0 24,1 Литературные страницы. Эвенкийский поэт Алитет Николаевич Немтушкин
  25. :Эвенкия: Культура 2009 йыл 29 май архивланған.
  26. Lee, Robert H. G. (1970), «The Manchurian frontier in Chʼing history», Volume 43 of Harvard East Asian series, Center for East Asian Studies, Harvard University, ISBN 674-54775-6 
  27. Эвенки Забайкалья: История и современность 2008 йыл 29 июнь архивланған.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Туголуков В. А. Тунгусы (эвенки и эвены) Средней и Западной Сибири / Под ред. С. А. Арутюнов. — М.: Наука, 1985. (рус.)
  • Народы Сибири. — М.-Л., 1956. (рус.)
  • Народы России: живописный альбом, Санкт-Петербург, типография Товарищества «Общественная Польза», 3 декабря 1877, ст. 517  (рус.)
  • В. И. Цинциус. Эвенкийский язык // Языки мира: Тунгусо-маньчжурские языки. М., 1997.  (рус.)
  • Эвенки // Сибирь. Атлас Азиатской России. — М.: Топ-книга, Феория, Дизайн. Информация. Картография, 2007. — 664 с. — ISBN 5-287-00413-3.  (рус.)
  • Эвенки // Народы России. Атлас культур и религий. — М.: Дизайн. Информация. Картография, 2010. — 320 с. — ISBN 978-5-287-00718-8. (рус.)
  • Люй Гуантянь. Хайланьча — храбрый полководец эвенкийской народности периода правления Цяньлуна // Бэйфан луньцун. — Харбин, 1983. — № 5. — С. 103—107. (рус.)
  • Эвенки // Этноатлас Красноярского края / Совет администрации Красноярского края. Управление общественных связей ; гл. ред. Р. Г. Рафиков ; редкол.: В. П. Кривоногов, Р. Д. Цокаев. — 2-е изд., перераб. и доп. — Красноярск: Платина (PLATINA), 2008. — 224 с. — ISBN 978-5-98624-092-3. (рус.)
  • Иванов Андрей. В краю долгой весны/ Издание «Молодая гвардия» , 1963 год  (рус.)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]