Эстәлеккә күсергә

Бекетов Пётр Иванович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бекетов Пётр Иванович
рус. Пётр Бекетов
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ Урыҫ дәүләте
Тыуған көнө 1600[1] или 1600
Вафат булған көнө 1661[1], 1661 или 4 март 1656({{padleft:1656|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})[2]
Нәҫеле Бекетовтар[d]
Һөнәр төрө сәйәхәтсе-тикшеренеүсе

Бекетов Петр Иванович (яҡынса 1600 йыл — 1661-се йылдан һуңғараҡ[3]) — урыҫ ергиҙәре, Себерҙәге Нерчинск, Олекминск, Чита, Якутск ҡалаларына нигеҙ һалыусы.

Петр Иванович Бекетов 1624 йылда стрелецтар полкына дәүләт хеҙмәтенә инә[4]. 1627 йылда уның һорауы буйынса Себергә Йәнәсәй бастругына ебәрелә.

1628 йылда 90 кешенән торған отряд менән Түбәнге Ангаралағы тунгустарҙы баҫтырыу маҡсатында походҡа йүнәлтелә. Тунгустар 1627 йылда Максим Перфильевтың отрядына һөжүм иткәндәр. Ул ерле халыҡҡа хәрби ысулдар аша түгел, ә килешеү һәм «йомшаҡлыҡ» менән йоғонто яһарға күрһәтмә ала. Бекетов ысынлап урындағы халыҡ менән килешеүгә килә һәм Ангара үҙәндәрендә Рыбинск бастругын төҙөп, Енисейскиға яһаҡ һәм аманаттар менән әйләнеп ҡайта[3].

Яҡутстанды ҡушып алыу

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1631 йылда Бекетов ҡабаттан Енисейскиҙан алыҫ походҡа ебәрелә. Был юлы уға, 30 казакты етәкләп, Лена йылғаһына тиклем барып етергә һәм уның ярҙарында нығыныу бурысы йөкмәтелә. XVIII быуат Себере тарихын тикшереүсе Иоганн Фишер әлеге «командировканы» дәүләт өсөн байтаҡ хеҙмәт түккән кешенең һәләтлектәрен һәм ҡаҙаныштарын таныу булараҡ баһалай. 1632 йылдың яҙында Бекетовтың отряды Ленаға барып етә. Алдан йылғаһы ҡушылған урында алыҫ булмаған ерҙә казактар зиндан төҙөйҙәр, һуңынан ул Якутск тип атала. Ошонда Бекетов приказчик бурыстарын үтәп, Вилюйға һәм Алданға экспедициялар ебәрә, 1632 йылда — Жиганскиға, 1636 йылда Олекминск ҡалалрына нигеҙ һала[5].

Хеҙмәте буйынса үрләтеү

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бекетовҡа алмашҡа Иван Галкин килгәндән һуң ул Енисейскиға юллана һәм 1640 йылда ошонан Мәскәүгә 11 меңлек яһаҡ алып ҡайта. Мәскәүҙә уға стрелецтар һәм казактар башлығы чины бирелә. 1641 йылда Енисей бастругында казактар араһында башлыҡ итеп тәғәйенләнә[5].

Байкал аръяғы походы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Файл:Beketov monument Chita.JPG
Читала Бекетов3а һәм уның иптәштәренә һәйкәл

1652 йылда үҙен оҫта һәм тырыш етәксе итеп танытҡан Бекетов Байкал аръяғы бүрәттәренә табан походҡа сыға. Селенга тирәһендә ул Усть-Прорва бастругына нигеҙ һала. бынан һуң уның отряды Хилка буйлап Иргень күленә тиклем күтәрелә, унда 1653 йылда Иргень бастругы төҙөлә. Алма һырты аша сығып, тәрән көҙ көндәрендә, 53 кешенән торған отряд Ингода йылғаһы тамағына төшә. Бекетов үткән Иргендән Ингодаға тиклем юл артабан Себер трактының өлөшө була. Ингода туңған булыу сәбәпле хәҙерге Чита тирәһендә Ингода ҡышлағына нигеҙ һалына. 1654 йылдың ноябрендә Бекетов отрядынан Максим Урасов етәкселегендге 10 казак Нерча йылғаһының тамағына барып етәләр һәм унда Нелюдь бастругына нигеҙ һалалар (хәҙер Нерчинск).

Шилка бастругында Бекетов үҙенең иптәштәре менән бик ауыр ҡышты үткәрә, аслыҡтан тыш бүрәттәрҙең ҡамауынан ныҡ интегә. 1655 йылдың яҙында бүрәттәр менән мөнәсәбәттәрҙе яйға һалыуға өлгәшә һәм, аслыҡтан һәләк булмаҫ өсөн, отряды менән Амур аръяғына юллана.

Ғүмеренең һуңғы йылдары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1660 йыл Бекетов Енисейскиҙан Тубылға хеҙмәткә күсерелә, унда 1661 йылда протопоп Аввакум (уның һәм Бекетовтың араһында конфликт булып ала) һәм Юрий Крижанич менән осраша.

  1. 1,0 1,1 Pëtr Ivanovič Beketov // https://data.cerl.org/thesaurus/cnp02159753 (ингл.)Consortium of European Research Libraries.
  2. Историческая энциклопедия Сибири (урыҫ) / под ред. В. А. ЛаминНовосибирск: 2009. — ISBN 5-8402-0230-4
  3. 3,0 3,1 Вершинин Е. В. Землепроходец Петр Иванович Бекетов // Отечественная история. — 2003. — № 5. — С. 35—49. — ISSN 0869-5687.
  4. Изгачев В. Г. Русский землепроходец Петр Иванович Бекетов // Ученые записки. — Читинский гос. педагог. ин-т им. Н. Г. Чернышевского, 1959. — В. 4. — С. 79—100.
  5. 5,0 5,1 Строгова Е. А. П. И. Бекетов: страницы биографии // Якутск: история и современность (к 370-летию города) / Отв. ред. д-р ист. наук В. Н. Иванов. — Якутск: ЯФ Изд-ва СО РАН, 2002. — С. 20—24. — ISBN 5-8176-0037-4.