Сахалин

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сахалин
Рәсем
Донъя ҡитғаһы Азия
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәк Южно-Сахалинск
Административ-территориаль берәмек Сахалин өлкәһе
Сәғәт бүлкәте UTC+11:00[d]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Япон диңгеҙе һәм Северный Тихий океан[d]
Халыҡ һаны 673 100 кеше
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 1609 метр
Оҙонлоҡ 950 km
Киңлек 160 km
Майҙан 72 492 км²
Карта
 Сахалин Викимилектә

Сахали́н (элек Карафуто (япон. 樺太?)) — Азияның көнсығыш ярҙары эргәһендәге утрау. Сахалин өлкәһе составына инә. Рәсәйҙең ғәйәт ҙур утрауы. Ярҙарын Охот һәм Япон диңгеҙҙәре йыуа. Азия ҡитғаһынан Татар боғаҙы (иң тар өлөшөндә — Невель боғаҙында — киңлеге 7,3 км һәм ҡышын туңа); япондарҙың Хоккайдо утрауынан — Лаперуза боғаҙы менән айырыла.

Атамаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сахалин утрауы

«Сахалин» атамаһы Амур йылғаһының маньчжур телендәге атамаһы "Сахалян-Уллы"нан килеп сыҡҡан — тәржемәлә был һүҙ «Ҡара йылға ҡаялары» тигәнде аңлата. Картаға яҙылған был атаманы, хаталанып, Сахалинға беркетәләр, һәм карталарҙың артабанғы баҫмаларында утрау атамаһы булараҡ ҡулланыла башлай.[1][2]

Утрауҙың японса исеме — Карафуто — айн телендәге «камуй-кара-путо-я-мосир» һүҙбәйләнешенә тап килә һәм тәржемәлә «йылға тамағы аллаһы ере» тигәнде аңлата. Хәҙерге Японияла Сахарин (япон. サハリン?) исеме йышыраҡ ҡулланыла.

Тикшеренеү тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1805 йылда Рәсәйҙең Иван Федорович Крузенштерн командалығындағы «Өмөт» судноһы Сахалин ярҙарының ҙур өлөшөн тикшерә, ләкин ул Сахалинды урап сыға алмай, шуға Сахалиндың утрау йәки ярымутрау булыуы тураһындағы һорауға яуап табылмай ҡала. 1808 йылда Дэндзюро Мацуда һәм Риндзо Мамия етәкселегендәге япон экспедицияһы Сахалиндың утрау булыуын иҫбатлай. Оҙаҡ ваҡыт төрлө карталарҙа Сахалин утрау йәки ярымутрау тип билдәләнә. 1849 йылда ғына Г. И. Невельский етәкселегендәге экспедиция, «Байкал» хәрби-транспорт карабында Сахалин һәм ҡитға араһынан үтеп, был мәсьәләгә һуңғы нөктәне ҡуя. Һуңынан был боғаҙ Невельский хөрмәтенә уның исеме менән атала[3].

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Утрау меридиан буйынса көньяҡта Крильон морононан төньяҡта Елизавета моронона тиклем һуҙыла. Оҙонлоғо — 948 км, киңлеге —26 километрҙан (Поясок муйыны) 160 километрға тиклем (Лесогорский ауылы киңлегендә), майҙаны — 76,6 мең км².

Сахалин утрауының1885 йылда эшләнгән картаһы

Рельефы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Утрау рельефы уртаса бейеклектәге тауҙарҙан, убалар һәм уйһыу тигеҙлектәрҙән тора. Утрауҙың көньяҡ һәм үҙәк өлөшөнә тау рельефы хас, һәм ике тау системаһы — Көнбайыш Сахалин (бейеклеге 1327 метрға етә — Онор тауы) һәм Көнсығыш Сахалин (бейеклеге 1609 метрға етә — Лопатин тауы) Тымь-Поронайский уйһыулығы менән бүленгән. Утрауҙың төньяғы (Шмидт ярымутрауынан башҡа) һөҙәк убалы тигеҙлектән ғибәрәт.

Утрау ярҙары телгеләнмәгән тип әйтерлек; эре ҡултыҡтар — Анива менән Терпения (көньяҡҡа табан киң итеп асылған) ярашлы рәүештә утрауҙың көньяғында һәм үҙәк өлөшөндә урынлашҡан. Яр һыҙатында ике эре ҡултыҡ һәм дүрт ярымутрау бар.

Сахалин рельефы түбәндәге 11 районға бүленә:

  1. Шмидт ярымутрауы (1,4 тыс. км² тирәһе) — утрауҙың төньяҡ сигендә таулы Көнбайыш һәм Көнсығыш һырттары булған ярымутрау бар; иң юғары нөктәһе — Өс Ағайлы-Ҡустылы тауы (623 м); Охинский муйыны уны Төньяҡ Сахалин тигеҙлеге менән тоташтыра, иң тар урынында муйындың киңлеге 6 километрҙан саҡ ҡына артығыраҡ;
  2. Төньяҡ Сахалин тигеҙлеге (28 мең. км² самаһы) — һөҙәк убалы территория Шмидт ярымутрауынан көньяҡҡа табан йылға улаҡтары менән телгеләнгән, ҙур булмаған тау һыттары бар, төньяҡта Байкал ҡултығынан көньяҡта Ныш и Тымь йылғалары ҡушылған урынға тиклем һуҙыла, юғары нөктәһе — Даахуриа тауы (601 м); утрауҙың төньяҡ-көнсығыш яр буйы айрым төбәк булып бүленә, унда эре диңгеҙ ҡултыҡтары (Пильтун, Чайво, Ный, Набиль, Лунь) бар, Охот диңгеҙенең ошо шельфында Сахалиндың төп нефть һәм газ ятҡылыҡтары урынлашҡан.
  3. Көнбайыш Сахалин тауҙары төньяҡтан Хоэ сопкаһы киңлегенән (51° 19' с. ш.) 630 километрға утрауҙың көньяҡ сигендәге Крильон ярымутрауына тиклем һуҙыла; тауҙарҙың уртаса киңлеге — 40—50 км, иң киң урыны (Ламанон мороно киңлегендә) — 70 км тирәһе; үҙәк өлөшөндә Камышовый (Поясок муйынынан төньяҡтараҡ) һәм Көньяҡ Камышовый һырттары;
  4. Тымь-Поронайский уйһыулығы утрауҙың уртаһында урынлашҡан һәм меридиаль йүнәлештә 250 километрға һуҙыла — көньяҡтан Терпения ҡултығына төньяҡтан Тымь һәм Ныш йылғалары ҡушылған урынға тиклем;
  5. Сусунай уйһыулығы утрауҙың көньяғында урынлашҡан һәм көньяҡтан Анива ҡултығынан төньяҡтағы Найба йылғаһына тиклем 100 километрға һуҙыла; Көньяҡ Сахалинск, Анива, Долинск ҡалалары Суснай уйһыулығында ултыра һәм был ҡалаларҙы утрау халҡының яртыһы тип әйтерлек йәшәй;
    Лопатин тауы, Пиленгский һыртынан төшөрөлгән
  6. Көнсығыш Сахалин тауҙары төньяҡта Лопатин тауҙарынан башлана (Лопатин тауҙарының иң юғары нөктәһе — Лопатин тауы, 1609 м);
  7. Терпения ярымутрауы уйһыулығы — иң бәләкәй район, Терпения ярымутрауының бик ҙур өлөшөн биләй;
  8. Сусунай һырты төньяҡтан көньяҡҡа табан 70 километрға һуҙылған һәм киңлеге 18—120 км; юғары нөктәләре— Пушкин тауы (1047 м) һәм Чехов сусағы (1045 м); тау итәгендә Көнсығыш Сахалинск ҡалаһы ята;
  9. Корсаков яйлаһы көнбайыштан Сусунай уйһыулығы, төньяҡтан — Сусунай һырты, көнсығыштан — Муравьёв уйһыулығы, көньяҡтан — Анива ҡултығы менән сикләнә; Анива ҡултығында Корсаков ҡалаһы урынлашҡан;
  10. Муравьёв уйһыулығы (на илл.) Анива ҡултығы һәм Мордвинов араһында урынлашҡан; уйһыулыҡта күлдәр күп;
  11. Тонино-Анива һырты Свободный морононан Анива моронона тиклем 90 километрға тип әйтерлек һуҙыла, юғары нөктәһе — Крузенштерн тауы (670 м);
Файл:Охотское море.jpg
Йылы күлдәр районындағы маяҡ янында бейек ярҙан Охот диңгеҙе күренеше

Климаты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Углегорский районында Ламанон мороно

Сахалин климаты — уртаса муссон климатына тап килә (ғинуарҙа уртаса температура — көньяҡта — 6° С-ҡа тиклем, төньяҡта — 24° С , августа — ярашлы рәүештә +19° С һәм +10°С), ҡарлы һыуыҡ ҡыш һәм уртаса йылы йәй.

Климатҡа түбәндәге факторҙар йоғонто яһай:

  1. Утрауҙың Урта киңлектең 46° һәм 54°-тары араһында ятыуы төньяғында ҡояш радиацияһының 410 кДж/йылдан көньяҡта 450 кДж/йылға тиклем килеүе уның географик урынын билдәләй.
  2. Ҡышын һауа торошо күбеһенсә Себер антициклоны һөҙөмтәһендә үҙгәрә: был ваҡытта төньяҡ һәм төньяҡ-көнбайыш елдәре иҫә, айырыуса утрауҙың уртаса континенталь микроклимат булған үҙәк өлөшөндә ҡаты һыуыҡтар тороуы ихтимал. Шул уҡ ваҡытта көньяҡтан көслө һәм йыш була торған бурандары менән ҡышҡы циклон килә ала. Мәҫәлән, 1970 йылдың ҡышында өлкәне уғата мул ҡарлы циклондар ҡаплай, өҫтәүенә күп һанда ҡар шыуышмалары юлдарҙы быуа. Үтә көслө елдең тиҙлеге ваҡыты менән до 50 м/секундҡа етә, ҡар 3-2 тапҡырға күберәк яуа, урыны менән был күрһәткес 6—8 метрға етә. Бурандар бөтә төр транспорттың, диңгеҙ порттарының, сәнәғәт предприятиеларының эшен туҡтата.
  3. Утрау Евразия ҡитғаһы һәм Тымыҡ океан араһында ята, шуға ла уның климатына муссон характеры хас. Һөҙөмтәлә Сахалинда йәй дымлы, йылы һәм ямғырлы. Йәй июндә башлана һәм сентябрҙә тамамлана.
    Охотское море
  4. Таулы рельеф елдең йүнәлешенә һәм тиҙлегенә йоғонто яһай.
  5. Йәйгеһен Япон диңгеҙенән килгән йылы Цусим ағымы һәм Охот диңгеҙенең һыуыҡ Көнсығыш Сахалин ағымы утрауҙың көнбайыш һәм көнсығыш яр буйҙарында һауа торошоноң контрас хәлендә булыуына килтерә.
  6. Һыуыҡ Охот диңгеҙе утрау климатына гигант термокөйләгес кеүек тәьҫир итә: яҙ һыуыҡ һәм оҙон, ә көҙ үтә йылы була: ҡайһы бер йылдарҙа Көньяҡ Сахалинскиҙа май айы урталарына тиклем ҡар ята (1961 йылда 1 июндә көслө ҡар яуа), ә бына көҙөн ҡала урамдарындағы сәскә түтәлдәре ноябрь урталарына тиклем тиклем шау сәскәлә ултыра.

Эске һыуҙары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сахалиндың эре йылғалары:

Йылға Административ район) Ҡайҙа ҡоя Оҙонлоғо, км Майҙаны, км² Уртаса йыллыҡ һыу тотоноу, м³/с
Поронай Тымовский, Смирныховский, Поронайский Охот диңгеҙенең Терпения ҡултығы 350 7990 120[4]
Тымь Тымовский, Ногликский Охот диңгеҙенең Ныйский ҡултығы 330 7850 89[5]
Найба Долинский Охот диңгеҙе 119 1660
Лютога Холмский, Анивский Охот диңгеҙенең Анива ҡултығы 130 1530
Вал Ногликский Чайво ҡултығы Охот диңгеҙенең 112 1440
Айнская Томаринский Айна күле 79 1330
Ныш Ногликский Тымь йылғаһы (һул ҡушылдыҡ) 116 1260
Углегорка (Эсутору) Углегорский Япон диңгеҙенең (Татар боғаҙы) 102 1250
Лангери (Лангры) Охинский Охот диңгеҙенең Амур лиманы 130 1190
Большая Охинский Охот диңгеҙенең Сахалин ҡултығы 97 1160
Рукутама (Витница) Поронайский оз. Невское 120 1100
Оленья Поронайский Охот диңгеҙенең Терпения ҡултығы 85 1080
Лесогорка (Таймыр) Углегорский Япон диңгеҙенең (Татар боғаҙы) 72 1020
Набиль Ногликский Охот диңгеҙенең Набильский ҡултығы 101 1010
Кесе Тымь Тымовский Тымь йылғаһы (һул ҡушылдыҡ) 66 917
Леонидовка Поронайский Поронай йылғаһы (уң ҡушылдыҡ) 95 850
Сусуя Южно-Сахалинск, Анивский Охот диңгеҙенең Анива ҡултығы 83 823

Сахалинда 16 120 күл бар, уларҙың дөйөм майҙаны 1000 км² тирәһе. Күберәген төньяҡта һәм көньяҡ- көнсығышта урынлашҡандар. Сахалинда ике ҙур күл бар: Невский күле, майҙаны 178 км² (Поронай районы, Поронай йылғаһы тамағына яҡын урынлашҡан) һәм Тунайча (174 км²) (Корсаков районы, Муравьёв уйһыулығының төньяғында); ике күл дә лагуна тибына ҡарай[6].

Тәбиғи ресурстары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сахалиндың тәбиғи ресурстар потенциалы бик юғары. Сахалин биологик ресурстар запасы буйынса Рәсәйҙә беренсе урындарҙың береһен биләй, бынан тыш углеводородтар һәм күмер запастары ғәйәт ҙур. Сахалин өлкәһе тикшерелгән газ конденсаты запастары күләме буйынса Рәсәйҙә 4-се, газ — 7, күмер — 12-е (н илл.) һәм нефть — 13-сө урында тора. Шул уҡ ваҡытта файҙалы ҡаҙылма байлыҡтар запасы Сахалинда һәм уның шельфтарында урынлашҡан. Башҡа тәбиғи ресурстар араһында — ағас, алтын, терегөмөш, ағалтын, германий, хром, талка, цеолит бар.

Флора һәм фауна[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Флора менән фауна ҡитға райондары һәм яҡындағы Хоккайдо утрауы менән сағыштырған ярлыраҡ.

Флора[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сахалиндың флористика тарихын өйрәнеүҙе 1859 йылда Федор Богданович Шмидт башлай.[7]

Фауна[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Утрауҙа 44 төргә ҡараған һөтимәрҙәр тереклек итә, шуларҙың иң билдәлеләре — айыу, кеш, ҡама, америка шәшкеһе, төньяҡ боланы, росомаха, кабарга, бында айырым төрсәләргә индерелгән янутҡа оҡшаш урман эте, сивуч һәм башҡа йәнлектәр бар. Сахалин териофаунаһының яртыһы тип әйтерлек — кимереүселәр.

Сахалинда ҡоштарҙың 378 төрө теркәлгән; шуларҙың 201-е (53,1 %) утрауҙа оя ҡора. Утрауҙың көньяҡ өлөшөндә 352 төр, үҙәк өлөшөндә 320, төньяғында 282 төр ҡош булыуы теркәлгән. Оя ҡорған ҡоштарҙың 88 төрө турғай һымаҡтар класына ҡарай; бынан тыш авифаунала сәпсәү һымаҡтар класына ҡарағандарҙың өлөшө ҙур ғына (оя ҡорғандарҙы 33 төрө), ҡаҙ һымаҡтар (22 төрө), ябалаҡ һымаҡтар һәм көндөҙгө йыртҡыс ҡоштар (11-әр төрө).

Ҡыҙыл балыҡ (горбуша) Мордвинов ҡултырығына ҡойған исемһеҙ йылғаға ыуылдырыҡ сәсергә килә

Халҡы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сахалин — Рәсәйҙкң халыҡ һаны буйынса иң ҙур утрауы. 2010 йылдың 1 ғинуарына Сахалинда һәм Курил утрауҙарында халыҡ һаны 510,9 мең кешегә еткән[8], Сахалин утрауында халыҡ һаны 493 мең кеше тәшкил итә.

Көньяҡ Сахалинск
Муниципаль берәмектәр буйынса халыҡ һаны (2016 йылдың 1 ғинуарына ҡарата, кеше):
Район Бөтәһе

население

%% халыҡтың дөйөм һанынан Ҡала халҡы Ауыл халҡы
Южно-Сахалинск ҡала округы 200 739 42,87 193 669 7070
Александровск-Сахалинск ҡала округы 11 523 2,46 9697 1826
Анива ҡала округы 18 872 4,03 9396 9476
городской округ Долинский ҡала округы 24 434 5,22 11 751 12 583
Корсаков ҡала округы 40 183 8,58 33 056 7127
Макаровский ҡала округы 8257 1,76 6753 1504
Невельский ҡала округы 15 751 3,36 10 589 5162
Ногликск ҡала округы 11 327 2,42 9915 1412
Охинск ҡала округы 23 169 4,95 21 081 2088
Поронай ҡала округы 21 950 4,69 17 066 4884
городской округ Смирныховский ҡала округы 12 097 2,58 7292 4805
Томаринский ҡала округы 8172 1,75 3858 4314
городской округ Тымь ҡала округы 14 702 3,14 7424 7278
Холмск ҡала округы 38 371 8,20 28 521 9850
Углегор муниципаль районы 18 677 3,99 16 109 2568
Сахалин утрауы халҡы тотош алғанда: 468 224 100,00 386 177 81 947

Власть органдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сахалин утрауы менән Баш идаралыҡ аша Приамурский генерал-губернаторы идара итә; урындарҙа — хәрби губернатор; 1894 йылдың 30 майына тиклем һуңғы губернатор утрау начальнигы вазифаһында эшләй.

Утрау начальниктары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ф. И. О. Титулы, чины, званиеһы Вазифала эшләгән ваҡыты
Гинце Андрей Иванович генерал-майор
14.06.1884—21.02.1888
Кононович Владимир Иосифович генерал-майор
21.02.1888—05.06.1893
Мерказин Владимир Дмитриевич генерал-майор
20.06.1893—30.05.1894

Хәрби губернаторҙар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ф. И. О. Титулы, чины, званиеһы Вазифала эшләгән ваҡыты
Мерказин Владимир Дмитриевич генерал-майор
30.05.1894—03.05.1898
Ляпунов Михаил Николаевич генерал-лейтенант
08.05.1898—31.01.1906

Хәрби губернатор ярҙамсыһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ф. И. О. Титулы, чины, званиеһы Вазифала эшләгән ваҡыты
Бунге Фридрих Фридрихович надворный советник
01.08.1902

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҡтисады[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йәшәү кимәле[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Аҡсалата килемдәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шулай уҡ ҡара[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Список островов по площади
  • Сахалинский тоннель

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Луцкий С. Л. Остров Сахалин 2014 йыл 14 июль архивланған.
  2. Чехов А. П. Остров Сахалин
  3. Полевой Б. П. Страны и народы Востока / Под общей редакцией Ольдерогге Д. А.. — М.: Наука, 1968. — С. 68—85. — 264 с.
  4. [ Поронай] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
  5. [ Сахалин] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
  6. В. С. Лабай, И. А. Атаманова, Д. С. Заварзин, И. В. Мотылькова, О. Н. Мухаметова, В. Д. Никитин. Водоёмы острова Сахалин: от лагун к озерам / Г. В. Матюшков. — Государственное бюджетное учреждение культуры «Сахалинский областной краеведческий музей». — Южно-Сахалинск: Сахалинская областная типография, 2014. — С. 8,10,13. — 208 с. — 500 экз. — ISBN 978-5-900334-71-4.
  7. Петухов А. В., Кордюков А. В., Баранчук-Червонный Л. Н. Атлас сосудистых растений окрестностей Южно-Сахалинска // В кн.: Введение. (ISBN 978-5-904209-05-6) — Южно-Сахалинск: Эйкон, 2010. — С. 9
  8. Численность населения Сахалина и Курил составляет 510,9 тыс. человек. 03.02.2010. Статистика. Южно-Сахалинск. Сахалин. Инфо

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фәнни-популяр

  • Александров С. М. Остров Сахалин. — М.: Наука, 1973. — 183 с.
  • Василевский А. А. Каменный век острова Сахалин. — Южно-Сахалинск: Сахалинское книжное издательство, 2008. — 411 с.
  • Исаченко А. Г., Шляпников А. А. Сахалин // Природа мира: Ландшафты. — М.: Мысль, 1989. — 504 с.
  • Южная часть Дальнего Востока. — М.: Наука, 1969. — 422 с.

География

  • Атлас Сахалинской области. — М.: ГУГК при СМ СССР, 1967. — 135 с.
  • Справочник по физической географии Сахалинской области / Сост. З. Н. Хоменко. — Южно-Сахалинск: Сахалинское книжное издательство, 2003. — 112 с.

Флора һәм фауна

  • Баркалов В. Ю., Таран А. А. Список видов сосудистых растений острова Сахалин // Растительный и животный мир острова Сахалин (Материалы Международного сахалинского проекта). Часть 1. — Владивосток: Дальнаука, 2004. — С. 39—66.
  • Красная книга Сахалинской области: Животные. — Южно-Сахалинск: Сахалинское книжное издательство, 2001. — 190 с.
  • Красная книга Сахалинской области: Растения. — Южно-Сахалинск: Сахалинское книжное издательство, 2001. — 348 с.
  • Нечаев В. А. Птицы острова Сахалин. — Владивосток: ДВО АН СССР, 1991. — 748 с.
  • Нечаев В. А. Обзор фауны птиц (Aves) Сахалинской области // Растительный и животный мир острова Сахалин (Материалы Международного сахалинского проекта). Часть 2.. — Владивосток: Дальнаука, 2005. — С. 246—327.
  • Определитель высших растений Сахалина и Курильских островов / Д. П. Воробьёв, В. Н. Ворошилов, Н. Н. Гурзенков, и др.. — Л.: Наука, Ленингр. отд., 1974. — 372 с.
  • Гриценко О. Ф. Проходные рыбы острова Сахалин (систематика, экология, промысел). — М., 2002.

Тарих

  • Козырева Р. В. Древний Сахалин. — Л.: Наука, 1967. — 120 с.
  • История Сахалина и Курильских островов с древнейших времён до начала XXI столетия: Учебное пособие для студентов высших учебных заведений региона по специальности «История» / М. С. Высоков, А. А. Василевский, А. И. Костанов, М. И. Ищенко. — Южно-Сахалинск: Сахалинское книжное издательство, 2008. — 712 с.
  • История Сахалинской области с древнейших времён до наших дней. — Изд. 3-е, перераб. и дополн. / М. С. Высоков, В. А. Голубев, Н. И. Колесников и др.. — Южно-Сахалинск: Сахалинское книжное издательство, 1995. — 272 с.

Нәфис әҙәбиәт

  • Чехов А. П. Остров Сахалин.
  • Пикуль В. С. Каторга.
  • Свечин Н. Мёртвый остров

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]