Эстәлеккә күсергә

Хоккайдо

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Хоккайдо
яп. 北海道
Хоккайдо утрауы
Хоккайдо утрауы
Характеристики
Майҙаны83 400 км²
Иң бейек нөктәһе2290 м
Халҡы5 500 000 чел. (2010)
Урынлашыуы
43°04′ с. ш. 141°54′ в. д.HGЯO
Йыуыусы акваториларОхот диңгеҙе, Япон диңгеҙе, Тымыҡ океан
ПрефектураХоккайдо
Япония
Красная точка
Хоккайдо
 Хоккайдо Викимилектә

Хокка́йдо (япон. 北海道Хоккайдо:?, «Төньяҡ диңгеҙ губернаторлығы»), элегерәк Эдзо тип йөрөтөлгән, иҫке урыҫ транскрипцияһында Иессо, Иеддо, Иедзо — Японияла ҙурлығы буйынса икенсе утрау. 1859 йылға тиклем идара иткән феодаль кланының Мацумаэ исеме менән йөрөтөлгән.

Ферма

Хоккайдо Японияның төньяғында урынлашҡан. Башҡа дәүләттәр менән сағыштырғанда, Америка, Европаның иң ҙур ҡалалары менән бер рәттә. Утрауҙың төньяҡ яры Охот диңгеҙе һыуы менән йыуыла, Рәсәйҙең Алыҫ Көнсығыш ярына ҡарай. Хоккайдо еренең бер тигеҙ өлөшөн тауҙар һәм тигеҙлек биләй. Иң юғары бейеклек — Асахи тауы (2290 м). Утрауҙың көнбайышында Исикари йылғаһы буйлап (оҙонлоғо 265 км) шул уҡ исемле үҙән урынлашҡан, көнсығышта — Токати йылғаһы буйында (156 км) — тағы бер үҙән. Хоккайдоның көньяҡ өлөшөндә Осима ярымутрауы, уны Сангар боғаҙы Хонсю утрауынан айыра. Был утрауҙар араһындағы диңгеҙ аҫтында Сэйкан тимер юл туннеле үтә.

Хоккайдо утрауының спутниктан һүрәте. 2003 й., ғинуар

Утрауҙа Японияның көнсығыштағы ситке нөктәһе — Носаппу-Саки мороно урынлашҡан. Шулай уҡ унда Японияның ситке төньяҡ нөктәһе лә — Соя мороно бар.

Хоккайдоның иң ҙур ҡалаһы һәм шул уҡ исемле префектураның административ үҙәге — Саппоро.

Хоккайдо климаты, Японияның башҡа ерҙәренә ҡарағанда, күпкә һалҡыныраҡ. Йылдың уртаса температураһы +8 °C. Тымыҡ океандың яҡынлығы йыл эсендә утрауҙа ҡояшлы көндәрҙең уртаса һаны — 17, йәйгеһен — 149 ямғырлы көн, ҡышҡыһын 123 ҡарлы көн булыуҙа күренә. Яуым-төшөмдәргә ҡарамаҫтан, Хоккайдола йәй, илдең башҡа төбәктәренә ҡарағанда, ҡорораҡ, ә ҡыш — һыуығыраҡ. Японияла утрау «киҫкен Төньяҡ» тип һанала, сөнки климат Европаныҡынан ныҡ айырыла.

Хоккайдо утрауы ере урмандар менән ҡапланған. Күбеһенсә шыршы, аҡ шыршынан торған ылыҫлы урмандар, сауҡалығында — ҡуйы бамбук ҡыуаҡлыҡтары. Бейеклектә эрбет, ҡайын урмандары, ҡыуаҡлыҡтар, көньяҡтан япраҡлы ағастар үҫә. Утрауҙа кеш, аҫ, йәтсә, һоро айыу, төлкө осрай. Хоккайдо айыуҙары ажар холҡо менән айырыла[1].

Сикоцу күле

Тарихҡа тиклем һәм боронғо замандар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хоккайдо утрауында табылған иң боронғо ҡомартҡылар һуңғы палеолит осорона тап килә. Таш ярсыҡтарҙы тәүтормош кешеһе 25-20 мең йыл элек яһаған. Улар Титосе ҡалаһының Сюкюбай-Санкакуяма[2] тау туҡталышында, Камисихоро ҡасабаһының Симаки[3] туҡталышында табыла. 15-12 мең йыл элек, мезолит дәүерендә, Хоккайдола таш асалаҡтарын эшләү техникаһы тарала, быға микролит ҡоралдары мәҙәниәтенең барлыҡҡа килеүен бәйләйҙәр. Ошо уҡ ваҡытта утрауҙа йәшәүселәр ян һәм уҡты ҡулланырға өйрәнә.

Хоккайдола керамиканың барлыҡҡа килеүен б.э.т. 8 мең йыллыҡ менән бәйле. Уны Дзёмон мәҙәниәте һынландыра. Б.э.т. 3-2 мең йыллыҡта Хоккайдо кешеләре күршеләре Хонсюнан ҡупшы Камегаока[4] стилен отоп ала, урындағы стилдәр алмашына.

Хоккайдола шарлауыҡ

Беҙҙең эра сигендә Хоккайдо кешеләре һунарсылыҡ, йыйнау менән шөғөлләнә, ярым ултыраҡ була, Дзёмон мәҙәниәте йолаларын тота. Уларҙы пост-дзёмондар тип атайҙар. 3-4 быуат эсендә, көньяҡ күршеләренән күреп, Хоккайдолар тимер ҡорал ҡулланып, аҫыл таштарҙан биҙәүестәр яһай башлайҙар.

7 быуаттан алып Хоккайдоның төньяҡ-көнсығыш райондары (Охот диңгеҙе яры ерҙәре), Охот культураһы йоғонтоһона эләгә. Был культураға таш, тимер, һөйәктән яһалған эш ҡоралдары ҡулланыу хас. Табылған ҙур ауыл, боронғо ҡәберлек Моёро[5] ултырағында (Абасири ҡалаһы ерендә) табылған. Охот культураһының иң һуңғы ҡомартҡылары IX быуаттан.

8 быуатта пост-дзёмондар культураһы нигеҙендә Сацумон мәҙәниәте барлыҡҡа килә. Уны прото-айндар тип йөрөтәләр. Улар һунарсылыҡ, йыйнау, шулай уҡ ябай игенселек менән булыша, ҡоралдарын күбеһенсә тимерҙән яһай. Прото-айндар төньяҡта — күршеләре нивхтар, япондар менән көньяҡта һатыулаша. Япондар Хоккайдо һәм эргә-тирәләге кешеләрен «эдзо» (варварҙар) атамаһы менән, дәүләттәрен — «Эдзо утрауы»[6], «Эедзоның мең утрауы»[7] йәки «Утрау арьяғы»[8] тип йөрөтә. Һатыулашыуҙың үҙәге булып япон төбәге Тохокуның Дэва провинцияһы тора.

Осима ярымутрауының көньяҡ-көнбайышында 1604 йылда Мацумаэ феодаль кенәзлеге урынлаша, ул бөтә утрауҙы биләп ала. Ул ваҡытта утрау Эдзо тип атала, урындағы халыҡ айндарҙан тора, япондар уларҙы ике быуаттан ашыу буйһондорорға тырыша. 17121713 йылда, 1710 йылғы дауыл алып килеү сәбәпле, Камчаткаға эләккән айндар һәм япондар һөйләүенән, Хоккайдо утрауының һүрәтләүен казак Иван Петрович Козыревский[9] яһай. 1779 йылдың яҙында Антипин һәм Шабалин етәкселегендә урыҫ диңгеҙселәре Хоккайдо ярҙары яғына юллана. 24 июндә Ноткомо гаваненә инеп, унда йәшәгән айндарҙан яһаҡ йыйып, Рәсәй подданыйлығына 1500 кеше ҡабул итә[10]. Был хәл япондарҙы ризаһыҙлығына килтерә[11]. 1792 йылдың көҙөндә Адам Лаксман башлығы аҫтында Рәсәй экспедицияһы, япондарҙың айндар менән һатыулашыуҙы тыйыуға ҡарамаҫтан, Хоккайдоның төньяғына барып сыға[12].

Хоккайдоның тәбиғәте

1868—1869 йылдарҙа утрауҙа сёгунат яҡлылары Эдзо Республикаһын төҙөй, республика ҡолатылғас, утрау Хоккайдо исемен ала. 1869 йылда Япония Хөкүмәте «Хоккайдоны колонизациялау идаралығын» төҙөй.

Административ бүленеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Административ яҡтан Хоккайдо утрауы 14 округҡа бүленгән:

  • Абасири;
  • Ибури;
  • Исикари;
  • Камикава;
  • Кусиро;
  • Немуро;
  • Осима;
  • Румои;
  • Сирибеси;
  • Сорати;
  • Соя;
  • Токати;
  • Хидака;
  • Хияма.
Акан күле
  • Васильевский Р. С. По следам древних культур Хоккайдо. — М.: Наука, 1981. — 176 с. — (Страны и народы). — 67 000 экз.
  1. Natural Enemies: People-Wildlife Conflicts in Anthropological Perspective (European Association of Social Anthropologists): John Knight: 9780415224413: Amazon.com: Books. Дата обращения: 3 февраль 2013. Архивировано 11 февраль 2013 года.
  2. япон. 祝梅三角山遺跡
  3. япон. 嶋木遺跡
  4. япон. 亀ヶ岡式土器
  5. япон. 最寄遺跡
  6. япон. 蝦夷ヶ島
  7. япон. 蝦夷ヶ千島
  8. япон. 渡島
  9. Нечаев А. Покорение мохнатых. // Вокруг Света.— №1 (ғинуар 2002). Дата обращения: 21 сентябрь 2015.
  10. Курильские острова в истории русско-японских отношений. История России. Российская империя. Дата обращения: 3 февраль 2013. Архивировано 7 февраль 2013 года.
  11. Курильские острова. Их открытие и присоединение к России (1711—1778 гг.). // МИД РФ.— 12.01.2012. Дата обращения: 3 февраль 2013. Архивировано 11 февраль 2013 года.
  12. Широкорад.