Ҡадир Ғәли
Ҡадир Ғәли | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Себер ханлығы Ҡасим ханлығы |
Тыуған көнө | 1530 или 1535 |
Вафат булған көнө | 1605 или 1607 |
Һөнәр төрө | тарихсы, дәүләт эшмәкәре |
Ҡадир Ғәли, Ҡадир-Ғәлибәк Жалайырлы (XVI быуат уртаһы — XVII быуат башы)[1], Себер һәм Ҡасим ханлыҡтарында батша шағиры, яҙыусы. Сығышы менән Жалайыр ҡәбиләһенән[1] (Qadırğalï Jalayir / Жалайыр Қадырғали, ҡушаматы Ҡарачи) — ҡаҙаҡ йылъяҙмасыһы, XVI—XVII быуаттарҙа йәшәгән сәйәси эшмәкәр.
Себер ханы Күсемгә хеҙмәт итә. XVI быуаттың 70—80-се йылдарында Себер ханлығында карачибәк булған. Ермакка ҡаршы һуғышҡан[1] 1587 йылда урыҫтарға әсиргә төшә. Артабан 1600—1610 йылдарҙа Ҡасим ханы Ураҙ-Мөхәммәт хан һарайында бәк була. 1602 йылда ул «Жәмиғәт- тәуарих» (йылъяҙмалар йыйынтығы) тарихи трактатын яҙған. Китап Рәшит әт-Диндең ошо уҡ исемле хеҙмәтенең ҡыҫҡартылған вариантынан һәм бер нисә дастандан торған оригиналь өлөштән ғибәрәт. Йылъяҙма XV—XVI быуаттарҙа Дәште-и-Ҡыпсаҡтағы ваҡиғаларҙың урындағы татар-нуғай версияһын бирә. Татар тексы 1854 йылда И. Н. Березин (Көнсығыш тарихсылары китапханалары, 2 том, 1 бүлек) тарафынан баҫтырылған. Әлеге әҫәр М. А. Усманов тарафынан (Усманов М. А. XVII—XVIII быуаттарҙағы татар тарихи сығанаҡтар, Ҡазан, 1972) өйрәнелгән.
Тормош юлы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡадир Ғәлиҙең ата-бабалары ҡараханиҙар заманынан алып хан нояндары, вәзирҙәр, батырҙар булған. Уның атаһы — Ҡасим хан, ә ҡартатаһы — Тәмшыҡ батыр. Ҡадир Ғәли Жалайырлы хаким һарайы ҡарамағындағы хан кәңәшсеһе һәм хан нәҫеле тәрбиәсеһе вазифаларын башҡарған.
Ҡадир Ғәли ханда хеҙмәттә булған саҡта уның кәңәшсеһе ролен үтәй, ҡағыҙ эштәрен алып бара, йәш солтандарҙың тәрбиәһе менән шөғөлләнә. Уның ҡартатаһы, атаһы һәм үҙе лә хан һарайында хеҙмәт итеүе 15-16 быуаттарҙағы Ҡаҙаҡ ханлығы тураһында тарихи әҫәр яҙыуға мөмкинлек бирә.
Ун йылдан ашыу Ҡадир Ғәли Жалайырлы һәм Ураҙ-Мөхәммәт Рәсәйҙә Мәскәү батша һарайында үткәрәләр. XVI быуаттың 90сы йылдарында Ураз-Мөхәммәт күп тапҡыр походтар һәм һарай тантаналары ҡатнашыусы булараҡ телгә алына. 1600 йылда Борис Годунов уны Ока йылғаһындағы Ҡасим ханлығы батшаһы итеп тәғәйенләй. Ҡадир Ғәли Жалайырлы уның баш вәзире итеп һайлана. Ошо осорҙа, 1600 йылда, Ҡадир Ғәли үҙенең данлыҡлы «Йылъяҙмалар йыйынтығы» китабын яҙа. Академик Рабиға Сыздыҡова «Йылъяҙмалар йыйынтығы» китабы буйынса ҙур ғилми монография яҙған һәм Ҡадир Ғәли Жалайырлыны ҡаҙаҡ яҙма әҙәби теле нигеҙен һалыусы тип һанай.
Мираҫы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тарихсы булараҡ Ҡадир Ғәли халыҡҡа бик ҡиммәтле тарихи хеҙмәт ҡалдырған. «Жәмиғәт — тәуарих» — «Йылъяҙмалар йыйынтығы» — XIII—XV быуаттарҙа Ҡаҙағстанда һәм Урта Азияла булып үткән хәл-ваҡиғаларҙы һүрәтләгән тарихи әҫәр. Китап төп нөсхәнән һәм тәржемәнән (Рәшит әт-диндең шул уҡ исемле китабының 1‑се өлөшөнөң фарсы теленән төрки теленә ҡыҫҡаса ирекле тәржемәһе) тора. Һуңғы өлөшөнә Иҙеүкәйгә, Сыңғыҙхан нәҫелдәре Ырыҫ, Туҡтамыш, Тимер‑Ҡотло, Хажи‑Гәрәй, Хажи‑Мөхәммәт, Әбелхәйер, Йәдкәр, Ураҙ‑Мөхәммәткә арналған туғыҙ дастан индерелгән: атап әйткәндә, Алтын Урҙаның тарҡалыуы, Ҡазан ханлығының, Нуғай Урҙаһының, Себер ханлығының барлыҡҡа килеүе менән бәйле ваҡиғалар һүрәтләнгән. Әҫәрҙең теле образлылығы, шиғрилығы менән айырылып тора. Ҡадир Ғәлиҙең автографы табылмаған, 17 быуат һәм 18 быуат менән билдәләнгән ике ҡулъяҙма күсермәһе әлеге ваҡытта ЛДУ‑ның һәм Ҡазан университетының фәнни китапханаларының көнсығыш бүлектәрендә һаҡлана[1].
Китап ҡаҙаҡ-сағатай ҡатнаш телендә яҙылған, унда хәҙерге ваҡытта ла ҡаҙаҡ телендә ҡулланылған халыҡ әйтемдәре һәм мәҡәлдәре киң файҙаланған. Шокан Уалиханов баһалауынса, Жалайырлының әлеге хеҙмәте — Ҡаҙағстан тарихы буйынса мөһим сығанаҡтарҙың береһе, ҡаҙаҡтар тураһында мәғлүмәттәр тулылығы буйынса тәүге урындарҙың береһен биләй. Ҡадир Ғәли Жалайырлы саф ҡаҙаҡ телендә яҙма әҫәрҙәргә нигеҙ һалыусы тип иҫәпләнә.
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Талдыҡорғанда Ҡадир Ғәли Жалайырға һәйкәл ҡуйылды.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 ҠАДИР ҒӘЛИ, Ҡадир Ғәлибәк Жалайырлы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кадыргали Жалаири 2020 йыл 24 сентябрь архивланған.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- В. В. Трепавлов. История Ногайской Орды. Москва. Издательская фирма «Восточная литература», РАН
- ҠАДИР ҒӘЛИ, Ҡадир Ғәлибәк Жалайырлы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Усманов М. А. Татарские исторические источники XVII—XVIII вв. Казань, 1972; Борынгы татар әдәбияты. Казан, 1963.