Ҡараханиҙар
Ҡараханиҙар | |
Нигеҙләүсе | Бильге Кюль Кадыр-хан[d] |
---|---|
Дәүләт | Караханидское государство[d] |
Ҡараханиҙар (рус. Караханиды, ханиды, хаканиды) — төрки династия, Ҡарахан дәүләтендә батшалыҡ тотҡан нәҫел.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рус һәм донъя әҙәбиәтендә Ҡараханиҙар атамаһы шәрҡиәтсе Григорьев Василий Васильевичтың «Ҡараханиҙар Мәүәрәннәһерҙә» (рус. «Караханиды в Маверанахре») тигән монографияһы сыҡҡас таралып китә. Нигеҙендә — ислам ҡабул иткән хан титулы: «Ҡара-хан». Нумизмат Торнберг иһә династияны "Илектәр" тип атай - был хакимдарҙы шундай титул менән йөрөткәндәр.
Ҡараханиҙар, һирәкләп илектәр тип аталған династияның килеп сығышы бик шартлы ғына һәм XIX быуат тарихсылары тарафынан ике киң таралған титул: ҡара-ҡаған һәм илек тигәндән уйлап сығарылған[1].
Нумизмат Кочнев фаразынса, Ҡараханиҙар Ҡарлуҡ конфедерацияһы составындағы эгдиш/эдгиштар булған[2] Ҡараханиҙарҙың Ҡашғарҙа хакимлыҡ иткән көнсығыш тармағы яғма ҡәбиләһенән (тотемдары "Буғра" ("Бура" - ата дөйә) була), көнбайыштағылары эгдиш/эдгиш ҡәбиләһенә ҡарай (тотемдары "Арыҫлан"), Ҡарлуҡ конфедерацияһына ингән булғандар.
О. Прицак фекеренсә (уны С. Г. Кляшторный менән Б. Д. Кочнев та хуплай), «тәүге Ҡарахани» Билге Күл Ҡадыр хан була, ул 840 йылда батша тип иғлан ителгән[2]
Күл Билге ҡағандың ике улы - Бәзир һәм Уғылсаҡ (Огулчак) булған. Бәзирҙең улы Ғәбделкәрим[3]
Артабанғы быуатта ҡараханиҙар тарихы тураһында бер ни ҙә билдәле түгел.
Фараз итеүҙәренсә, 960 йылда Ҡараханиҙар үҙҙәренең "ике йөҙ мең тирмәнән" торған халҡы менән ислам ҡабул иткәндәр[4]
Ҡарахан дәүләтенең билдәле хакимдарының береһе Сатуҡ Буғрахан булып танылған, ул ислам ҡабул итә һәм Ғәбделкәрим исеме «Ҡарахан» титулы ала.
Уның Муса һәм Сөләймән исемле ике улы була. Мусаның улы Ғәли (Али) булған, ә Сөләймәндең улы Хәсән (Һарун)[3]
Династияның атаҡлы вәкиле Һарун Буғра хан, Шөғәйеп әд-Дүлә (дәүләт йондоҙо) тигән титул йөрөткән, мосолманса исеме Һарун булған.
Был ваҡытҡа Сәмәниҙәр дәүләте тулыһынса ҡыйрала, ә Амударъянан көньяҡта бер-береһенә юл бирмәй менән төрлө кимәл түрәләр үҙ-ара ыҙғыша. Был ыҙғыштарҙы Ҡарахани Буғра хан Һарун файҙаланып ҡала, 990. йылда Сәмәни батшалығының төньяҡ-көнсығышындағы сигендә урынлашҡан Испиджаб өлкәһен баҫып ала, ә 992 йылда иһә баш ҡалаһы Бохараны ла яулай. Бында ул ауырып китә, бер нисә айҙан сигенергә мәжбүр була һәм Ҡашғар юлында вафат булып ҡала. 992 йылда Фирғәнә үҙәне тулыһынса Ҡараханиҙар хакимлығы аҫтында ҡала.
Ҡарахани Наср ибн Али илек хан Сәмәниҙәр дәүләтен тулыһынса буйһондора.
1089 йылда Ҡараханиҙар Сәлжүктәрҙән яулана, ә 1141 йылда ҡараҡытайҙарҙың вассалдары булып китә. Ҡараханиҙарҙы сәйәси майҙандан хорезмшаһ Мөхәммәт Әләүетдин 1212 йылда алып ташлай.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Сводка о происхождении династии см.: Pritsak O., 1953.
- ↑ 2,0 2,1 Кочнев Б. Д., Нумизматическая история Караханидского каганата (991—1209 гг.). Москва «София», 2006, стр. 147.
- ↑ 3,0 3,1 Кочнев Б. Д., Нумизматическая история Караханидского каганата (991—1209 гг.). Москва «София», 2006, стр. 271.
- ↑ Кочнев Б. Д., Нумизматическая история Караханидского каганата (991—1209 гг.). Москва «София», 2006, стр. 148.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Караев О. История караханидского каганата. — Фрунзе 1983.
- Кочнев Б. Д. К идентификации некоторых раннекараханидских титулов и лакабов // История и археология Средней Азии. — Ашхабад, 1978.
- Кочнев Б. Д. Шаш (Чач) и Илак при Караханидах (по нумизматическим данным) // Древняя и средневековая культура Чача. — Таш., 1979.
- Кочнев Б. Д. Новые данные по генеалогии и хронологии Караханидов // III Всесоюзная тюркологическая конференция. Литература и история. ТД. — Таш., 1980.
- Кочнев Б. Д. О степени достоверности надписей раннекараханидских мо¬нет как исторического источника // БЧ-1981. ТД.- М.1981.
- Кочнев Б. Д. Новые нумизматические данные по истории Караханидов второй половины XII — начала XIII в. // Киргизия при Караханидах. — Фр., 1983.
- Кочнев Б. Д. Новые данные по генеалогии и хронологии Караханидов // Фольклор, литература и история Востока. Материалы III Всесоюзной тюркологической конференции. — Таш., 1984.
- Кочнев Б. Д.[Рец. на кн.:] О. Караев. История Караханидского каганата. Фрунзе, 1983 // ОНУ. № 12. — 1984.
- Кочнев Б. Д. Термез и Караханиды // Творческое наследие народов Средней Азии в памятниках искусства, архитектуры и археологии. ТД. — Таш., 1985.
- Кочнев Б. Д. Бегтузун — караханидский наместник Ходженда // Известия АН ТаджССР. Отделение общественных наук. № 4 (122). — 1985.
- Кочнев Б. Д. Тогрыл-хан и Тогрыл-тегин (Нумизматические данные к истории Восточных Караханидов во второй половине XI в.) // ЭВ, вып. XXI. — М., 1988.
- Кочнев Б. Д. О так называемом мавзолее Караханида Ибрахима б. Хусайна // Культура древнего и средневекового Самарканда и исторические связи Согда. ТД. — Таш., 1990.
- Кочнев Б. Д. Торговые связи Восточного Туркестана и Средней Азии XI—XII вв. по нумизматическим данным // Формирование и развитие трасс Великого шелкового пути в Центральной Азии в древности и средневековье. ТД. — Таш., 1990.
- Кочнев Б. Д. Структура власти в Караханидском каганате: борьба кочевнических и оседлых традиций // Взаимодействие кочевых и оседлых культур на Великом шелковом пути. ТД. — Алма-Ата, 1991.
- Кочнев Б. Д. Караханиды — вассалы киданей: первые нумизматические свидетельства // Средняя Азия и мировая цивилизация. ТД. — Таш.. 1992.
- Кочнев Б. Д. Борьба Караханидов Насра б. Али и Ахмада б. Али в освещении рукописных и нумизматических источников // ВИИСИД. Вып. 2. — М., 1994.
- Кочнев Б. Д. The Trade Relations of Eastern Turkestan and Central Asia in the Eleventh and Twelfth Centuries according to Numismatic Data // Silk Road Art and Archaeology, 3. Kamakura, 1994.
- Кочнев Б. Д. О дворце Караханида Ибрахима б. Хусайна // Искусство Узбекистана: древность, средневековье, современность. ТД. — Таш., 1995.
- Кочнев Б. Д. Караханид Али-тегин в Бухаре // Бухара и мировая культура. Вып. 3. Ч. 1. ТД. — Бухара, 1995.
- Кочнев Б. Д. К истории домонгольского Касана // Генезис и пути развития процессов урбанизации Центральной Азии. ТД. — Самарканд, 1995.
- Кочнев Б. Д. The Origins of the Karakhanids: a Reconsideration // Der Islam. Zeitschrift fur Geschichte und Kultur des islamischen Orients. Bd. 73. Berlin — New York, 1996.
- Кочнев Б. Д. Борьба Саманидов и Караханидов за Бухару на рубеже X—XI вв. // ОНУ. № 9-11. — 1997.
- Кочнев Б. Д. Ибрахим б. Наср — создатель Западного Караханидского каганата // Древние цивилизации Евразии: история и культура. ТД. — М., 1998.
- Кочнев Б. Д. Histoire de Ali Tegin, souverain qarakhanide de Boukhara (XI-e siècle), vue à travers les monnaies // Cahiers d'Asie Centrale, nos. 5-6. Tachkent — Aix-en-Provence, 1998.
- Кочнев Б. Д. Peculiarities in the Circulation of Late Qarakhanid Coins (second half of the 12th — early 13th centuries A.D.) // Materiaux pour l’histoire économique du monde iranien (Studia Iranica. Cahier 21). Paris: Association pour l'avancement des études iraniennes, 1999.
- Кочнев Б. Д. Мавераннахр накануне создания Западного Караханидского каганата (в свете нумизматики) // ИМКУ. Вып. 31. — Самарканд, 2000.
- Кочнев Б. Д. Караханидский каганат // Очерки по истории государственности Узбекистана. — Таш., 2001.
- Кочнев Б. Д. Les frontieres du royaume des Karakhanides // Etudes Karakhanides (Cahiers dAsie Centrale 9). Tachkent — Aix-en-Provence. 2001.
- Кочнев Б. Д. La chronologic et la genealogie des Karakhanides du point de vue de la numismatique // Ibid, 2001.
- Кочнев Б. Д. Кто был победителем Бука-Будрача: из истории Караханидов // ЗВОРАО, НС. Т. I (XXVI). — СПб., 2002.
- Кочнев Б. Д. К истории борьбы между Саманидами и Караханидами в конце X в. // МИАК, вып.4 — Бишкек, 2009.
- Кошевар В. Г. О хронологии правления восточных караханидов во 2-й пол. XI в. // МИАК, Вып. 4. — Бишкек, 2009.
- Федоров М. Н. Новые данные к истории Караханидского государства последней четверти XI в. // История и археология Средней Азии. — Ашхабад. 1978.
- Fedorov M.N. Some Unknown Qarakhanid Appanage Rulers of North Kirghiztan in the Time of Internecine wars (1057—1068 AD) // YN, vol. 11. — 1999.
- Fedorov M.N. Notes on the Qarakhanids and their coinage // Supplement to ONS Newsletter 165. — Autumn, 2000.
- Fedorov M.N. Qarakhanid coins as a source for the history of Balasaghun and the Chu valley in the eleven century // ONS, Newsletter, № 170. — Winter, 2002.
- Fedorov M.N., Kamyshev A.M. The Qarakhanid mint die from Aq-Beshim hillfort // Journal of the ONS, № 188. — Summer, 2006.
- Pritsak O. Die Karachaniden // Der Islam. Bd. 31/1 — Berlin, 1953.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сатук Богра Хан и распространение ислама в государстве Караханидов
- Караханиды // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)