Мәхмүт Ғәли
Уҡыу көйләүҙәре
Мәхмүт Ғәли (Мәхмүт бине Ғәли бине Ғүмәр әл-Болғари әс-Сараи әл-Ҡәрдәри) — XIII—XIV быуаттарҙа йәшәп ижад иткән төрки шағиры.
Мәхмүт Ғәли — дини-дидактик характерҙағы «Нәһж әл-фәрадис» әҫәре авторы. Әл-Ҡәрдәри псевдонимы Мәхмүт Ғәлиҙең Ҡәрдәр (хәҙерге Харәзм)ҡалаһында тыуыуын, белем алыуын, йәки сығышы менән ҡәрдәр ҡаҙаҡ ырыуынан булыуын белдереүе мөмкин. Һарай ҡалаларының береһендә, фаразланыуынса, Һарай-Бәркәлә йәшәгән. Әҫәр йөкмәткеһенән авторҙың дин, фәлсәфә һәм көнсығыш әҙәбиәте өлкәһендә уҡымышлы кеше булыуы күҙаллана. Төрки, ғәрәп һәм фарсы телдәрен камиллыҡта белгән.
«Нәһж әл-фәрадистың» 1360 йылғы иң иртә яҙылған күсермәһендә Мәхмүт Ғәлиҙең шул уҡ йылдың 22 мартында вафат булыуы теркәлгән.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Нәһжел-фәрадис. Казан, 2002.
- Башҡорт әҙәбиәте тарихы. 1-се т. Өфө, 1990.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Иҙелбаев М. Х. Мәхмүт Ғәли // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.