13 сентябрь
Перейти к навигации
Перейти к поиску
13 сентябрь | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
![]() |
13 сентябрь — григориан стиле буйынса йылдың 256-сы (кәбисә йылында 257-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 109 көн ҡала.
← сентябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | |||
5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 |
12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 |
19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 |
26 | 27 | 28 | 29 | 30 | ||
2022 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Ер: Пеницилиндың тыуған көнө.
Рәсми булмаған
Рәсәй: Программистар көнө.
Рәсми булмаған
- Парикмахерҙар көнө.
- Йога көнө.
Тажикстан: Мелиораторҙар көнө.
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Дмитриев Юрий Иосифович (1915—26.01.1995), конструктор. 1956—1985 йылдарҙа Өфө агрегат производство берекмәһе «Гидромеханика» тәжрибә конструкторлыҡ бюроһының баш конструкторы. Почётлы авиатөҙөүсе (1979). Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966, 1971), Ҡыҙыл Йондоҙ (1945), «Почёт Билдәһе» (1956) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Иркутск өлкәһенең Залари ауылынан.
- Зефиров Николай Серафимович (1935—28.04.2017), ғалим-химик-органик. 1958 йылдан Мәскәү дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1993 йылдан органик химия кафедраһы мөдире. 1987 йылдан СССР Фәндәр академияһы академигы, 1991 йылдан хәҙерге Башҡортостан Фәндәр академияһының почётлы академигы (1991), химия фәндәре докторы (1965), профессор (1971). «Почёт Билдәһе» (1985), Почёт (2001) һәм Дуҫлыҡ (1995) ордендары кавалеры. Сығышы менән Ярославль ҡалаһынан.
- Нәбиев Ринат Әхмәтғәли улы (1950), ғалим-тарихсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы, дәүләт эшмәкәре. Ҡазан (Волга буйы) федераль университетының тарих һәм сәйәсәт кафедраһы мөдире. 1997—2006 йылдарҙа Татарстан Республикаһы хөкүмәте ҡарамағындағы Дин эштәре буйынса совет рәйесе. Тарих фәндәре докторы, профессор. Татарстан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы Имәнлеҡул ауылынан.
- Йосопов Олег Рафаэль улы (1960), дәүләт эшмәкәре. 2008—2013 йылдарҙа Өфө ҡалаһы Дим районының хакимиәт башлығы урынбаҫары, 2014 йылдан Башҡортостан Республикаһының Архив эштәре буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Сығышы менән Омск ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ковалёв Сергей Иванович (1886—12.11.1960), ғалим-тарихсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусы. 1938—1950 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһы Тарих институты Ленинград бүлексәһенең өлкән ғилми хеҙмәткәре, 1956—1960 йылдарҙа Дин һәм атеизм тарихы музейы директоры. Тарих фәндәре докторы (1938). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ районы Оло Ҡуғанаҡ ауылынан.
- Королевский Алексей Григорьевич (1941—18.08.2013), график, 1970 йылдан СССР Рәссмдар союзы ағзаһы. 1967—1984 йылдарҙа Башҡортостан ижади-производство комбинаты рәссамы. Рәсәй Федерацияһының (2008) һәм Башҡортостан Республикаһының (1997) атҡаҙанған рәссамы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Кравчук Игорь Александрович (1966), спортсы, СССР һәм Рәсәй хоккейсыһы, һаҡсы. Шайбалы хоккей буйынса СССР‑ҙың халыҡ‑ара класлы (1987) һәм атҡаҙанған спорт мастеры (1988). Почёт ордены кавалеры (2011). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Гладышева Светлана Алексеевна (1971), спортсы, йәмәғәтсе. Тау саңғыһы спорты буйынса 1987 йылдан СССР-ҙың, 1992 йылдан БДБ, 1993—1998 йылдарҙа Рәсәй йыйылма командалары ағзаһы. 2010—2014 йылдарҙа Рәсәйҙең Тау саңғыһы спорты һәм сноуборд федерацияһы президенты. Олимпия уйындарында ҡатнашыусы (1992, 1994, 1998). Тау саңғыһы спорты буйынса СССР ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1990), Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (1994). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1994). Почёт (2014), Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы (1994) ордендары кавалеры. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Сунцов Александр Алексеевич (1927), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған энергетигы, «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры.
- Ишмейәров Марат Хафиз улы (1947), инженер-механик, иҡтисадсы, хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре. «Салауатнефтеоргсинтез» (хәҙер Газпром Нефтехим Салауат) асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең 2002—2005 йылдарҙағы генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының 3-сө саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Техник фәндәр кандидаты (2005). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (1999). Сығышы менән Стәрлебаш районы Ҡуғанаҡбаш ауылынан.
- Мырҙабаева Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы (1957), юғары квалификация категорияһындағы табип—генетик, ғалим. Юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре. Рәсәй Федерацияһының 5-се һәм 6-сы саҡырылыш Дәүләт думаһы депутаты. Медицина фәндәре докторы, профессор. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы, Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Антипов-Каратаев Иван Николаевич (1888—3.07.1965), СССР-ҙың тупраҡ белгесе, профессор. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. Тажик ССР-ы Фәндәр академияһы академигы (1951). Тажик ССР‑ының атҡаҙанған фән эшмәкәре. Дүрт Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры.
- Кодакова Наталья Васильевна (1938), мәғариф ветераны. Сибай ҡалаһының Хәрби дан музейы етәксеһе. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, ҡаланың почётлы гражданы.
- Мәмбәтов Рәфҡәт Әхмәтхан улы (1938), ауыл хужалығы ветераны. 1957—1995 йылдарҙа Хәйбулла районының Маҡан совхозы тракторсыһы. Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Зенкин Фёдор Григорьевич (1929—2010), хужалыҡ эшмәкәре. 1968–1978 йылдарҙа Стәрлетамаҡ район Советы башҡарма комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары — ауыл хужалығы идаралығы начальнигы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1974) һәм ике «Почёт Билдәһе» ордены (1971, 1976) кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Көйөргәҙе районы Бөгөлсән ауылынан.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1923: Зоя Космодемьянская, Бөйөк Ватан һуғышы барышында «Советтар Союзы Геройы» исеменә лайыҡ булған (1941, үлгәндән һуң) беренсе ҡатын-ҡыҙ.
- 1934: Тамара Милашкина, СССР һәм Рәсәйҙең опера йырсыһы (сопрано), СССР-ҙың халыҡ артисы (1973).
- 1935: Альберт Лиханов, СССР һәм Рәсәй яҙыусыһы, Рәсәй Балалар фонды президенты («Семейные обстоятельства», «Высшая мера»).
- 1951: Александр Розенбаум, СССР һәм Рәсәйҙең йырҙар авторы һәм уларҙы башҡарыусы, актёр һәм яҙыусы, Рәсәйҙең халыҡ артисы (2005).
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1979: Рим Сыртланов, башҡорт театр актёры, РСФСР‑ҙың атҡаҙанған (1955), Башҡорт АССР-ының халыҡ (1954) артисы.
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]