Ишмияров Марат Хафиз улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ишмияров Марат Хафиз улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 13 сентябрь 1947({{padleft:1947|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) (72 йәш)
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Стәрлебаш районы, Ҡуғанаҡбаш
Һөнәр төрө ғалим
Эшмәкәрлек төрө нефтехимия[d]
Эш биреүсе Газпром Нефтехим Салауат
Уҡыу йорто Өфө дәүләт нефть техник университетының Салауат филиалы
Ғилми дәрәжә техник фәндәр кандидаты[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы

Ишмияров Марат Хафиз улы (13 сентябрь 1947 — Техник фәндәре кандидаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған эшҡыуары.(2002—2005) «Газпром нефтехим салауат» ААЙ генераль директорының стратегик үҫеш мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ишмияров Марат Хафиз улы[1] 1947 йылдың 13 сентябрендә БАССР-ҙың Стәрлебаш районы Ҡуғанаҡбаш ауылында тыуған.

1966 йылда 18-се Салауат комбинатында слесарь өйрәнсеге булып хеҙмәт биографияһын башлай. Ул 1967 йылда Салауат индустриаль техникумының «нефть химияһы производствоһы һәм нефть эшкәртеү заводы ҡорамалдары» һөнәре буйынса киске бүлеген тамамлай. Унан һуң, 1976 йылда, Өфө нефть институтының Салауат филиалының «машиналар һәм химик аппараттар инженер- механигы» һөнәре буйынса киске бүлеген, ә 1997 йылда — иҡтисадсы квалификацияһы буйынса Башҡорт дәүләт университетын тамамлай.

1976—1977 йылдарҙа 6-сы көкөрт кислотаһы һәм катализаторҙар заводында цех инженеры механигы булып эшләй.

1977—1982 йылдарҙа — Салауат КПСС ҡала комитетының ойоштороу бүлеге инструкторы.

1982—1995 йылдарҙа — Салауат тегеү производство берекмәһенең генераль директоры.

1995—2005 йылдарҙа — «Салауатнефтеоргсинтез» ААЙ генераль директорының иҡтисад буйынса урынбаҫары, генераль директорының беренсе урынбаҫары.

2005 йылда «Модернизация технологии и аппаратурного оформления процесса каталитического крекинга в ОАО „Салаватнефтеоргсинтез“» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай.

Ишмияров инициативаһы буйынса предприятиеның 2004—2008 йылдар осорона киң масштаблы перспективалы үҫеш программаһы раҫлана һәм тормошҡа ашырыла.

61-се Алаҡай һайлау округынан Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты итеп һайлана[2][3]. Берҙәм Рәсәй партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе тәҡдим иткән.

2005 йылда Мәскәүгә күсә, унда «Межрегионгаз» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттең генераль директоры кәңәшсеһе булып эшләй, 2006 йылдан — «Газпром-Нефть» асыҡ акционерҙар йәмғиәте президентының компанияның стратегик үҫеш мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе. 2007 йылдан химик синтез, нефть сығарыу өлкәһендә инвестиция проекттарын комплекслы тормошҡа ашырыуҙа махсуслашҡан «МетаСинтез» ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең идара итеүсе компанияһы етәксеһе.

Техник фәндәре кандидаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған эшҡыуары.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • «Хеҙмәт ветераны» миҙалы (1991),
  • «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы» исеме (1999),
  • Рәсәй Федерацияһының сәнәғәт һәм фән министрлығының почетлы грамотаһы (2001),
  • «Ижади үҫеш ордены»,
  • «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы»,
  • « Рәсәй бизнес һәм эшҡыуарлыҡ академияһының атҡаҙанған эшҡыуары» исеме (2002),
  • «Намыҫ һәм ҡаһарманлыҡ өсөн» ордены (2003).

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Потеряхин В. А., Фахреев Н. К., Зыкина Р. Ф. Комбинат — Автор, 1998. — 206 б. — ISBN 5-93102-001-2.
  • Ишмияров Марат Хафизович. Модернизация технологии и аппаратурного оформления процесса каталитического крекинга в ОАО «Салаватнефтеоргсинтез» : Дис. канд. техн. наук : 05.17.08 Москва, 2005 210 с.
  • Салават. Ишимбай. Журнал о городах и горожанах. № 3, 2003 г.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]