Бөгөлсән

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бөгөлсән
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәге Ленин ауыл советы[1]
Административ-территориаль берәмек Ленин ауыл советы
Почта индексы 453351
Карта

Бөгөлсән (рус. Бугульчан) — Башҡортостандың Көйөргәҙе районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 582 кеше[2]. Почта индексы — 453351, ОКАТО коды — 80239825001.


Халыҡ һаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Милли составы

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса рустар 81 % тәшкил итә[3].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1297
1920 йыл 26 август 1518
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 1009
1959 йыл 15 ғинуар 628
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 511
2002 йыл 9 октябрь 581
2010 йыл 14 октябрь 582 297 285 51,0 49,0

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Район үҙәгенә тиклем (Ермолаевка): 24 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Кумертау): 18 км

Урамдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Еңеүҙең 70 йыллығы (урамы рус. 70 лет Победы (улица))
  • Ағиҙел урамы (рус. Бельская (улица))
  • Тыныслыҡ урамы (рус. Мира (улица))
  • Йәштәр урамы (рус. Молодежная (улица))
  • Беренсе Май урамы (рус. Первомайская (улица))
  • Совет урамы (рус. Советская (улица))
  • Федотовтар урамы (рус. Федотовых (улица))
  • Үҙәк урам (рус. Центральная (улица))
  • Мәктәп урамы (рус. Школьная (улица))
  • Мәктәп тыҡрығы (рус. Школьный (переулок))
  • Шоссе урамы (рус. Шоссейная (улица))[4]

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөгөлсән ауылы Ленин ауыл Советына инә. Район үҙәгенән 24 км төньяҡ-көнсығышта һәм Күмертау тимер юлы станцияһынан 18 км төньяҡ-көнсығышта урынлашҡан. Халҡы 1906 йылда 1297 кеше; 1920—1518; 1939—1009; 1959—628; 1989—511; 2002 йылда 581 кеше тәшкил иткән. Урыҫтар йәшәй (1989). Төп дөйөм урта белем биреү мәктәбе, балалар баҡсаһы, дауалау амбулаторияһы, мәҙәниәт йорто, китапхана эшләй.

Ауылға яңы суҡындырылған сыуаштар, суҡындырылған һәм суҡындырылмаған татарҙар Тамъян олоҫо башҡорттарының аҫаба ерендә нигеҙ һала. Ул Ағиҙелдең бөгөлөп аҡҡан еренә һалына, шуға ла исеме Бөгөлсән тип атала. Сыуаш һәм татар килмешәктәренә ерҙе 1764 йылда Тамъян волосы башҡорттары Ҡасҡын Һамаров, Моҡас Теләүкәев һәм башҡа аҫабалар 20 йылға ҡуртымға бирә.

Пугачев етәкселегендәге Крәҫтиәндәр һуғышы ваҡытында баш күтәреүселәр Ағиҙелде ошо тирәнән кискән. 270 башҡорт һәм мишәр, Ағиҙелде кисеп, Воскресен заводында торған Пугачев ғәскәрҙәренә барып ҡушылған. Полковник Ҡасҡын Һамаров, Кинйә Арыҫлановтың улы Һеләүһен Кинйин, ҡустыһы Ҡотлогилде Абдрахмановтар ҙа үҙ ғәскәрҙәре менән ошо тирәлә батша ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғыш алып барған. 1774 йылдың майында Бөгөлсәндән 7 км түбәнерәк полковник Овчинников ғәскәре үтә. Билдәле, бында язалаусы отрядтар ҙа күп йөрөй.

XVIII быуат аҙағында Бөгөлсәндә 116 кеше була. 1838 йылда инде 30 йортта 220 кеше йәшәй. Ә 1920 йылда ауылда 267 өй була. Халҡы мең ярымдан ашып китә[5].

Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сайтта[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Күмертау ҡалаһы һәм Көйргәҙе районында етештереү ҡеүәттәрен һәм торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү мотлаҡ. 14 сентябрь 2016.[7]

Матбуғатта[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Видеояҙмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • YouTube сайтында Видео Богородица Покровы ғибәҙәтханаһы. Көйөргәҙе районының Бөгөлсән ауылы
  • YouTube сайтында Видео 2016 йылдың 9 майында Бөгөлсән
  • YouTube сайтында Видео Радий Хабиров. Республика LIVE #дома. Көйөргәҙе районы. Бөгөлсән ауылы урта мәктәбе

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]