Тимербай (Көйөргәҙе районы)
Ауыл | |
Тимербай | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Тимербай — Башҡортостандың Көйөргәҙе районындағы ауыл, Свобода ауыл Советына ҡарай. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны — 324 кеше[1]. Почта индексы — 453352, ОКАТО коды — 80253805006.
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Милли составы
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса башҡорттар 36 %, татарҙар 63 % тәшкил итә[2].
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | 70 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | 37 | ||||
1979 йыл 17 ғинуар | 9 | ||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | 314 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 298 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡортостандың көньяғында, Көйөргәҙе районы ерендә урынлашҡан, Ырымбур өлкәһе менән сиктәш.
- Район үҙәгенә тиклем (Ермолаево): 40 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Свобода): 13 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Ермолаево): 40 км
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кульпин урамы (рус. Кульпина (улица))
- Үҙәк урам (рус. Центральная (улица))
- Яңауыл урамы (рус. Янаульская (улица))[3]
Матбуғатта
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Видеофильмдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сайтта
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Актер, драматург Илшат Йомағоловтың тыуыуына 80 йыл[6]
Ауыл тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тимербай ауылы 1795 йылда барлыҡҡа килгән, унда типтәрҙәр төпләнгән, улар дәүләт ерҙәрен файҙаланған. 1834 йылда ауылда 110 ир-егет була. X ревизия мәғлүмәттәре буйынса, унда 280 кеше йәшәгән. 1920 йылғы совет халыҡ иҫәбен алыу халыҡ иҫәбен алыуҙа халыҡ татар булараҡ күрһәтелгән, 130 йорт хужалығында бөтәһе 704 кеше йәшәгән[7].
Ауылға нигеҙ һалыусы — Тимербай исемле ҡарт булған. Ул, Рәсәйҙә аяуһыҙ иҙеүгә түҙә алмаған крәҫтиәндәр баш күтәрә башлағас, Ырымбур губернаһына ҡараған Йөҙәй ауылынан әлеге ваҡытта Тимербай ауылы урынлашҡан аҡланға күсеп килә. Ошонда Хәҙисә исемле ҡатыны менән донъя көтә башлай. Улар йән аҫырар өсөн көн дә балыҡ тота, йәнлек-ҡош аулай, ҡош йомортҡаларын йыя. Тимербайҙың артынан шул уҡ Ырымбур губернаһына ҡараған Буланов ауылынан Федор исемле урыҫ кешеһе был ғаилә йорт ҡорған аҡлан янындағы таҙа һыулы, тәрән, балыҡҡа бай йылға буйына килеп урынлаша. Бөгөнгө көндә йылғаны — Фидер йылғаһы тип ошо исемдән алып әйтәләр.
Ваҡыт үтә бара ике ғаилә аралашып йәшәй башлай. Һуңынан Килмөхәмәт исемле ағай улдары Исмәғил, Исхаҡ, Исламғол менән бында килеп төпләнә. Ошо кешеләр бәләкәй генә ауыл барлыҡҡа килтерә, уны үҙ-ара «Тимербай» тип йөрөтә башлайҙар.
Күренекле кешеләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бәкерова Миңниса Миңлевәли ҡыҙы (27.12.1947), театр актёры, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1995)
- Йомағолов Илшат Хәлил улы (26.02.1932—3.11.2007), театр актёры, драматург, РСФСР‑ҙың (1979) һәм Башҡорт АССР-ының (1976) атҡаҙанған артисы. Башҡорт драматургияһын һәм театр сәнғәтен үҫтереүгә лайыҡлы өлөш индергән шәхес.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ Өҙөмтә хатаһы:
<ref>
тамғаһы дөрөҫ түгел;2002F
төшөрмәләре өсөн текст юҡ - ↑ Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 25 по Республике Башкортостан
- ↑ YouTube сайтында Видео
- ↑ YouTube сайтында Видео
- ↑ Башҡортостандың мәҙәни донъяһы
- ↑ Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа, Китап, 2009. — 744 с. Страница 80. 2022 йыл 5 апрель архивланған.