Таймаҫ
Перейти к навигации
Перейти к поиску
Таймаҫ | |
Дәүләт |
![]() |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Таймаҫ ауыл советы |
Почта индексы | 453358 |
Таймаҫ (рус. Таймасово) — Башҡортостандың Көйөргәҙе районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 342 кеше[1]. Почта индексы — 453358, ОКАТО коды — 80239855003.
Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Дөйөм халыҡ һаны[1] | |||||
Халыҡ һаны | 2002—2009 халыҡ үҙгәреше | ||||
2002 | 2009 | кеше | % | ||
297 | 342 | +45 | +15,15 |
Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Район үҙәгенә тиклем (Ермолаевка): 33 саҡырым
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Яңы Таймаҫ): 2 саҡырым
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Кумертау): 26 саҡырым
Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ямат Бикәев (1685—16.03.1740) — 1710-сы йылдарҙа башҡорт ихтилалдары етәксеһе. 1685 йылда хәҙерге Баймаҡ, Әбйәлил, Учалы район биләмәләренең береһендә тыуған, 1740-сы йылдың февралендә Ямат Бикәевты, Алдар Иҫәкәевты һәм 9 башҡорт старшинаһын Һамарға ҡаҙаҡтар менән һөйләшеү алып барырға тип Рәсәй батша власы вәкилдәре алдап саҡырып ҡулға алалар. Шул уҡ йылдың 16-сы мартында Минзәлә төрмәһендә язалайҙар. (Ямат Бикәевтың балалары әле һәм төрлө йылдарҙа Таймаҫта йәшәгән — Солтангәрәевтәр, Тунасовтар, Бикмөхәмәтовтар, Яматовтар, Бәхтигәрәевтәр, Аҡҡужиндар, Бикҡужиндар,Юлсуриндар).
- Тунас Аҡҡужин — Яматов (1770—1816) — 9-сы башҡорт кантонының икенсе бүлегенең 14 -се класлы дистанция начальнигы.
- Бикмөхәмәт Бикҡужин — Яматов (1786 — ?) — 9-сы башҡорт кантонының 31 -се отряды старшинаһы, Зауряд Есаул. Олатаһы Ямат Бикәев үлгәндән 110 йыл үткәс кенә 1850 йылда уткән переписта үҙен «Биккужин — Яматов» — тип яҙҙырырға батырсылыҡ итә.
- Ғүмәр Ҡалманов (Араптанов) (1786-?) — Зауряд Есаул.
- Ишморат Качкильдинов (1789 — в 1850 йылда уға 61 йәш була) — Зауряд Есаул.
- Габил Үтәгәнов (1801—?) — Зауряд Хорунжий.
- Вәлит Кейекбаев (1761—1835) — Указлы Мулла.
- Йомағужа Бәхтигәрәев (1781 — в 1850 йылда уға 69 йәш була) — Указлы Аҙансы.
- Мөхәмәтсәлих Бикҡужинов (1800—1850 йылда уға 50 йәш була) — Урядник.
- Рәшит Солтангәрәев — яҙыусы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.
- Айрат Ҡобағошов — композитор, Башҡортостан Республикаһы, Рәсәй Федерацияһы композиторҙар Союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһы атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.
- Исҡужин Рудик Ғәзиз улы — дәүләт эшмәкәре.
- Солтангәрәев Әмир Миһран улы — дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостандың атҡаҙанған юрисы, Юстиция һәм Дәүләт Советнигы, Башҡортостандың Третей Суды Президиумы рәйесе. Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар Союзы ағзаһы, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы журналистар Союзы ағзаһы.
- Ибраһимов Илдус Ғамир улы (17.10.1957), ғалим-инженер-механик, юғары мәктәп эшмәкәре. Техник фәндәр докторы (1997), профессор (2000). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2003), Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2009).
- Хәмитова Гөлнур Ҡарамат ҡыҙы (14.11.1957), Рәшит Солтангәрәев исемендәге гимназия педагогы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2005).
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Таймаҫ ауылы тураһындағы китаптар:
- Таймас (прошлое и настоящее), Әмир Солтангәрәев, изд. «Идел-Пресс»,268 бит,2015 йыл.
- «Яҙмыш», Әмир Солтангәрәев, изд. «Идел-Пресс»,427 бит, 2013 йыл.
- Таймаҫ ауылы (Бөрйән улусының айырым биләмәһе), Өлфәт Ҡобағошов, Өфө, 207 бит, 2007 й.