Ибраһимов Илдус Ғамир улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ибраһимов Илдус Ғамир улы
Тыуған көнө:

17 октябрь 1957({{padleft:1957|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) (61 йәш)

Тыуған урыны:

БАССР, Көйөргәҙе районы, Таймаҫ ауыл

Гражданлығы:

СССР, Россия

Эшләгән урыны:

Өфө дәүләт нефть техник университеты

Ғилми дәрәжәһе:

техник фәндәр докторы (1997)

Ғилми исеме:

профессор (2000)

Уҡыу йорто:

Өфө нефть институты (1979)

Ибраһимов Илдус Ғамир улы (17 октябрь 1957, БАССР, Көйөргәҙе районы, Таймаҫ ауыл) — инженер-механик, техник фәндер докторы (1997), профессор (2000). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2003), Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2009).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Өфө нефть институты тамамлағандан һуң (1979) Өфөнөң Резина-техник изделиелар з дында эшләй[1].

1980 й. алып Башҡортостан нефть эшкәртеү ҒТИ нда, 1982 йылдан — ӨДНТУ-ла: 1986—92 йй. лаб. мөдире, 2000 й. башлап нефть аппараттары технологияһы каф. мөдире, бер үк ваҡытта 2001 й. — механика ф ты деканы, 2004 й. — уҡыу уҡытыу эштәре б са проректор;

1992—94 йй. — Башҡортостан Фәндәр Академияһының Физика-математика һәм техник фәндәр бүлегенең ғилми секретары.

Фәнни эшмәкәрлеге нефть-газ комплексының айырыуса ҡатмарлы объекттары хәүефһеҙлеген тәьмин итеү проблемаларына, нефтехимия аппараттарын эшләүгә һәм яңыртыуға бәйле.

Ибраһимов Илдус Ғамир улы ҡатнашлығында, мәғлүмәт технологияларын файҙаланып, ҡорамалдарға техник диагностика үткәреүҙең комплекслы системалары, вакуумлы колонналар өсөн айыртыу ҡоролмалары, нефть һәм нефть продукттарын йылытыу өсөн торба мейестәр эшләнә, улар Башҡортостан Республикаһының, Рәсәй Федерацияһының башҡа төбәктәренең һәм БДБ илдәренең нефть эшкәртеү һәм нефтехимия пр тиеларында индерелә. 140-н ашыу фәнни хеҙмәт һәм 10 уйлап табыу авторы.

Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Работоспособность сварного оборудования из жаропрочных хромистых сталей. — СПб., 2008 (авторҙ.);
  • Ресурс стальных резервуаров. — СПб., 2008 (авторҙ.);
  • Коррозия и защита нефтезаводского и нефтехимического оборудования. — М., 2010 (авторҙ.).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]