Эстәлеккә күсергә

Хәмитова Гөлнур Карамат ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Хәмитова Гөлнур Карамат ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Тыуған көнө 14 ноябрь 1957({{padleft:1957|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (67 йәш)
Тыуған урыны Төйлөгән районы, Ырымбур өлкәһе, РСФСР, СССР
Уҡыу йорто Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты

Хәмитова Гөлнур Карамат ҡыҙы (14 ноябрь 1957 йыл) — педагог, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы (1994) һәм атҡаҙанған уҡытыусыһы (2005).

Гөлнур Карамат ҡыҙы Хәмитова 1957 йылдың 14 ноябрендә Ырымбур өлкәһенең Төйлөгән районы Техпоселок ауылында тыуған.

19651975 йылдарҙа Көйөргәҙе районының Таймаҫ ауылындағы мәктәптә уҡый.

Урта белем алғас, 1975 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтына (хәҙер М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты) уҡырға инә. Был юғары уҡыу йортоноң филология факультетын 1979 йылда тамамлай һәм туған мәктәбенә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшкә ҡайта.

Шул ваҡыттан бирле Гөлнур Хәмитова 2001 йылда Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты яҙыусы Рәшит Солтангәрәев исеме бирелгән[1], ә 2010 йылдың октябренән «гимназия» статусы алған[1] урта уҡыу йортонда рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй[2].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Рәсәй Федерацияһы Президенты гранты (2007)
  • Гөлнур Хәмитованың уҡыусылары төрлө йылдарҙа һәм төрлө кимәлдәрҙә үткәрелгән бәйгеләрҙә, конкурс һәм олимпиадаларҙа ҙур

уңыштарға өлгәшә[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2005).
  • Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы (1994).