Абдуллина Лариса Хашим ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Лариса Абдуллина
27.Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең Совет ултырышы, 20.12.2017.jpg
Исеме:

Абдуллина
Лариса Хашим ҡыҙы

Тыуған көнө:

28 июль 1975({{padleft:1975|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (44 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Дәүләкән районы Мәкәш ауылы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Рәсәй

Эшмәкәрлеге:

шағир,тәржемәсе, журналист

Ижад йылдары:

1992 йылдан

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

башҡортса

Дебют:

«Һине күргән яҙым» (1997)

Премиялары:

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2016)[1]; Башҡортостан Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы (2019), Ш. Бабич исемендәге республика йәштәр премияһы (2008). Дәүләкән районының Әхиәр Хәкимов исемендәге премияһы (2019)

Абдуллина Лариса Хашим ҡыҙы (28 июль 1975 йыл) — башҡорт шағиры,тәржемәсе, журналист. Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Яҙыусылар (2007) һәм Журналистар (2002) союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2016)[1], Башҡортостан Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы (2019), Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы (2008), киң мәғлүмәт саралары өлкәһендә ТӨРКСОЙ премияһы (2018)[2] һәм Дәүләкән районының Әхиәр Хәкимов исемендәге премияһы (2019) лауреаты.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Лариса Хашим ҡыҙы Абдуллина (ҡыҙ фамилияһы Ситдиҡова) 1975 йылдың 28 июлендә Башҡорт АССР-ының Дәүләкән районы Мәкәш ауылында тыуған.

Башҡорт дәүләт университетын тамамлағас, «Йәшлек» гәзитендә эшләй. Әлеге ваҡытта «Башҡортостан» гәзитенең әҙәбиәт һәм мәҙәниәт бүлеге мөдире.

Дәүләт телдәрен һәм туған телдәрҙе үҫтереүгә һәм пропа­гандалауға ҙур өлөш индергәне өсөн Лариса Абдуллина 2015 йылда Өфө ҡала хакимиәте башлығының йыллыҡ пре­мияһына лайыҡ булды[3].

2016 йылдың сентябрендә әҙипкә «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелде[1].

2019 йылдың ноябрендә шағир Дәүләкән районының Әхиәр Хәкимов исемендәге премияһына лайыҡ булды[4].

Ижады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Лариса Абдуллина шиғриәте нескә лиризм һәм тәрән философия менән һуғарылған. Уның шиғырҙары эскерһеҙлек, саф күңеллелек һәм ихласлыҡ менән айырыла, уларға сағыу образлылыҡ һәм тел байлығы хас.

Уҡыусылар менән осрашыуҙары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 2019 йылдың ғинуар аҙағында Мәскәүҙә «Аҫабалар рухы» тигән баш аҫтында Лариса Абдуллинаның шиғыр кисәһе үтте[5].

Китаптары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Һине күргән яҙым: Шиғырҙар. Өфө: Китап, 1997.
  • Наҙлы мәлем ҡабатланыр һымаҡ: Шиғырҙар. Дәүләкән, 2003.
  • Еләк тәме: Шиғырҙар. Өфө: Китап, 2006.
  • Уйлыларҙы уйландырып: Публицистика. Өфө, 2006.
  • Тридцать три: Стихи. Уфа, 2009. (рус.)
  • Пятый элемент: Стихи. Уфа, 2011. (рус.)
  • Йөрәк аҡылы: Публицистика. Өфө: Китап, 2011.
  • Балҡантау рухы: Повесть, хикәйәләр. Өфө: Китап, 2015[6].

Әҙип ваҡытлы матбуғатта[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Гәзит һәм журналдарҙағы мәҡәләләре, уның менән әңгәмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Сафуан Яҡшығолов XIX быуатта уҡ Ҡоролтай программаһын яҙған. «Башҡортостан» гәзите, 2015, 21 ноябрь[7]
  • Илгиз Ишбулатов. Кешеләр китап уҡыһа, тормоштағы хаталар ҙа әҙерәк булмаҫ инеме икән (Әңгәмә). «Киске Өфө» гәзите, 2015, № 14[8].

Ҡәләмдәштәр фекере[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 В Уфе лучшим работникам Башкортостана вручили государственные награды. ИА «Башинформ», 2016, 30 сентябрь (рус.) (Тикшерелгән 30 сентябрь 2016)
  2. 2,0 2,1 Башҡортостан журналисы һәм шағир ТӨРКСОЙ премияһына лайыҡ булды. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2018, 19 февраль (Тикшерелгән 19 февраль 2018)
  3. 3,0 3,1 Тел һәм ил именлеге һағында — «Башҡортостан» гәзите, 2015, 17 октябрь
  4. Республикала яҙыусы Әхиәр Хәкимовтың 90 йыллығы уңайынан уның исемендәге премия тапшырылды. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2019, 29 ноябрь (Тикшерелгән 29 ноябрь 2019)
  5. ИА «Башинформ», 28 января 2019 года
  6. Баш ҡалала «Балҡантау рухы» исемле фантастик повесть донъя күрҙе."Башинформ" мәғлүмәт агентлығы, 2016, 8 февраль
  7. Сафуан Яҡшығолов XIX быуатта уҡ Ҡоролтай программаһын яҙған. «Башҡортостан» гәзит (2015, 21 ноябрь). 2019, 3 июль тикшерелгән.
  8. «Киске Өфө» гәзите, 2015, № 14
  9. «Башҡортостан» гәзите. 2013, 1 июнь
  10. Фиҙакәр хеҙмәт лайыҡлы баһаланды. «Башҡортостан» гәзите сайты, 2019 йыл, 11 октябрь (Тикшерелгән 11 октябрь 2019)

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһының электрон бүлегендә
башҡа сығанаҡтар