Эстәлеккә күсергә

Мәкәш

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Село
Мәкәш
рус. Микяшево
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башкортостан

Муниципаль район

Дәүләкән районы

Ауыл биләмәһе

Мәкәш ауыл Советы (Дәүләкән районы)

Координаталар

54°13′33″ с. ш. 54°39′02″ в. д.HGЯO

Нигеҙләнгән

1755

Беренсе мәртәбә телгә алынған

1795

Элекке исеме

Мекәш, Мәләш

Халҡы

782[1] кеше (2010)

Милли состав

башҡорттар

Почта индексы

453418

Һанлы танытмалар
ОКАТО коды

80 222 831 001

ОКТМО коды

80 622 431 101

ГКГН номеры

0518088

Мәкәш (Рәсәй)
Мәкәш
Мәкәш


Мәкәш (рус. Микяшево) — Башҡортостандың Дәүләкән районындағы ауыл. Мәкәш ауыл Советы үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 782 кеше[2]. Почта индексы — 453418, ОКАТО коды — 80222831001.


Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 782 380 402 48,6 51,4

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Мәкәш ауыл Советы үҙәге. Район үҙәгенән һәм Дәүләкән тимер юл станцияһынан көнбайышта 32 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Ауыл 1755 йылда керҙәшлек килешеүе буйынса Нуғай даруғаһы Ҡырҡ-Өйлө‑Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Күрпәс‑Табын улусы Ҡыҫынды ауылы[3] башҡорттары тарафынан нигеҙләнә. 1775 йылда килешеү буйынса Ҡазан даруғаһы Әлмәтмулла ауылы типтәрҙәре килеп ултыра. Ауыл исеме кеше исеменән алынған. Мәкәштең Ырымбур яғынан ҡасып килеүе тураһында риүәйәттәр һаҡланған.[4] 1795 йылда 19 йортта 119 кеше йәшәгән, 1865 йылда 74 йортта — 499 кеше. Халҡы: 1906 йылда — 945 кеше; 1920—1103; 1939—784; 1959—750; 1989—619; 2002—634; 2010—782 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Ауыл Мекеш, Мекәш, Мәләш исемдәре менән дә теркәлгән[5]. Ауыл халҡы малсылыҡ, умартасылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгән. Мәсет, училище булған. 1906 йылда мәсет, тимерлек, 2 бакалея кибете теркәлгән. Хәҙерге көндә мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.[6][7]

Мәкәштау түбәләре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Исемдәре:[8]

  • Төйлән бите
  • Сейәле тау
  • Сағыл бите
  • Баҡырҡаҙан, эргәһендә Сығыш ҡулы
  • Еләкле тау
  • Сәнселмә (Берҡаҙан яҡлап)
  • Әкеш бите
  • Бөркөт саты
  • Туҡтар бите (һуҡмағы бар, Ҡоръятмаҫ ауылына төшә)
  • Мырҙаш бите

Айырым тауҙар, түбәләр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Исемдәре[8]:

  • Ҡарпат
  • Сусаҡ түбәһе
  • Мөхәммәт түбәһе
  • Бурлы түбә, Әтәс ҡырлаған
  • Сынташ
  • Бабай шары
  • Һанай шары
  • Шайтан шары
  • Балҡантау
  • Уртатау
  • Шоңҡар тау (Ташлы ауылы менән Мәкәш араһында)

Мәкәш ауылы яҡлап урмандағы шишмәләр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Исемдәре[8]:

  • Йомаҡай
  • Гөлшәр
  • Һайыҫҡан ҡойоһо
  • Шишмәле ҡул
  • Төпләү
  • Туйбикә ҡойоһо
  • Көҙләү
  • Шаҡа
  • Ҡара ҡойо

Ауыл тирәһендәге бөткән утарҙар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Исемдәре[8]:

  • Раздамах (Раздамаха)
  • Лабаза
  • Тиссен утары
  • Рауш утары
  • Воронов утары
  • Мәүлиәр утары
  • Һибәт утары
  • Сөбөтәй утары
  • Яҡты Йондоҙ утары
  • Горчаков утары (хәҙер Гәршәк ауылы)
  • Шишмәле ҡул утары
  • Мырҙаш утары
  • Дөндөк утары
  • Сусҡа утары
  • Бызый утары (ташланған немец йорттарында йәшәгәндәр)

Урам исемдәре[9]

  • Мәктәп урамы (рус.  Школьная (улица))
  • Баҡса урамы (рус. Садовая (улица))
  • Үҙәк урамы (рус. Центральная (улица))
  • Салауат урамы (рус.  Салавата (улица))
  • Бәхет урамы (рус. Счастья (улица))

Халыҡ ижады информаторҙары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • «Заятүләк менән Һыуһылыу» эпосының сағыштырмаса тулыраҡ тексы 1964 йылда М. М.Сәғитов 1964 йылда Мәкәш ауылында йәшәүсе 74 йәшлек Биктимер Вәлиуллиндан яҙып алған[10].
  • «Әтәсбай» әкиәтен Олеся Әхмәтрәхимова өләсәһе Ғәниева Хәҙисә Мөхәмәтсаҙыҡ ҡыҙынан () яҙып алған. «Дәүләкән ынйылаары» китабына ингән[11].
  • Ғәйзуллин Усман Ғәйзулла улы (? 1915 йыл — 29 сентябрь 1943 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, гвардия сержанты, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының эскадрон взводының командир ярҙамсыһы.
  • Лариса Абдуллина (28.07.1975) — шағир, тәржемәсе, журналист. Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты (2008), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2016), киң мәғлүмәт саралары өлкәһендә ТӨРКСОЙ премияһы лауреаты (2018).
  • Шакиров Мөхлис Баҙыҡ улы (1.01.1924), партия һәм ауыл хужалығы эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1963—1985 йылдарҙа Дүртөйлө районы ауыл хужалығы идаралығы начальнигы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1983), Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған агрономы (1976). Ике Ҡыҙыл Йондоҙ (1944, 1945), 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1944), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1967, 1970) һәм «Почёт Билдәһе» (1974) ордендары кавалеры.
  • Әхимәтрәхимова Олеся Вәкил ҡыҙы (5 март 1988 йыл) — юғары мәктәп уҡытыусыһы, шағир, әҙәбиәт белгесе, фольклорсы, Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһы Яҙыусылар союздары ағзаһы (2014), филология фәндәре кандидаты (2017).
  • Гөлшат Саматова () — хеҙмәт ветераны, шағир, яҙыусы.
  • Әхмәтрәхимов Рәфис Вәкил улы (12 март 1982 йыл) — ҡурайсы, Башҡортостан Республикаһы Дәүләкән районы муниципаль районы мәҙәниәт идаралығы муниципаль ҡаҙна учреждениеһы начальнигы.
  • Хәмиҙуллина Клара Мөхәмәҙиә ҡыҙы (? 1945 йыл) — ауыл хужалығы ветераны, крайҙы өйрәнеүсе, «Башҡортостан Республикаһы Дәүләкән районы Мәкәш ауылының тарихы һәм тулы шәжәрәһе» китабы авторы.
  • Хәмиҙуллин Минзаһир Минеғәзим улы (1945 йыл—13 ғинуар 2005 йыл) — 1977—2004 йылдарҙағы «Жданов» («Колос») колхозы рәйесе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
  • Ситдиҡов Мирсат Мөбәрәк улы (апрель 1953 йыл — ноябрь 2013 йыл) — 2005—2012 йылдарҙағы колхоз рәйесе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
  • Әхмәтрәхимова Рәйҙә Зәйҙулла ҡыҙы (10 ғинуар 1960 йыл) — педагогик хеҙмәт ветераны, Рәсәй Федерацияһының дөйөм белем биреү мәкәбенең почётлы хеҙмәткәре, 2007—2015 йылдарҙа мәктәп директоры[12].
  • Ҡадырова Рәзилә Кинйәбай ҡыҙы (4 октябрь 1955 йыл) — педагогик хеҙмәт ветераны, Башҡортостан Республикаһының мәғәриф алдынғыһы, 1999—2007 йылдарҙа Мәкәш урта дөйөм белем биреү мәктәбе директоры[12].
  • Хәсәнова Фәниә Ғәйнулла ҡыҙы (14 февраль 1954 йыл) — педагогик хеҙмәт ветераны, Башҡортостан Республикаһының мәғәриф алдынғыһы.[12]
  • Фазрахманов Басир Рәүил улы (5 март 1964) — педагогик хеҙмәт ветераны, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы.[12]
  • Исмәғилева Рәмилә Ғәбделхаҡ ҡыҙы () — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған врачы.
  • Маликов Миҙхәт Ғөбәйҙулла улы (?) — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
  • Фазлыева Миннур Ҡотлоәхмәт ҡыҙы () — Рәсәй Федерацияһының почётлы кинемотографисы.
  • Зөйәев Әмир Мөхәмәҙиәр улы () — механизатор, Салауат Юлаев ордены кавалеры.
  • Нурғәлиев Мөнир Зөфәр улы () — комбайнёр, III дәрәжә Дан (1981), Салауат Юлаев (2006) ордендары кавалеры.
  • Зарипова Гөлсәсәк Ғәбделхаҡ ҡыҙы () — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
  • Ҡолоева Наилә Ғбделхаҡ ҡыҙы () — һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәт ветераны.
  • Зарипов Ғәбделхаҡ Зариф улы ?) — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
  • Рәшитов Ғәбделхаҡ Хәбиб улы (1921 йыл—?) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, 1958—1977 йылдарҙа «Жданов» колхозы рәйесе, Почёт Билдәһе ордены кавалеры.
  • Зарипова Дилара Ғәбделхәҡ ҡыҙы (1969 йыл) — Башҡортостан юлдаш телевидениеһының махсус проекттар етәксеһе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре (2009), «Тэфи» премияһы лауреаты (), Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзы ағзаһы (2002).
  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. хәҙерге Архангел районы
  4. Викидәреслек. Мәкәш ауылы
  5. Список населённых пунктов БашРеспублики (составлен Центральным Статическим Управлением) издание «Башкниги» Уфа-1926 г. Мекаш (Маляш) № 70 стр.25
  6. А.Казанцев. «История населённых пунктов Давлекановского района». — Өфө: «Издательские решения. По лицензии Ridero», 2021 й. — С. 221—212 б.б..
  7. Асфандияров А.З «История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий» стр.473 2022 йыл 11 апрель архивланған.
  8. 8,0 8,1 8,2 8,3 К.М.Хәмиҙуллина. «Башҡортостан Республикаһы Дәүләкән районы Мәкәш ауылының тарихы һәм тулы шәжәрәһе». — Өфө: «Мир печати», 2012 й. — С. 217.
  9. «Налог Белешмәһе системаһында» Мәкәш ауылы
  10. Коллектив автор: Әхнәф Харисов, Ким Әхмәтйәнов һ.б. «Башҡорт халыҡ ижады» Эпостар. — Өфө: «Китап», 1972 й. — С. 187—190-сы б.б..
  11. А.М.Хәкимйәнова, Р.Ғ.Мөхәмәтғәлин. «Дәүләкән ынйылары». — Өфө: «Эшлекле династия», 2008 й. — С. 377 б...
  12. 12,0 12,1 12,2 12,3 Давлекановский район. «Наши славные педагоги». — Уфа: «Валькирия», 2016 г.. — С. 176.