Ивановка (Дәүләкән районы)
Ауыл | |
Ивановка рус. Ивановка | |
Советтар Союзы Геройҙары Василий Утин һәм Михаил Бусаргин бюстары | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл советы | |
Координаталар | |
Нигеҙләнгән | |
Беренсе мәртәбә телгә алынған | |
Халҡы | |
Милли состав |
урыҫтар |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
453411 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Ивановка (рус. Ивановка) — Башҡортостандың Дәүләкән районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 749 кеше[2]. Ивановка ауыл Советының административ үҙәге.
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 749 | 364 | 385 | 48,6 | 51,4 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ивановка ауыл Советы үҙәге. Район үҙәгенән һәм Дәүләкән тимер юл станцияһынан төньяҡ көнбайышҡа табан 38 км алыҫлыҡта Юрмый йылғаһы (Сәрмәсән йылғаһы ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Ауыға 1891—1892 йылдарҙа Рязань, Түбәнге Новгород, Пенза, Ҡазан губерналарынан күсенеүсе крәҫтиәндәр һәм мещандар нигеҙ һала. 1892 йылда «Ивановка» крәҫтиән йәмғиәте ойошторола. Бәләбәй өйәҙе Боғҙан улусы Сәрмәсән бүлексәһе ҡаҙнаһынан 12 йылға ер ҡурымтаға алына. 1891 йылда ел тирмәне, 1894 йылда Иоанно-Предтеченск сиркәүе төҙөлә. 1906 йылда сиркәү-мәхәллә мәктәбе,4 ел тирмәне, 4 тимерлек, шарап һәм Һыра кибеттәре, халыҡ аудиторияһы, мөгәзәй теркәлгән. 1910 йылда фельдшер, дауалау, артабан дауахана бүлексәһе асыла. 1911 йылда ауылда янғын сыға, 16 йорт яна. 1913 йылда 2474 дисәтинә ере булған.
1919 йылда аҡтар ун һигеҙ Ҡыҙыл Армия һалдатын ата. Улар ауыл зыяратында ерләнгән, 1963 йылда һәйкәл ҡуйылған.
1929 йылда 4760,1 га ер майҙаны булған. 1930 йылдың октябрендә Калинин колхозы ойошторола. 1960 йылда Ивановкаға XIX быуаттың 2‑се яртыһында нигеҙләнгән Покровка (Юрмый) ауылы ҡушылған. М. Г. Гаршин һәм Советтар Союзы Геройы Николай Матвеевич Бусаргин ошо ауылда тыуған.
2021 йылдың 24 апрелендә Советтар Союзы Геройҙары Василий Утин һәм Николай Бусаргинға бюсттар ҡуйыла. 1979 йылда ауылдан 90 м алыҫлыҡа быуа, 1987 йылда 50 карауат-урынлыҡ яңы дауахана төҙөлә. 1989 йылда мәктәптә тыуған яҡты өйрәнеү муҙейы асыла.
Халҡы: 1906 йылда — 1093 кеше; 1920 йылда — 1538 кеше; 1939 йылда — 1147 кеше; 1959 йылда — 1144 кеше; 1989 йылда — 837 кеше; 2002 йылда — 750 кеше; 2010 йылда — 749 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, сиркәү бар[3][4].
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Исемдәре:[5]
Гаршин урамы (рус. Гаршина (улица))
Йылға аръяғы урамы (рус. Заречная (улица))
Механизаторҙар урамы (рус. Механизаторская (улица))
Покров урамы (рус. Покровская (улица))
Попов урамы (рус. Поповская (улица))
Топонимдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Исемдәре:[4]
Буланков соҡоро (рус. Буланков (овраг))
Варшава урамы (рус. Варшава (местность))
Кулдым (урын) (рус. Кулдым (местность))
Немушкин соҡоро (рус. Немушкин (овраг))
Покровка (ауыл урыны) (рус. Покровка (местность быв. деревни))
Поповка (ауыл урыны) (рус. Поповка (местность))
Пронин соҡоро (рус. Пронин (овраг))
Пронин (тауы) (рус. Пронина (гора))
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Утин Василий Ильич (17 декабрь 1918 йыл — 10 декабрь 1941 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир. Совет ғәскәрҙәренең Бессарабияға һәм Төньяҡ Буковинаға 1940 йылдағы хәрби походында ҡатнашыусы. СССР Эске Эштәр Халыҡ Комиссариатының махсус тәғәйенләштәге сик буйы полкы автоматсыһы, политрук урынбаҫары. Советтар Союзы Геройы (1942, үлгәндән һуң).
- Бусаргин Николай Матвеевич (11 ноябрь 1919 йыл — 26 июль 1990 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, уҡсылар полкының рота командиры, майор (1958). Советтар Союзы Геройы (1946).
- Гаршин Михаил Григорьевич (1932—3.09.1993), ауыл хужалығы эшмәкәре. 1959—1993 йылдарҙа Дәүләкән районы М. И. Калинин исемендәге колхоз рәйесе. Башҡорт АССР‑ының 7‑се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Рәсәй Федерацияһының (1992) һәм Башҡорт АССР‑ының (1989) атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Ленин (1966), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) һәм Халыҡтар Дуҫлығы (1981) ордендары кавалеры[6].
- Резяпов Виктор Семёнович (29 декабрь 1940 йыл) — педагог, сәйәсмән, хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре. Рәсәй Федерацияһының профессиональ белем биреү мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ының ун икенсе саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Милләте — урыҫ.
- Ясаков Фёдор Григорьевич (12 февраль 1918 йыл — ?) — уҡытыусы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры[7].
- Юткина Людмила Николаевна (5 июль 1957 йыл) — Башҡортосан Республикаһының мәғариф отличнигы (1999).[7]
- Резяпова Елена Михайловна (4 декабрь 1961 йыл) — Башҡортосан Республикаһының мәғариф отличнигы (2004).[7]
- Призенцов Алексей Викторович (14 ғинуар 1957 йыл) — 1993—2014 йылдарҙа мәктәп директоры, Башҡортосан Республикаһының мәғариф отличнигы (2005).[7]
Видеояҙмаларҙа
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- БСТ /Дәүләкән районы Ивановка ауылы мәкәтәбенә Советтар Союзы Геройы Василий Утин исеме бирелде(недоступная ссылка)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года . Дата обращения: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ А. З. Асфандияров «История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий» 477-се б 2022 йыл 3 апрель архивланған.
- ↑ 4,0 4,1 А.Казанцев. «История населённых пунктов Давлекановского района». — Өфө: «Издательские решения. По лицензии Ridero», 2021 й. — С. 160—162-се б.б..
- ↑ «Налог Белешмәһе» статистикаһында Ивановка
- ↑ Башҡорт Википедияһы / Гаршин Михаил Григорьевич
- ↑ 7,0 7,1 7,2 7,3 Давлекановский район. «Наши славные педагоги». — Уфа: «Валькирия», 2016 г.. — С. 176.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ивановка (Дәүләкән районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 24 март 2022)
- А. З. Асфандияров «История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий» 477-се б 2022 йыл 3 апрель архивланған.
- А.Казанцев. «История населённых пунктов Давлекановского района». — Өфө: «Издательские решения. По лицензии Ridero», 2021 й. — С. 160—162-се б.б..
- «Налог Белешмәһе» статистикаһында Шестопаловка ауылы
- Давлекановский район. «Наши славные педагоги». — Уфа: «Валькирия», 2016 г.. — С. 176.
- «Налог Белешмәһе» статистикаһында Ивановка