26 июль
26 июль | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
![]() |
26 июль — григориан стиле буйынса йылдың 207-се (кәбисә йылында 208-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 158 көн ҡала.
← июль → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | |||||
3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 |
10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 |
17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 |
24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 |
31 | ||||||
2023 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Ер: Эсперанто көнө.
СССР /
Рәсәй Федерацияһы: Парашютсылар көнө.
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1956: Хәҙерге Өфө дәүләт нефть техник университетының Салауат ҡалаһындағы филиалы ойошторола.
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ниғмәтуллин Рәфиҡ Тәлғәт улы (1950), ғалим-анатом. 1977 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 1990 йылдан хәҙерге «Бөтә Рәсәй күҙ һәм пластик хирургияһы үҙәге» федераль дәүләт бюджет учреждениеһы директорының фәнни эштәр буйынса урынбаҫары. Медицина фәндәре докторы (1997), профессор (1999). Рәсәй Федерацияһының (2006) һәм Башҡортостан Республикаһының (2000) атҡаҙанған фән эшмәкәре, СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1982). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мишкә районы Мишкә ауылынан.
- Иванов Александр Ильич (1960), ғалим-ветеринария табибы. 1995 йылдан Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы. Ветеринария фәндәре докторы (2004). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Хәйбулла районы Пугачёв ауылынан.
- Алһыу Бәхтиева (1970), театр актёры, йырсы. 1993 йылдан Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры, 2000 йылдан — Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры актёры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2004).
- Яковлева Марина Петровна (1965), ғалим-химик. 1988 йылдан хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Органик химия институты ғилми хеҙмәткәре, 1999 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Рөстәм Булатов (ижади псевдонимы «Тэм»; 1980), йырсы, 1997 йылдан «Lumen», 2014 йылдан — «23» төркөмө вокалсыһы һәм йыр текстары авторы.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Сериков Иван Павлович (1916—5.03.1958), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, уҡсылар полкының батальон командиры. 1944 йылда Өфөлә хәрби пехота училищеһын тамамлай, һуғыштан һуң Өфө гарнизонында хеҙмәт итә, 1952 йылда запасҡа сыҡҡандан һуң Өфөлә йәшәй. Полковник. Советтар Союзы Геройы (1945).
- Антонов Алексей Ананьевич (1961), хеҙмәт алдынғыһы, техник-механик. 1984 йылдан Салауат нефть эшкәртеү заводы хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе (2003). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Федоровка районы Петровка ауылынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ниғмәтуллин Ғәлимйән Әмирйән улы (ижади псевдонимы Ғәлимйән Ниғмәти; 1897—4.11.1941), журналист, әҙәбиәт белгесе. 1926 йылдан «Кызыл Татарстан» гәзитенең, 1928 йылдан — Татиздаттың баш мөхәррире; 1931—1932 йылдарҙа «Яналиф» журналының яуаплы мөхөрире, бер үк ваҡытта 1929 йылдан Татар педагогия институты уҡытыусыһы, 1934—1937 йылдарҙа татар теле һәм әҙәбиәте кафедраһы мөдире. 1934 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, яҙыусыларҙың бөтә Союз съезы делегаты (1934). Сәйәси золом ҡорбаны. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Благовар районы Өйҙөрәкбаш ауылынан.
- Калегин Анатолий Александрович (1952), хеҙмәт ветераны. 1974 йылдан хәҙерге Дүртөйлө электр һәм йылылыҡ селтәрҙәренең яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1994—2012 йылдарҙа — директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған энергетигы (2002). Сығышы менән Дүртөйлө ҡалаһынан.
- Калегин Юрий Александрович (1957), хәрби хеҙмәт ветераны, инженер-подполковник. 1974—2002 йылдарҙа СССР һәм Рәсәй Ҡораллы Көстәре хеҙмәткәре. Төньяҡ Кавказдағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы. 2-се дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы менән бүләкләнеүсе. Сығышы менән Дүртөйлө ҡалаһынан.
- Әбүбәкерова Суфия Фиҙаил ҡыҙы (1957), табип һәм йәмәғәт эшмәкәре, 1999-2016 йылдарҙа Архангел район үҙәк дауаханаһының баш табибы, 2012 йылдан район Советы рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Абдуллин Айҙар Риват улы (1962), ғалим-философ. 1984 йылдан Өфө аэропорты инженеры, 1986 йылдан ВЛКСМ дың Өфө район комитеты секретары, 1988 йылдан — Өфө авиация техникумының лаборатория мөдире, 1991—1992 йылдарҙа Өфө авиация институтының ғилми хеҙмәткәре; 1995—1999 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы социалогик фәндәр бүлегенең ғилми секретары, 2002 йылдан Өфө дәүләт авиация техник университеты, 2003 йылдан — Көнсығыш иҡтисади-юридик гуманитар академияһы уҡытыусыһы. Философия фәндәре докторы (2002), профессор (2009).
- Ғүмәрова Зарина Азат ҡыҙы (1992), спортсы. Карате (2010) һәм кикбоксинг (2014) буйынса спорт мастерлығына кандидат. Кикбоксинг буйынса Рәсәй (2007) һәм Башҡортостан (2009) чемпионы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районы Булат ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Плеханов Игорь Александрович (1933—2.08.2007), спортсы, мотоспорт буйынса СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры. Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1993) һәм «Халыҡтар дуҫлығы» ордены кавалеры (2004).
- Зиннуров Рафаил Нариман улы (1953), Рәсәйҙең дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, хоҡуҡ белгесе, яҙыусы, скульптор. Юридик фәндәр докторы (2003), профессор (2006). Башҡортостан Республикаһы дәүләт власының закондар сығарыусы (вәкәләтле) органдарынан Федерация Советы ағзаһы, (2013 йылдан), Федерация Советының халыҡ-ара эштәр буйынса Комитеты ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (2003), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2013), Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (1993).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1805: Константин Брумиди, АҠШ рәссамы.
- 1815: Роберт Ремак, Германия ғалим-эмбриологы, невропатолог.
- 1844: Илья Репин, Рәсәй империяһы рәссамы.
- 1856: Джордж Бернард Шоу, Бөйөк Британия яҙыусыһы, драматург, Нобель премияһы лауреаты.
- 1875: Антонио Мачадо-и-Руис, Испания шағиры.
- 1875: Карл Густав Юн, Швейцария психиатры, психолог һәм философ.
- 1885: Андре Моруа, Франция яҙыусыһы.
- 1890: Дэниел Дж. Каллаган, АҠШ-тың хәрби-диңгеҙ флоты эшмәкәре, контр-адмирал.
- 1900: Аделина Адалис, СССР шағиры, яҙыусы, тәржемәсе.
- 1900: Жак Феврие, Франция музыканты, пианист.
- 1920: Константин Рудницкий, СССР-ҙың театр тәнҡитсеһе һәм тарихсыһы.
- 1928: Стэнли Кубрик, АҠШ кинорежиссёры, продюсер.
- 1945: Хелен Миррен, Англия актрисаһы, «Оскар» премияһы эйәһе.
- 1955: Әсиф Әли Зардари, дәүләт эшмәкәре, 2008—2013 йылдарҙа Пакистан президенты.
- 1955: Александр Старков, СССР футболсыһы, Латвияның футбол тренеры.
- 1970: Андрей Григорьев-Апполонов, Рәсәй йырсыһы, «Иванушки International» төркөмө солисы.
- 1980: Дэйв Бэкш, Канада музыканты, «Sum 41» панк-рок төркөмө гитарисы.
- 1985: Гаэль Клиши, Франция футболсыһы, «Истанбул Башакшехир» клубы һәм ил йыйылма командаһы һаҡсыһы.
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1970: Әхмәтзәки Вәлиди Туған, башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте етәксеһе.
- 2013: Суң Чжә-ки, Көньяҡ Корея йәмәғәт эшмәкәре, хоҡуҡ яҡлау һәм граждандар активисы.
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]