Көнсығыш иҡтисади-юридик гуманитар академияһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Көнсығыш иҡтисади-юридик гуманитар академияһы
Нигеҙләү датаһы 1993[1]
Дәүләт  Рәсәй
Урын Өфө
Уҡыусылар һаны 6700[2]
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Өфө, Рәсәй
Рәсми сайт vegu.ru

Көнсығыш иҡтисади-юридик гуманитар академияһы (рус. Восточная экономико-юридическая гуманитарная академия) — 2012 йылға ҡарата Рәсәй Федерацияһының иң ҙур дәүләткә ҡарамаған юғары уҡыу йорттарының береһе[3].

Юридик адресы — Башҡортостан, Өфө ҡалаһы, Менделеев урамы, 215/4.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Юғары уҡыу йорто 1993 йылда нигеҙләнгән[4]. Башта Иҡтисад, гуманитар фәндәр, идара итеү һәм хоҡуҡ институты (рус. Восточный институт экономики, гуманитарных наук, управления и права, ВЭГУ) тип атала[5].

Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм фән министрлығының 2015 йылғы мониторингыһы мәғлүмәттәренә ярашлы, юғары уҡыу йортонда 6700 студент, шул иҫәптән көндөҙгө бүлек программалары буйынса 393 студент белем алған[6].

Академия Рәсәй Федерацияһы һәм башҡа илдәрҙең биләмәләрендә урынлашҡан филиалдар селтәренә эйә булған. Әммә 2016 йылғы мәғлүмәттәр буйынса, Өфөләге уҡыу йортоноң ғына белем биреү эшмәкәрлегенә лицензияһы бар[7]. Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм фән министрлығы ярҙамында әҙерләгән юғары уҡыу йорттары эшмәкәрлегендә белем биреү сифатын бойондороҡһоҙ баһалау һөҙөмтәләренә ярашлы, 2017 йылда Көнсығыш иҡтисади-юридик гуманитар академияһы Рәсәйҙең иң яҡшы юғары уҡыу йорттары исемлегенә инде[8][9].

Структураһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2016 йылға ҡарата академия составына биш институт инә[10]:

  • Юридик институт;
  • Психология һәм социаль-мәҙәни хеҙмәт һәм журналистика институты;
  • Иҡтисад, информатика һәм идаралыҡ институты;
  • Белем биреүҙең заманса технологиялар институты;
  • Өҫтәмә белем биреү институты.

1995 йылдан уҡыу йорто социаль-иҡтисади, ижтимағи һәм гуманитар фәндәр буйынса «Вестник ВЭГУ» ғилми журналын баҫтырып сығара[11][5]. Ул Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм фән министрлығының юғары аттестацион комиссияһы тарафынан рецензияланған фәнни журналдар исемлегенә инә[12].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. http://www.xn----7sbacsfsccnbdnzsqis3h5a6ivbm.xn--p1ai/index.php/ukazateli/2-statya/11891-vostochnaya-ekonomiko-yuridicheskaya-gumanitarnaya-akademiya
  2. http://indicators.miccedu.ru/monitoring/2015/inst.php?id=1849
  3. Архивированная копия. Дата обращения: 27 май 2016. Архивировано из оригинала 27 март 2015 года. 2015 йыл 27 март архивланған.
  4. Основные сведения. vegu.ru. Дата обращения: 27 май 2016.
  5. 5,0 5,1 Миннибаев Е. К. Көнсығыш иҡтисади-юридик гуманитар академияһы // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН «Башкирская энциклопедия», 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  6. Информационно-аналитические материалы по результатам проведения мониторинга деятельности образовательной организации высшего образования 2015 года — Восточная экономико-юридическая гуманитарная академия. Минобрнауки. Дата обращения: 7 октябрь 2015. 2016 йыл 25 июнь архивланған.
  7. Ҡалып:ЛР
  8. Перечень лучших вузов по результатам независимой оценки качества образовательной деятельности организаций высшего образования — 2017. URL: https://vid1.ria.ru/ig/ratings/NOKO_2017_top.html
  9. В России проведена независимая оценка качества деятельности вузов  (рус.), РИА Новости (20170915T1641+0300Z). 13 ноябрь 2017 тикшерелгән.
  10. Об академии. vegu.ru. Дата обращения: 27 май 2016. Архивировано из оригинала 24 июнь 2016 года. 2016 йыл 24 июнь архивланған.
  11. Вестник ВЭГУ - О журнале. www.work.vegu.ru. Дата обращения: 27 май 2016. Архивировано из оригинала 28 апрель 2015 года. 2015 йыл 28 апрель архивланған.
  12. Перечень рецензируемых научных изданий, в которых должны быть опубликованы основные научные результаты диссертаций на соискание ученой степени кандидата наук, на соискание ученой степени доктора наук. — С. 17.

Ҡалып:Вузы Уфы