5 август
Перейти к навигации
Перейти к поиску
5 август | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
![]() |
5 август — григориан стиле буйынса йылдың 217-се (кәбисә йылында 218-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 148 көн ҡала.
← август → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
29 | 30 | 31 | ||||
2022 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Светофор көнө.
Буркина-Фасо: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
Хорватия: Еңеү көнө.
Латвия: Тимер юлсылар көнө.
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Мертваго Дмитрий Борисович (1760—23.06.1824), Рәсәй империяһының дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, тыуған яҡты өйрәнеүсе. Дворяндарҙан. 1787—1796 йылдарҙа Өфө наместниклыҡ башҡармаһы советнигы. 1789 йылда Мертваго башланғысы менән Өфөлә мосолмандар диниә назараты асыла. 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы, 18-се быуат аҙағы — 19-сы быуат башында төбәк халҡының көнкүреше һәм йолалары тураһында мәғлүмәт тупланған «Записки Дмитрия Борисовича Мертваго. 1760—1824»; 1867) исемле китап авторы. Сығышы менән хәҙерге Сыуаш Республикаһының Алатырь ҡалаһы янында булған элекке Мертовщина ауылынан.
- Ғәйфуллин Хәсән Әхмәт улы (1900 — билдәһеҙ), дәүләт һәм партия эшмәкәре. 1933—1935 йылдарҙа ВКП(б)-ның Мәсетле район комитетының беренсе секретаре, артабан Башҡорт АССР-ы Халыҡ Комиссарҙары Советы Рәйесенең беренсе урынбаҫары. Сәйәси золом ҡорбаны. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Йәрмәкәй районы Тарҡаҙы ауылынан.
- Ғимаҙиев Үзбәк Ибраһим улы (1920—13.08.1987), журналист, ғалим-әҙәбиәт белгесе. 1955 йылдан «Кызыл таң» гәзитенең бүлек мөдире, мөхәррир урынбаҫары, 1968 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1981 йылдан — татар теле һәм әҙәбиәте кафедраһы мөдире. Филология фәндәре докторы (1985). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районы Яңы Ҡарамалы ауылынан.
- Ғәйнуллин Айрат Ғәриф улы (1930—1992), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе эшмәкәре. 1956—1988 йылдарҙа «Аксаковнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы Приют медик-санитар часының баш табибы. РСФСР-ҙың һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы, Бәләбәй ҡалаһының почётлы гражданы.
- Фаҡаев Исхаҡ Фаҡайетдин улы (1930), хеҙмәт ветераны, ғалим-агроном. 1970—1982 йылдарҙа Балтас район Советы башҡарма комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары — ауыл хужалығы идаралығы начальнигы. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (1968). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1971), Балтас районының почётлы гражданы. Сығышы менән ошо райондың Иҫке Балтас ауылынан.
- Шатов Александр Алексеевич (1945), ғалим-инженер-технолог, хужалыҡ эшмәкәре. 1983 йылдан Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы «Сода» производство берекмәһенең баш инженеры, 1985—1987 йылдарҙа — генераль директоры, 1988 йылдан — баш инженерҙың фән буйынса урынбаҫары һәм инженерлыҡ аналитика идаралығы начальнигы, бер үк ваҡытта 1989 йылдан Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институты уҡытыусыһы, 1995 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Стратегик тикшеренеүҙәр институты Стәрлетамаҡ филиалының лаборатория мөдире. Техник фәндәр докторы (1995), профессор (1997). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2008), уйлап табыу һәм рационализаторлыҡ отличнигы (1980), Рәсәй Федерацияһының почётлы химигы (2013), СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1982). Рәсәй Хөкүмәтенең (2013) һәм Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт (2007) премияһы лауреаты. Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры (1986). Сығышы менән хәҙерге Иваново өлкәһенең Иванов районы Перепечино ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Косоротов Василий Емельянович (1871—1.12.1957), СССР-ҙың совет органдары һәм хужалыҡ хеҙмәткәре. 1906 йылдан РСДРП ағзаһы. Өфө губернаһынан Рәсәй империяһының 3-сө Дәүләт думаһы (1907—1912) депутаты. 1910 йылдан Өфө, Һамар, Әстерхан ҡалаларында партия эшендә, 1918 йылдан Һамар губерна Халыҡ Хужалығы Советы рәйесе, эшсе, крәҫтиән һәм ҡыҙылармеец депутаттары Советының губерна башҡарма комитетының рәйес урынбаҫары; 1922—1932 йылдарҙа Мәскәүҙә, 1924 йылға тиклем Башҡорт АССР-ы буйынса Тышҡы сауҙа халыҡ комиссариаты вәкиле. Ленин ордены кавалеры (1954). Сығышы менән Белорет ҡалаһынан.
- Дусәлимов Альберт Түрйән улы (1946), хеҙмәт ветераны. 1995—2010 йылдарҙа «Рәсәй почтаһы» федераль дәүләт унитар предприятиеһы филиалы – Федераль почта элемтәһенең Башҡортостан Республикаһы идаралығы етәксеһе. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған элемтә хеҙмәткәре һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған элемтәсеһе. Элемтә мастеры, Башҡортостандың почта элемтәһе мастеры. Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы Киндеркүл ауылынан.
- Хөсәйенов Әхәт Рәхмәтулла улы (1946), театр актёры, яҙыусы, юмористик хикәйәләр авторы. 1982 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. 1966 йылдан Салауат башҡорт дәүләт драма театры, 1968 йылдан (өҙөклөк менән) Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры; 1992—2002 йылдарҙа Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театры директоры, бер үк ваҡытта актёры. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1990).
- Хәйбуллин Хисаметдин Салауат улы (1946), педагогик хеҙмәт ветераны. 1990—2004 йылдарҙа хәҙерге Мостафина Фатима Хәмит ҡыҙы исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре.
- Хәйруллин Солтан Ғөбәйҙулла улы (1951), хужалыҡ эшмәкәре, йәмәғәтсе. 2002—2010 йылдарҙа Өфөләге «УЗЭМИК» йәмғиәтенең генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының өсөнсө һәм дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған, Рәсәйҙең почётлы химигы. Сығышы менән хәҙерге Татарстан Республикаһының Балтас районы Түюәнге Сасна ауылынан.
- Вәлиуллин Наил Ғәбит улы (1956), эске эштәр һәм һалым органдары ветераны, иҡтисадсы, юрист. Эске эштәр министрлығының отставкалағы полковнигы. 1994—2003 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Һалым инспекцияһы идаралығының етәксе урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бишбүләк районы «Дим» совхозы Ольховка ауылынан.
- Ишембаев Ринат Сәхиулла улы (1976), спортсы. «Башнефть» шашка клубы тәрбиәләнеүсеһе. Халыҡ-ара шашка уйындары буйынса халыҡ-ара мастер (2001). Клубтар араһында Европа шашка конфедерацияһы кубогын яулаусы (2001) һәм Рәсәй чемпионы (2001, 2006). Үҫмер спортсылар араһында Рәсәй чемпионы (1997, 1999).
- Исмәғилев Фидан Филарид улы (1981—6.08.2021), юрист, хужалыҡ эшмәкәре. 2020 йылдың февраленән Башҡортостан республика ҡулланыусылар йәмғиәте — Башпотребсоюз идараһы рәйесе. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бүздәк районы Бүздәк ауылынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Арсланов Әхнәф Гәрәй улы (1922—1.08.2003), партия һәм юғары мәктәп хеҙмәткәре, 1983—1998 йылдарҙа Өфө нефть институтының Салауат филиалы директоры. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған иҡтисадсыһы, Салауат ҡалаһының почётлы гражданы (1998).
- Фәтҡуллин Әнүәр Әсәҙулла улы (1922—21.12.1986), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби осоусы, полковник. Советтар Союзы Геройы,
- Әхмәҙиев Вафа Исхаҡ улы (1937—20.10.1983), башҡорт шағиры, әҙәбиәт белгесе. 1976 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Филология фәндәре кандидаты (1970).
- Завьялова Галина Сергеевна (1947), журналистика ветераны, 1984—2003 йылдарҙа Нефтекама ҡалаһының «Красное Знамя» гәзите мөхәррире. СССР Журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Скурко Евгения Романовна (5.08.1947), музыка белгесе, сәнғәт фәндәре докторы (2005), профессор (2007). 1984 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының (2014) һәм Башҡортостан Республикаһының (2001) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Сығышы менән Һамар ҡалаһынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Саттаров Фәүзи Миңлемулла улы (1923—28.07.1996), балет артисы, балетмейстер. РСФСР‑ҙың (1955) һәм Башҡорт АССР‑ының (1952) атҡаҙанған артисы.
- Тотманов Рәдис Нурислам улы (1953), бейеүсе, педагог-хореограф һәм балетмейстер. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1994).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Кувшинов Леонид Михайлович (1914—18.08.1973), хәрби хеҙмәткәр, осоусы, полковник (1957). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Советтар Союзы Геройы (1957). СССР-ҙың атҡаҙанған һынаусы лётчигы (1959).
- Фәтҡуллин Ғөбәй Сәлим улы (1914—19.08.2012), ауыл хужалығы эшмәкәре. 1950—1975 йылдарҙа Учалы районының «Совет» колхозы рәйесе. Бөйөк Ватан һуғышында һәм 1945 йылдағы совет-япон һуғышында ҡатнашыусы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1957). Сығышы менән ошо райондың Ҡунаҡбай ауылынан.
- Әхмәтвәлиев Линар Миниғаян улы (1959), театр актёры. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2009).
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1850: Ги де Мопассан, Франция яҙыусыһы.
- 1860: Луис Уэйн, Англия рәссамы.
- 1905: Василий Леонтьев, АҠШ-тың иҡтисадсы ғалимы, Нобель премияһы лауреаты (1973).
- 1905: Артём Микоян, СССР авиаконструкторы, ике тапҡыр Социалистик Хеҙмәт Геройы.
- 1910: Пимен, дин әһеле, 1971—1990 йылдарҙа Мәскәү һәм Бөтә Рәсәй патриархы.
- 1930: Нил Армстронг, Америка астронавы, Айға аяҡ баҫҡан тәүге кеше.
- 1930: Эмин Хачатурян, СССР композиторы һәм дирижёры, кинокомпозитор, РСФСР-ҙың халыҡ артисы.
- 1970: Константин Ерёменко, Рәсәй спортсыһы, мини-футбол буйынса Европа чемпионы (1999).
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1962: Мэрилин Монро, АҠШ-тың кино актёры, йырсы.
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]