Косоротов Василий Емельянович
Косоротов Василий Емельянович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 24 июль (5 август) 1871 |
Тыуған урыны | Белорет, Верхнеурал өйәҙе, Ырымбур губернаһы, Оренбургское генерал-губернаторство[d], Рәсәй империяһы[1] |
Вафат булған көнө | 1 декабрь 1957[1] (86 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, СССР[1] |
Ерләнгән урыны | Новодевичье зыяраты[d] |
Һөнәр төрө | революционер |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Ойошма ағзаһы | Общество старых большевиков[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Косоротов Василий Емельянович Викимилектә |
Косоротов Василий Емельянович (5 август 1871 йыл — 1 декабрь 1957 йыл) — Башҡортостанда революцион хәрәкәттә ҡатнашыусы, Рәсәй Империяһының 3-сө саҡырылыш Дәүләт думаһы ағзаһы, большевик-депутаты; Ленин ордены кавалеры (1954).
Биография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Василий Емельянович Косоротов 1871 йылдың 24 июлендә (яңы стиль буйынса 5 августа) Ырымбур губернаһының Верхнеуральск өйәҙе Белорет заводы ҡасабаһында, хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Белорет ҡалаһында, эшсе ғаиләһендә тыуған[2]
Халыҡ мәктәбен тамамлағандан һуң ул да эшсе булып китә, 1883—1888 йылдарҙа Белорет заводында эшләй. 1903—1905 йылдарҙа Турғай өлкәһендә һөргөндә була. Һөргәндән әйләнеп ҡайтҡас Өфө губернаһында төпләнә, он тирмәнендә балта оҫтаһы булып эшләй[3]. 1906 йылдан РСДРП ағзаһы. 1905—1907 йылдарҙағы Уралда булған революцияла ҡатнаша, революцион эшмәкәрлек өсөн ҡулға алына һәм һөргөндә була. Өфө губернаһынан Рәсәй империяһының 3-сө саҡырылыш Дәүләт думаһы депутаты — социал‑демократик фракция ағзаһы. 1909 йылдың апрелендә Юрүҙән заводы эшселәре алдында хөкүмәткә ҡаршы сығышы өсөн Думанан сығарыла.
1910 йылдан Василий Косоротов Өфөлә, Һамарҙа Әстерханда большевиктар партияһы эшендә була. Октябрь революцияһынан һуң, 1917 йылдан, Һамарҙа совет һәм хужалыҡ эштәрендә була: 1918 йыл — Һамар халыҡ хужалығы губерна советы рәйесе, Һамар эшселәр, крәҫтиәндәр һәм ҡыҙылармеецтар депутаттары губерна советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары.
1922 йылдан Косоротов Мәскәүҙә эшләй — тәүҙә тышҡы сауҙа халыҡ комиссариатында, 1924 йылдан — Балтик буйы һәм Скандинавия илдәрендә ауыл хужалығы кооперацияһы Союзы вәкиле. 1930 йылда «Интурист» Бөтә союз берекмәһе рәйесе урынбаҫары, һуңынан тағы ла тышҡы сауҙа халыҡ комиссариатында эшләй.
1932 йылдан — персональ пенсионер, Мәскәүҙә йәшәй, 1957 йылдың 1 декабрендә вафат була. Новодевичье зыяратында ерләнгән (5-се участка, 13-сө рәт).
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Белорет ҡалаһында урам Косоротов исеме менән аталған (элекке Неудачинская); 1895—1910 йылдарҙа ул йәшәгән йортҡа мемориаль таҡта ҡуйылған.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 Косоротов Василий Емельянович // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ Косоротов Василий Емельянович(недоступная ссылка)
- ↑ Косоротов Василий Емельянович 2017 йыл 13 ноябрь архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- [ Косоротов Василий Емельянович] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәләБольшой советской энциклопедии[ Косоротов Василий Емельянович] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
- Косоротов Василий Емельянович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 31 июль 2019)
- 5 августа тыуғандар
- 1871 йылда тыуғандар
- Белоретта тыуғандар
- 1 декабрҙә вафат булғандар
- 1957 йылда вафат булғандар
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- Мәскәүҙә ерләнгәндәр
- Ленин ордены кавалерҙары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Рәсәй революционерҙары
- Рәсәй империяһының өсөнсө саҡырылыш Дәүләт думаһы ағзалары
- Өфө губернаһынан Рәсәй империяһы Дәүләт думаһы депутаттары
- КПСС ағзалары