Эстәлеккә күсергә

Аксаковнефть

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
НГДУ «Аксаковнефть»
Нигеҙләнгән

1955

Уранлашыуы

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы: Приют, Башҡортостан

Төп фигуралар

генераль директоры Мерзляков Владимир Филиппович

Тармаҡ

нефть химияһы

Продукция

нефть сығарыу

Хеҙмәткәрҙәр һаны

2990 (1999 йылда)

«Аксаковнефть» — элекке нефть һәм газ сығарыу идаралығы, Башҡортостан Республикаһында газ һәм нефть сығарыу менән шөғөлләнә, «Ишембайнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы менән берләштерелгән.

Предприятиеның штаб-фатиры түбәндәге адрес буйынса урынлашҡан: Рәсәй Федерацияһы, Башҡортостан Республикаһы, Приют ҡасабаһы, Вокзал урамы, 13.

«Аксаковнефть» 1955 йылда «Башнефть» берекмәһе составында Башҡорт АССР-ының Приют ҡасабаһында ойошторола.

Предприятие хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бишбүләк, Бәләбәй, Йәрмәкәй, Миәкә һәм Әлшәй райондары һәм Ырымбур өлкәһенең Пономарёвка районы биләмәләрендә урынлашҡан Шкапов ятҡылығындағы, шулай уҡ Бәләбәй, Сатыев, Знаменский, Раевка, Шафран һ. б. нефть ятҡылыҡтарындағы нефть һәм газды сығарыу һәм эшкәртеү өсөн ойошторола. Бәләбәй ҡалаһы һәм Приют ҡасабаһы өсөн төп етештереү производствоһы булып тора.

Әлеге ваҡытта предприятие тарафынан яҡынса 230 миллион тонна нефть сығарылған, нефть сығарыуҙың максималь кимәле 1963 йылда теркәлгән — 11 400 мең тонна нефть.

1970 йылдан — нефть һәм газ сығарыу идаралығы.

1995 йылдан «Башнефть» акционер нефть компанияһы филиалы була.

2003 йылда «Аксаковнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы асыҡ акционерҙар йәмғиәте итеп үҙгәртелгән.

Предприятие «Приют нефтсеһе» гәзите баҫтырып сығара.

«Аксаковнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы ЯСЙ йыл һайын Башҡортостандың 15 ятҡылығында 1 миллион тонна нефть сығара һәм эшкәртә.

2012 йылға предприятие яҡынса 229 миллион тонна нефть сығарған һәм 3864 скважина быраулаған.

2005 йылда «Башнефть» «Башнефть-Ишембай» акционер нефть компаниялары ААЙ филиалы Аксаков нефть һәм газ сығарыу буйынса идаралыҡ (АУДНГ) итеп үҙгәртеп ҡорола.

Предприятие составында стадион, спорт залы, ике профилакторий, ял базаһы, ҡала ситендәге балалар лагеры, поликлиника, ашхана бар, спорт — дзюдо, волейбол, футбол секцияларына ярҙам итә.

Тирә-яҡ мөхитте бысратыуға юл ҡуймау маҡсатында предприятиела саралар күрелә: нефть резервуарҙары махсус коррозияға ҡаршы һаҡлағыстар менән көпләнгән, нефттең еңел фракцияларын тотоу буйынса ҡоролмалар эшләтелә, өҫкө һәм ер аҫты һыуҙарының бысраныу кимәле мониторингы үткәрелә.

Предприятиеның билдәле хеҙмәткәрҙәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Хәбибуллин Мөбәрәкша Сафиулла улы (1955—1977) — Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).
  • В. П. Максимов — техник фәндәр докторы, Ленин премияһы лауреаты[1],
  • Я. М. Каган — техник фәндәр докторы, СССР дәүләт премияһы лауреаты.
  • Геология-минералогия фәндәре докторҙары Э. М. Хәлимов һәм Е. В. Лозин.
  • Межлумов Оник Арсеньевич (1955—1964)
  • Травниций Вениамин Николаевич (1964—1979)
  • А. П. Сафронов
  • Мөхөтдинов И. Р.
  • Владимир Филиппович Мерзляков — «Аксаковнефть» нефть газ табыу идаралығы ЯСЙ генераль директоры; 1987—2005 йылдар
  • Н. В. Панин — башҡарма директор
  • Башҡорт энциклопедияһы. т. 1. Башҡорт энциклопедияһы нәшриәте. Өфө, 2006.