Эстәлеккә күсергә

Приют (Бәләбәй районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
1956
Приют
рус. Приютво
Герб
Герб
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Бәләбәй районы

Поссовет

Приют (Башҡортостан)

Координаталар

53°53′50″ с. ш. 53°56′16″ в. д.HGЯO

Эске бүленеш

Иҫке һәм Яңы, Кесе Приют, Болон

Биләмә Башлығы

Юнусова Лилия Рим ҡыҙы

Нигеҙләнгән

XIX быуат башы

Беренсе мәртәбә телгә алынған

1830

Элекке исеме

Йорт

Майҙаны

11,57 км²

Климат тибы

уртаса континенталь

Халҡы

19 790[1] кеше (2016)

Тығыҙлығы

78,7 кеше/км²

Милли состав

урыҫтар, татарҙар, башҡорттар, сыуаштар, мордвалар, украиндар

Конфессиональ составы

православныйҙар, мосолман-сунниттар

Этнохороним

приютовцы, приютовец

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Телефон коды

+7 34786

Почта индексы

452017, 452018

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

80 209 565

Код ОКТМО

80 609 165 051

Рәсми сайт

priutovogp.ru

Приют (Рәсәй)
Приют
Приют
Приют (Бәләбәй районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Приют

Приют (рус. Приютово) — Башҡортостан Республикаһының Бәләбәй районындағы эшселәр ҡасабаһы. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 20891 кеше[2]. Почта индексы — 452017, 452018, ОКАТО коды — 80 209 565.

Ҡасабала «Газпром трансгаз Өфө» яуаплығы сикләнғән йәмғиәттең линия-производство идаралығы (ЛПУ) урынлашҡан. Идаралыҡ Төмән өлкәһенән килгән нефть һәм газ үткәргесте хеҙмәтләндерә.

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 20891 9597 11294 45,9 54,1

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Приют — ҡала тибындағы ҡасаба, Приют ҡасаба Советы үҙәге, тимер юл станцияһы. Бәләбәй ҡалаһынан көньяҡ‑көнсығышҡа табан 26 саҡрым алыҫлыҡта Куйбышев тимер юлында[3], Бәләбәй—Йәрмәкәй— Приют автомобиль юлында урынлашҡан. Приютта «Приют нефть сығарыуҙы автоматлаштырыу идаралығы», «„Нефтестроймонтаж“ Приют идаралығы», «Газпром Трансгаз Уфа» ЯСЙ‑ның Приют магистраль газ үткәргестәре линия‑производство идаралығы, Шкапов газ эшкәртеү заводы, «Башнефть» АНК‑ның «Башнефть—Ишембай» филиалы, Нефтекама нефть промыслаһы ҡорамалдары заводы филиалы эшләй. Музыка, художество мәктәптәре һәм 3 урта мәктәп, 6 балалар баҡсаһы, Балалар ижады үҙәге, спорт‑һауыҡтырыу комплексы, туберкулёзға ҡаршы дауахана, мәҙәниәт йорто, 2 китапхана, мәсет, Тихвин Божья Матерь иконаһы ҡорамы бар. Ҡасабаны XIX башында Бәләбәй өйәҙендә урыҫ крәҫтиәндәре бәләкәй ауыл булараҡ нигеҙләй. Йорт исеме менән билдәле булған. 1865 йылда 14 йортта 82 кеше йәшәгән. Халыҡ игенселек, малсылыҡ менән шөғөлләнгән. Һыу тирмәне булған. 1906 йылда ел тирмәне, мөгәзәй теркәлгән. 1920 йылда Приют ауылында — 147 кеше, Приют Станцияһында — 118 кеше, Приют (341 кеше) ҡасабалары иҫәпкә алынған. 1939 йылда Приют Станцияһында — 1082 кеше, Приют (115 кеше) ҡасабалары теркәлгән. XX башында Приютҡа Любино ауылы[4], 1956 йылда — Приют МТС‑ы ҡасабаһы[5], 1959 йылда — Болан ауылы, 2005 йылда Кесе Приют, Плодопитомник[6] ҡасабалары ҡушылған. Приютово Шкапов нефть ятҡылығы эшкәртелгән ваҡытта үҫеш ала. 1930—1932 йылдарҙа — Приют районының административ үҙәге, 1956—2004 йылдарҙа Бәләбәй ҡалаһы составына ингән. 1956 йылдан хәҙерге статусын ала. Халҡы: 1906 йылда — 104 кеше; 1920 йылда — 606 кеше; 1939 йылда — 1250 кеше; 1959 йылда — 20468 кеше; 1989 йылда — 19262 кеше; 2002 йылда — 21150 кеше; 2010 йылда — 20891 кеше. Урыҫтар, татарҙар, сыуаштар, башҡорттар йәшәй (2002)[7].

Исемдәре:[8]

ВЛКСМ-дың 50 йыллыҡ урамы (рус. 50 лет ВЛКСМ (улица))

Автомобилист (тер. ГСК) (рус. Автомобилист (тер. ГСК))

Аксаков урамы) (рус. Аксакова (улица))

Ҡайын (тер. СНТ) (рус. Березка (тер. СНТ))

Дауахана урамы (рус. Больничная (улица))

Ҙур баҡса урамы (рус. Большая Садовая (улица))

Болон быуаһы территорияһы (рус. Булановский пруд (территория))

Буровая урамы (рус. Буровая (улица))

Вокзаль урамы рус. Вокзальная (улица)

Икенсе (Көнбайышй мкр.) урамы (рус. Вторая (Западный мкр.) (улица))

Газовик (тер. ГСК) (рус. Газовик (тер. ГСК))

Газовик 1 (тер. СНТ) (рус. Газовик 1 (тер. СНТ))

Ғәйнуллин урамы рус. Гайнуллина (улица))

Гарант (тер. ГСК) (рус. Гарант (тер. ГСК)

Ҡәнәфер (тер. СНТ) (рус. Гвоздика (тер. СНТ))

Гоголь урамы (рус. Гоголя (улица))

Горизонт (тер. ГСК) (рус. Горизонт (тер. ГСК))

Горький урамы (рус. Горького (улица))

Добытчик (тер. СНТ) (рус. Добытчик (тер. СНТ))

Дуҫлыҡ урамы (рус. Дружбы (улица))

Тимербетон (тер. СНТ) (рус. Железобетон (тер. СНТ))

Законтурник (тер. СНТ) (рус. Законтурник (тер. СНТ))

Көнбайыш урамы (рус. Западная (улица))

Көнбайыш (микрорайон) (рус. Западный (микрорайон))

Йылға аръяғы урамы (рус. Заречная (улица))

Йәшел урам (рус. Зеленая (улица))

Еләкле урамы (рус. Земляничная (улица))

Зерновик (тер. СНТ) (рус. Зерновик (тер. СНТ))

Талҡай (тер. СНТ) (рус. Ивушка (тер. СНТ))

Калинин урамы (рус. Калинина (улица))

Карла Маркс урамы (рус. Карла Маркса (улица))

Карцев урамы (рус. Карцева (улица))

Карцева тыҡрығы (рус. Карцева (переулок))

Квант (тер. ГСК) (рус. Квант (тер. ГСК))

Киров урамы (рус. Кирова (улица))

Башаҡ (тер. СНТ) (рус. Колос (тер. СНТ))

Коммунальник (тер. СНТ) (рус. Коммунальник (тер. СНТ))

Комсомол урамы (рус. Комсомольская (улица))

Крупская ураамы (рус. Крупской (улица))

Куйбышев урамы (рус. Куйбышева (улица))

Урман урамы (рус. Лесная (улица))

Туғай урамы (рус. Луговая (улица))

Магистраль урамы ((рус. Магистральная (улица))

Мәжит Ғафури урамы (рус. Мажита Гафури (улица))

Кесе-Приют (тер. ГСК) (рус. Мало-Приютово (тер. ГСК))

Матросов урамы (рус. Матросова (улица))

Матросов (тер. ГСК) (рус. Матросово (тер. ГСК))

Маяковский урамы (рус. Маяковского (улица))

Милиция (тер. СНТ) (рус. Милиция (тер. СНТ))

Тыныслыҡ бульвары (рус. Мира (бульвар))

Монтажник 1 (тер. СНТ) (рус. Монтажник 1 (тер. СНТ))

Монтажник-2 (тер. СНТ) (рус. Монтажник-2 (тер. СНТ))

Муса Йәлил урамы (рус. Мусы Джалиля (улица))

Некрасов урамы (рус. Некрасова (улица))

Нефтяник 2 (тер. СНТ) (рус. Нефтяник 2 (тер. СНТ))

Нефтяник-1 (тер. СНТ) (рус. Нефтяник-1 (тер. СНТ))

Нефтяниктар урамы (рус. Нефтяников (улица))

Йәшелсә баҡсаһы урамы (рус. Огородная (улица))

Парамонов урамы (рус. Парамонова (улица))

Парк урамы (рус. Парковая (улица))

Пархоменко урамы (рус. Пархоменко (улица))

Беренсе (Көнбайыш мкр.) урамы (рус. Первая (Западный мкр.) (улица))

Беренсе (Төҙөүсе 1 тер. СНТ) урамы (рус. Первая (Строитель 1 тер. СНТ) (улица))

Беренсе май урамы (рус. Первомайская (улица))

Урман аҫты урамы (рус. Подлесная (улица))

Ялан урамы (рус. Полевая (улица))

Пролетар урамы (рус. Пролетарская (улица))

Быуа (тер. ГСК) (рус. Прудное (тер. ГСК))

Пугачев урамы (рус. Пугачева (улица))

Пушкин урамы (рус. Пушкина (улица))

Эшсе урамы (рус. Рабочая (улица))

Йәйғор урамы (рус. Радужная (улица))

Шишмә урамы (рус. Родниковая (улица))

Баҡса урамы (рус. Садовая (улица))

Сөгөлдөр пункты (рус. Свеклопункт (улица))

Свердлов урамы (рус. Свердлова (улица))

Ирек урамы (рус. Свободы (улица))

Төньяҡ урам (рус. Северная (улица))

Төньяҡ (тер. ГСК) (рус. Северное (тер. ГСК))

Ауыл хужалығы техникаһы (тер. СНТ) (рус. Сельхозтехника (тер. СНТ))

Совет урамы (рус. Советская (улица))

Теләктәшлек (тер. СНТ) (рус. Содружество (тер.СНТ))

Теләктәшлек (тер. ГСК) (рус. Содружество (тер. ГСК))

Ҡояшлы урамы (рус. Солнечная (улица))

Ҡарағайлыҡ (тер. СНТ) ({{lang-ru|Сосновый бор (тер. СНТ)})

Старт (тер. ГСК) (рус. Старт (тер. ГСК)

Дала урамы (рус. Степная (улица))

Төҙөүселәр урамы (рус. Строителей (улица))

Төҙөүсе (тер. ГСК) (рус. Строитель (тер. ГСК))

Төҙөүсе 1 (тер. СНТ) (рус. Строитель 1 (тер. СНТ))

Техник тәьмин итеү (тер.СНТ) (рус. Техснаб (тер.СНТ))

Техник тәьмин итеү (рус. Техснабская (улица))

Толстой урамы (рус. Толстого (улица))

Транспорт урамы (рус. Транспортная (улица))

Транспортник (тер. СНТ) (рус. Транспортник (тер. СНТ))

Өсөнсө (Көнбайыш мкр.) (рус. Третья (Западный мкр.))

Хеҙмәт урамы (рус. Трудовая (улица))

Хеҙмәт тыҡрығы (рус. Трудовой ( переулок))

Тупик урамы (рус. Тупиковая (улица ))

Уралочка (тер. СНТ ) (рус. Уралочка (тер. СНТ))

Урал урамы (рус. Уральская (улица))

Факел (тер. СНТ) (рус. Факел (тер. СНТ))

Сәскә урамы (рус. Цветочная (улица))

Чапаев тыҡрығы (рус. Чапаева (переулок))

Чапаев урамы (рус. Чапаева (улица))

Чернышевский урамы (рус. Чернышевского (улица))

Чехов урамы (рус. Чехова (улица))

Швейник (тер. СНТ) (рус. Швейник (тер. СНТ))

Шевченко урамы (рус. Шевченко (улица))

Школы ( тер.СНТ) (рус. Школы (тер. СНТ))

Мәктәп урамы (рус. Школьная (улица))

Элеватор урамы (рус. Элеваторная (улица))

Элеватор (тер. ГСК) (рус. Элеваторное (тер. ГСК))

Электрик (тер. СНТ) (рус. Электрик (тер.СНТ))

Яковлев тыҡрығы (рус. Яковлева (переулок))

Яковлев урамы (рус. Яковлева (улица))

Ярославский урамы (рус. Ярославского (улица))

Аксаков исемендәге тыҡрыҡ (рус. имени Аксакова (переулок))

  • Низамов Камил Разетдин улы (13 ноябрь 1938) — СССР һәм Рәсәй инженер-нефтсеһе. Техник фәндәре докторы (2001), профессор (2003).
  • Пашин Сергей Тимофеевич (11 июнь 1946 йыл) — нефть һәм газ сәнәғәте ветераны, тау инженеры, ғалим-иҡтисадсы, йәмәғәтсе. 2003—2012 йылдарҙа «Газпром трансгаз Өфө» предприятиеһының генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының өсөнсө һәм дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Иҡтисад фәндәре докторы (2001), профессор (2005). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе (2004), Рәсәй Федерацияһы яғыулыҡ-энергетика комплексының почётлы хеҙмәткәре (2000), Рәсәйҙең почётлы төҙөүсеһе (2001). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1986), «Почёт Билдәһе» (1980), Дуҫлыҡ (2007) һәм 3‑сө дәрәжә преподопный Сергий Радонежский (2000) ордендары кавалеры.
  • Байтирәков Фиял Риф улы (16 сентябрь 1961 йыл) — 1984—1992 йылдарҙа табип-стоматолог, ортопед-стоматолог, 1992—1995 йылдарҙа — «Нива» чек инвестиция фонды идарасыһы, «Башкредитбанк» Республика-инвестиция кредит банкының Ҡырмыҫҡалы районы буйынса вәкиле. 1995—2000 йылдарҙа — «Нагатин затоны үҙәге» шәхси эшҡыуарлыҡ предприятиеһы директоры. 2000—2010 йылдарҙа — Ҡырмыҫҡалы районы производство берекмәһенең коммерция директоры, «Урал-Холдинг» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры, «Эльраф-Ойл» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры урынбаҫары, «Корус-Өфө» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры, «Президент Отель» ҡунаҡхана комплексының генераль директоры, Екатеринбург ҡалаһында «ТрансОтель» компаниялар төркөмөнөң генераль директоры. 2010—2017 йылдарҙа Федераль дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы етәксеһе ярҙамсыһы, «Башҡортостан» компаниялар төркөмөнөң генераль директоры. 2017 йылдан «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһы" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры. Башҡортостан Республикаһы 5-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. «Берҙәм Рәсәй» Бөтә Рәсәй сәйәси партияһы фракцияһы ағзаһы[9].
  • Фәйзуллин Айрат Әнүәр улы (15 май 1960 йыл) — 1977 йылдан 1993 йылға тиклем Ҡораллы Көстәрҙә офицерҙар составының төрлө вазифаларында хәрби хеҙмәткәр, 1993—2003 йылдарҙа оператив хеҙмәткәр һәм оператив бүлектәр етәксеһе сифатында Федераль һалым полицияһы органдарын хеҙмәткәре,2003 йылдың 1 июленән Рәсәй Наркотиктар әйләнешенә контроль буйынса Федераль хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының шәхси именлек бүлеге начальнигы. Рәсәй Федерацияһының Наркотиктар әйләнешенә контроль буйынса Федераль хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы начальнигы урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы, «СССР Хәрби көстәренә — 70 йыл», 3-сө дәрәжә «СССР Хәрби көстәрендә намыҫлы хеҙмәте өсөн», 1-се дәрәжә «Хәрби хеҙмәттә күрһәткән батырлығы өсөн», 3-сө дәрәжә «Наркоконтроль органдарында хеҙмәт итеүҙә күрһәткән хеҙмәте өсөн» миҙалдарына лайыҡ була[10].