Пашин Сергей Тимофеевич
Пашин Сергей Тимофеевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 11 июнь 1946 (78 йәш) |
Тыуған урыны | Бәләбәй районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | иҡтисадсы |
Ғилми дәрәжә | иҡтисад фәндәре докторы[d] |
Ойошма ағзаһы | Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Пашин Сергей Тимофеевич (11 июнь 1946 йыл) — нефть һәм газ сәнәғәте ветераны, тау инженеры, ғалим-иҡтисадсы, йәмәғәтсе. 2003—2012 йылдарҙа «Газпром трансгаз Өфө» предприятиеһының генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының өсөнсө һәм дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Иҡтисад фәндәре докторы (2001), профессор (2005). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе (2004), Рәсәй Федерацияһы яғыулыҡ-энергетика комплексының почётлы хеҙмәткәре (2000), Рәсәйҙең почётлы төҙөүсеһе (2001). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1986), «Почёт Билдәһе» (1980), Дуҫлыҡ (2007) һәм 3‑сө дәрәжә преподопный Сергий Радонежский (2000) ордендары кавалеры.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сергей Тимофеевич Пашин 1946 йылдың 11 июнендә Башҡорт АССР-ының Йәрмәкәй районының[1] Приют ҡасабаһында тыуған.
1975 йылда Өфө нефть институтын (хәҙер Өфө дәүләт нефть техник университеты) тамамлай.
1968 йылдан "«Аксаковнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығында эшләй, 1971 йылдан участка начальнигы; 1972 йылдан — Төмән өлкәһе: 1982 йылдан «Уренгойгазпром» предприятиеһының генераль директор урынбаҫары, 1984 йылдан «Ямбурггаздобыча» генераль директоры; 1987 йылдан «Союзнефтеотдача» (Өфө) предприятиеһында генераль директор урынбаҫары. 1994 йылдан «Ишембайнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығының генераль директоры урынбаҫары, 2003 йылдан «Газпром трансгаз Өфө» йәмғиәтенең генераль директоры. 1991 йылдан «Вьетсов‑петро» берлектәге предприятиеһының директор урынбаҫары (Вьетнам), 1995 йылдан «Топэнерджи» (Болгария) акционерҙар йәмғиәтенең башҡарма директоры.
Фәнни эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фәнни эшмәкәрлеге нефть һәм газ сәнәғәтендә экология, иҡтисад проблемаларына арналған. Пашин ҡатнашлығында ҡатламдарҙың нефть һәм газ биреүсәнлеген арттырыу технологиялары һәм техник саралары эшләнгән һәм ғәмәлгә индерелгән; газ транспорты объекттарын файҙаланыуҙың ышаныслылығын системалы арттырған «идара итеү хәүефе» концепцияһы булдырыла; 600‑ҙән ашыу предприятие менән идара итеү стандарты эшләнә. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм дүрт уйлап табыу авторы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1986),
- «Почёт Билдәһе» ордены (1980),
- Дуҫлыҡ ордены (2007),
- 3‑сө дәрәжә преподобный Сергий Радонежский (2000) ордены.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Пашин Сергей Тимофеевич // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 8 июнь 2021)
- Энциклопедия Урала. Инженеры Урала. Пашин Сергей Тимофеевич 2020 йыл 7 ғинуар архивланған.
- Пашин, Сергей Тимофеевич // Большая русская биографическая энциклопедия (электронное издание). — Версия 3.0. — М.: Бизнессофт, ИДДК, 2007.
- Справочно-информационный ресурс «Кто есть кто в Республике Башкортостан». Пашин Сергей Тимофеевич
- Сергей Пашин: «Полнота жизни»// журнал Газпром, апрель 2010
- 11 июндә тыуғандар
- 1946 йылда тыуғандар
- Бәләбәй районында тыуғандар
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Дуҫлыҡ ордены (Рәсәй) кавалерҙары
- Башҡортостандың атҡаҙанған нефтселәре
- Иҡтисад фәндәре докторҙары
- 4-се саҡырылыш Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары
- 3-сө саҡырылыш Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары
- Алфавит буйынса шәхестәр