Йәрмәкәй районы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Йәрмәкәй районы
Флаг[d]
Flag of Ermekeevsky rayon.svgCoat of Arms of Ermekeevo rayon (Bashkortostan).png
Рәсем
Нигеҙләү датаһы 31 ғинуар 1935
Дәүләт Flag of the Russian Soviet Federative Socialist Republic (1918–1937).svg Рәсәй
Административ үҙәк Йәрмәкәй
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы
Халыҡ һаны 17 162 кеше (2010)[1]
Майҙан 1437 км²
Рәсми сайт ermekeevo.bashkortostan.ru
Урынлашыу картаһы
Commons-logo.svg Йәрмәкәй районы Викимилектә

Йәрмәкәй районы (рус. Ермекеевский район) — Башҡортостан Республикаһының муниципаль районы.

Башҡортостандың көнбайыш өлөшөндә, Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығында урынлашҡан. Татарстан һәм Ырымбур өлкәһе менән сиктәш. 1935 йылда ойошторолған. Майҙаны 1438 км². Район үҙәге — Йәрмәкәй ауылы (4,4 мең кеше), Өфөнән 235 км алыҫлыҡта.

Халыҡ һаны (мең кеше): 1979 — 22,4; 1989 — 18,2; 1996 — 18,2; 2010 —16,5. Халыҡтың уртаса тығыҙлығы — 1 км²-ға 12,4 кеше. Районда 54 ауылы бар. Район территорияһында урынлашҡан Приют ҡасабаһы (20,6 мең кеше) административ яҡтан Бәләбәй ҡалаһына ҡарай. Күпселекте татарҙар, сыуаштар, башҡорттар тәшкил итә.

Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]


Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Йыл Халыҡ һаны
1939 43 655 [10][11]
1959 29 912 [12][11]
1970 27 024 [13][11]
Йыл Халыҡ һаны
1979 22 527 [14][11]
1989 18 155 [15][11]
2002 18 205 [16][11]
Йыл Халыҡ һаны
2010 17 162 [1]
2018 15 828 [17]
2019 15 789 [18]

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Климаты континенталь, уртаса дымлы. Район территорияһынан Ыҡ, Рә, Тарҡаҙы, Ҡыйҙаш йылғалары аға.

Ерҙә һелтеһеҙләнгән һәм карбонатлы ҡара тупраҡ, һоро һәм ҡара һоро урман тупрағы өҫтөнлөк итә. Район Урал алды дала зонаһына инә һәм далаға тартым. Йүкә, саған, имән, ҡайын, уҫаҡ урмандары райондың 12,3 % майҙаны ҡаплай.

Ер аҫты байлыҡтарынан нефть, эзбизташ, ҡом ятҡылыҡтары бар.

Иҡтисад[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Район иҡтисады ауыл хужалығы йүнәлешендә үҫешкән. Төп тармағы: иген культуралары, шәкәр сөгөлдөрө, көнбағыш игеү, һөт-ит малсылығы һәм һарыҡсылыҡ. Районда «Приют» һәм «Плодосовхоз» ярҙамсы ауыл хужалығы предприятиелар бар, икмәк комбинаты, кирбес заводы, урман хужалығы урынлашҡан.

Транспорт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Район территорияһының көньяҡ өлөшөнән Һамар— Өфө—Силәбе тимер юлы үтә, автомобиль юлдары районды Октябрьский, Бәләбәй, Туймазы, Өфө ҡалалары менән бәйләй.

Социаль-мәҙәни өлкә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Районда 31 дөйөм белем биреү мәктәбе, шул иҫәптән 8 урта, ПУ, балалар музыка мәктәбе, 26 китапхана, 38 клуб учреждениеһы, үҙәк район һәм 3 ауыл участка дауаханаһы эшләй. Урыҫ һәм татар телдәрендә «К новым победам» гәз. нәшер ителә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу
  2. Сайт-энциклопедия Ермекеевского района. Артикуленко, Любовь Алексеевна (рус.) (Тикшерелгән 16 апрель 2019)
  3. День театра в Ермекеево отметили премьерой драмы «Ода любви». ИА «Башинформ», 27 марта 2015 года (рус.) (Тикшерелгән 5 декабрь 2018)
  4. Башҡорт энциклопедияһы — Ғарифуллин Флорит Сәғит улы (Тикшерелгән 16 октябрь 2018)
  5. Башҡорт энциклопедияһы — Ғәниев Наил Сәйетгәрәй улы (Тикшерелгән 7 март 2019)
  6. Башҡорт энциклопедияһы — Степанов Никита Андреевич (Тикшерелгән 10 октябрь 2018)
  7. Башкирская энциклопедия — Хайретдинов Альфат Фазлутдинович (рус.) (Тикшерелгән 10 сентябрь 2018)
  8. Башҡорт энциклопедияһы — Хәмиҙуллин Мөғәллим Мәсәғүт улы (Тикшерелгән 11 май 2019)
  9. Администрация муниципального района Ермекеевский район Республики Башкортостан. Официальный сайт (рус.) (Тикшерелгән 31 июль 2018)
  10. 1939 йылғы Бөтә Союз халыҡ иҫәбен алыу
  11. 11,0 11,1 11,2 11,3 11,4 11,5 Население Башкортостана:XIX-XXI века: статистический сборник. — 2008. — С. 448.
  12. 1959 йылғы Бөтә Союз халыҡ иҫәбен алыу
  13. 1970 йылғы Бөтә Союз халыҡ иҫәбен алыу
  14. 1979 йылғы Бөтә Союз халыҡ иҫәбен алыу
  15. 1989 йылғы Бөтә Союз халыҡ иҫәбен алыу
  16. 2002 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу
  17. 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 годаРосстат.
  18. Численность населения муниципальных образований Республики Башкортостан — 2019. — С. 62.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]