Баһманова Нурзиә Яхъя ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Баһманова Нурзиә Яхъя ҡыҙы
Рәсем
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 8 апрель 1963({{padleft:1963|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (55 йәш)
Тыуған урыны СССР, РСФСР[d], Башҡорт АССР-ы, Йәрмәкәй районы, Рәтамак
Һөнәр төрө еңел атлет
Уҡыу йорто Российский государственный университет физической культуры, спорта, молодёжи и туризма[d]
Спорт төрө Еңел атлетика

Баһманова Нурзиә Яхъя ҡыҙы (8 апрель 1963) — Рәсәй еңел атлеты-йүгереүсе, донъя һәм Европа чемпионы. Халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1992), Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2000).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Нурзиә Яхъя ҡыҙы Баһманова 1963 йылдың 8 апрелендә Башҡорт АССР-ының Йәрмәкәй районы Рәтамаҡ ауылында тыуған.

Ленин орденлы Дәүләт физик культура институтының (ГЦОЛИФК) тренерлыҡ факультетын ҡыҙыл дипломға тамамлай. Уҡығанда Ленин степендияһы ала, Мәскәү вуздары студенттарының философия буйынса фәнни конференцияһында еңеүсе була.

Спорттағы һөнәре: марафонсы һәм ультрамарафонсы (100 км).

19901992 йылдарҙа еңел атлетика буйынса СССР-ҙың һәм БДБ илдәре йыйылма командалары, артабан 19931998 йылдарҙа еңел атлетика буйынса Рәсәйҙең йыйылма командаһы ағзаһы.

Рәсәй спортсылары араһынан 100 саҡрымға йүгереү буйынса беренсе бөтә донъя чемпионы</ref>Cool Running :: A Conversation With 100 Km USA Team Members Jim Garcia and Kevin McGovern</ref>[1].

Мәскәүҙә йәшәй. Кейәүҙә. Улы — Шведов Павел, ҡыҙы — Шведова Ярослава Вячеславовна, профессиональ тенниссы, 2008 йылдан Ҡаҙағстан өсөн сығыш яһай.

Ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 1991 йыл — 100 км йүгереү буйынса донъя чемпионаты (Италия, Флоренция, 25 — 26 май) — 8:42.54 (алтынсы урын)[2].
  • 1992 йыл:
  1. 100 саҡрымға йүгереүҙә бөтә Донъя чемпионы (Испания, Паламос)— 7:44.37[3],
  2. Испания асыҡ чемпионаты еңеүсеһе (Мадрид),
  3. Предолимпия турниры еңеүсеһе (Испания, Барселона),
  4. Бельгияның асыҡ чемпионаты призеры. (Торхаут, De Nacht van Vlaanderen).
  5. 1992 йыл йомғаҡтары һәм спорт йәмәғәтселеге фекере буйынса «Планетаның иң түҙемле ҡатын-ҡыҙы» тигән исем ала.[4].
  1. Команда зачетында 100 саҡрымға йүгереүҙә Европа чемпионы була.
  2. Шул уҡ йылда 100 саҡрымға йүгереүҙә Европа чемпионатының көмөш миҙалын ала.
  • 1995 йылда 100 саҡрымға йүгереүҙә Европа рекордын ҡуя (трек) (Рәсәй чемпионаты, Подольск ҡлаһы)
  • Күп һанлы халыҡ-ара, марафондар һәм ультрамарафондар еңеүсеһе.
  • 2000 йылда «Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры» исеме бирелә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]