Эстәлеккә күсергә

Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(БДБ битенән йүнәлтелде)
Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе (БДБ)
БДБ эмблемаһы
БДБ эмблемаһы

Ағза
Штаб-фатирҙары

Беларусь Минск: Киров ур., 17
Рәсәй Федерацияһы Мәскәү: Варварка ур., 7
Рәсәй Федерацияһы Санкт-Петербург: Тавр һарайы

Рәсми телдәре

урыҫ

Етәкселәре
Дәүләт етәкселәре советы рәйесе

Ҡырғыҙстан байрағы Алмазбек Атамбаев

Хөкүмәт башлыҡтары советы рәйесе

Ҡырғыҙстан байрағы Темир Сариев

Тыш эштәр министрҙары советы рәйесе

Ҡырғыҙстан байрағы Эрлан Абдылдаев

Даими вәкилдәр советы рәйесе

Ҡырғыҙстан байрағы Кубанычбек Омуралиев

Башҡарма сәркәтип

Рәсәй Федерацияһы Сергей Лебедев

рәйес дәүләт

Ҡырғыҙстан Ҡырғыҙстан
2016 йылдың 1 ғинуарынан

Нигеҙләнгән
Нигеҙләнгән ваҡыты

8 декабрь 1991

Бөтөрөлгән
-
Сайт

https://cis.minsk.by/

 Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе Викимилектә

Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе, БДБ (рус. Содружество Независимых Государств, СНГ) — элекке СССР составындағы республикаларҙан барлыҡҡа килгән ҡайһы бер дәүләттәр араһындағы мөнәсәбәттәрҙе көйләүсе халыҡ-ара ойошма. БДБ дәүләттәрҙән өҫтөн торған берләшмә түгел һәм ирекле нигеҙҙә эш итә.

Ойошманың барлыҡҡа килеүе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Украина Президенты Леонид Кравчук (һулдан икенсе), Белоруссия Республикаһы Юғары Советы Рәйесе Станислав Шушкевич (һулдан өсөнсө) һәм Рәсәй Федерацияһы Президенты Борис Николаевич Ельцин (уңдан икенсе) СССР-ҙы бөтөрөү һәм Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһен төҙөү тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйыу церемонияһында. Белоруссияның «Беловежа урманы» милли паркындағы Вискули хөкүмәт резиденцияһы
РСФСР Президенты Борис Николаевич Ельцин (уңдан икенсе), Украина Президенты Леонид Кравчук (һулда), Ҡаҙағстан Президенты Нурсолтан Назарбаев (һулдан икенсе) һәм Белоруссия Республикаһы Юғары Советы Рәйесе Станислав Шушкевич (уңда) БДБ-ны ойоштороу тураһындағы протоколға ҡул ҡуйғандан һуң. Ҡаҙағстан, Алма-Ата

БДБ РСФСР, Белоруссия һәм Украина башлыҡтары тарафынан 1991 йылдың 8 декабрендә Брест эргәһендәге Вискулиҙа (Беловежа урманы) (Белоруссия) "Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһен ойоштороу тураһындағы килешеү"гә (киң мәғлүмәт сараларында Беловежа килешеүе тип йөрөтөлә) ҡул ҡуйыу юлы менән нигеҙләнә.

Преамбулаларҙан һәм 14 статьянан торған документта нығытылыуынса, ССР Союзы халыҡ-ара хоҡуҡ һәм геосәйәси ысынбарлыҡ субъекты булараҡ йәшәүен туҡтата. Ләкин халыҡтарҙың тарихи берлеге, улар араһындағы бәйләнештәр нигеҙендә, ике яҡлы договорҙарҙы, демократик хоҡуҡи дәүләт төҙөүгә ынтылышты, бер-береңде таныу һәм дәүләт суверенитетын хөрмәт итеү нигеҙендә үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе үҫтереүгә ынтылышты иҫәпкә алып, яҡтар Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһен ойошторорға килешә[1].

Килешеү 10 декабрҙә — Белоруссия һәм Украина Юғары Советтары, ә 12 декабрҙә Рәсәй Юғары Советы тарафынан ратификациялана[2]. Рәсәй парламенты документты күпселектең ыңғай тауышы менән ратификациялай: «ыңғай» — 188 тауыш, «ҡаршы» — 6 тауыш, «тыйылып тора» — 7[3], һөҙөмтәлә РСФСР Конституцияһының 104-се статьяһы боҙола, сөнки Беловежа килешеүе дәүләт ҡоролошона ҡағылышлы булғанлыҡтан һәм ошо сәбәпле Конституцияға үҙгәреш индергәнлектән уны ратификациялау өсөн юғарғы дәүләт органын — РСФСР-ҙың Халыҡ депутаттары съезын йыйыу талап ителә[4]. 1992 йылдың апрелендә Рәсәй Халыҡ депутаттары съезы Беловежа килешеүен ратификациялауҙан өс тапҡыр баш тарта[5][6][7], ошо сәбәпле ул 1993 йылдың октябрендә ҡыуып таратыла, ләкин документты барыбер ратификацияламай[8][9].

1991 йылдың 13 декабрендә Ашхабад ҡалаһында Үҙәк Азиялағы СССР составында булған биш дәүләттең — Ҡаҙағстандың, Ҡырғыҙстандың, Тажикстандың, Төрөкмәнстандың һәм Үзбәкстандың президенттары осраша. Улар ойошмаға инеү тураһында Белдереү ҡабул итә, шулай уҡ тарҡалыусы Союз субъекттарының тиңлеген һәм БДБ дәүләттәренең бөтәһен дә ойоштороусы итеп таныуҙы талап итә[10][11]. Артабан Ҡаҙағстан Президенты Нурсолтан Назарбаев мәсьәләләр буйынса фекер алышыу һәм уртаҡ ҡарарҙар ҡабул итеү өсөн Алма-Атала йыйылырға тәҡдим итә.

Был осрашыуҙа 11 элекке союздаш республика — Әзербайжан, Әрмәнстан, Белоруссия, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Молдавия, Рәсәй Федерацияһы, Тажикстан, Төрөкмәнстан, Үзбәкстан, Украина башлыҡтары була (Латвия, Литва, Эстония һәм Грузия ҡатнашмай). Һөҙөмтәлә 1991 йылдың 21 декабрендә Алма-Ата декларацияһына ҡул ҡуйыла, унда БДБ-ның маҡсаттары һәм принциптары тураһында яҙыла[12]. Шулай уҡ БДБ ойоштороу тураһындағы килешеүгә протокол ҡабул ителә[13]. Алма-Ата осрашыуы элекке СССР республикаларының суверенлы дәүләттәргә әйләнеү процесын тамамлай[10]. Килешеүҙе иң һуңғы булып Молдавия (1994 йылдың 8 авгусы) ратификациялай. 1993 йылда Грузия БДБ-ның ғәмәли ағзаһы була[14].

БДБ дәүләттәре башлыҡтарының беренсе осрашыуы 1991 йылдың 30 декабрендә Минскиҙа үтә, ойошманың юғарғы органы — Дәүләттәр башлыҡтары советы — раҫлана. Унда һәр дәүләт бер тауышҡа эйә була, ә ҡарарҙар консенсус нигеҙендә ҡабул ителә[15]. Шулай уҡ "Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһендә ҡатнашыусы дәүләттәр башлыҡтары советының Ҡораллы көстәр һәм Сик буйы ғәскәрҙәре тураһындағы килешеүе"нә ҡул ҡуйыла, уға ярашлы, дәүләттәр үҙ Ҡораллы көстәрен ойошторорға хоҡуҡлы була[16].

1993 йылдың 22 ғинуарында Минскиҙа Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе Уставы ҡабул ителә[17], ул ойошманың төп документы булып тора[18].

БДБ дәүләттәренең интеграцияланыу тарихы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2011 йылдың 18 октябрендә Берләшмәлә ҡатнашҡан һигеҙ дәүләт — Рәсәй Федерацияһы, Украина, Белоруссия, Ҡаҙағстан, Әрмәнстан, Ҡырғыҙстан, Молдавия һәм Тажикстан ирекле сауҙа зонаһы тураһында килешеүгә ҡул ҡуя, ул берләшмә киңлегендә ирекле сауҙа алып барыу режимын көйләгән йөҙҙән ашыу ике яҡлы килешеүҙе алмаштыра[19][20].

Берләшмәлә ҡатнашыусы дәүләттәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе Уставына ярашлы, Уставты ҡабул иткән мәлгә БДБ ойоштороу тураһында 1991 йылдың 8 декабрендәге килешеүгә һәм уның 1991 йылдың 21 декабрендәге Протоколына ҡул ҡуйған һәм ратификациялаған дәүләттәр уны ойоштороусылар булып тора. Уставты ҡабул иткәндән һуң бер йыл эсендә унда теркәлгән йөкләмәләрҙе өҫтөнә алған ойоштороусы дәүләттәр уның ағзаһы булып тора[21].

Дәүләт БДБ-ны ойоштороу тураһындағы 1991 йыл 8 декабрь килешеүен ратификациялау датаһы

[22][23]

БДБ-ны ойоштороу тураһындағы килешеүгә 1991 йыл 21 декабрь Протоколын ратификациялау датаһы

[22][23]
БДБ

Уставын ратификациялау датаһы[23]

Әзербайжан Әзербайжан[24] 24.09. 1993[25][26]
Әрмәнстан Әрмәнстан 26.12.1991 26.12.1991 9.11.1993
/ Беларусь Белоруссия 10.12.1991[27] 18.01.1994[28]
Ҡаҙағстан / Ҡаҙағстан Ҡаҙағстан 23.12.1991[29] 23.12.1991[29] 31.03.1993[30]
Ҡырғыҙстан Ҡырғыҙстан 6.03.1992[31] 18.12.1993[32]
Молдова Молдова 8.04.1994[33] 26.04.1994[34]
/ Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы 12.12.1991[35] ратификацияланмай[36] 15.04.1993[37]
Тажикстан / Тажикстан Тажикстан 25.12.1991[38] 26.06.1993[39] 26.06.1993
Төркмәнстан / Төркмәнстан Туркменистан 26.12.1991 26.12.1991 ҡул ҡуйылмай[17][36]
Үзбәкстан Үзбәкстан 4.01.1992[40] 4.01.1992[40] 6.05.1993[41]
Украина Украина[42] 10.12.1991[43] ратификацияланмай[36] ҡул ҡуйылмай[17][36]

Ойошманың маҡсаттары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

БДБ уның бөтә ағзаларының суверенлы тиңлеге башланғысында нигеҙләнгән, шунлыҡтан бөтә ҡатнашыусы дәүләттәр халыҡ-ара хоҡуҡтың үҙ аллы субъекттары булып тора. Берләшмә дәүләт түгел һәм дәүләт өҫтөндә тороу вәкәләттәренә эйә түгел[44].

Ойошманың төп маҡсаттары:

  • сәйәсәт, иҡтисад, экология, гуманитар, мәҙәниәт һәм башҡа өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек итеү;
  • ҡатнашыусы дәүләттәрҙең уртаҡ иҡтисади киңлек, дәүләт-ара кооперация һәм интеграция сиктәрендә үҫеше;
  • кеше хоҡуҡтарын һәм иректәрен тәьмин итеү;
  • халыҡ-ара именлекте һәм хәүефһеҙлекте тәьмин итеү буйынса хеҙмәттәшлек, дөйөм һәм тулы ҡоралһыҙланыуға өлгәшеү;
  • үҙ-ара хоҡуҡи ярҙам;
  • ойошмала ҡатнашыусы дәүләттәр араһындағы бәхәстәрҙе һәм конфликттарҙы тыныс хәл итеү[45].

Ҡатнашыусы дәүләттәрҙең уртаҡ эшмәкәрлеге өлкәләре:

  • кешенең хоҡуҡтарын һәм төп иректәрен тәьмин итеү;
  • дөйөм иҡтисади киңлекте, таможня сәйәсәтен булдырыуҙа һәм үҫтереүҙә хеҙмәттәшлек;
  • транспорт, элемтә системаларын үҫтереүҙә хеҙмәттәшлек;
  • һаулыҡты һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау;
  • социаль һәм миграция сәйәсәте мәсьәләләре;
  • ойошҡан енәйәтселек менән көрәш;
  • оборона сәйәсәте һәм тышҡы сиктәрҙе һаҡлау өлкәһендә хеҙмәттәшлек[46].

БДБ дәүләттәре башлыҡтары советы юғарғы орган булып тора. Совет йылына ике тапҡыр ултырышҡа йыйыла[47] Ә БДБ хөкүмәттәре башлыҡтары советы ҡатнашыусы дәүләттәрҙең башҡарма органдарының иҡтисад, социаль һәм башҡа уртаҡ мәнфәғәттәр өлкәләрендәге хеҙмәттәшлеген көйләй. Йылына ике мәртәбә йыйыла[48]. Дәүләттәр башлыҡтары советында ла, Хөкүмәттәр башлыҡтары советында ла ҡарарҙар консенсус нигеҙендә ҡабул ителә[49]. БДБ дәүләттәре урыҫ алфавиты тәртибендә ошо ике органда рәйеслек итә[50].

Дәүләттәр башлыҡтары советы рәйестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хөкүмәттәр башлыҡтары советы рәйесе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Ҡырғыҙстан Сариев Темир Аргембаевич (2016[65])

Сит ил эштәре министрҙары советы рәйесе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Ҡаҙағстан Идрисов, Ерлан Әбелфәйез улы (2015[66])

БДБ-ның даими органы — Минскиҙағы (Белоруссия) БДБ Башҡарма комитеты һәм уның Мәскәүҙәге (Рәсәй) Бүлексәһе[67].

БДБ-ның Башҡарма секретарҙары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡарма секретариат 1993 йылдың 14 майында ойошторола[68]. Шуға тиклем секретариат бурыстарын Координация-Консультация Комитеты (ККК) башҡара, ул БДБ илдәре вице-премьерҙарынан тора.

Башҡарма секретарь вазифаһы 1993 йылда индерелә:

  • Беларусь Коротченя Иван Михайлович (14.05.1993[69]—1998 йй.);
  • Рәсәй Федерацияһы Березовский Борис Абрамович (1998—1999 йй.);
  • Рәсәй Федерацияһы Яров Юрий Федорович (1999—2004 йй.);
  • Рәсәй Федерацияһы Рушайло Владимир Борисович (2004—2007 йй.);
  • Рәсәй Федерацияһы Лебедев Сергей Николаевич (2007 йылдан).

БДБ эргәһендәге даими вәкилдәр советы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 2014 Беларусь Пугачёв Василий (20.04.2014)[70]
  • 2015 Ҡаҙағстан Бүләгәнов Ерғәли (1.01.2015)[71]
  • 2016 Ҡырғыҙстан Омуралиев Кубанычбек Касымович (1.01.2016)

БДБ-ның башҡа органдары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
БДБ-ның егерме йыллығына ҡарата сығарылған почта маркаһы. Рәсәй, 11,80 һум, 2011 й., (ЦФА (ИТЦ «Марка») № 1542)
  • БДБ-ның Сит ил эштәре министрҙары советы
  • БДБ-ның Иҡтисади советы
  • БДБ-ның Оборона министрҙары советы
  • БДБ-ла ҡатнашыусы дәүләттәрҙең Эске эштәр министрҙары советы
  • БДБ-ның Берләшкән ҡораллы көстәре советы
  • БДБ-ның Сик буйы ғәскәрҙәре командующийҙары советы
  • БДБ-ла ҡатнашыусы дәүләттәрҙең Именлек органдары һәм махсус хеҙмәттәре етәкселәре советы
  • БДБ-ның Парламент-ара ассамблеяһы
  • Иҡтисад суды
  • БДБ-ның Статистика комитеты
  • БДБ-ның Финанс-банк советы
  • БДБ-ла ҡатнашыусы дәүләттәрҙең Террорға ҡаршы үҙәге
  • Кеше хоҡуҡтары буйынса комиссия
  • Дәүләт-ара банк
  • БДБ-ның Дәүләт-ара гуманитар хеҙмәттәшлек фонды

БДБ илдәре ҡатнашлығындағы башҡа интеграцион берләшмәләр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Халыҡ-ара ойошма булараҡ БДБ дәүләттәре араһында «яҡынлыҡ нөктәләре» күп түгел. Шунлыҡтан Берләшмә илдәре лидерҙары альтернатив юлдар эҙләй. БДБ киңлектәрендә уртаҡ маҡсаттарға эйә ойошмалар барлыҡҡа килгән:

БДБ ағза-дәүләттәре башлыҡтарының осрашыуҙары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. Соглашение о создании Содружества Независимых Государств. Исполнительный комитет СНГ. Дата обращения: 14 ғинуар 2008. Архивировано 21 июль 2006 года.
  2. Постановление Верховного Совета РСФСР от 12 декабря 1991 года № 2014-I «О ратификации Соглашения о создании Содружества Независимых Государств» 2014 йыл 6 ғинуар архивланған.
  3. Кацва Л. А. История России. Советский период. (1917-1991) Электронное учебное пособие. Сеть творческих учителей. Дата обращения: 14 ғинуар 2008. Архивировано 21 август 2011 года. 2010 йыл 20 сентябрь архивланған.
  4. Стенограмма 21 заседания 4 сессии Верховного Совета РСФСР 12 декабря 1991
  5. Беловежское предательство 2015 йыл 30 июнь архивланған. // «Советская Россия», 16 декабря 2010
  6. «Додавить гной пока не получается» 2015 йыл 30 июнь архивланған.: Народный депутат РСФСР, член Верховного Совета Российской Федерации Илья Константинов о событиях октября 1993 года
  7. Е. А. Лукьянова. Российская государственность и конституционное законодательство в России (1917—1993)
  8. Съезд народных депутатов и Верховный Совет Российской Федерации созыва 1990—1995 годов
  9. Съезд народных депутатов РСФСР: триумф или падение?
  10. 10,0 10,1 Султыгов М. И. К вопросу создания Содружества Независимых Государств.
  11. Финальный коллаж. 2015 йыл 6 октябрь архивланған.
  12. Алма-Атинская. Исполнительный комитет СНГ. Дата обращения: 14 ғинуар 2008. Архивировано 21 июль 2006 года.
  13. Протокол к Соглашению о создании Содружества Независимых Государств
  14. Содружество Независимых Государств (справочная информация). МИД РФ. Дата обращения: 14 ғинуар 2008. Архивировано 21 август 2011 года.
  15. Временное соглашение о Совете глав государств и Совете глав правительств Содружества Независимых Государств. Исполнительный комитет СНГ. Дата обращения: 14 ғинуар 2008. Архивировано 6 апрель 2009 года.
  16. Соглашение Совета Глав Государств-участников Содружества Независимых Государств о Вооружённых Силах и Пограничных войсках. Исполнительный комитет СНГ. Дата обращения: 14 ғинуар 2008. Архивировано 6 апрель 2009 года. 2009 йыл 6 апрель архивланған.
  17. 17,0 17,1 17,2 Loading
  18. Устав Содружества Независимых Государств
  19. Главы правительств СНГ подписали договор о зоне свободной торговли // РИА Новости
  20. Подписано соглашение о свободной торговле
  21. Устав СНГ. Раздел II. Статья 7. Исполнительный комитет СНГ. Дата обращения: 14 ғинуар 2008. Архивировано 4 июль 2011 года.
  22. 22,0 22,1 Сведения о ратификации документов, принятых в рамках СНГ в 1991 – 2009 годах (действующих по состоянию на 1 января 2009 года). Исполнительный комитет СНГ. Дата обращения: 14 ғинуар 2008. Архивировано 6 апрель 2009 года.
  23. 23,0 23,1 23,2 http://www.sudsng.org/download_files/rh/1994/Rh_02_94_310394.pdf 2016 йыл 4 март архивланған.
  24. стал членом СНГ по решению Совета глав государств СНГ от 24 сентября 1993 года и в связи с этим не проходил процедуру ратификаций учредительных документов содружества, кроме устава
  25. ПОСТАНОВЛЕНИЕ НАЦИОНАЛЬНОГО СОБРАНИЯ Азербайджанской Республики О ратификации присоединения Азербайджанской Республики к Уставу Содружества Независимых Государств (http://new.zakon.az/site/index/?item=0923657138&parent=0923657063&curtree=cnt%20(%200923657063%20) 2015 йыл 8 декабрь архивланған.
  26. Исполнительный комитет СНГ — Устав Содружества Независимых Государств
  27. Постановление Верховного Совета Республики Белоруссия от 10 декабря 1991 г. № 1296-XII О ратификации Соглашения об образовании Содружества Независимых Государств
  28. Постановление Верховного Совета Республики Белоруссия от 18 января 1994 г. № 2703-XII «О ратификации Устава Содружества Независимых Государств»
  29. 29,0 29,1 Постановление Верховного Совета Республики Казахстан от 23 декабря 1991 года № 1026-XII О ратификации Соглашения о создании Содружества Независимых Государств
  30. Постановление Верховного Совета Республики Казахстан от 31 марта 1993 г. № 2054-XII О ратификации Устава Содружества Независимых Государств
  31. Постановление Верховного Совета Республики Кыргызстан от 6 марта 1992 года № 840-ХII О ратификации Протокола к соглашению о создании Содружества Независимых Государств
  32. Постановление Жогорку Кенеша (Верховного Совета) Кыргызской Республики от 18 декабря 1993 года № 1346-XII О ратификации Устава Содружества Независимых государств 2015 йыл 1 ғинуар архивланған.
  33. Постановление Парламента Республики Молдова от 8 апреля 1994 года № 40-XIII О ратификации Соглашения о создании Содружества Независимых Государств 2015 йыл 10 ғинуар архивланған.
  34. Постановление Парламента Республики Молдова от 26 апреля 1994 года № 76-XIII О ратификации Устава Содружества Независимых Государств 2015 йыл 31 октябрь архивланған.
  35. Постановление Верховного Совета РСФСР от 12 декабря 1991 года «О ратификации Соглашения о создании Содружества Независимых Государств»
  36. 36,0 36,1 36,2 36,3 Заключение комитета по делам снг и связям с соотечественниками от 05.03.2003 n 66"на соглашение по вопросам, связанным с восстановлением прав депортированных лиц, национальных…
  37. Постановление ВС РФ от 15 апреля 1993 г.
  38. Постановление Верховного Совета Республики Таджикистан от 25 декабря 1991 г. № 462 О ратификации Соглашения о создании Содружества Независимых Государств 2013 йыл 10 ноябрь архивланған.
  39. Постановление Верховного Совета Республики Таджикистан от 26 июня 1993 г. № 809 О ратификации Протокола к Соглашению о создании Содружества Независимых Государств 2014 йыл 26 декабрь архивланған.
  40. 40,0 40,1 Постановление Верховного Совета Республики Узбекистан от 4 января 1992 г. № 481-XII О РАТИФИКАЦИИ СОГЛАШЕНИЯ И ПРОТОКОЛА О СОЗДАНИИ СОДРУЖЕСТВА НЕЗАВИСИМЫХ ГОСУДАРСТВ
  41. Постановление Верховного Совета Республики Узбекистан от 6 мая 1993 г. № 824-XII О РАТИФИКАЦИИ УСТАВА СОДРУЖЕСТВА НЕЗАВИСИМЫХ ГОСУДАРСТВ
  42. СНГ ещё живо? АиФ (3 сентябрь 2014). Дата обращения: 21 сентябрь 2014. Архивировано 7 сентябрь 2014 года.
  43. Постановление Верховного Совета Украины от 10 декабря 1991 года № 1958-XII «О ратификации Соглашения о создании Содружества Независимых Государств»
  44. Устав СНГ. Раздел I. Статья 1. Исполнительный комитет СНГ. Дата обращения: 14 ғинуар 2008. Архивировано 4 июль 2011 года.
  45. Устав СНГ. Раздел I. Статья 2. Исполнительный комитет СНГ. Дата обращения: 14 ғинуар 2008. Архивировано 4 июль 2011 года.
  46. Устав СНГ. Раздел I. Статья 4. Исполнительный комитет СНГ. Дата обращения: 14 ғинуар 2008. Архивировано 4 июль 2011 года.
  47. Устав СНГ. Раздел I. Статья 21. Исполнительный комитет СНГ. Дата обращения: 14 ғинуар 2008. Архивировано 4 июль 2011 года.
  48. Устав СНГ. Раздел II. Статья 22. Исполнительный комитет СНГ. Дата обращения: 14 ғинуар 2008. Архивировано 4 июль 2011 года.
  49. Устав СНГ. Раздел II. Статья 23. Исполнительный комитет СНГ. Дата обращения: 14 ғинуар 2008. Архивировано 4 июль 2011 года.
  50. Устав СНГ. Раздел II. Статья 24. Исполнительный комитет СНГ. Дата обращения: 14 ғинуар 2008. Архивировано 4 июль 2011 года.
  51. Loading
  52. Loading
  53. Loading
  54. Loading
  55. Loading
  56. Loading
  57. Loading
  58. Loading
  59. Loading
  60. Loading
  61. 3617
  62. Сайт СНГ
  63. Сайт СНГ
  64. Сайт СНГ
  65. Совет глав правительств СНГ. 2015 йыл 23 сентябрь архивланған.
  66. Совет министров иностранных дел СНГ. 2015 йыл 23 сентябрь архивланған.
  67. Исполнительный комитет СНГ (Главная)
  68. Loading
  69. Loading
  70. Совет постпредов СНГ. 2015 йыл 2 май архивланған.
  71. Председательство Казахстана в СНГ в 2015 году.