Эстәлеккә күсергә

Кучма Леонид Данилович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Леонид Данилович Кучма
укр. Леонід Данилович Кучма
Леонид Данилович Кучма
Флаг
Флаг
Украинаның 2-се Президенты
Флаг
Флаг
19 июль 1994 йыл — 23 ғинуар 2005 йыл
Хөкүмәт башлығы: Виталий Масол (1994-1995)
Евгений Марчук (1995-1996)
Павел Лазаренко (1996-1997)
Василий Дурдинец (вазифа башҡарыусы, 1997)
Валерий Пустовойтенко (1997-1999)
Виктор Ющенко (1999-2001)
Анатолий Кинах (2001-2002)
Виктор Янукович (2002-2005)
Николай Азаров (вазифа башҡарыусы, 2005)
Алдан килеүсе: Леонид Кравчук
Дауамсы: Виктор Ющенко
Флаг
Флаг
Украинаның 2-се Премьер-министры
13 октябрь 1992 йыл — 21 сентябрь 1993 йыл
Президент: Леонид Кравчук
Алдан килеүсе: Витольд Фокин
Валентин Симоненко (вазифа башҡарыусы)
Дауамсы: Ефим Звягильский (вазифа башҡарыусы)
Виталий Масол
 
Дине: православная церковь[d]
Тыуған: 9 август 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (86 йәш)
Чернигов өлкәһе, Новгород-Северский районы, Чайкино ауылы, УССР, СССР
Атаһы: Даниил Прокофьевич Кучма (1901 — 7 февраль 1942)
Әсәһе: Прасковья Трофимовна Кучма
Ҡатыны: Людмила Кучма (1940)
Балалары: Елена Пинчук (1970)
Партия: КПСС (1960-1991)
Белеме: Днепропетровск милли университеты
Ғилми дәрәжәһе: техник фәндәр кандидаты
Ғилми исеме: профессор
Профессияһы: инженер-механик
 
Автограф:
 
Наградалары:
I дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены
I дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены
Ҡалып:Большой крест Орден Витаутаса Великого Ҡалып:Кавалер Большого креста ордена Великого князя Литовского Гядиминаса
Аҡ бөркөт ордены
Аҡ бөркөт ордены
Румыния Йондоҙы Ордены
Румыния Йондоҙы Ордены
Орден Республики
Ҡалып:Большая цепь ордена Инфанта дона Энрике Ҡалып:Цепь ордена Гражданских заслуг
Большая почётная звезда «За заслуги перед Австрийской Республикой»
Большая почётная звезда «За заслуги перед Австрийской Республикой»
Большой крест, декорированный большой лентой Ордена За заслуги перед Итальянской Республикой
Большой крест, декорированный большой лентой Ордена За заслуги перед Итальянской Республикой
«Күренекле хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалеры
«Күренекле хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалеры
Ҡалып:Орден Королевской семьи Брунея 1 класса
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ҡалып:Медаль Астана Ҡалып:Медаль Вифлием 2000
Ҡалып:Государственная премия Украины в области науки и техники Ленин премияһы — 1979 Ҡалып:Почётный гражданин Кривого Рога

Кучма Леонид Данилович (укр. Леонід Данилович Кучма; 9 август 1938 йыл) — Украинаның сәйәси һәм дәүләт эшмәкәре.

19921993 йылдарҙа — Украинаның премьер-министры, 19942005 йылдарҙа — Украина президенты (ике президент мөҙҙәте эшләй). Фән кандидаты.

Леонид Данилович Кучма 1938 йылдың 9 авгусында Украина ССР-ы Чернигов өлкәһе Новгород-Северск районының Чайкино ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Атаһы, өлкән сержант Даниил Прокофьевич Кучма (1901 йылда тыуған) һуғышҡа тиклем урмансы булып эшләгән. 1942 йылдың 7 февралендә Новгород өлкәһенең Новоселицы ауылындағы 756-сы армия госпиталендә, совет ғәскәрҙәре Волхов йылғаһын аша сыҡҡанда үпкәһенә һыуыҡ тейҙергәндән һуң мандый алмайынса, вафат була. Октябрҙә Волховтың һул ярында 111-се уҡсылар дивизияһы ҡамауға эләгә. 560-сы сапер батальоны дивизияны эвакуациялауға ебәрелә. Йылғаны аша сыҡҡанда яугирҙарға боҙло һыуҙа эшләргә тура килә. Был хәрби батырлығы өсөн өлкән сержант Даниил Кучма, СССР Юғары Советы Президиумының 1941 йылдың 27 декабрендә указына ярашлы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә.

1996 йылға тиклем Даниил Кучма хәбәрһеҙ юғалған тип һанала. Уның ерләнгән урынын Новгород эҙәрмәндәре тарафынан[1] табыла. Әсәһе — Прасковья Трофимовна Кучма (1906—1986, Днепропетровск)[2], колхозда эшләгән һәм өс бала[3][4][5] үҫтерә.

Чернигов өлкәһе Семеновск районының Костобобровский урта мәктәбендә уҡый. 1960 йылда Днепропетровск дәүләт университетының физика-техник факультетын тамамлай һәм шунда уҡ КПСС сафына инә. Һөнәре буйынса «инженер-механик», техник фәндәр кандидаты.

Университетты тамамлағандан һуң,"Южное" (Днепропетровск) конструкторлыҡ бюроһының ракета-космик тармағында эшләй. 28 йәшендә Байконур космодромында һынауҙар үткәреүҙең техник етәксеһе була.

Геннадий Тумановтың, "Южмаш"тың баш инженеры урынбаҫары (1952—1966), СССР-ҙың Дөйөм машиналар эшләү министрлығының баш техник идаралығы баш инженерының (1966—1976) ҡыҙлыҡҡа алған ҡыҙы Людмила Талалаеваға өйләнә.

38 йәшендә "Южмаш"та партком секретары, УКП-ның Үҙәк комитеты ағзаһы була. КПСС-тың XXVII һәм XXVIII съездары делегаты. 1979 йылда ракеталар төҙөүсе инженер буралаҡ, Ленин премияһын ала. 1982 йылдан — генераль конструкторҙың беренсе урынбаҫары, 1986-1992 йылдарҙа — «Көньяҡ машина эшләү заводы» етештереү берекмәһенең генераль директоры. 1990 йылдар башынан — директорат (Украинаның I саҡырылыш Юғары Радаһындағы эре предприятиелар директорҙары төркөмө) лидерҙарҙың береһе, I саҡырылыш халыҡ депутаты. 1991 йылда ул нигеҙ һалыусыларҙың береһе Украина Технологик фәндәр академияһы .

1992 йылдың октябрендә директорат ярҙамында Украина премьер-министры булып китә һәм был вазифаны 1993 йылдың сентябренә тиклем биләй. Был вазифаны биләргә ризалашыр өсөн Кучма алты айға диктатор вәкәләттәренә эйә булыу, аныҡлап әйткәндә, закондарға тиңләштерелгән декреттар сығарыу һәм төбәк етәкселәрен тәғәйенләү, шартын ҡуя. Был талапты 1992 йылдың 18 ноябрендә ҡабул ителгән № 2796-XII закон ҡәнәғәтләндерә. Әлеге закондың ғәмәле бөткәндән һуң, Кучма уны оҙайтыуҙы талап итә, тик Юғары Рада һорауын кире ҡаҡҡас, отставкаға сыға. 1993 йылдың декабренән — Украина Сәнәғәтселәре һәм эшҡыуарҙары берлеге президенты.

1994 йылдың мартында Украинаның II саҡырылыш халыҡ депутаты итеп һайлана.

1994 йылдың 10 июлендә Украина президенты итеп һайлана.

1994 йылғы һайлауҙарҙа (һайлау кампанияһы рәйесе — Табачник Дмитрий Владимирович) уны, Леонид Кравчукка ҡаршы тауыш биреп, көнбайыш Украина халҡы яҡлай. Төп һайлау алды лозунгылары — сәнәғәт үҫеше, сәйәсәттә иҡтисади өҫтөнлөк була.

Раҫлау уны буйынса экс-кәңәшсеһе Анатолий Гальченко[6]:

Кучма исеме менән бәйле эштәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Евгения Щербанде үлтереү

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Юрий Дидух, Щербандең элекке бизнес-партнеры, АТОН корпорацияһын ойоштороусылар советы башлығы, ТВi телеканалы эфирында:

Щербань Кучманы отставкаға ебәреү идеяһы менән йөрөнө, тип белдерә.

Ҡара диңгеҙ өҫтөндә Ту-154 авиаһәләкәтенә мөнәсәбәте

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Кучма Владимир Путин менән

Л. Д. Кучма 2001 йылдың 10 октябрендә журналистарҙың 2001 йылдың 4 октябрендә Тель-Авивтан Новосибирскка осҡан Рәсәйҙең «Сибирь» авиакомпанияһының Ту-154 самолетын Ҡара диңгеҙ өҫтөндә украин самолетының бәреп төшөрөүенә һәм унда 78 кеше һәләк булыуына ҡарата биргән һорауына «ҙур масштаблы фажиғә» тип яуап биреп, донъя йәмәғәтселеген аптырата.

Еңел-елпе белдереү рәсми Израилдең асыуын ҡабарта[7]

Георгий Гонгадзе үлтереү һәм Кучмаға ҡаршы енәйәт эше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2000 йылдың ноябрендә власҡа яраҡлашмаған журналист Георгий Гонгадзены юҡ итеүҙә ғәйепләнә. Украинаның Социалистик партияһы лидеры Александр Мороз президент хакимиәте башлығы Владимир Литвин һәм Украинаның эске эштәр министры Юрий Кравченконың Гонгадзеның юғалыуына ҡағылышлы һөйләшеүҙең аудиояҙмаһын халыҡҡа сығара. Был оппозицияның «Украина — Кучмаһыҙ» акцияһын башлауына юл аса. Акция урамдарҙа күп халыҡты йыйған демонстрациялар ойоштороу һәм Киев үҙәгендә палатка ҡаласыҡтарын тәшкил итә. «Украина — Кучмаһыҙ» 2001 йылдың 10 мартында ҡыйратыла.

22 мартта генераль прокурор урынбаҫары Ренат Кузьмин Гонгадзеның үлемендә Кучманың да ҡатнашлығы булыуы ихтималлығы буйынса, уға ҡарата енәйәт эше асылыуын белдерә. Кучмаға илдән ситкә сығыу тыйыла[8]. Икенсе көндө ул генпрокурорға яуап бирергә килә, әммә Николай Мельниченко[9] менән күҙмә-күә осрашыуҙан баш тарта.

24 мартта Кучма Алексей Пукач менән күҙләштерелгәндән һуң, уға ғәйепләү белдерелә[10]. Уның һүҙҙәре буйынса, ғәйепләү пленкаларға һәм Николай Мельниченконың менән Александр Мороздың[11] күрһәтмәләренә нигеҙләнә. 4 апрелдә Кучма менән Мельниченко күҙләштерелә[12]. 26 апрелдә тикшереү тамамланыу тураһында иғлан ителә[13].

2011 йылдың 21 октябрендә Конституция суды, енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләү законһыҙ рәүештә алынған мәғлүмәттәргә нигеҙләнә алмай, тиг№н ҡарар сығара. 14 декабрҙә Киевтың Печерск суды, енәйәт эшен ҡуҙғатыуҙың законһыҙ булыуын танып[14], генпрокуратураның ҡарарын көсөнән сығара.

Импичмент яһарға тырышыу

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2001 Юғары Рада бер нисә тапҡыр Леонид Кучмаға ҡарата импичмент процедураһын башларға тырыша. Уны законһыҙ ҡорал һатыуҙа, депутат Александр Теляшевты туҡмауҙа ғәйепләйҙәр. Леонид Кучма популярлығын юғалта бара. Уның ышаныс рейтингы 20 % булһа, ышанмаусылыҡ белдереүселәр яҡынса 60 % тәшкил итә.

2002 йылдағы парламент һайлауҙарында Кучма хакимиәт башлығы Владимир Литвин етәкләгән «Берҙәм Украина өсөн!» блогын яҡлай, икенсе урынға Украинаның премьер-министры Анатолий Кинах сыға.

2002 йылдың 15 октябрендә Киев судьяһы Юрий Василенко Кучмаға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғата. Әммә 2002 йылдың декабрендә эште Юғары суд яба, ә Василенко эшенән ебәрелә.

Президентлыҡтан һуң тормош

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2005 йылдың 19 ғинуарында Украина премьеры вазифаһын башҡарыусы Николай Азаров «Хеҙмәт урынында файҙаланыу өсөн» тигән билдә менән № 15-р хөкүмәт ҡарарына ҡул ҡуя. Уның буйынса Кучма үлгәнгә тиклем ҙәмәлдәге президенттың эш хаҡы күләмендә түләү ала, уға Конча-Заспела шәхси ҡулланыуға дәүләт дачаһы (Киев сите, Украина элитаһының төп йәшәү урыны), хе: мәтләндереүсе персонал (дүрт водитель, ике горничная, ике официант һәм аш-һыу оҫтаһы), ике машина; дәүләт һағы, ярҙамсы һәм кәңәшсе бирелә. Текста шулай уҡ, Леонид Кучманы ҡарау, уның ҡулланыуында булған күсемле һәм күсемһеҙ милек, хеҙмәтләндереүсе персонал өсөн сығымдар дәүләт бюджетынан ҡапланасаҡ, тип билдәләнә.

Әммә февраль айында Украинаның юстиция министры Роман Зварич, элекке президентты тәьмин итеү һәм хеҙмәтләндереүҙе ҡабаттан ҡараясағын белдерә. Уны премьер Юлия Тимошенко ла хуплай һәм алдағы хөкүмәт бындай ҡарар ҡабул итеп, үҙенең вәкәләттәрен арттырған, ти. 2005 йылдың 25 февралендә Украина хөкүмәте сираттан тыш ябыҡ ултырышында № 15-р ҡарарынан баш тарта. 2007 йылдың 28 апрелендә Виктор Януковичтың министрҙар кабинеты 2005 йылдың 28 февралендәге документты ҙәмәлдән сығарып, 19 ғинуарҙағы ҡарарҙы ҡабаттан тергеҙә. Шулай итеп, Леонид Кучмаға барлыҡ льготалары киренән ҡайтарыла[15]

«Мысль» журналы билдәләүенсә, Кучманың шәхси байлығы 1,5 миллиард АҠШ доллары тәшкил итә[16]

Леонид Данилович «Леонид Кучманың „Украина“ Президент Фонды» хәйриә фондын етәкләй, уның эшмәкәрлеге түбәндәге йүнәлештәр буйынса алып барыла:

  • граждандарҙың мәҙәни кимәлен һәм эстетик тәрбиәһен күтәреү;
  • мәҙәниәтте, сәнғәтте һәм рухиәтте яҡлау маҡсатында саралар ойоштороу һәм уларҙы тормошҡа ашырыу;
  • китап нәшер итеү;
  • мәғариф өлкәһендәге таланттарға ярҙам итеү;
  • перспективалы ижади йәштәргә ярҙам итеү;
  • ауыл китапханаларына ярҙам итеү

2014 йылдың июненән Украинаның Донбасстағы низағты[17] көйләү буйынса өс яҡлы бәйләнеш төркөмө вәкиле.

  • Ағаһы Александр Кучма (1928—1984), шахтер, үпкә яман шешенән үлә[2].
    • Ағаһының улы Владимир Кучма — бизнесмен.[18].
  • Апаһы Вера Тимошенко (Кучма), электровоз машинисы булып эшләй, инсульттан 48 йәшендә[2] вафат була .
  • Ҡатыны Людмила Кучма (1940) (Талалаева).
    • Ҡыҙы Елена Пинчук (1970), «АНТИСПИД» фондына нигеҙ һалыусы, СТБ, ICTV, Яңы, QTV, М, M2 һәм башҡа ҡайһы бер медиакомпанияларҙы үҙ эсенә алған StarLightMedia медиагруппаһының күҙәтеү советы башлығы. Билдәле эшҡыуар һәм йәмәғәт эшмәкәре Виктор Пинчукта[19] кейәүҙә, тәүге ире — Игорь Франчук.
      • Ейәндәре:
      • Роман Франчук (3 апрель, 1991)[20]
      • Екатерина Пинчук (4 июнь, 2003)[21]
      • Вероника Пинчук (28 сентябрь, 2011)[22].
  • «Мин шуны яҡшы беләм: беҙ илде тарҡаттыҡ». (27 октябрь, 1992)[23]
  • «Ниндәй ижтимағи йәмғиәт төҙөргә йыйыныуыбыҙҙы әйтһәгеҙ, мин уны төҙөйәсәкмен». (октябрь, 1992)[23]
  • 2001 йылда мин, «Украинаның сәйәси етәкселегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе булып»[24] йәмғиәтте рухи тергеҙеү тора, тип белдерҙем.
  • «Власть бер ҡасан да илдә сәйәси логиканы илдә агрессив аҙсылыҡ өйрәтеүенә юл ҡуймаясаҡ». (ноябрь 2004)[25]
  • «Фанатиктар тормошҡа ашыра, ә уларҙың емештәрен ҡәбәхәттәр файҙалана. Революция булмаясаҡ, ә XXI быуаттың Европа иленә лайыҡлы һайлауҙар буласаҡ».(ноябрь 2004)[26]
  • «Мин һәр ваҡыт, дәүләт теле берәү булырға тейеш, тинем һәм был хаҡта бер шигем дә булманы» (2012)[27].

Наградалары һәм исемдәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байрағы Ордены (1976)
  • I дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены (Рәсәй, 20 апрель, 2004 й.) — Рәсәй һәм Украина халыҡтары араһында дуҫлыҡты һәм хеҙмәттәшлекте нығытыуға индергән ҙур өлөшө өсөн[28] (орденды Леонид Кучмаға Рәсәй Федерацияһы Президенты Дмитрий Медведев Кремлдә 2011 йылдың 28 июлендә тапшыра)[29]
  • Ҙур Тәре кавалеры, Бөйөк Витаутас ордены (Литва, 1996)
  • Ҙур Тәре кавалеры, Бөйөк кенәз Гядиминас ордены (Литва, 1998)[30]
  • Аҡ бөркөт ордены (Польша, 1997)
  • Алтын бөркөт ордены (Ҡаҙағстан, 1999)[31]
  • Республика ордены (Молдавия, 2003)[32]
  • І дәрәжә Брунеяның король ғаиләһе ордены (Бруней, 2004)[33]
  • Ҙур сынйыр — Инфант дон Энрике ордены (Португалия, 16 апрель, 1998)[34]
  • Румыния йондоҙо ордены
  • «Вифлием-2000» миҙалы (Фәләстан милли хакимиәте, 2000)[35].
  • Господня табуты сынйыры ордены (Иерусалим Православие Патриархы, 2000)
  • I дәрәжә Илья Муромец ордены (2004)[36]
  • Ленин премияһы (1979)
  • Украинаның фән һәм техника өькәһендәге дәүләт премияһы, 1993 йыл — ЮМЗ-Т серияһындағы ҙур күләмле пассажир троллейбустарын эшләү конструкцияһын, технологияһын әҙерләү һәм уны күпләп сығарыуҙы үҙләштергәне өсөн (коллектив составында)[37]
  • Донецк өлкәһенең абруйлы гражданины (2002)[38]
  • Севастополдең абруйлы гражданины (2002)
  • Кривой Рогтың абруйлы гражданины (22.10.1999)[39]
  • Президентские выборы на Украине (2004)
  • Оранжевая революция
  • Убийство Георгия Гонгадзе
  • Внутренняя политика Украины
  • Украина — не Россия
  1. Kramatorsk.
  2. 2,0 2,1 2,2 Розділ 1.
  3. К 64-летию Леонида Кучмы — справка | Общество | Лента новостей «РИА Новости»
  4. Леонид кучма: "сейчас часто говорят: "данилыч, прости… " я очень дорожу этим.
  5. Досье — Корреспондент 2011 йыл 25 ғинуар архивланған.
  6. Анатолий Гальчинский: «Все премьер-министры в Украине были техническими» - Журнал Forbes - Журнал - Forbes.ua, Форбс Украина. Дата обращения: 15 ғинуар 2013. Архивировано 19 ғинуар 2013 года. 2013 йыл 22 февраль архивланған.
  7. На Западе шокированы реакцией Кучмы. Новость от 11 октября 2001 г.
  8. ГЕНПРОКУРАТУРА ПІДТВЕРДИЛА СПРАВУ ПРОТИ КУЧМИ ЗА ВБИВСТВО ГОНГАДЗЕ  (укр.), Українська правда (22 март 2011). 31 ғинуар 2013 тикшерелгән.
  9. КУЧМА ПІШОВ З ОЧНОЇ СТАВКИ З МЕЛЬНИЧЕНКОМ  (укр.), Українська правда (23 март 2011). 31 ғинуар 2013 тикшерелгән.
  10. КУЧМІ ВИСУНУЛИ ОБВИНУВАЧЕННЯ. Пукач - свідок  (укр.), Українська правда (24 март 2011). 31 ғинуар 2013 тикшерелгән.
  11. Справа Кучми базується на свідченнях Мельниченка і Мороза  (укр.), Українська правда (24 март 2011). 31 ғинуар 2013 тикшерелгән.
  12. Кучмі не вдалося уникнути очної ставки з Мельниченком. Його пишуть  (укр.), Українська правда (4 апрель 2011). 31 ғинуар 2013 тикшерелгән.
  13. ГЕНПРОКУРАТУРА ЗАКІНЧИЛА З КУЧМОЮ  (укр.), Українська правда (26 апрель 2011). 31 ғинуар 2013 тикшерелгән.
  14. СУД "ВІДМИВ" КУЧМУ ВІД СПРАВИ ПРО ВБИВСТВО ГОНГАДЗЕ  (укр.), Українська правда (14 декабрь 2011). 31 ғинуар 2013 тикшерелгән.
  15. Ъ — Бывшие // Леонида Кучму вернули на пожизненное содержание
  16. http://www.uatoday.net/rus/news/polit/218294 2008 йыл 21 август архивланған.
  17. Порошенко назначил Кучму представителем на переговорах еще в июле. Дата обращения: 2 февраль 2015.
  18. Селяне ходят к Кучме домой, а на его 70-летие споет Элтон Джон | Новости Украины | Накануне юбилея бывшего президента мы побывали на месте будущего праздника и в его родном се …
  19. Дочка Кучми змінила прізвище — Укрaїнa — ТСН.ua 2015 йыл 20 октябрь архивланған.
  20. Игорь Франчук: Я не обращаю внимания на характеристики «держатель наследства внука президента» | Украинская правда
  21. Елена Пинчук родила дочь — Газета «ФАКТЫ и комментарии»
  22. У Кучмы родилась внучка
  23. 23,0 23,1 Л. Д. Кучма. «После майдана. Записки президента. 2005—2006». Киев: 2007
  24. Сначала президентам Украины и России Леониду Кучме и Владимиру Путину в Севастополе… — Газета «ФАКТЫ и комментарии»
  25. Кучма.avi — YouTube
  26. kuchma — YouTube
  27. [1]
  28. Указ Президента Российской Федерации от 20 апреля 2004 года № 556 «О награждении орденом „За заслуги перед Отечеством“ I степени Кучмы Л. Д.» 2014 йыл 9 май архивланған.
  29. В Кремле Медведев вручил Кучме орден «За заслуги перед Отечеством» I степени // РБК-Украина, 28.07.2011
  30. Сайт Президента Литвы 2006 йыл 3 ғинуар архивланған.
  31. Указ Президента Республики Казахстан о награждении орденом «Золотого орла» (Золотой Орел) Л. Д. Кучмы 2008 йыл 8 март архивланған.
  32. Владимир Воронин наградил Леонида Кучму «Орденом Республики» 2007 йыл 18 декабрь архивланған.
  33. Кучма в гостях у султана
  34. Информация на сайте Президента Португалии (порт.)
  35. Medal of Bethlehem, 2000 (инг.)
  36. В Севастополе освящён восстановленный храм святого равноапостольного князя Владимира 2007 йыл 29 сентябрь архивланған.
  37. Указ Президента України № 617/93 від 31 грудня 1993 року «Про присудження Державних премій України в галузі науки і техніки 1993 року» (укр.)
  38. Бубка стал Почетным гражданином Донецкой области 2011 йыл 5 декабрь архивланған.
  39. Кучма Леонид Данилович — Почётный гражданин Кривого Рога 2015 йыл 2 апрель архивланған.