Бишкәк

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Бишкек битенән йүнәлтелде)
Ҡырғыҙстандың баш ҡалаһы
Бишкәк
ҡырғ. Бишкек
Флаг Герб
Флаг Герб
Ил

Ҡырғыҙстан

Координаталар

42°52′ с. ш. 74°34′ в. д.HGЯO

Эске бүленеш

4 район

Башлыҡ

Суракматов, Азиз Эмильбекович[d]

Нигеҙләнгән

1825

Беренсе мәртәбә телгә алынған

1760

Элекке исеме

Пишпек (1926 йылға ҡәҙәр)
Фрунзе (1926—1991)

Ҡырғыҙстандың баш ҡалаһы с

1925

Майҙаны

169,9 км²

Высота

750—900 м

Климат тибы

ҡырҡа континенталь

Халҡы

923,3 мең[1] кеше (2015)

Тығыҙлығы

5307 кеше/км²

Агломерация

1 млн. кеше[2]

Милли состав

ҡырғыҙҙар — 66,2 %
урыҫтар — 23,0 %
уйғырҙар — 1,6 %
татарҙар — 1,5 %
корейҙар — 1,4 %
үзбәктәр — 1,4 %
ҡаҙаҡтар — 1,1 %
украиндар — 1,0 %
дунгандар — 0,5 %

Конфессиональ составы

мосолмандар, христиандар һ. б.

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Телефон коды

+996 312

Почта индексы

720001-720083[3]

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

B, E

Рәсми сайт

meria.kg  (рус.)

Бишкәк (Ҡырғыҙстан)
Бишкәк
Бишкәк

Бишкәк (ҡырғ. Бишкек) — Ҡырғыҙ Республикаһының баш һәм иң ҙур ҡалаһы. Айырым административ берәмек, республика әһәмиәтендәге ҡала. Боронғо исемдәре — Пишпек, Фрунзе (М. В. Фрунзе исеме бирелгән).

Ҡала Ҡырғыҙстандың төньяғында, Чүй үҙәнендә, Тянь-Шань тауҙары алдында, Ҡырғыҙ Алатауы һыртынан 40 км төньяҡта, диңгеҙҙән 700—900 м бейеклектә, Ҡаҙағстан сигенән 25 км алыҫлыҡта. Ҡала майҙаны 169,9 км²[4].

Административ бүленеше[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Административ яҡтан 4 районға бүленгән. Халыҡ һаны 2009 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса[5]:

  • Октябрь районы — 242 382 (2009)
  • Беренсе Май районы — 175 894 (2009)
  • Свердлов районы — 231 801 (2009)
  • Ленин районы — 201 626 (2009)
    • Чоң-Арыҡ ҡасабаһы — 9 724 (2009)
    • Урта-Сай ауылы — 4 100 (2009)

Райондар башлыҡтары дәүләт район хакимиәте башлыҡтары (әкимдәр) мэрия һәм ҡала кәңәше тарафынан тәғәйенләнә.

Исеме[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бер версия буйынса, ҡала исеме XVIII быуатта ошо тирәлә йәшәгән билдәле Бишкәк-Батыр исеменән, икенсеһе буйынса, «бишкәк» терминынан килеп сыҡҡан, йәғни күҫәк, суҡмар тигәнде аңлата.

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тәүтормош кешеләре хәҙерге Бишкәк янында б. э. т. V—IV мең йыл элек торған. Ҡала өсөн һайланған урын Бөйөк Ебәк Юлына бәйле. Юлдың көнсығыш өлөшө Чүй үҙәне аша үтеп, Үҙәк Тянь-Шань тауҙары аша үткән икенсе юл менән осраша. Бишкәк ерендә VII—XII быуаттарҙа Джуль төрөк ҡаласығы урынлашҡан.[6] XVI быуатҡа ҡарай «ебәк юл», ҡалалар юғала. Чүй үҙәне Солто ырыуының (ҡырғыҙҙарҙың 40 ырыуының береһе) ҡышҡы көтөүлегенә әйләнә.[7]

1825 йылда хәҙерге ҡала ерендә Мадали-хан[7] фарманы буйынса Коканд (Ҡуҡан) ҡәлғәһе төҙөлә, бында кокандтар каруансыларҙан яһаҡ йыя.

1860 йылдың 4 сентябрендә, 1862 йылдың 24 октябрендә урыҫ ғәскәрҙәре ҡәлғәне баҫып ала. 1862 йылдың ноябрендә ҡәлғә емерелеп, ике йылдан урынында казак пикеты урынлаша, һуңынан бында баҙар йыйыла башлай. 1868 йылда Пишпек ауылы барлыҡҡа килә, 1878 йылдың 29 апрелендә ҡала статусын ала.

1924 йылда ҡалаға «Интергельпо» Чехословакия кооперативы килеп инә, ҡаланы замансаға үҙгәртә. 1924 йылдың октябренән Ҡара-Ҡырғыҙ автономиялы өлкәһенең үҙәге, 1925 йылдың майынан Ҡырғыҙ автономиялы өлкәһенең үҙәге булып китә. 1926 йылдың 12 майында Пишпек Фрунзе исемен ала (бында тыуған совет ғәскәре башлығы Михаил Фрунзе хөрмәтенә). 1936 йылдан Фрунзе ҡалаһы — Ҡырғыҙ ССР-ның баш ҡалаһы була.

1991 йылдың 1 февраленән Ҡырғыҙ ССР-ның Юғары Советы ҡарары менән ҡалаға Бишкәк исеме ҡайтарыла.

1908 йылғы Пишпек ҡалаһы гербы.
КССР-ҙың Юғары Советы Президиумы бинаһы, 1936 й.
  • Йылдың уртаса температураһы — +11,3 C°
  • Уртаса ел тиҙлеге — 1,7 м/с
  • Уртаса һауа дымлылығы — 60 %
Бишкәк аэропортының «Манас 2» терминалы

Аталышы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фараз итеүҙәренсә, атама халыҡ ҡаһарманы XVIII быуатта ошо тирәлә йәшәгән Бишкәк-Батыр исеменән сығып бирелгән. Күҫәк йәки төйгөс тигәндән дә сыҡҡан булыуы ихтимал тип һанайҙар.

Климаты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡала Чүй үҙәнендә, Ҡырғыҙ Алатауы итәгендә урынлашҡан. Ҡояш иң күп яҡтыртҡан ай — июль, — 322 сәғәт тәшкил итә, иң әҙе декабрҙә— 126 сәғәт. Бишкектә климат ҡырҡа континенталь, уртаса йыл температураһы +11,3 °C. СИң һыуыҡ ай — ғинуар (-10 °С), иң йылы — июль (+38 °C). Айына уртаса дымлылыҡ июндә һәм июлдә 44 % , мартта — 74 % , уртаса йыллыҡ күрһәткес — 60 %. Ҡала аэсенән Ала-Арча һәм Аламедин йылғалары аға, Бишкәктең көнсығышынан көнбайышҡа табан Оло Чүй Каналы урынлашҡан.

Иҡтисады[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бишкәк — илдең иҡтисади үҙәге.

2011 йылда ҡалала 28108,4 млн сом (һум) күләмендә иҡтисад тауары етештерелгән. Республикала күрһәтелгән хеҙмәттәрҙең 58,7 % Бишкәккә тура килә. 2011 йылдың ғинуар-ноябрь айҙарында уртаса хеҙмәт хаҡы 12035 сом тәшкил итә, был республикалағы кимәлдән 1,4 тапҡырға юғарыраҡ. Бишкәк республиканың башҡа төбәктәрен аҫрай. Баш ҡала тирәләп «Бишкәк» ирекле иҡтисади зонаһы иғлан ителгән.

Иҫтәлекле урындар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Ҡөньяҡ ҡапҡа» паркы
  • Тимерсе нығытмаһы
  • «Ата-Бейит» мемориаль комплексы
  • Дәүләт циркы
  • Ипподром
  • «Сейтек» балалар һәм үҫмерҙәр өсөн республика үҙәге
  • Көньяҡ ҡапҡа

Майҙандар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ала-Тоо (Алатау) майҙаны — Бишкәктең үҙәк майҙаны, бында «Миһырбанлы Манасҡа» монументы ҡуйылған
  • Иҫке майҙан
  • Еңеү майҙаны һәм монументы
  • Вокзал янындағы майҙан
  • Университет майҙаны
  • Театр майҙаны
  • Совет майҙаны — хакимиәт һәм филармония араһындағы архитектура комплексы.

Бульварҙар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Эркиндик (Иркенлек) бульвары[8]
  • Йәш гвардия бульвары
  • Чуй проспекты

Дин[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ислам[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бишкәктә 7 мәсет, 10 ислам дини фонды, бер Ислам университеты эшләп килә.[9]

Христианлыҡ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Урыҫ православие сиркәүенең 4 ғибәҙәтханаһы бар. Шулай уҡ протестантлыҡҡа ҡараған сиркәүҙәр ҙә бар[9].

Спорт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бишкәктең «Алға» футбол клубы — 5 тапҡыр чемпион, 9 тапҡыр Ҡырғыҙстан кубогына эйә булыусы.

Халыҡ-ара мөнәсәбәттәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Туғанлашҡан ҡалалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Партнёр-төбәктәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Билдәле кешеләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Бейшеналиева Бюбюсара — билдәле балет артисы, СССР-ҙың халыҡ артисы
  • Айытматов Сыңғыҙ Түрәҡол улы — донъяла билдәле ҡырғыҙ яҙыусыһы
  • Акрамов Эрнст Хашим улы — күренекле хирург, йәмәғәт эшмәкәре
  • Арзамасцев Николай Михайлович — Ҡырғыҙ ССР-ның баскетбол буйынса атҡаҙанған тренеры
  • Мамакеев Мамбет Мамакеевич — күренекле хирург, йәмәғәт эшмәкәре
  • Видугирис Альгимантас Стасевич — кинорежиссёр, оператор
  • Курманов Карпек Шамсединович — атаҡлы ғалим-юрист, Ҡырғыҙ Республикаһының атҡаҙанған фәнни эшмәкәре
  • Дараган Сергей Борисович — билдәле рәссам
  • Брудный Арон Абрамович — күренекле психолог, философ, Ҡырғыҙстан Республикаһы Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Численность населения областей, районов, городов и поселков городского типа Кыргызской Республики в 2015 г. постоянное население на 1 января 2015 года, наличное население 953,0 тыс. жителей
  2. Rafis Abazov, Historical Dictionary of Kyrgyzstan, с. 91, ISBN 0-8108-4868-6
  3. Отделения связи. Бишкек 2017 йыл 3 май архивланған.
  4. DEMOGRAPHIC YEARBOOK 2012.
  5. Перепись населения Киргизии 2009.
  6. VirCity.kg — информационно-справочный сайт г. 2014 йыл 29 ноябрь архивланған.
  7. 7,0 7,1 История города. Сайт мэрии города Бишкек. Дата обращения: 2 октябрь 2012. Архивировано 16 октябрь 2012 года. 2012 йыл 16 октябрь архивланған.
  8. Бишкек. Бульвар «Дзержинка». central-asians.ru (10 ғинуар 2012). Дата обращения: 2 октябрь 2012. Архивировано 16 октябрь 2012 года. 2012 йыл 13 октябрь архивланған.
  9. 9,0 9,1 Религиозное положение в Бишкеке — Сайт мэрии города Бишкек 2016 йыл 4 март архивланған.
  10. Астана и Бишкек – города-побратимы. Официальный сайт города Астаны (07.09.11). Дата обращения: 2 октябрь 2012. Архивировано 16 октябрь 2012 года. 2011 йыл 21 сентябрь архивланған.
  11. İzmir'in kardeş kentleri. Архивировано 4 август 2012 года.автор 2012 йыл 27 июль архивланған.
  12. Международные связи. Официальный сайт мэрии Бишкека. Дата обращения: 2 октябрь 2012. Архивировано 16 октябрь 2012 года. 2016 йыл 8 март архивланған.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]