Тайбэй
Тайбэй | |
Lua хатаһы: expandTemplate: template "lang-zh-tw" does not exist. | |
Байраҡ | Герб |
Нигеҙләү датаһы | 1709 |
---|---|
Рәсми атамаһы | 臺北, Тайбэй, Тайхоку һәм Тайбэй |
Рәсми тел | гоюй[d] |
Донъя ҡитғаһы | Азия |
Дәүләт | Ҡытай Республикаһы[1][2] |
Административ үҙәге | Ҡытай Республикаһы, Республика Тайвань[d], Тайвань[d], Тайвань (утрау) һәм Тайвань[d] |
Административ үҙәк | Синьи[d] |
Административ-территориаль берәмек | Ҡытай Республикаһы |
Сәғәт бүлкәте | UTC+8:00[d] |
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан | Цзилун[d] |
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан | Taipei Basin[d] |
Анклав в | Новый Тайбэй[d] |
Геомәғлүмәттәр | Data:Taiwan/Taipei City.map |
Хөкүмәт башлығы вазифаһы | Mayor of Taipei[d] |
Хөкүмәт башлығы | Цзян Ваньань[d] |
Башҡарма власть | Правление города Тайбэй[d] |
Закондар сығарыу органы | Городской совет Тайбэя[d] |
Халыҡ һаны | 2 603 150 кеше (2020)[3] |
Ир-егеттәр | 1 183 068[4] |
Ҡатын-ҡыҙҙар | 1 323 699[4] |
Административ рәүештә бүленә | Даань[d], Датун[d], 南港區[d], Нэйху[d], Шилинь[d], Суншань[d], Ваньхуа[d], Вэньшань[d], Синьи[d], Чжуншань[d], 中正區[d] һәм Бэйтоу[d] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 10 метр |
Туғандаш ҡала | Вильнюс[5][6][7] |
Милке | Tianmu Baseball Stadium[d] |
Сиктәш | Новый Тайбэй[d] |
Алыштырған | Shichisei County[d], 臺北市[d] һәм Yangminshan Administrative Bureau[d] |
Ҡулланылған тел | атаяльский язык[d], Basay[d], Kavalan[d], гоюй[d], Бунун[d], кетагаланский язык[d], тайваньский язык[d] һәм тайванский хакка[d] |
Майҙан | 271,7997 км² |
Почта индексы | 100 |
Рәсми сайт | gov.taipei |
URL-адрес потокового вещания | youtube.com/watch?v=xCDS… |
Һештег | Taipei, 臺北, 台北, 타이베이, Taipeh, Taïpei, Taipéi һәм Đài Bắc |
Официальный символ | F. microcarpa[d], Рододендрон һәм U. caerulea[d] |
Портал открытых данных | Taipei city Open Data[d] |
Тема иҡтисады | economy of Taipei[d] |
Число домохозяйств | 1 067 481[4] |
Урындағы телефон коды | 02 |
Бында төшөрөлгән фильмдар категорияһы | Category:Films shot in Taipei[d] |
Элементтың күренеше өсөн категория | Category:Views of Taipei[d] |
Тайбэй Викимилектә |
Тайбэй[прим 1] (ҡыт. трад. 臺北, упр. 台北, пиньинь: Táiběi, юж.-миньск. Tâi-pak) — Ҡытай Республикаһының баш ҡалаһы (Ҡытай республикаһы властары тарафынан рәсми рәүештә «коммунистик бола ваҡытына Ҡытай Республикаһы хөкүмәтенең ваҡытлыса йәшәү урыны» тип атала). Ҡытай Халыҡ Республикаһы етәкселегенең фекере буйынса Тайбэй — Ҡытай Халыҡ Республикаһы составындағы Тайвань провинцияһының баш ҡалаһы.
2003 йылда Тайбэйҙа донъялағы иң бейек йорттарҙың береһе төҙөлә — Тайбэй 101. Тайбэй — Тайвандың мөһим мәғариф үҙәге. Тайвань Милли университеты уҡыу йорттары араһында иң билдәлеһе. Тайбэй — Тайвандың иң эре киң мәғлүмәт саралары үҙәге.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тай топонимының башланғыс элементы — «Тайвань» атамаһынан , бэй — «төньяҡ, төньяҡҡа», йәғни «Тайвандың төньяғындағы ҡала»[8].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XVIII быуатҡа тиклем хәҙерге Тайбэй урынлашҡан ерҙә кетагалан халҡы вәкилдәре йәшәй. Ҡытайҙар (башлыса Фуцзянь провинцияһынан) бында 1709 йылдан башлап төпләнә[9]. XIX быуат аҙағына Тайбэй төньяҡ Тайванда ҡытайҙар йәшәгән төп төбәк була; сәйҙе экспортлау арҡаһында Тайвань боғаҙы ярында урынлашҡан Тамсуй порты иҡтисади әһәмиәткә эйә була. 1875 йылда утрауҙың төньяҡ өлөшө Тайвань идаралығы юрисдикцияһынан бүлеп алына, яңы Тайбэй идаралығы булдырыла. 1886 йылда, Тайвань Ҡытай провинцияһы тип иғлан ителгәс, Тайбэй провинцияның баш ҡалаһына әйләнә. Цин империяһы дәүеренең боронғо ҡалаһы нан ни бары төньяҡ ҡапҡаһы ғына һаҡланып ҡала. Япония идаралығы осоронда көнбайыш ҡапҡа һәм боронғо ҡала диуарҙары һүтелә, ә көнсығыш һәм көньяҡ ҡапҡалар Гоминьдан идара иткән саҡта ныҡ итеп үҙгәртелә, шулай итеп улар төҙөлгән саҡтағы күренешен юғалта.
1895 йылда Симоносекс килешеүе нигеҙендә Тайвань Япония ҡарамағына күсә. Тайбэй, японса Тайхоку, бынан һуң япон хөкүмәтенең колониаль административ үҙәге була. Япония ҡул аҫтында булғанда ҡалаға административ үҙәк һыҙаттары бирелә, унда йәмәғәт биналары, дәүләт хеҙмәткәрҙәре өсөн торлаҡ төҙөлә. 1920 йылда Тайвань префектураларға бүленә, һәм ҡала Тайхоку составына инә; 1938 йылда уға Мацуяма ауылы (хәҙерге Суншань районы) ҡушыла. 1935 йылда Тайхокула «колониаль хужалығы ҡаҙаныштарына» арналған пропаганда күргәҙмәһе үткәрелә. 1945 йылда Япония капитуляцияһынан һуң Тайвань Ҡытай республикаһына кире ҡайтарыла.
1949 йылдың 7 декабрендә Гоминьдан хөкүмәте башлығы Чан Кайши, граждандар һуғышы һөҙөмтәһендә Ҡытайҙан сығып китергә мәжбүр була һәм, рәсми баш ҡала Нанкинда[10] урынлашыуға ҡарамаҫтан, Тайбэйҙы Ҡытай республикаһының ваҡытлыса баш ҡалаһы тип иғлан итә. Артабанғы ун йылда ҡала шаҡтай ҙурая. 1967 йылда Тайбэй үҙәк ҡарамағындағы ҡала статусын ала; шул саҡта Тайбэйға Шилинь, Бэйтоу, Нэйху, Наньган, Цзинмэй һәм Мучжа райондары ҡушыла. Шулай итеп Тайбэйҙың майҙаны 4 тапҡырға тиерлек арта, ә халыҡ һаны 1,56 миллион кешегә тиклем етә. 1970-се йылдар урталарына халыҡ һаны 2 миллион кешегә етә; артабан халыҡ һанының артыуы бер аҙ кәмей төшә һәм 1990-сы йылдар уртаһына тотороҡлолоҡ һаҡлана. Шуға ҡарамаҫтан Тайбэй донъяның күп халыҡлы ҡалаһы булып иҫәпләнә. Хәҙер халыҡ ҡалаға яҡын урынлашҡан тораҡ пункттарына төплөнә. 1990 йылда ҡаланың 16 районы 12 районға берләштерелә[11].
Иҫтәлекле урындары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Чан Кайши мемориалын — Ҡытай традицион стилендә Ҡытай Республикаһының элекке президенты генералиссимус иҫтәлегенә ҡуйылған архитектура комплексын Тайбэйҙың төп иҫтәлекле урындарының береһе тип һанарға мөмкин. Чан Кайши мемориалы алдында Милли театр һәм Милли концерт холы урынлаша, улар ярашлы рәүештә Ирек майҙаныныңкөньяҡ һәм төньяҡ осонда тора. Президент һарайынан бөтә майҙанды күҙәтергә була. Тайвань баш ҡалаһының икенсе бер иҫтәлекле урыны — мәҙәни, йәмәғәт һәм белем биреү үҙәге булған Сунь Ятсен мемориалы. Шулай уҡ һынлы сәнғәт, каллиграфия, скульптура, нефрит һәм фарфор изделиеларҙың бай коллекциялары ҡуйылған Император һарайы Музейын да билдәләп үтергә кәрәк.
Тайбэй һынлы сәнғәт музейы 1983 йылда асыла һәм япон метаболизмы стилендәге бинанан ғибәрәт. Бында башлыса хәҙерге заман рәссамдарының 1940 йылдан һуң яҙылған картиналары ҡуйылған. 2001 йылда ҡала хөкүмәтенең иҫке бинаһында Хәҙерге заман сәнғәте музейы асыла. Тайвандың милли музейы — утрауҙағы иң оло музей, уға нигеҙ колониаль хөкүмәт тарафынан 1908 йылда, илгә япондар идара иткән осорҙа һалына.
Бейеклеге 509,2 метрға (шпиль менән) еткән Тайбэй 101 үтә бейек йорт та шулай уҡ ҡаланың билдәле атрибуты булып тора. Был йорт донъялағы иң бейек йорттар араһында (Дубайҙағы Бурдж-Хәлифә (828 метр) һәм Мәккәләге Абрадж әл-Бейт (601 м) өсөнсө урынды биләй. Тайбэй шулай уҡ үҙенең төнгө баҙары менән дан тота, шуларҙың иң танылғаны — Шилин баҙары. Тайбэй зоопаркы — утрауҙағы иң боронғо һәм иң ҙур зоопарк, ул 1914 йылда, утрау Японияның ҡул аҫтында булған ваҡытта булдырыла.
Ҡалала бер нисә Будда һәм даос ҡорамдары бар. Тайбэйҙың иң боронғо ғибәҙәтханаларының береһе — 1738 йылда төҙөлгән Луншань ҡорамы. XIX быуатта төҙөлгән Баоань ғибәҙәтханаһы ла киң билдәле. Уға яҡын ғына Конфуций ғибәҙәтханаһы урынлашҡан, ул Конфуцийҙың Цюйфулағы (Ҡытайҙың Шаньдун провинцияһы) ғибәҙәтханаһы өлгөһөндә 1879 йылда төҙөлә.
Тайбэйҙағы төп халыҡ байрамдары: Фонарь байрамы, Цинмин байрамы, Аждаһа кәмәләре байрамы, Көҙ уртаһы байрамы, Ҡытай Яңы йылы һәм башҡалар.
Географияһы һәм климаты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡала утрауҙың төньяҡ өлөшөндә, Тайбэй һөҙәк соҡоронда урынлашҡан. Көнбайышында Даньшуй һәм Синьдян. йылғалары менән сикләнә. Үҙәк өлөшө уйһыу урынға тура килә, ә бына көньяҡҡа, көнсығыш һәм төньяҡҡа табан күтәрелә башлай һәм 1120 метр бейеклеккә етә (Цысин тауы). Янмин милли паркы биләмәһендә урынлашҡан был тау — һүнгән янартауҙың кратеры. Ҡаланың төньяҡтағы Шилинь һәм Бэйтоу райондары Цзилун йылғаһынан төньяҡтараҡ урынлашҡан. Цысиндан ҡала бейеклек буйынса икенсе урында Датун тауы (1092 м) тора. Тайбэйҙан кәньяҡ-көнсығышҡа табан Суншань тауы һәм Циншуй тарлауығы урынлашҡан. Был тауҙар ҡуйы урман менән ҡапланған.
Ҡаланың субтропик климаты дымлы эҫе йәй һәм йомшаҡ ҡыш, йыш ҡына томан төшөүсән. Йыллыҡ яуым-төшөм кимәле — 405 2 мм самаһы, яуым-төшөмдөң күпселегеа майҙан сентябргә тик була.
Ҡала климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
Уртаса максимум, °C | 17,7 | 17,8 | 20,3 | 24,5 | 27,0 | 30,0 | 32,2 | 31,8 | 30,1 | 26,8 | 22,5 | 19,4 | 25,0 |
Уртаса температура, °C | 14,4 | 14,6 | 16,8 | 20,8 | 24,1 | 26,5 | 28,4 | 28,3 | 26,4 | 23,3 | 19,8 | 16,2 | 21,6 |
Уртаса минимум, °C | 12,6 | 12,7 | 14,5 | 18,2 | 21,6 | 23,9 | 25,4 | 25,5 | 23,5 | 20,9 | 17,6 | 14,0 | 19,2 |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 103 | 193 | 212 | 128 | 214 | 200 | 113 | 117 | 151 | 104 | 97 | 81 | 1714 |
Сығанаҡ: World Climate |
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халыҡ һаны кеше | |||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|
1981 | 1991 | 2001 | 2011 | 2015 | |||
983 270 2 | ↗ 717 992 2 | ↘ 2 633 802 | ↗ 2 650 968 | ↗ 704 810 2 |
Ҡала халҡы яҡынса 2 700 000 кеше тәшкил итә, халыҡ һаны агломерация халҡы (Тайбэй-Цзилун) — 6 776 264 кеше. 2008 йылда тыуым кимәле 7,88 ‰ тәшкил итә, ә үлем кимәле — 5,94 ‰. Халҡының ҡартая барыуы мөһим проблема булып ҡала, 2009 йылда 65 йәштән өлкәндәр 10 %[12] тәшкил итә. Юғары белемлеләр 43,48 процентҡа етә, ә халыҡтың грамоталылыҡ кимәле — 99,18 % . Тайвандың башҡа тораҡ пункттарындағы кеүек Тайбэйҙа хокло, хакка этник төркөмдәре, ҡытайҙар (хань) һәм тайвань аборигендары йәшәй.
Иҡтисады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тайбэй — мөһим сәнәғәт үҙәге. Етештереү тармағында электроника, теүәл приборҙар, ҡорамалдар, кейем һәм текстиль, аҙыҡ-түлек һ. б. мөһим компонент булып тора. Иҡтисадта сауҙа, транспорт һәм банк секторы мөһим роль уйнай. Туризм — әллә ни ҙур түгел, әммә ҡала иҡтисадының бик мөһим компоненты.
Транспорт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡаланың йәмәғәт транспортында Тайбэй метрополитены мөһим уурын алып тора. Унда 10 ер аҫты юлы эшләй, 96 станция бар. 2011 йылдың декабренә алынған мәғлүмәттәр буйынса метрополитен көнөнә 1,66 миллионға яҡын пассажирҙарҙы хеҙмәтләндерә; Тайбэй метроһы 1996 йылдан эшләй. Юғары тиҙлекле тимер юлы Тайбэйҙы утрауҙың көнбайыш ярында урынлашҡан ҡалалары: Таоюань, Синьчжа, Тайчжун, Цзяи һәм Тайнань менән тоташтыра, был юлдың һуңғы станцияһы Гаосюн. Был системалағы поездар 300 км/сәғ. тиҙлек менән йөрөй; шулай итеп, Тайбэйҙан Гаосюнға тиклем ни бары 96 минутта барып етеп була.
Метрополитен юлдары үтмәгән урындар халҡын ҡала автобус селтәре хеҙмәтләндерә.й. Ҡалала ике аэропорт эшләй. Тайвань-Таоюань аэропорты төп аэропорт тип иҫәпләнә. Таоюань өйәҙендә урынлашҡан. Тайвань-Таоюань аэропорты утрауҙағы дүрт халыҡ-ара аэропорттың береһе. Халыҡ-ара йүнәлештәр: Пусан, Пекин, Шанхай, Токио, Сеул, Куала-Лумпур, Манила, Бангкок, Гонконг, Осака, Сингапур, Ханой, Лондон, Амстердам, Париж, Хошимин, Лос-Анджелес һәм башҡалар. Ә Тайбэй-Суншань аэропорты башлыса бер нисә халыҡ-ара (Токио, һәм башҡа ҡайһы бер Шанхай) һәм эске рейстарҙы хеҙмәтләндерә.
Административ бүленеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тайбэй 12 районға бүленгән. Даань, Датуна һәм Суншань райондарында халыҡ һаны күберәк[13].
Карта | Статус | Название | Иероглифы | Пиньинь | Население (2020) |
Площадь (км²) |
---|---|---|---|---|---|---|
Район | Чжунчжэн | 中正區 | Zhōngzhèng qū | |||
Район | Датун | 大同區 | Dàtóng qū | |||
Район | Чжуншань | 中山區 | Zhōngshān qū | |||
Район | Суншань | 松山區 | Sōngshān qū | |||
Район | Даань | 大安區 | Dà'ān qū | |||
Район | Ваньхуа | 萬華區 | Wànhuá qū | |||
Район | Синьи | 信義區 | Xìnyì qū | |||
Район | Шилинь | 士林區 | Shìlín qū | |||
Район | Бэйтоу | 北投區 | Běitóu qū | |||
Район | Нэйху | 內湖區 | Nèihú qū | |||
Район | Наньган | 南港區 | Nángǎng qū | |||
Район | Вэньшань | 文山區 | Wénshān qū |
Халыҡ-ара мөнәсәбәттәр[14][15]
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Туғанлашҡан ҡалалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡалып:Wikidata/SisterCities/Тайбэй
Ҡала-партнерҙар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дуҫлашҡан ҡалалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Галерея
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Тайбэй
-
Инеп Мемориаль чан кайши
-
Гранд-отель тайбэйҙә
-
Гранд-отель тайбэйҙә
-
Кварталында Симэньдин төн
-
Тайбэй күренеше киске
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Комментарий
- Сығанаҡтар
- ↑ archINFORM (нем.) — 1994.
- ↑ GEOnet Names Server — 2018.
- ↑ https://www.stat.gov.tw/ct.asp?mp=4&xItem=47698&ctNode=549
- ↑ 4,0 4,1 4,2 內政部戶政司 https://www.ris.gov.tw/app/portal/346 (билдәһеҙ)
- ↑ https://english.sec.gov.taipei/cp.aspx?n=2789B64DFDD8B838&s=71DCD83AD107CA5D
- ↑ http://www.ivilnius.lt/pazink/apie-vilniu/miestai-partneriai
- ↑ https://vilnius.lt/lt/tarptautinis-bendradarbiavimas/
- ↑ Поспелов, 2002, с. 407
- ↑ Kelly, Robert. Taiwan. — Lonely Planet Publications, 2007. — С. 46. — ISBN 1741045487.
- ↑ Ng, Franklin. The Taiwanese Americans. — Greenwood Publishing Group, 1998. — С. 10. — ISBN 0313297622.
- ↑ Republic of China Yearbook. — Kwang Hwa Publishing Co., 2002. — С. 120. — ISBN 9579227357.
- ↑ Taiwan's elderly population reaches one in 10: interior ministry, Central News Agency (23 ғинуар 2010). 11 июль 2010 тикшерелгән. 2011 йыл 1 декабрь архивланған.
- ↑ Taipei City Government - Administrative Districts (ингл.). Дата обращения: 14 сентябрь 2010. Архивировано 24 август 2011 года.
- ↑ https://web.archive.org/web/20140410023801/http://www.edunet.taipei.gov.tw/attach/The%2045%20Sister%20Cities%20list.doc
- ↑ Taipei City Council-International Sister Cities 2016 йыл 23 октябрь архивланған.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Поспелов Е. М. Географические названия мира. Топонимический словарь / отв. ред. Р. А. Агеева. — 2-е изд., стереотип. — М.: Русские словари, Астрель, АСТ, 2002. — 512 с. — 3 000 экз. — ISBN 5-17-001389-2.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Өҙөмтә хатаһы: "прим" төркөмөнөң ғәмәлдәге <ref>
тамғалары өсөн кәрәкле <references group="прим"/>
тамғаһы табылманы