Цюйфу

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Цюйфу
Цзинин
Майҙаны:

815 км²

Халыҡ һанын иҫәпләү:

2011

Халыҡ һаны:

640 000 кеше

Почта индекстары:

273100

Телефон кодтары:

537

Карта

Рәсми сайт

Цюйфу (ҡыт. упр. 曲阜, пиньинь: Qūfù, палл.: Цюйфу) — Шаньдун (ҠХР) провинцияһы Цзинин ҡала округының ҡала өйәҙе. Ҡала өйәҙенең исеме «Бөгөлгән уба» аңлата.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шан дәүерендә был урындар  Янь (奄国) биләмәләре составына инә. Чжоу  дәүерендә улар Лу батшалығы составына эләгә. Һуңынан Чу батшалығы Лу батшалығын яулап алғас, бында Лусянь  өйәҙе барлыҡҡа килә (鲁县).

Цинь батшалығы тәүге тапҡыр Ҡытайҙы берҙәм дәүләткә  берләштергән һуң, илде цзюнь-округтарына бүлә, бында Лусюэ округы ойошторола (鲁薛郡), уның идараһы Цюйфуҙа урынлаша.

Б.э.т. 154 йылда Көнбайыш Хань империяһы дәүерендә Лю Юй «Луский кенәз » титулын  (鲁王) тала һәм Цюйфуҙы үҙенең биләмәләренең баш ҡалаһы итә. 

584 йылда Суй династияһы осоронда Лусянь өйәҙе Вэньян (汶阳县) исеменә үҙгәртелә, ә 598 йылда — Цюйфу (曲阜县) исемен ала. 627 йылда Тан династияһы ваҡытында  Сышуй өйәҙенә ҡушыла , әммә 634 йылда кире тергеҙелә.

1012 йылда Сун империяһы ваҡытында Цюйфу өйәҙе  Сяньюань (仙源县) исеменә итеп үҙгәртелгән. Был ерҙәрҙе чжурчжән Цзинь империяһы яулағандан һуң, 1129 йылда уға Цюйфу өйәҙе исемен ҡайтара.

1511 йылда Мин империяһы заманында  Лю-алтынсы һәм Лю-етенсе етәкселегендәге крәҫтиәндәр ихтилалылында Цюйфу емерелә. Ихтилал баҫтырылғандан һуң, Шаньдун провинцияһы губернаторына Конфуцмй кумирниһы тирәләй яңы үҙәк өйәҙе төҙөргә бойорола.

1945 йылда Цюйфу Сышуй өйәҙе берҙәм Цюйсы (曲泗县) өйәҙенә менән берләштерелә, ләкин  берҙәм 1948 йылда ике өйәҙ тағы бүленә.

1950 йылда Шаньдун провинцияһы составында Тэнсянь (滕县专区) Махсус районы ойошторола, һәм  өйәҙ уның составына инә. 1952 йылда  Пинъюань провинцияһы тарҡатыла, уның составына ингән Махсус Хуси районы (湖西专区) Шаньдун провинцияһы составында тапшырыла. 1953 йылдың июлендә Махсус Хуси районы тарҡатыла; уның 4 өйәҙе Махсус Хэцзэ район составына тапшырыла, ҡалған райондар Махсус Тэнсянь районы менән бергә  Махсус Цзинин (济宁专区) районына ҡушыла. 1958 йылда Цюйфу өйәҙе Цзыянин өйәҙенә ҡушыла. 

1962 йылда  Цзыян өйәҙе ҡабаттан Цюйфу өйәҙенән айырылып, «Яньчжоу» исемен ала. 1967 йылда  Цзинин махсус районы Цзинин округы исеменә үҙгәртелә (济宁地区).

1983 йылдың 30 авгусында ҠЫТАЙ-ҙың Ҡала советы ҡарары буйынса Цзинин округы Цзинин ҡала округы итеп үҙгәртелә.

1986 йылдың июнендә  Цюйфу өйәҙе  Цюйфу ҡала өйәҙе булып үҙргәртелә. 

Административ бүленеше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡала өйәҙе 4 урам комитетына, 6 ҡасабаға һәм 2 волосҡа бүленә.

Цюйфу Конфуцианлыҡ үҙәге булараҡ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Цюйфу — Египетта һәм Америкла Конфуций кеүек билдәле булған философ Кун-цзының тыуған ере.  Цюйфуҙа Уҡытыусы Кундың өс иң мөҡәддәс нәмәһе: Конфуций һарайы йәки Яньшэнгун һарайы, Конфуций ғибәҙәтханаһы һәм Конфуций үҙе һәм уның мең нәҫеле ерләнгән Кунлинь ҡәберлеғе бар. Был объекттар ЮНЕСКО-ның Бөтә Донъя мираҫы исемлегенә инә. 

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]