Эстәлеккә күсергә

Ҡытай яҙыуы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡытай яҙыуы

Традицион һәм ябайлаштырылған иероглифтар
Традицион һәм ябайлаштырылған иероглифтар

Яҙыу тибы

идеографик

Телдәр

ҡытай һәм япон телдәре, шулай уҡ элегерәк вьетнам һәм корей телдәре

Таралған территория

Ҡытай Халыҡ Республикаһы, Ҡытай Республикаһы, Япония, Сингапур, Малайзия

Тарихы
Барлыҡҡа килән урыны

Ҡытай

Барлыҡҡа килгән ваҡыты

б.э.т. яҡынса 2000 йылда

Осор

б.э.т. 2000 йыл — хәҙерге заман

Иң боронғо документ

цзягувэнь

Туғандаш телдәр

Корей (хангыль), япон

Үҙенсәлектәре
Яҙыу йүнәлеше

һулдан уңға, элек — өҫтән аҫҡа, уңдан һулға

Билдәләр һаны

Яҡынса 60 мең

Юникод диапазоны

U+4E00…U+9FA5, U+20000…U+2A6D6 и др.

 Ҡытай яҙыуы Викимилектә

Ҡытай яҙыуы (ҡыт. трад. 漢字, яб. 汉字, пиньинь: hànzì, палл.: ханьцзы; вьетн. Chữ Hán, тьы-хан) — Ҡытай территорияһында барлыҡҡа килгән һәм мең йыллыҡ тарихы булған иероглифик йәки идеографик яҙыу системаһы. Һәр хәрефе телдәге фонемаларҙы ғына аңлатҡан алфавитҡа нигеҙләнгән яҙыуҙан айырмалы бында һәр билдәгә фонетикаға өҫтәлмә тағы ла ниндәйҙер мәғәнә һалынған. Бындай билдәләр бик күп, уларҙың һаны унар меңләп иҫәпләнә. Ҡытай яҙмаһының ике төп төрө бар — иҫке (вэньянь) һәм хәҙерге (байхуа).

Ҡара йәшел: Рәсми нигеҙҙә йәки башлыса традицион иероглифтарҙы ҡулланыусы илдәр (Ҡытай, Гонконг, Макао).
Йәшел: Малайзия — традицион иероглифтарҙы күп ҡулланып та рәсми нигеҙҙә ябай иероглифтар алған ил
Яҡты-йәшел: Ябай иероглифтарҙы рәсми ҡулланыусы илдәр (Ҡытай, Сингапур)
Йәшкелт: Рәсми яҙыу системаһының береһе итеп ҡытай иероглифтарын (аҙ ғына айырымлыҡтар менән) алған илдәр (Япония, Көньяҡ Корея)
Һары: Иероглифтарҙы үҙ ваҡытында ҡулланып, хәҙер уларҙы файҙаланмаған илдәр (Вьетнам, Төньяҡ Корея, Монголия).

Ҡытай тамғалары шулай уҡ япон һәм корей яҙыуында ҡулланыла (уларҙа кандзи һәм ханча исемдәре менән йөрөй). 1945 йылға тиклем ҡытай яҙыуын («хан ты» йәки «тьы-хан», вьетн. Chữ Hán) вьетнам теле яҙыуында файҙаланылған.

Халыҡ-ара аңлатмаларҙа ҡытай теленә нигеҙләнгән яҙыуҙар CJK (ингл. Chinese, Japanese, Korean) йәғни CJKV (өҫтәлмә ингл. Vietnamese менән) тип атала.

Башлыса санскриттан тәржемә ителгән текстар менән бергә шулай уҡ ҡытай буддистарының үҙенсәлекле әҫәрҙәре тупланған буддизм ҡанундары йыйылмаһының береһе (ҡытай типитакаһы) ҡытай иероглифтары менән яҙылған.

Ҡытай яҙыуының йәше даими рәүештә аныҡлана бара. 1962 йылда ҡаҙыу эштәре ваҡытында Хуанхэ йылғаһы буйында Цзяху ерлегендә гөбөргәйел панцырына яҙылған ҡытай иероглифтарына оҡшаған тамғалар табылған. Пиктограммалар шумер яҙыуҙарына ҡарағанда ла боронғораҡ: улар яңы эраға тиклем VI быуатта яҙылған, тип һанала[1]. Элгәре ҡытай яҙыуын тикшереүсе, танылған ғилми хеҙмәткәр Тан Лань ҡытай иероглификаһы 4-5 мең йыл элек барлыҡҡа килеүен фараз иткән[2][3].

Хәйер, Пэйлиган неолитик мәҙәниәтенең (яҡынса 6600 йыл б. э.т.) Цзяо яҙыуы тышҡы яҡтан хәҙерге заман ҡытай иероглифтарын хәтерләтә. Оҡшашлыҡ ялған булыуы ихтимал, сөнки боронғо өлгөләр хәҙерге ҡытай иероглифтарына оҡшамаған. Цзяху тамғалары менән иң боронғо ҡытай иероглифтары араһындағы бәйләнештә эҙмә-эҙлелек күренмәй —  был аңлашылып бөтмәгән яҙыу тармағы бөтөнләй яҙыу булмауы мөмкин[4].

Цзягувэнь

Легенда нигеҙендә иероглифтарҙы Цан Цзе уйлап сығарған. Ул, миф буйынса, Хуан Ди ваҡытында батша һарайында тарих яҙыусыһы була. Бынан элек ҡытайҙар төйөнләп яҙыу менән файҙаланғандар. «Даодэцзине» әҫәре буйынса «И цзину» аңлатмаһында был хаҡта иҫкә алына.

Боронғо ҡытай яҙыуҙары гөбөргәйел панцирында һәм эре мөгөҙлө малдың ҡалаҡ һөйәктәренә эшләнгән, бында күрәҙәселек һөҙөмтәләре һаҡланған. Бындай һөйләмдәр цзягувэнь (ҡыт. 甲骨文) тип аталған. Ҡытай яҙыуының беренсе өлгөләре Шан династияһы хакимлығы осорона ҡарай (иң боронғо — XVII-сы быуат б. э. т.).

Һуңғы ваҡытта бронза ҡойоу технологияһы барлыҡҡа килә һәм бронза һауыттарында тамғаланыу башлана. Был һөйләмдәр исеме цзиньвэнь ҡыт. 金文 тип атала. Башта балсыҡҡа форма һалынған, яҙыуҙы дүрткел эсенә ҡуйып, иероглифтарҙы стандартлаштырыу башланған.

Ҡытай яҙыуының бәхәсле булмышын «тарихсы Чжоу» 史籀 (Shĭ Zhòu) хеҙмәте билдәләй. Хань дәүере хикәйәһе буйынса уның Сюань-ван батшалығында б. э. т. IX—VIII быуаттарҙа хеҙмәт итеүе раҫлана. Уның исеме дачжуань атамалы классик каллиграфия стилдәренең беренсе авторы булыуы раҫлана.

Археологик яҡтан матди һаҡланыу кимәле тигеҙ урынлашмағанлыҡтан, ҡытай яҙыуын өйрәнеү ауырлаша. Шул уҡ ваҡытта, һөйәктә һәм баҡырҙа һаҡланған тамғалар, сағыштырмаса, яҡшы һаҡланған булһа, яңыраҡ замандағы, бамбук һәм ағас таҫмаларҙағы яҙыуҙар фәнгә билдәле түгел. Шуға ла ҡарамаҫтан, Шан дәүеренән һаҡланған, заманса яҙыу цэ 册 графаһы шундай яҙыуҙар булғанын дәлилләй.

Шан яҙыуы сағыштырмаса, үҫешкән һәм төплө системаны аңлата. Был ысынбарлыҡ мәғлүмәттәре асыҡланып бөтмәгән, Ҡытайҙағы яҙыу үҫешенең тәүге осорҙары барлығы тураһында һөйләй.

Иероглифтар төрҙәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡытай иероглифтар типологияһы беренсе тапҡыр Шовэнь Сюй Шэндең һүҙлегендә тәртипкә һалына. Бер һүҙһеҙ бөтә иероглифтарҙы ябай вэнь 文 һәм ҡатнаш цзы 字 бүлектәргә айырып ҡарау уңайлы. Түбәндәге алты категорияға бүлеү академик бәхәс темаһына әүерелә, сөнки категориялар бер-береһенән етәрлек кимәлдә айырылмағандар.

Мәҫәлән, 上 шан һәм 下 ся, «өҫкә» һәм «аҫҡа» билдәләре һыҙыҡтан тура өҫкә һәм горизонталь һыҙыҡтан аҫта мәғәнәһендә өндәү ишараһын аңлата. Шул уҡ ваҡытта ябай билдәләрҙең бәйләнеше ҡатмарлы һәм шул уҡ ваҡытта абстракт төшөнсәләрҙе еткереүҙә ҡулланылыуы ихтимал. Әйтәйек, 上 … 下 шан … ся аңлатмалары, һүҙҙең нәмә тураһында барғанына ҡарап, «юғарылар … түбәнгеләр», «етәкселәр … бойһоноусылар» ғына түгел, һәм шулай уҡ «бер яҡтан … икенсе яҡтан (икенсенән)» мәғәнәләрендә килә.

Башта ябай рәсемдәр булған. Мәҫәлән, ауыҙ аҫҡа табан бөғөлөп, ярым түңәрәк килеш төшөрөлгән, өҫтә арҡыры һыҙыҡ ҡуйылған; шунан 口 коу «ауыҙ» иероглифы килеп сыҡҡан. Дуға өҫкә таба бөгөлөп һәм уның аҫтындағы нөктәләр күк менән бөртөктәрҙе һүрәтләй; тәүге «ямғыр» иероглифының тамғаһы — 雨 юй. Ваҡыт үтеү менән рәсемдәр һыҙма рәүешенә инә һәм ахыр сиктә, заманса төҫ ала. Тәүге сағылыштың эҙе һаҡланмаған. Бөтә һүрәтле билдәләр мәғәнәһе, тимәк, иероглификаның барлыҡ ябай лексика төшөнсәһе элементтары, хәҙер тик шартлы рәүештә.

Ябай идеограммалар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡытай яҙыуында рәсемле билдәләр, пиктограммалар, аҙ урын алып тора. Идеограммалар күпкә артыҡ. Мәҫәлән, иероглиф 立 ли башта аяҡтарын киреп баҫҡан кеше һынына оҡшай, был һүрәт аҫтына горизонталь һыҙыҡ өҫтәлгән; әммә был һүрәт кеше һынын түгел, ә уның торошон аңлатҡан — «тороу». Ҡатмарлы идеограммала шартлы мәғәнә һыҙаттар әһәмиәтенең айырмаһына бәйле. Мәҫәлән, иероглиф 命 мин тәүге формала төҙөлөш кәүҙәләнешендә — «батша йорто» (аҫтына һыҙыҡ ҡуйылған иероглифтың өҫкө өлөшө — ҡыйыҡты сағылдыра), алдында тубыҡланып эйелгән кеше һыны һәм унан һулда ауыҙ (хәҙерге киҫәктәр формаһы 立 һәм 口); иероглифтың бөтә мәғәнәһе — «бойороу». Миҫалдан күренеүенсә, боронғо идеограмманың мәғәнәһе, мәҙәни-тарихҡа бәйле шарттарҙа балыҡҡа килеүе күҙ уңында тотола.

Берләшкән идеограммалар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әһәмиәте саф шартлы рәүешкә әүерелгәс, һынға оҡшатып яһау юғала барғанда, идеограммалар әҙер график өлөштәрҙән төҙөлөп килә. Күпселек иероглифтәрҙең барлыҡҡа килеү мәғәнәһе — хәҙерге ваҡытта ҡулланған өлөштәрҙең әһәмиәтенә бәйләнеше. Мәҫәлән, иероглиф 伐 фа, 人 жэнь «кеше» һәм 戈 гэ «һөңгө» өлөштәренән барлыҡҡа килә, һәм хәҙер «киҫеү» һүҙен аңлата, ә тәүгеһе — «һөңгө менән сәнсеү (дошманға)».

Фоноидеограммалар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ябай һынлау билдәләренә лә, күпселек идеограммаларға ла оҡшамаған, өсөнсө ҡатнаш тип — фоноидеограммалар. Иероглифтең бер фоноидеографик өлөшө фонетик тип атала, икенсеһе — детерминатив. Иероглиф менән билдәләнгән һүҙ, фонетик яҡтан, фонетик тип билдәләнгән һүҙгә оҡшаған; икенсе төрлө әйткәндә, тамғаны тотош уҡыу, яҡынса, уның бер өлөшөн уҡыуға тиң. Мәҫәлән, иероглифтар:誹 «әсе телләнеү, яманлау, кәмһетеү» һәм非, шуларҙың бер мәғәнәһе «килбәтһеҙ, насар, яуызлыҡ», икеһенең дә әйтелеше- фэй; билдәләр:柑 «әфлисун» һәм 甘 «татлы» гань тип уҡыла, ә 蚶 билдәһе «устрица» — хань. Тамғаның икенсе өлөшө идеографик әһәмиәткә эйә, икенсе һүҙ менән әйткәндә, был тамғаның конкрет мәғәнәһе ҡараған өлкәһен билдәләй, шуға ла «детерминатив» тип атала. Фоноидеографик тамғалар ике ысул менән яһалғандар.

Беренсенән, фоноидеографик иероглифтар ниндәйҙер һүҙҙең яңы яһалма мәғәнәһен иероглиф менән билдәләүҙән килеп сыға. Ул башланғыс иероглифтан һәм уға ҡушылған детерминативтан тора. Бер һүҙ ике мәғәнәлә булып, ике тамғаның яңғырашы бер үк ҡала. Мәҫәлән, фэй 非 һүҙе «килбәтһеҙ, насар, яуызлыҡ» һүҙҙәренән башҡа «әсетелләнеү» мәғәнәһен ала, яңы тамға 誹, детерминатив 言 янь «һүҙ» ҡушылғандан һуң, барлыҡҡа килә. Һәр мәғәнәгә айырым иероглиф булмауы арҡаһында, башланғыс һүҙ икегә бүленеүгә килтерә. Улар ике айырым юлдан киткәндә, бер-береһе менән бәйләнеш күпкә юғала.

Икенсенән, ҡайһы бер һүҙҙәрҙе яңы иероглиф менән билдәләү өсөн фоноидеографик иероглифтар барлыҡҡа килә. Улар булған шул уҡ яңғырашлы иероглифтан (йәғни, омоним һүҙҙе аңлатыусы) һәм уға ҡушылған детерминативтан барлыҡҡа киләләр. Боронға ҡытай теле омонимдарға бай була, сөнки унда бер ижекле һүҙҙәр күберәк була, ә ижек һаны, уның фонетика системаһы шарты буйынса, сикләнә. Шулай итеп, омоним һүҙ табыуы ауыр булмай һәм уны билдәләүсе иероглифҡа детерминатив өҫтәп, һуңғыһына яңы аңлатма бирергә була. Хань 蚶 «устрица» — (диңгеҙ моллюскаһы) һүҙен билдәләр өсөн фонетик урынына яңғырашы оҡшаған тамға — гань甘 билдәһе ҡулланылған. Бының мәғәнәһе — «татлы». Детерминатив — 虫 чун ҡушылып, иероглифтың мәғәнәһе бөжәктәр донъяһын аңлата, йәғни, ҡусҡар, 蚶 тамғаһы яһалған.

Уларҙың составына ингән фонетиктәрҙе ятлап, иероглифтарҙың уҡылышын өйрәнеү ябай ғына булыр ине. Тик башланғыс фонетиктәрҙең яңғырашы күпкә үҙгәргән. Шуның арҡаһында хәҙерге ваҡытта фонетик булып ҡулланған, график элемент, бер төрлө генә уҡылып тормай, Японияла ғына түгел, хатта Ҡытайҙа ла шул уҡ. Шулай итеп, иероглифтың тышҡы биҙәгенән генә күп ваҡыт тамғаның уҡылышын аңларлыҡ түгел.

Алда әйтелеүенсә, детерминатив идеографика билдәләгес роль уйнай, ләкин ваҡыт үтеү менән был мәғәнә үҙгәрә. Боронғо Ҡытай һүҙлектәрендә һүҙҙәр, мәғәнәһенә ҡарап, төркөмдәргә бүленгән. Мәҫәлән, боронғо ҡытай һүҙлектәрҙең береһе «Эръя»ла (爾雅) һүҙҙәр төркөмгә бүленеп урынлаша: «күк» — ҡояш, ямғыр һәм башҡалар, «ер» — һыу, тауҙар, үләндәр, ағастар һәм башҡалар. Шуның арҡаһында, араларында оҡшаш детерминативтары булған иероглифтәр аңлатҡан һүҙҙәр ҙә берләшкән (өҫтә күрһәтелгән яһалыу шарттары буйынса). Бынан сығып иероглифтарҙы детерминативҡа ҡарап һүҙлектә урынлаштырырға була тигән фекер йөрөтрөргә мөмкин. Шулай итеп, детерминатив икенсе функцияға эйә булды — һүҙлектә иероглифтың урынын билдәләү, йәки уны табыу өсөн айырмаһын күрһәтеп тороу. Ваҡыт үтеү менән был күрһәткестең әһәмиәте арта, ә детерминативтың идеографик кәрәклеге кәмей. Һәм ул детерминативтан «асҡыс»ҡа әйләнә, был элемент шәрек тел өйрәнеү әҙәбиәтенең һүҙлек эшмәкәрлегендә шулай тип атала. Шуға детерминативы булмаған идеографик һәм пиктографик иероглифтары типтарына ла асҡыс булдырыу кәрәк була; бындай иероглифтарҙа асҡыс иҫәбенә тамғалағы булған график элементтәрҙе индерә башлайҙар йәки яңы асҡыс яҙылып ҡуйыла. Шул асҡыстарҙың һаны Ҡытайҙа һәм Японияла артабан төҙөлгән һүҙлектәрҙәге реаль детермативтарға ҡарағанда, кәмей бара һәм XVII быуаттан 214 һанына етеп, үҙгәрмәй ҡала.

Иероглиф барлыҡҡа килгәндә яңғырашы менән мәғәнәһе бер-береһенән айырылғыһыҙ була; боронғо Ҡытайҙа тамға һүҙҙе аңлатыр өсөн эшләнә һәм һүҙҙең мәғәнәһенә әйләнеүе шикһеҙ. Мәҫәлән, 山 тамғаһы шань «тау» һүҙен аңлатыу өсөн эшләнә, «шань» тип уҡыла һәм шул уҡ нәмәне аңлата — шань (йәки «тау»).

Өндәрҙе үҙләштереү (һүҙ табышмаҡтары)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Оҡшаш өндәрҙе йәки шуларға яҡын морфемаларҙы яҙыу өсөн алынған иероглифтар, цзяцзе ҡыт. 假借 jiǎjiè,тип аталалар, пиньин: һүҙмә-һүҙ: «үҙләштереү; исем ҡушыу», асылында урыҫ телендәге «опять» һүҙен «пять» — биш һанына алыштырыу: «о5». Мәҫәлән, ҡыт. бойҙай пиктограммаһы булып, «бойҙай» һүҙен аңлата, *mlək. Был һүҙҙең өнө *mlək «килергә» һүҙенә оҡшағанлыҡтан, был ханьцзы «килергә» ҡылымын аңлатыр өсөн ҡулланыла башлаған. Ваҡыт үтеү менән, «килергә» мәғәнәһе киң тарала, ә бойҙайҙы аңлатыу өсөн ҡытайса ҡыт. тамғаһын уйлап сығаралар. Заманса был һүҙҙәрҙең әйтелеше, lái һәм mài һүҙҙәренә тап килә.

Боронғо ҡытай иероглифтары мысырҙар һәм шумерҙар яҙыуҙары һымаҡ, ҡатмарлы абстракт мәғәнәләрҙе төшөндөрөү өсөн ребус булып ҡулланылғандар. Ҡайһы ваҡытта яңы төшөнсәләр иҫкеһенә ҡарағанда, күпкә танылып ҡуя, һәм шуға күрә тәүге аңлатмаға яңы тамға уйлап тапҡандар. Ғәҙәттә был иҫке тамғаның үҙгәртелгән төрө була. Мәҫәлән, ҡыт. , yòu, "уң ҡул"ды аңлатҡан, ләкин yòu һүҙенең аңлатмаһын «яңынан, тағы бер тапҡыр» мәғәнәһендә ҡулланғандар, Һәм XX-се быуатта «又» тик «яңынан» һүҙен аңлатҡан,ә «уң ҡул»ға «ауыҙ» компоненты (口) өҫтәлгәс, иероглиф 右 барлыҡҡа килә.

Цзяцзе миҫалдары
Пиктограмма

йәки идеограмма

Ребус Баштағы һүҙ Тәүге мәғәнәгә яңы билдә
«дүрт» «морон» (танауҙан сыҡҡан һыу, маңҡа)
«тигеҙ, йоҡа» «табаҡ»
běi «төньяҡ» bèi «арҡа»
yào «теләк» yāo «бил»
shǎo «әҙ генә» shā «ҡом» и
yǒng «мәңгелек» yǒng «йөҙөү»

«Цзяцзе» һүҙе Хань заманында, барлыҡҡа килһә лә, синониме тунцзя (ҡыт. ғәҙәти 通假, , пиньин: tōngjiǎ, һүҙмә-һүҙ: «алыштырып үҙләштереүсе»ғәҙәти 通假, пиньинь: tōngjiǎ, тураһы, һүҙмә-һүҙ: «алыштырып үҙләштереүсе») иң беренсе Мин заманында билдәле була. Һөйләшкәндә синоним булып ҡулланылһа ла, лингвистика буйынса ҡарағанда, улар төрлөсә: цзяцзе — үҙенең яҙылышы булмаған аңлатмаларҙың фонетик үҙләштерелеүе (мәҫәлән, иероглиф 東 менән яҙыу «ике яҡтан бәйләнгән артмаҡ (юл тоҡсайы)»[5]), ә тунцзя — булған һүҙҙе икенсеһе менән алмаштырыу: ҡыт. ғәҙәти , , пиньин: zǎo, палл.: цзао, һүҙмә-һүҙ: «бөрсә»трад. , пиньинь: zǎo, палл.: цзао, һүҙмә-һүҙ: «бөрсә» ҡыт. ғәҙәти , , пиньин: zǎo, палл.: цзао, һүҙмә-һүҙ: «иртә» һүҙенә трад. , пиньинь: zǎo, палл.: цзао, һүҙмә-һүҙ: «иртә».

Һан күрһәткестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иероглифтарҙың өҙлөкһөҙ һәм әкренләп үҙгәреүе арҡаһында уларҙың дөрөҫ хисабы билдәһеҙ. Көндәлек тормошта ҡулланылған иероглифтар һаны бер нисә мең. Статистика буйынса, ғәҙәттә ҡулланған 1000 иероглифтар 92 % баҫма материалдарҙы үҙ эсенә ала, 2000 — 98 % -тан артыҡ, ә 3000 иероглифтар 99 % -ҡа тиклем. Ябайлаштырылған һәм традицион иероглифтар буйынса статистика һөҙөмтәләренең айырмалары күп түгел.

  • КНРда белемле булыу стандарты 1500 тамғаны үҙләштереү һанала (ауыл ерендә) йәки 2000 билдә белеү (ҡала ерендә, һәм шулай уҡ, ауыл ерендәге эшселәр һәм хеҙмәткәрҙәр өсөн)[6].
  • 3000 иероглиф белеү гәзит һәм махсус булмаған журналдар уҡыу өсөн етә.
  • Ҡалын бер томлы аңлатмалы һәм ике телле һүҙлектәр[7][8] ҡағиҙә булараҡ, 6000—8000 иероглифтан тора. Бында һирәк ҡулланылған иероглифтар ҙа бар, мәҫәлән боронғо ритуаль йыһаздар йәки ҡулланылған традицион ҡытай дарыуҙары исемлеге.
  • Иероглифтар һүҙлеге, «Чжунхуа цзыхай» (中華字海) 1994 йылғы баҫма 568 иероглифтар[9][10][11].

Хань династияһы заманында ҡытай ғалимы Сюй Шэн «Шовэнь цзецзы» тигән хеҙмәтендә барлыҡ иероглифтарҙың һанын иҫәпләй说文解字 (ҡыт.)баш. (кит.)русск. 9353 иероглиф килеп сыға. Һуңыраҡ, Көньяҡ Гу Еван династияһы ваҡытында (顾野王 (ҡыт.)баш. (кит.)русск.; 519—581) «Юйпянь» (玉篇) төҙөй, 16 917 иероглиф иҫәпләп сығара. Быны эшкәрткәндән һуң, «Дагуан ихуэй юйпянь» «大广益会玉篇» яңы эше донъя күрә, 22 726 иероглифтар барлығы тураһында дәлил бар. Сун династияһы ваҡытында бер төркөм ғалимдар «Лэй пянь» (类篇)китабын сығара, бында 31 319 иероглиф инә. Икенсе төркөм ғалимдар 53525 иероглифтан торған «Цзи юнь» (集韵) китабын сығара.

Хәҙерге быуатта ҡулланған иероглифик һүҙлектәр эстәлегендә, әле файҙаланған һәм әҙәби ҡомартҡыларҙа осраған иероглифтар һаны бик күп. Мәҫәлән, «Канси цзыдянь» (康熙字典)эше, династии Цин ваҡытында яһала, 47 035 иероглиф инә. «Ҙур ҡытай-япон һүҙлеге» (大汉和字典 Дай кан-ва дзитэн / Да хань-хэ цзыдянь) 48 902 иероглиф, Һәм бынан башҡа 1062 иероглиф ҡушымталар ҙа бар. Тайвань һүҙлеге — «Чжунвэнь да цзыдянь» (中文大字典) 49 905 иероглифты үҙ эсенә ала. Ҡытай һүҙлеге — «Ханьюй да цзыдянь»дә (汉语大字典) 54 678 иероглиф. Иң яңы һүҙлек — «Чжунхуа цзыхай»ҙа (中华字海) 85 568 иероглиф бар һәм «Ханьюй да цзыдянь» (汉语大字典), «Чжунвэнь да цзыдянь» «中文大字典», «Канси цзыдянь» «康熙字典» һәм «Шовэнь цзецзы» «说文解字» һүҙлектәренән тора. XXI быуатта Японияла сыҡҡан һүҙлек «Нихон кондзяку модзикё:» (日本今昔文字鏡 Жибэнь цзиньцзе вэньцзыцзин), 150 мең иероглифты үҙ эсендә һаҡлап, иң ҙур һүҙлек булып һанала.

Иң аҙ һәм иң күп һыҙыҡлы иероглифтар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иң ябай иероглифтарҙың берәр генә һыҙығы бар. Киң билдәле 一 һәм «бер», тағы иероглифтар бар — 丨 гунь, 亅 цзюэ һәм 丿 пе. Иң күп һыҙыҡтар менән яһалған иероглиф, хәҙерге ваҡытта  — «» отодо, дайто, тайто. Ул 3 иероглифтан тора «龍» лун «аждаһа» һәм 3 иероглиф «雲» юнь «болот», һөҙөмтәлә иероглиф 84 һыҙыҡтан тора һәм «аждаһаның осҡан сағы» һынлана[12]. Был иероглиф кодировка исемлегенә ингән TRON (инг.)баш. (англ.)русск.. Икенсе урында һыҙыҡтар һаны буйынса 4-тән тора «龍» иероглиф /𪚥 (U+2A6A5) чжэ «күп һүҙле», 64 һыҙығы бар һәм рамкала Юникодҡа инә Han unification (англ.). Өсөнсө — 䨻 бэн «йәшен тауышы» — 4-тән тора «雷» һәм 52 һыҙығы бар, «Шовэнь цзецзы» исемлегенә инә.

Ҡытай иероглифтарының яҙылыш үрнәктәре һәм ҡағиҙәләре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Ҡытай иероглифының төп график үрнәктәре 

Ҡытай иероглифының төп график үрнәктәре:

  • 1. Горизонталь һыҙыҡ;
  • 2. Аҫма һыҙыҡ;
  • 3. Нөктә;
  • 4. Һул яҡҡа ауыш;
  • 5. Ырғаҡ;
  • 6. Уң яҡҡа ауыш;
  • Нөктә яҙылышы:
    • 7. өҫтән аҫҡа,
    • 8. аҫтан өҫкә;
  • 9. Яһалма өлөштәр - үрнәк.

Яҙыу ҡағиҙәләре:

  • Горизонталь һулдан уңға яҙыла.
  • Аҫма һәм ауыш өҫтән аҫҡа яҙыла.
  • Иероглиф өҫтән аҫҡа яҙыла.
  • Аҫма, горизонталь менән киҫелеп, шуларҙан һуң яҙыла (шулай ҙа аҫҡы горизонталь киҫешмәһә, аҫманан һуң яҙыла).
  • Нөктә уң яҡта иң һуңында ҡуйыла.

Ҡытай яҙыуының мәҙәниәткә йоғонтоһо

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Киң таралыуы һәм юғары статусы менән билдәле булыуынса, ҡытай яҙыуы мәҙәниәт күҙлегенән ҙур әһәмиәткә эйә (синосфераны ҡара). Ҡытай иероглифтарын дөйөм яҙыу юнәлешендә төрлө диалектта, хатта төрлө телдә ҡулланғандар. Боронғо Японияла, Кореяла һәм Вьетнамда ҡытай иероглифтары берҙән-бер рәсми яҙыу системаһы булған.

Ҡытай иероглифтарының уҡылышы һәм яҙылышы бер-береһенә бәйләнмәгәнлектән, икенсе халыҡтарға уны ҡулланыу еңелләшә. Мәҫәлән, боронғо Японияла, Кореяла һәм Вьетнамда ҡытай телендә һөйләшмәгәндәр, тик ҡытай яҙыуын ҡулланғандар. Был, бер-береһенең һөйләшеүен аңламаған, күп төрлө диалект төркөмдәрҙең берҙәмлегенә, милли ойошоуона ярҙам итә.

Ҡытай яҙыуы сиктәш дәүләттәргә ҙур йоғонто яһай. Ҡытай яҙыуын ҡулланыусы уртаҡ даирә барлыҡҡа килә. Бында Япония, Корея һәм Вьетнам инә. Бөгөнгө көнгә тиклем Япония яҙыуында ҡытай иероглифтары киң ҡулланыла. Корея Халыҡ Демократик Республикаһында Һәм Вьетнамда иероглифтар хәҙер ҡулланылмай, һуңғы йылдарҙа Корея Республикаһында ҡулланыу көндән-көн һирәгәйә бара. Шуға ҡарамаҫтан, Көньяҡ һәм Төньяҡ Кореяла кеше исемдәрендә һәм фирмалар менән географик объектар атамаларында ҡытай иероглифтары йыш ҡулланыла. Тик уларҙың әйтелеше ҡытай әйтелешенән айырыла.

Ҡытай яҙыуы Корея ярымутрауы аша Японияға III быуатта үтеп инә. Икенсе донъя һуғышынан һуң, Японияла иероглифтар ҡулланыу һәм уларҙың һаны сикләнә башлай. «Ҡулланырға тейеш иероглифтар исемлеге» (当用漢字表 то:ё: кандзихё:) һәм «Кеше исемдәрендә ҡулланылған иероглифтар исемлеге» (人名用字表 [дзиммё:ё: дзихё:]) баҫылып сығалар, бында иероглифтар бер ни тиклем ябайлаштырыла һәм 新字体 синдзитай тип аталалар. Әммә иероглифтарҙы әҙәби әҫәрҙәрҙә ҡулланыу сикләнелмәй. Ҡайһы бер иероглифтарҙы яңынан яһап ябайлаштырыу, ҡытай яҙыуын үҙләштермәҫ өсөн эшләнә. Мәҫәлән, «辻» цудзи («сатлыҡ», идеограмма «барыу» һәм «тәре») өлөштәренән тора, «栃» тоти, «峠» то: гэ («артылыш», идеограмма «тау», «өҫкә» һәм «аҫҡа» өлөштәренән) һәм «広» ко: (广), «転» тэн (转), «働» до: («эш», идеограмма «кеше» һәм «йөрөү» бүлектәренән) һәм башҡалар. Ҡара: Кандзи.

Ҡытай яҙыуы Вьетнамға I быуатта инә һәм вьетнам телендә яҙыу системаһы булып ҡулланыла. Ҡытай иероглифтарына «тьы-хан» вьетнам иероглифтары «тьы-ном» (ҡыт. ғәҙәти 喃字, , пиньин: nánzìтрад. 喃字, пиньинь: nánzì) өҫтәлә. Был вьетнам теленә яраҡлашыу өсөн эшләнә. 1945 йылдан һуң иероглифик яҙыу ҡулланылмай. Уға алмашҡа латиница нигеҙендә әлифба яҙыуы индерелә. Хәҙерге ваҡытта Вьетнамда иероглифик яҙыу эҙе әҙ һаҡланған[13][14][15][16][17].

Ҡытай лигатураһы, яҙыу «招財進寶», финанс байлыҡ теләү
  • Лигатуралар[⇨]: Изге һүҙҙәр ҡушымтаһының бер иероглифта ҡулланыу. Йыш осраған лигатуралар — ҡыт. ғәҙәти 招財進寶, ябайл. 招财进宝, пиньин: zhāocáijìnbǎoтрад. 招財進寶, упр. 招财进宝, пиньинь: zhāocáijìnbǎo — финанс байлыҡ теләү һәм ҡыт. ғәҙәти 雙喜, ябайл. 双喜, пиньин: шуанси (инг.)баш.трад. 雙喜, упр. 双喜, пиньинь: шуанси (англ.)русск. (двойное счастье (ҡыт.)баш. (кит.)русск.) — яңы никахлашҡандар өсөн икеләтә бәхет символы.
  • Һынлы сәнғәт иероглифтары (Цветы и птицы (ҡыт.)баш. (кит.)русск.): Һынлы сәнғәт һүрәте, ҡытай сәнғәтенең махсус стилендә эшләнгән; күбеһенсә, үҫемлектәр, сәскәләр, ҡоштар, бөжәктәр һәм балыҡтар рәсемдәре. Яҡындан ҡарағанда һүрәт тәбиғәт пейзажына оҡшай, ә ҡырҙан иероглифтар формалары айырым күренә. Бындай һынлы сәнғәт ҡыт. ғәҙәти 花鳥字, ябайл. 花鸟字, пиньин: huāniǎozì, һүҙмә-һүҙ: «иероглиф «сәскәләр һәм ҡоштар» стилендә»трад. 花鳥字, упр. 花鸟字, пиньинь: huāniǎozì, тип атала, һүҙмә-һүҙ: «иероглиф «сәскәләр һәм ҡоштар стилендә»». Ҡытайҙа Һынлы сәнғәт иероглифтарын Яҙғы байрамда һәм Сиркәү байрамында күрергә мөмкин. Элек сәнғәт иероглифтары уңыштар һәм бәхет теләктәре яҙыу өсөн ҡулланғандар. Иероглифтарҙы нәфис һүрәтләү көнсығыш илдәрендә урам маһирлығына әйләнгән.

Иероглифик сәнғәт

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Каллиграфик эш Лян Цичао

Иероглифтарҙың үҙҙәренә күрә нәфис формаһы бар. Яҙыуҙың төп ҡоралы — бумала, буяу аша күп нәмәне аңлатырға мөмкин. Иероглифтарға нәфис форма бирә алыу оҫталығы каллиграфия тип атала. Каллиграфия менән бәйле гравировка сәнғәте һәм ташҡа иероглифтар һыҙыу, скульптураларҙа һәм башҡа нәмәләрҙә булып тора.

Каллиграфия Ҡытай илдәрендә киң таралған (Ҡытай, Япония, Корея, Малайзия, Сингапур, һәм аҙ күләмдә Вьетнамда) һәм ул һынлы сәнғәттең бер төрө булып һанала. Каллиграфик эштәр буйынса, даими рәүештә конкурстар һәм күргәҙмәләр ойошторолоп тора. Поэтик рәүештә каллиграфия сәнғәте «Күҙ күңеле»тип йөрөтөлә.

 Иероглифтарҙың тап килеүе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иероглифтарҙың тура килгән мәғәнәләрҙе аңлатыу өсөн айырым, үҙе генә ҡуллана алыуын һәм шулай уҡ бер-нисә (икене, өстө һәм күберәк) иероглифтар бергә ҡушып ҡуллана алыуҙарын әйтеп китеү мөһим. Ябайлаштырып аңлатҡанда, түбәндәгесә була. Иероглиф сығышы менән, бер ижекле һүҙҙе йәки бер ижекле морфеманы аңлата. Үҙенә оҡшаш һәм айырылып торған күп яҡлы һүҙҙәрҙең иероглифтары менән тамғалау юлы менән барғанда, һөҙөмтәлә, йөҙ меңәрләгән тамғалы яҙыу менән эш итәргә тура киләсәк. Бының урынына, күп ижекле ҡытай һүҙҙәрен бер нисә иероглифтар менән яҙалар — бер ижеккә бер һүҙ принцибе менән (был, ҡағиҙә булараҡ, морфемаға тура килә).

Мәҫәлән, тамыр 鸟 (niǎo, 'ҡош'), суффикс 儿 менән ялғанып (er, кәметеү һүҙ яһаусы мәғәнәһендә) niǎor (Niǎo er) (ҡошсоҡ) һүҙенә әйләнә, һәм 鸟儿 тип яҙыла. Тамыр 瓜 (guā, ҡабаҡ) кәметеү суффиксы 子 (Zi «семя» «seed») ялғанып, 瓜子 (guāzǐ килеп сыға — ҡабаҡ йәки ҡөнбағыш емеше).

Ҡытай телендә көслө һүҙ төҙөүсе алым булып ике тамыр бәйләнеше һанала. Урыҫ телендәге һымаҡ 'пароход' йәки 'дальнобойный', һүҙҙәрендә тамырҙар мәғәнәһе бәйләнешеп, барлыҡҡа килгән ҡатнаш һүҙ мәғәнәһен аңлата. Миҫал өсөн, транспорт атамалары — йыш ҡына ике тамырлы (йәки унанан да ҡатмарлыраҡ) һүҙҙәр, бында ингән тамыр — 车 chē («йөк арбаһы»):

  • 火车 huǒchē «поезд» (транспорт төрө мәғәнәһендә) ( 火 huǒ «ялҡын»)
  • 列车 lièchē «состав (поездың)» ( 列 liè, «тоташтырыу»)
  • 汽车 qìchē «автомобиль» ( 汽 , «газ»)

Төрлө урындарҙы аңлатып, барлыҡҡа килтереүсе тамырҙар — 场 chǎng («урын, майҙансыҡ»):

  • 农场 nóngchǎng «ферма» ( 农 nóng, «ауыл хужалығы»),
  • 工場 gōngchǎng «завод» ( 工 gōng, «эш»)
  • 战场 zhànchǎng «һуғыш яланы» ( 战 zhàn, «һуғыш»).

Күп осраҡта ҡатнаш һүҙҙең бер тамыры тәүге мәғәнәһен юғалта һәм суффикс һымаҡ ҡулланыла тип әйтергә була. Мәҫәлән, «тыуыу» тамыры 生 shēng менән: xuésheng 学生 «студент» («уҡырға» тамыры менән 学 xué), йәки yīshēng 医生 «врач» («медицина» тамыры менән 医 ) һүҙҙәр барлыҡҡа килтерә.

Бынан башҡа, мәғәнәһе буйынса ике төрлө тамырҙар, мәғәнәләре бәйле йәки ят нәмәне аңлатҡан һүҙ яһауҙары ихтимал:

  • 东西 dōngxi «әйбер» (东 dōng — «көнсығыш», 西 — «көнбайыш»). (Икенсе элемент был осраҡта нейтраль тон ала)
  • 大小 dàxiǎo «размер» (大 — «ҙур», 小 — «бәләкәй»).
  • 多少 duōshao «күпме» (多 duō — «күп», 少 shǎo — «аҙ»).

Ошо юл менән, һаны сикләнгән (хәтһеҙ генә булһа ла) иероглифтарҙың , ниндәйҙер мәғәнәһе аша күп төрлө аңлатмаларҙы билдәләргә мөмкин.

Ҡатмарлы морфемдар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Урыҫ теленән айырылмалы, ҡытай телендә күп ижекле морфемдар аҙ таралған. Ҡағиҙә булараҡ — бер ижеккә бер иероглиф, морфемдарҙың ижектәренә, айырым алғанда мәғәнәһеҙ, бер нисә иероглифтар ҡулланыла.

Мәҫәлән, shānhú («мәрйен», фарсы теленән алынған) һүҙен айырым мәғәнәле өлөштәргә бүлеүе ауыр. Уның айырым ике ижекле тамырҙан дәлилләү тәбиғи. Шулай ҙа, ул ике ижектән торғас, ике иероглифтар 珊瑚 менән яҙыла.Айырым (珊 shān һәм 瑚 ) ижектәре ҡулланылмай, «shānhú һүҙенең беренсе ижеге» һәм «shānhú һүҙенең икенсе ижеге», ҡыҫҡартыу осраҡтарын иҫәпкә алмағанда, бергә ҡулланғанда ғына мәғәнәһе була. Үҙҙәренең боронғо 珊 һәм 瑚 мәғәнәләрендә башҡа ҡулланылмайҙар. Икенсе киң билдәле миҫал — 蝴蝶 húdié «күбәләк» һүҙе. Уны аңлатҡан иероглифтар яҙылыуы, 蝴 () практикала айырым бер ҡасан да ҡулланылмай, ә 蝶 (dié) шулай ҙа бер нисә китапса яҙылған ҡуш һүҙҙәрҙә ҡулланылған: (蝶骨, diégǔ, «шына һымаҡ һөйәк» (лат. os sphenoidale), тураһы — «күбәләккә оҡшаған һөйәк»).

Ошо рәүештә, сит ил исемдәре һәм географик атамалар бөғөнғө көндә сит ил телдәренән индерелә. Мәҫәлән, 克隆 (инг.)баш. (англ.)русск. kèlóng — «клон», йәки 莫斯科 (ҡыт.)баш. (кит.)русск. Mòsīkè — «Мәскәү». Был осраҡта иероглифтарҙың, ижектәр яҙа торған,тәүге мәғәнәһе бик үк әһәмиәтле түгел. Тексты еңел аңлау өсөн, алынған траскрипция, мөмкин тиклем, үҙ мәғәнәһендә һирәк ҡулланыла торған иероглифтар файҙаланыу кәрәк, (мәҫәлән, сөнки, был һүҙҙәр, тәүге мәғәнәләре, хәҙер ҡулланылған телдән сыҡҡандар). Шулай итеп, хәҙерге типик текста иероглифтар 克 һәм 斯 күпселек, үҙҙәренең «фонетик» ролендә осратырға мөмкин — сит ил телдәренән ингән һүҙҙәрҙә ke һәм si ижектәрен яҙыу өсөн — үҙҙәренең «мәғәнәле» төшөнсәләренә (克 kè:«эйәртеү, еңеү»; 斯 sī: «был») ҡарағанда.

Әйтергә кәрәк, ҡытай теленән айырмалы, япон телендә «бер иероглиф — бер ижек» ҡағиҙәһе юҡ, шуға күрә бер кандзи японса күп ижекле тамыр яҙыу өсөн ҡулланырға мөмкин.

Ресторан атамаһы Сиэтле ҡапҡа өҫтөндә уңдан һулға яҙылған (龍門大酒家, Lóngmén Dà Jiǔjiā, йәки «Ҙур ресторан» «Аждаһалар ҡапҡалары»), һәм ситкә һулдан уңға (龍門酒家, Lóngmén Jiǔjiā, йәки «Ресторан» «Аждаһалар Ҡапҡалары»)

Ғәҙәттә ҡытайҙар өҫтән аҫҡа яҙғандар, ә бағанала уңдан һулға килгәндәр. Ҡайһы осраҡта (мәҫәлән, иғландар элгәндә) ҡулланылған горизонталь яҙыу уңдан һулға эшләнгән.

Һуңғараҡ «Европа» яҙыу ысулы — горизонталь һулдан уңға яҙыу ҡуллана башлағандар. КНР-ҙа һәм Төньяҡ Кореяла электән («иҫке» нәфис әҙәбиәттән башҡа) горизонталь яҙыу ҡулланыла. Японияла, Көньяҡ Кореяла һәм Тайванда вертикаль яҙыу нәфис китаптарҙа һәм гәзиттәрҙә ҡулланыла; ғилми нәшриәттә тик горизонталь яҙыу ҡулланыла.

Классик ҡытай яҙыуында (вэньянь) пунктуация аҙ ҡулланылған; нөктә күпселек осраған (。) һәм тамсыға оҡшаған өтөр (、). Беренсеһе һөйләмде тамамлау өсөн ҡулланыла, ә тышҡы күренеше (түңәрәк) формаһында, Европа нөктәһе (.) менән бутап, һөйләмдә иероглифтың берәй өлөшө итеп яңлышмаҫ өсөн ҡулланыла.

Хәҙерге ҡытай яҙыуында (байхуа), традицион тамғаларҙан башҡа, Европа пунктуация билдәләре (, ; : ? !) киң ҡулланыла — шул уҡ ваҡытта, Европа өтөрө һәм тамсыға оҡшаған өтөр мәғәнәләре төрлөсә. Шулай итеп, тамсыға оҡшаған өтөр, бер-бер артлы килгән, һөйләмдең оҡшаш өлөштәрен айырыр өсөн ҡуйыла. Европа өтөрө грамматик конструкцияларҙы айыра, мәҫәлән, ҡатмарлы һөйләмдәрҙең өлөштәрен бүлә. Икенсе билдәләр: йәйәләр ( )【 】[], тырнаҡтар 《》〈〉「」『 』﹁﹂ "", урталағы нөктә ·, ҡабатланыу билдәһе һәм башҡалар.

Тулы һәм ябай иероглифтар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Ябайлаштырылған иероглифтар сит илдә барлыҡҡа килгән ойошмаларҙа киң ҡулланыла

Ябай иероглифтар сағыштырмаса яңы ғына барлыҡҡа килгән сит ил ҡытай общиналарында киң ҡулланыла, мәҫәлән, Дублинскийҙа.

Әлеге ваҡытта күпселек иероглифтарҙы 3 варианттарҙа осратырға мөмкин: ябай ҡытай варианты, ябай япон варианты һәм традицион.

Ҡытай телендә ябай иероглифтар ҠХР-ҙа 1950 йылдарҙа уйлап сығарыла һәм 1956 йылда рәсми яҙыу системаһы итеп булдырылған. 1964 йылда ҡайһы бер үҙгәрештәр индерелгән. Артабанғы реформалар 1977 йылда индерелгән, тик тиҙҙән (1986) улар туҡтатылған, шунан бирле киләсәктә үҙгәрештәр булмаясаҡ тип иғлан ителгән.

Сингапур шулай уҡ рәсми рәүештә ҠХР-ҙа эшләп сығарылған ябай иероглифтарҙы ҡабул итә (1960, 1974, 1993 й.). Уның артынан күрше Малайзия ла эйәрә (1981).

Традицион (тулы) иероглифтар Кореяла, Тайванда, Гонконг һәм Макаола ҡулланылыуын дауам итә. АҠШ һәм Канадалағы ҡытай общиналарында шулай уҡ традицион (тулы) иероглифтар өҫтөнлөк ала, тик күпселек Европа ҡалаларында ябай иероглифтар киңерәк ҡулланыла (ҡытай халҡы сағыштырмаса яңыраҡ килеп сыҡҡан һәм КНРҙан тамырҙары булған ҡалалар, тик Гонконг һәм Тайванда түгел).

Унан тыш, КНР һәм Сингапурҙа тулы иероглифтар иҫке китаптарҙың яңы баҫмаһы һәм сәнғәт маҡсаттары өсөн ҡулланыла ала.

Японияла ябай иероглифтар 1964 йылда индерелгән. Ҡайһы бер иероглифтар КНР менән Японияла айырмалы рәүештә ябайлаштырылған.

 Иероглифтарҙың диалект формалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Автобус, Тайпуға бара (氹仔, Макао) ҡасабаһы. Путунхуала иероглиф 氹 юҡ тиергә була

Хәҙерге ваҡытта ҡайһы бер ҡытай диалекттарында, шул иҫәптән бигерәк тә кантон диалектында, әҙәби ҡытай телендә булмаған яңы тамғалар барлыҡҡа килеү процесы бик әүҙем бара. Был тамғаларҙы ҡулланыу рәсми органдар тарафынан көйләнмәй, Ҡытайҙа сыҡҡан һүҙлектәрҙә теркәлмәй, күпселек шрифтарҙа ла юҡ. Тәү нәүбәттә һүҙ неологизмдар тураһында бара, диалектарҙа уларҙың яңғырашы путунхуанан айырылып тора. Путунхуала, башҡа диалектарҙағы һымаҡ, неологизмдарға яңы тамғалар ғәҙәттә радикал-детерминатив + фонетик тамға принцибында барлыҡҡа киләләр. Шуның арҡаһында бер үк терминдәге төрлө яңғырашлы тамғалар төрлөсә килеп сығыуы ихтимал.

 Юникодта ҡытай символдары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡытай иероглифтарының төп өлкәһе — U+4E00U+9FA5 (20 902 урын). Һирәк ҡулланылған символдар өсөн бирелгән өлкә: U+20000U+2A6D6 (42 711 урын). Шулай уҡ бер нисә ярҙамсы өлкәләр бар.

Ҡытай, япон һәм корея телдәрендә күпселек иероглифтарҙың, бер үк нәмәне аңлатып, бер ни тиклем айырылмалы яҙылыштары алынған. Шулай ҙа, Юникод яҙылыш түгел, ә символдар булғас, унда тура килгән иероглифтар берләшкән (Han unification (англ.)Han unification (инг.)баш.). Дөрөҫ яҙылышы тура килгән шрифт файҙаланып һайлап алына. Веб-битендә текст тег ярҙамында ҡайһы телгә ҡарағанын күрһәтһә, браузерҙәр быны автоматик рәүештә эшләй lang.

Бер үк Юникод символдарының ҡытай һәм япон хатында төрлөсә яҙылыш миҫалдары:

Ҡытайса
Японса

Ҡытай һәм япон телдәрендә ҡуйылған хәрефтәр ярҙамында, яҙылышты һайлау мөмкинселлектәре булған браузерҙә, был таблица миҫалында:

Ғәҙәти һәм ябайлаштырылған иероглифтар төрлө кодтар менән күрһәтелгән, шулар иҫәбендә, бер төптән тап килмәүҙәре айҡанлы (бер нисә ғәҙәти иероглифтарға бер ябайы тура килеүе ихтимал).

Ҡытай, япон һәм корея яҙылыштары бүленгән кодировкалар бар, мәҫәлән:

 Ҡытай теленең әлифбә транскрипциялары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Латин алфавиты:

  • Пиньинь (Ҡытайҙа рәсми система)
  • Латынға күсерелгән ҡытай әлифбаһы (СССР-ҙа һәм Ҡытайҙа 1930 — 40 йылдарҙа коммунистар ҡулланған)
  • Уэйд — Джайлз транскрипцион системаһы

Кириллица ҡулланып:

  • Палладий транскрипцион системаһы (Россия стандарты буйынса)
  • Дунған теле әлифбаһы

Ҡытай фонетик алфавиты:

  • Нюй-шыу
  • Бопомофо
  1. На, в — өҫтөнә,эсенә — 在
  2. Компакт-диск — компакт-диск — 光盘
  3. Музыка — музыка — 音乐
  4. Универмаг — универмаг — 商店
  5. Бизнес — бизнес — 业务
  6. Часто — йыш — 常
  7. Следовать — артынан — 跟
  8. Известный — билдәле — 已知
  9. Книга — китап — 书
  10. Газета — гәзит — 报纸
  11. Тетрадь — дәфтәр — 笔记本
  12. Там — тегендә — 那

Ҡытай яҙыуында филателия

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Почта Тайвань, 6 апрель, 1995 г. выпущена цепка (16 юл шиғырҙар Һыу Ши "Ритуал һалҡын пищи"). Мәғәнә һалыу — таратыу донъяла тураһында белемдәр традицион ҡытай мәҙәниәтенә һәм, айырым алғанда, тураһында сыға.

 Шулай уҡ ҡарағыҙ

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. Самые древние письмена давали прямую связь с небесами — Грани. 2006 йыл 9 декабрь архивланған.
  2. Тан Лань, Чжунго вэньцзы сюэ (Учение о китайском письме), Шанхай, 1981, с. 63-66.
  3. Софронов М. В., Китайское языкознание в 50-80-хх гг.
  4. The Origins of Chinese Writing: the Neolithic Evidence | Paola Demattè - Academia.edu
  5. Etymology
  6. Chinese literacy (Китайская грамотность) (англ.
  7. «A Chinese-English Dictionary», редактор У Цзиньжун (吴锦荣).Беренсе тапҡыр Пекиндә 1978 -се йылда баҫыла. Ҡытайҙа төп ҡытай - инглиз һүҙлегенә әүерелә, һәм сит илдәрҙә күп тапҡыр яңынана баҫтырыла. Һүҙлек 976 биттән тора һәм 31 бит инеш һүҙҙән һәм һылтанмаларҙан тора.
  8. Far East Chinese-English Dictionary (Hardcover), ред. Лян Шицю (梁实秋).Тайбэй, 1992.
  9. Чжао Шоухуэй, Чжан Дунбо, Совокупность китайских иероглифов — цифровая перспектива 2011 йыл 16 июль архивланған.
  10. Дэниэл Г.
  11. Victor H. Mair, Кто имеет самый большой словарь?, 9 октября 2008
  12. たいと (яп.
  13. Печатные доски династии Нгуен — Иллюстрированный журнал Вьетнам. Проверено 9 марта 2013. .
  14. Иероглиф «долголетие» в жизни вьетнамцев — Иллюстрированный журнал Вьетнам. Проверено 9 марта 2013. Архивировано из первоисточника 9 марта 2013.
  15. И снова Тэт, и снова встреча со старым каллиграфом… — Иллюстрированный журнал Вьетнам. Проверено 9 марта 2013. .
  16. Каллиграфы в Хошимине встречают Тэт — Иллюстрированный журнал Вьетнам. Проверено 9 марта 2013. .
  17. Прозрачный ручей все течет — Иллюстрированный журнал Вьетнам. Проверено 9 марта 2013. Архивировано из первоисточника 9 марта 2013.