Катманду

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Катманду
һинд काठमांडौ
Флаг
Flag of Kathmandu, Nepal.svg
Рәсем
Этнохороним katmandais[1], katmandaise[1] һәм Katmanduano
Дәүләт Flag of Nepal.svg Непал
Административ үҙәге Непал һәм Королевство Непал[d]
Административ-территориаль берәмек Катманду[d]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Bisnumati River[d] һәм Багмати[d]
Телгә алынған хеҙмәттәр Civilization V[d]
Халыҡ һаны 975 453 кеше (2011)
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 1400 ± 1 метр
Сәғәт бүлкәте UTC+5:45[d] һәм Время в Непале[d]
Туғандаш ҡала Исфаһан, Пхеньян, Сиань һәм Чэнду[2]
Майҙан 49 450 000 квадратный метр
Рәсми сайт kathmandu.gov.np
Урынлашыу картаһы
Категория с картами на Викискладе Maps of Kathmandu
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы Категория:Похороненные в Катманду[d]
Урындағы телефон коды 01
Commons-logo.svg Катманду Викимилектә

Катманду — 1920 йылда Дурбар майҙаны
Катманду һарайының парад инеү урынының бер детале

Катманду́ (непал काठमाडौं [kɑʈʰmɑɳɖu], Kāthmāndau) — Непалдың баш ҡалаһы һәм ғәйәт ҙур ҡалаһы, уның тарихи, иҡтисади, сәйәси һәм мәҙәни үҙәге. Ҡалала миллиндан ашыу кеше йәшәй.

Катмандуның бейеклеге яҡынса 1300 метр булған тауҙар үҙәне — Непалдың Катманду, Лалитпур (Патан), Бхактапур, Киртипур, Панаути тигән невар ҡалалары һәм күп һандағы монастырҙар, ғибәҙәтханалар үҙәктәре һәм мәҙәни һәйкәлдәре менән дан ҡаҙанған тарихи өлкәһе.

Ҡаланың 2000 йыллыҡ бай тарихы бар. Баш ҡаланың XVIIXVIII веков быуаттарҙағы тышҡы йөҙө һаҡланып ҡалған, тап Малла династияһы королдәре хакимлыҡ иткән дәүерҙә ҡала эсендә әүҙем төҙөлөштәр алып барыла. Дини һәм мәҙәни фестивалдәр —ҡала халҡы тормошоноң мөһим бер өлөшө. Катманду халҡының күпселегеиндуизмға тоғро, буддизмды хуп күреүселәр һан буйынса икенсе урында тора. Ҡалала башҡа диндәргә өҫтөнлөк биреүселәр ҙә байтаҡ, шуға ла Катманду донъялағы иң космополитик ҡалаларҙың береһе тип һанала. Непали теле — бында иң киң таралған тел.

Катманду — Непалдың эре мәҙәни-белем биреү үҙәге. Ҡалала Король академияһы, Милли колледж, Санскрит колледжы, Трибхуван исемендәге университет, Нәфис сәнғәт ассоциацияһы урынлашҡан. Бынан тыш Катманду Непал милли музейы, нумизматика музейы һәм Милли һәм Үҙәк һәм башҡа китапханалары менән бөтә донъяға билдәлелек яулаған.

Катманду, Лалитпур һәм Бхактапур ҡалалары үҙ-ара тығыҙ бәйле, шуға ла был өс ҡаланың иҫтәлекле урындары ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә бер һаҡ объекты — «Катманду үҙәненең Бөтә донъя мираҫы»[3][4] исеме аҫтында индерелгән.

Этимологияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Кастамандап

Катманду ҡалаһы Дурбар майҙанында урынлашҡан Кастхамандап ғибәҙәтханаһы хөрмәтенә шундай исемде йөрөтә. Санскриттан тәржемәләгәндә Кастха (काष्ठ) һүҙе «ағас» тигәнде һәм Мандап (/मण्डप) «ябылған йәшәү урынын» аңлата. Тағы ла Mapy Сатал, булараҡ та билдәле булған был ғибәҙәтхананы 1596 йыла король Лакшми Нарсингхом Малла төҙөй. Ике ҡатлы ҡоролма, тимер ҡаҙаҡтар ҡулланмайынса, тотошо менән ағастан ғына төҙөлә. Риүәйәтенә ярашлы, ғибәҙәтхана төҙөлөшө өсөн тик бер генә ағастан алынған төҙөлөш материалдары файҙаланыла[5].

Урта быуаттарҙа ҡала Кантипур (कान्तिपुर) булараҡ билдәле була. Был исем дә шулай уҡ ике санскрит һүҙе нигеҙендә барлыҡҡа килгән — канти һәм пуре. «Канти» — Лакшми алиһәләрҙең береһенең исеме, һәм «пуре» урын тигәнде аңлата.

Неварҙар араһында Катманду булараҡ Йен Деса (देश येँ)[6] булараҡ билдәле: «Йен» — Ямбунан (यम्बु) ҡыҫҡартып алынған. тәүге мәлдә ул Катмандуның тик төньяҡ өлөшөнә генә ҡарата әйтелгән[7].

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Будданың Катманду урамындағы статуяһы. 1979
Манджушри

Катмандула үткәрелгән археологик ҡаҙылмалар бында боронғо цивилизацияның булыуын раҫлай. Бында табылған иң боронғо статуяға беҙҙең эраның 185 йылы яҙылып ҡуйылған.[8]. Дхандо Чаитиялағы ҡаҙылмаларҙа брахма телендәге яҙыуҙарҙың йәше 2000 йылдан ашыу тип иҫәпләнелә. Таштарға соҡоп яҙылған яҙыуҙар — Непал тарихы тураһындағы мөһим сығанаҡ.

Боронғо дәүер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Катманду тарихының боронғо дәүере мифтарҙа һәм риүәйәттәрҙә һүрәтләнә. Сваямбху пуранеһына ярашлы, хәҙерге Катманду урынында Нагдаха исемле күл булған. Күлде Манджушрипаттан тип аталған ҡалаға нигеҙ һалған Манджушри киптерә һәм Дхармакараны киптерелгән ерҙең хакимы итеп тәғәйенләй[9][10]

Тәхеткә урта быуаттың (беҙҙең эраның яҡынса 400 йылдары) Ликчави династияһы ултырғанға тиклемге дәүере тураһында яҙмалар бик аҙ. Непал монархтарының (Гопалрадж Вансавали) шәжәрә ағасына ярашлы, Ликчавтарға тиклем Гопал, Махиспалый, Аабхира, Кират һәм Сомаваншиҙар Катманду үҙәненең хакимдары була[11]. Кират династияһына Яламбер нигеҙ һала. Кираттар хакимлығы осоронда иҫке Катмандуның төньяҡ өлөшөндә Ямб исемле тораҡ пункты барлыҡҡа килә. Ҡайһы бер син-тибет телдәрендә һөйләшеүселәр Катмандуны элеккесә Ямб тип йөрөтә. Ҡаланың хәҙерге көньяҡ өлөшөндә шул уҡ дәүерҙә Йенгал ҡалаһына нигеҙ һалына. Кираттар династияһының 7-се быуыны вәкиле Джитедасти хакимлығы осоронда Катманду үҙәнененә будда монахтары үтеп инә һәм Санкху монастырына нигеҙ һала.

Урта быуаттар осоро[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ликчавтар дәүере[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

4-се һәм 5-се быуаттар араһында Катманду үҙәненә һинд-ганг тигеҙлегенән Ликчавтар килеп төпләнә. Кираттарҙы еңеп, улар яңы династияға нигеҙ һала. Ошо уҡ осорҙа Лимбиниҙа хаким Вирудхака ойошторған геноцидтан ҡасып ҡотолған Шакьялар төньяҡҡа Ямб менән Йенгалуға (Ланджагвал һәм Манджупаттан) күсенә һәм унда тәүге Катманду даими будда монастырына нигеҙ һала[12]. Улар килеп төпләнгәндән һуң Ямбу Колиграм, ә Йенгал — Дакшим Колиграм тип атала башлай[13].

Катманду үҙе 723 йылда Колиграм һәм Дакшим Колиграмды берләштергән[14] Ликчав династияһы хакимы Гунамакадева тарафынан һалына. Ҡала Чандрахраса, Манджушри ҡылысы форрмаһында төҙөлә. Һиндостан менән Тибет араһындағы транзит сауҙала Катманду мөһим роль уйнай. Невар сәнғәте был осорҙа үҙән эсендә лә, шулай уҡ унан ситтә лә киң танылыу ала. Невар рәссамдары үҙәндән ситтә лә ғибәҙәтханаларға һүрәттәр төшөрөү менән шөғөлләнә.

Маллалар дәүере[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Малла кланы аллаһы Таледжи Вхавани ғибәҙәтханаһы

Ликчав дәүере артынан Малла дәүере (12-18-се быуаттар) башлана. 12-се быуатта Тирхут өлкәһе хакимдары мосолмандарҙың ҡыҫымы аҫтында төньяҡҡа Катманду үҙәненә күсенергә мәжбүр була. Династиялар араһындағы никахтар арҡаһында улар Катманду хакимдары булып китә. Династия хакимлығының тәүге йылдарында бик ауырға тура килә, сөнки һастар һәм мосолмандар бер туҡтауһыҙ уларға һөжүм итеп тора. Шулай уҡ көслө ер тетрәү һөҙөмтәһендә Катманду халҡының өстән бер өлөшө, шул иҫәптән батша Малла Абхай ҙә һәләк була. Был ваҡиғалар ваҡытында Ликчавтар дәүеренең архитектура мираҫының байтаҡ өлөшө емерелә һәм әҙәби ҡомартҡылар ҙа юҡҡа сыға. Ошо ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, Катманду үҙенең тотҡан урынын кире ҡайтарыуға өлгәшә һәм Малла дәүерендә Һиндостан һәм Тибет араһында барған транзит сауҙала өҫтөнлөк итә. Непал аҡсаһы трансгималай валютаһына әүерелә. Дәүер тамамланыр алдынан Малладәүләте 4 ҡала-дәүләтте — Кантипура, Лалитпур, Бхактапур һәм Киртипурҙыберләштергән конфедерацияға әйләнә. Ошо конфедерация хакимдары, Катманду үҙәнен контролдә тота, сәнғәт, архитектура һәм сауҙа өлкәһендә бер-береһе менән ярышып йәшәй.

Яңы осор[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Малла дәүере 1768 йылда, Катманду үҙәне Горкх короллеге контроле аҫтына күскәндән һуң тамамлана. Катманду Горкх империяһының баш ҡалаһы булып китә һәм бөтә Непалды контролдә тота. Әммә шул уҡ ваҡытта күрше дәүләттәр араһында һуғыштар башлауы арҡаһында, трансгималай сауҙаһы һүнә. Непал тышҡы сәйәсәттә әүҙем эш алып бара башлай, Мәҫәлән, Непалдың премьер-министрв Бхимсен Тхап (1806—1837 йй.) Һиндостан өҫтөнән контроль урынлаштырыу буйынса Бөйөк Британия алып барған көрәштә Франция яҡлы булып сығыш яһай. Һөҙөмтәлә Катманду ла заманса хәрби нығытмалар төҙөлә башлай.

Ран дәүере[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1846 йылда, Котский ҡырылышынан һуң, ил һәм ҡала өҫтөнән контроллек итеү Ран династияһына нигеҙ һалған Джунг Бахадур Ранға күсә. Ран хакимлыҡ итеү осоронда Катманду Бөйөк Британия яҡлы булып китә. Ҡалала көнбайыш стилендә биналар төҙөлә, Катманду үҙәнендә тәүге заманса юл һалына. Тричандра колледжы (Непалдың беренсе колледжы), Дурбар мәктәбе (Непалдың беренсе заманса мәктәбе), Бир госпитале (илдә беренсе госпиталь) асыла. әммә Ран хакимлығы осорона тиранлыҡ, халыҡты иҡтисади йәһәттән иҙеү һәм дини эҙәрлекләүҙәр хас була[15][16].

Физик-география характеристикаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡала үҙәге картаһы
Катманду

Катманду Катманду үҙәненең төньяҡ-көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан. Майҙаны 50,67кв. км. Диңгеҙ кимәленән уртаса бейеклеге 1350 метр. Катмандуның ҡала агломерацияһы, күрше Патан, Киртипур, Тхими, Бхактапур ҡалаларын да, күрше үҙәнендәрҙә урынлашҡан Банеп, Панаути һәм Дхуликхел ҡалаларын да үҙ эсенә ала.

Ҡала территорияһы буйлап 8 йылға аға. Багмати, Бисхнумати, Дхобикхола, Манохара, Ханумант һәм Тукуча йылғалары — мул һыулы йылғалар.

Климаты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Катмандуның диңгеҙ кимәленән бейеклеге (1355. м.) һәм бейек тауҙарға (Гималай, Тибет) яҡынлығы арҡаһында уның климаты субтропик муссонлы. Ҡышын ҡитғанан ел иҫә, әммә тауҙар төньяҡтан килгән һалҡын һауа массаларынның килеүен ҡаплап тора. Йәй Һиндостан яғынан муссондар килә һәм яуым-төшөм мул була. Йәй дымлы һәм тынсыу, ләкин көслө эҫелек бик һирәк күҙәтелә. Ҡышын йыш ҡына ҡырау төшә, ләкин ҡар бик һирәк яуа. Ғинуарҙа уртаса температура (иң һалҡын ай) +10 °C, июнь һәм июлдә (иң йылы ай) +24,4 °C.

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Абсолют максимум, °C 24,4 28,3 33,3 35,0 36,1 37,2 32,8 33,3 33,3 33,3 29,4 28,3 37,2
Уртаса максимум, °C 18 20,2 24,3 27,4 28,2 28,3 27,7 28 27,2 25,8 22,7 19,4 24,8
Уртаса температура, °C 10 11,7 16,1 20 23,1 24,4 24,4 24,2 23,6 20 15,3 11,1 18,7
Уртаса минимум, °C 2,1 3,8 7,5 11,3 15,5 19 20 19,7 18,2 13 7,4 3 11,7
Абсолют минимум, °C −2,8 −1,1 1,7 4,4 9,4 13,9 16,1 16,1 13,3 5,6 0,6 −1,7 −2,8
Яуым-төшөм нормаһы, мм 14 17 31 54 114 256 360 314 183 59 8 14 1425
Сығанаҡ: World Meteorological Organisation (UN) [1] [2]

Иҡтисады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Дхарахара башняһы янында Непал Телеком комплексы

Катманду — Непалдың мөһим сәнәғәт һәм сауҙа үҙәге. Бында Непалдың Фонд биржаһы, Непал Милли банкыһының баш офисы, сауҙа палаталары, шулай уҡ милли һәм трансмилли банкылар офистары, телекоммуникация компаниялары һәм башҡа милли һәм халыҡ-ара ойошмалар урынлашҡан.

Катмандуның һәм Үҙәндең төп иҫтәлекле урындары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Боднатх һәм Сваямбунатх, Пашупатинатх киртләстәре, Дурбар майҙаны, «Кастамандап» бинаһы, Королдәр һарайы, Лалитпур (Патан), Буданилкантха, туристар районы Тамель, Рани-Покхари быуаһы, Дхарахара башняһы.

Туғанлашҡан ҡалалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 https://www.diplomatie.gouv.fr/IMG/pdf/no_106_janv-mars_2009_cle446315.pdf
  2. https://www.gochengdu.cn/news/our-sister-cities/sister-cities-of-chengdu/kathmandu-a2888.html?xcSID=04j06l2e0bo8q3o2mh7ud63pm2
  3. Kathmandu Valley-Unesco World Heritage site. World Heritage- UNESCO.org. 25 ноябрь 2009 тикшерелгән.
  4. Kathmandu Valley World Heritage site: Nepal. Unesco, Kathmandu and Bangkok. 25 ноябрь 2009 тикшерелгән.
  5. Introduction. Kathmandu Metropolitan City, Government of Nepal. 12 декабрь 2009 тикшерелгән.
  6. An Account of the Kingdom of Nepaul — London: William Miller. pp. 159, 162—163.
  7. Contributions to Nepalese Studies. CNAS, Tribhuvan University (December 1983). 28 июль 2012 тикшерелгән.
  8. सुस्त उत्खनन » पुरातत्व » सम्पदा :: नेपाल ::. Ekantipur.com (2010-06-09). 15 ғинуар 2012 тикшерелгән.
  9. History. Government of Nepal. 12 декабрь 2009 тикшерелгән.
  10. History:Ancient Nepal. New Travels and Tours Ltd. 18 декабрь 2009 тикшерелгән.
  11. Article:गोपालराज वंशावली Language: Nepalbhasa, Journal:नेपालभाषा केन्द्रीय विभागया जर्नल, Edition:1, Date: 1998, Page: 18-25, 44
  12. A Short History of Sanskrit Buddhist Manuscripts. Тәүге сығанаҡтан архивланған 14 апрель 2013. 24 ноябрь 2013 тикшерелгән.
  13. Kathmandu Metropolitan City. Тәүге сығанаҡтан архивланған 22 июнь 2012. 24 ноябрь 2013 тикшерелгән.
  14. Raja Gunakamadeva (Nepalese leader) — Encyclopedia Britannica. Тәүге сығанаҡтан архивланған 8 август 2014. 27 июнь 2014 тикшерелгән.
  15. Dietrich, Angela. Buddhist Monks and Rana Rulers: A History of Persecution. 24 сентябрь 2013 тикшерелгән.
  16. Lal, C. K.. The Rana resonance (16 February 2001). 24 сентябрь 2013 тикшерелгән.

Өҙөмтә хатаһы: <references> билдәһенең "pop" исемле <ref> билдәһе үрҙәге текста ҡулланылмай.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]