Эстәлеккә күсергә

Нумизматика

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Нумизматика (лат. nomisma, бор. грек. νόμισμα — монета, металл аҡса) — тимер аҡсаларҙы һуғыу һәм аҡса әйләнешен өйрәнә торған тарихи дисциплинаның ярҙамсы бүлеге. Нумизматиканы металл аҡсалар коллекциялау менән бутарға ярамай.

Нумизматиканың ижтимағы функциялары[1]:

  • Нумизматик әһәмиәтле мәҙәниәт ҡомартҡыларын билдәләү;
  • Тарихты төптәнерәк өйрәнеүгә булышлыҡ иткән факттарҙы табыу һәм тарих фәненә индереү;

Фән булараҡ нумизматика тарихы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Металл аҡсалар менән ҡыҙыҡһыныу Яңырыу осоронда уҡ барлыҡҡа килгән. Итальян шағиры Франческо Петрарка антик аҡсалар менән ҡыҙыҡһынған.

XVI быуат уртаһында, В. Гольциус иҫәпләүенсә, Европала 950 мюнцкабинет (системаға һалынған аҡсалар йыйылмаһы) булған. 1738 йылда Галле-Виттенберг университетында И.Г. Шульце металл аҡсалар тураһында беренсе лекция уҡый.

Фән булараҡ нумизматика тик XIX быуатта ғына формалаша. Антик быуаттар белгесе И.И. Эккель, Урта быуаттар белгестәре И.Я. Лейцман и Г. Гроте был фәнгә ҙур өлөш индерә. Г. Гроте нумизматика һәм аҡса тураһындағы фәндәрҙе берләштерә һәм нумизматиканы ижтимағи-тарихи фәнгә трансформациялауға башланғыс бирә[1].

  1. 1,0 1,1 Фенглер Х., Гироу Г., Унгер В. Словарь нумизмата: Пер. с нем. М. Г. Арсеньевой / Отв. редактор В. М. Потин. — 2-е изд., перераб. и доп. — М.: Радио и связь, 1993. — С. 223. — 408 с. — 50 000 экз. — ISBN 5-256-00317-8.
  2. Фенглер Х., Гироу Г., Унгер В. Словарь нумизмата: Пер. с нем. М. Г. Арсеньевой / Отв. редактор В. М. Потин. — 2-е изд., перераб. и доп. — М.: Радио и связь, 1993. — С. 99. — 408 с. — 50 000 экз. — ISBN 5-256-00317-8.