Банкнота

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Банкнота
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған банк һәм билет[d]
Һүрәтләнгән объект признаки подлинности банкнот[d], серия банкнот[d], replacement mark of banknote[d], номер банкноты[d] һәм номинал[d]
Асыу датаһы 618
Код MCN 4907.00.10
 Банкнота Викимилектә
Ҡытай. XII быуат. Банкноталарҙы баҫтырыу өсөн баҡыр клише һәм банкнотаның баҫылған күсермәһе

Банкно́та, банкно́т[1][2] (ингл. bank — «банк» һәм note — «квитанция») — ҡағыҙ нигеҙендә эшләнгән аҡса билдәһе, һирәгерәк — етен йәки абака, пластиктың махсус төрҙәре йәки уларҙың «гибрид банкноталар» тип аталған берләшмәһе. Элек — шулай уҡ тығыҙ туҡыманан (ғәҙәттә, ебәк), күндән, ағастан йәки металдан, ғәҙәттә тура мөйөшлө формала.

Банкноталар эмиссияһы хоҡуғына иң тәүҙә күп кенә коммерция банкылары эйә була. Артабан дәүләт банкноталар сығарыуҙы үҙәк банкыға йүнәлтә. Хәҙер милли валюталарҙың банкноталары, ҡағиҙә булараҡ, Үҙәк банкылар тарафынан сығарыла һәм закон нигеҙендә барлыҡ илдә аҡсалар менән бер рәттән ҡабул ителергә тейеш (ҡайһы бер илдәрҙә аҡсалар сығарылмай).

Иң боронғо банкноталар булып VIII быуатҡа ҡараған Ҡытай (Тан династияларының) банкноталары тора.

Ялған аҡса яһау һәм уны һаҡлау[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тәүҙә ялған аҡса яһаусы («фальшивомонетчик») һүҙе тәңкәләрҙең ялған яһауын күҙ уңында тотһа, хәҙер теләһә ниндәй банкноталарҙы ялғанлау менән шөғөлләнгән хоҡуҡ боҙоусыларҙы ла күҙ уңында тоталар. Хаҡы әлеге ваҡытта ҙур булмаған, әйләнештә йөрөгән тәңкәләрҙән айырмалы рәүештә, ә сифатлы ялған аҡса яһау техник ҡатмарлыҡтар менән бергә бара, ялған банкноталар сағыштырмаса ябай һәм иҡтисади яҡтан маҡсатҡа ярашлы, шуға күрә ул күпкә киңерәк таралған. Ялған аҡса яһау закон менән тыйыла. Шәхси кешеләр үҙ мәнфәғәтендә, шулай уҡ тотош дәүләттәр дошманлашҡан илдәрҙең иҡтисадын ҡаҡшатыу йәки үҙ мәнфәғәтендә хәлде яҡшыртыу маҡсатында бындай аҡса яһай.

Донъяла ғәҙәти булмаған банкноталар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1946 йылғы миллиард триллион (йәғни 10 21) пенгё гиперинфляция аҙағында. Номиналы буйынса донъялағы иң ҙур аҡса

Донъяға билдәле иң боронғо банкнота[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ҡытай: шәхси — VIII быуат; дәүләттеке — беҙҙең эраның 812 йылы.

Номиналы буйынса донъяла иң ҙур банкнота[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Донъяла аҡса әйләнеше тарихында Венгрияның аҡса берәмеге пенгё 1945—1946 йылдарҙа инфляцияның иң юғары кимәле менән «дан ала».

1946 йылдың ғинуарында өҫтәмә аҡсалата берәмек — адопенгё индерелә, уның курсы шул уҡ йылдың 28 июленә ике триллион пенгёға тиң була.

1946 йылдың 3 июлендә донъяла номиналы буйынса иң ҙур аҡса — 1 миллиард триллион һумлыҡ (йәғни 10 21) пенгё сығарыла. Сағыштырыу өсөн, фәнни баһалар буйынса бөтә Ғаләмдең диаметры 14,76 × 1023 км тәшкил итә[3].

Һатып алыу мөмкинлеге буйынса иң ҙур аҡсалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

10 000 АҠШ доллары
  • 10 000 АҠШ доллары. Банкноталар Америка Ҡушма Штаттарында 1880-се йылдарҙан алып сығарыла. Һуңғы сығарылышы 1944 йылда була (1934 йылдар серияһы). Тәүҙә улар тиҫтәләгән тапҡырға күберәк һатып алыу һәләтенә эйә була, ләкин йөҙ йыл эсендә инфляция һәм алтын стандарттан баш тартыу арҡаһында улар күп тапҡырға осһоҙлана. Ошо аҡсаларҙың һанын АҠШ-тың Федераль резерв системаһы күҙәтеп бара. Банк системаһына эләккән осраҡта улар әйләнештән алынырға тейеш. Әлеге ваҡытта номиналь хаҡы 10 мең доллар булған бөтә сығарылған банкноталарҙың 130 данаһы ғына әйләнештән сығарылмаған, шул иҫәптән юҡҡа сыҡҡандары ла. Шуға күрә хәҙерге каталогтарҙа уларҙың хаҡы, ҡағиҙә булараҡ, бөтөнләй күрһәтелмәй.
  • 500 000 (биш йөҙ мең) тай баты. 2000 йылдың 26 майында Таиланд банкыһы тарафынан король Пхумипон Адульядет менән королева Сирикиттың алтын туйы һәм уларҙың тәхеткә ултырыуы хөрмәтенә сикләнгән тираж (1998 дана) менән сығарыла[4]. 2014 йылдың авгусына ҡарата баҙар курсы буйынса банкнотаның номиналь хаҡы 15 560 АҠШ доллары тәшкил итә. Каталог хаҡы — 25 000 АҠШ доллары.
  • Әйләнештәге банкноталарҙың 10 000 Бруней һәм Сингапур долларҙары иң ҙур һатып алыу һәләтенә эйә, был 2014 йылдың авгусына ҡарата яҡынса 8 000 АҠШ долларына тиң була.

Һатып алыу һәләте буйынса эске иҫәп-хисап өсөн иң ҙур банкноталар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

100 000 АҠШ доллары
  • 1 миллион фунт стерлинг (1948 йылда әйләнештән сығарылған). Англия банкыһы эсендә иҫәпләшеүҙәр өсөн. 2 данаһы билдәле. 2008 йылға аукцион хаҡы 78 мең фунт стерлинг[5].
  • Йөҙ мең АҠШ доллары. АҠШ ҡаҙнаһы, Федераль резерв системаһы һәм банктар араһындағы иҫәпләшеүҙәр өсөн генә ғәмәлдә. Әйләнешкә бер ҡасан да сығарылмай. Коллекционерҙарға һатылмай..

Күләме буйынса иң ҙур банкноталар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Малайзияның 2017 йыл өлгөһөндәге, номиналь хаҡы 600 ринггит тәшкил иткән иҫтәлекле банкнотаһы 370×220 мм үлсәмгә эйә. Филиппиндың 1998 йыл өлгөһөндәге, 100 мең һумлыҡ иҫтәлекле банкнотаһы унан бер аҙ ҡалыша, уның үлсәме 355×215 мм.

Рәсәй империяһы, СССР, БДБ, Рәсәй[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Номинал буйынса илдең иң ҙур аҡсаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Кавказ аръяғы Социалистик Федератив Совет Республикаһының (ЗСФСР) 1924 йылғы 1 миллиард һумы — элекке Рәсәй империяһы дәүләттәренең иң ҙур аҡсаһы
  • Бер миллиард һум (лимонард исемен ала)[6], Кавказ аръяғы Социалистик Федератив Совет Республикаһы,1924 йыл.

Номиналы буйынса илдең иң ваҡ аҡсаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Бер тин. Беренсе донъя һуғышы башланып, бәйле алмаш тәңкәләр етешмәй башлағас, 1915 йылда, Николай II ваҡытында, тәүге тапҡыр сығарыла.
  • Артабан Либавала, Граждандар һуғышы ваҡытында төбәктәр, СССР-ҙа Дәүләт банкыһы, төрлө халыҡ комиссариаттары һәм министрлыҡтары, Внешторгбанк, Внешпосылторг, «Арктикуголь» тресы эске иҫәп-хисап өсөн сығара.

Һатып алыу һәләте һәм ҙурлығы буйынса Рәсәй империяһының иң эре банкнотаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

500 һумлыҡ «петенька».1912 йыл
  • 1898—1912 йылдарҙағы 500 һум (петенка) — Рәсәйҙең 1917 йылға тиклем әйләнештә булған иң эре банкноталары, 387,1 грамм саф алтын менән тәьмин ителә.
  • 1912 йыл өлгөһөндәге банкнотаның үлсәме — 275×126 мм. 1914 йылдың 1 авгусында Рәсәй Беренсе донъя һуғышына инә. 1914 йылдың 27 июлендәге закон кредит билеттарын алтынға алмаштырыуҙы бөтөрә.

Һатып алыу мөмкинлеге буйынса СССР-ҙың иң эре банкнотаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

5 миллион белорус һумы. 1999 йыл
  • 1922 йылғы 25 червонец (250 һум) 1917 йылдан һуң әйләнештә булған РСФСР һәм СССР-ҙың иң ҙур банкнотаһы, 193,56 грамм саф алтын менән тәьмин ителгән.

Һатып алыу мөмкинлеге буйынса илдең иң ваҡ банкнотаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 1918 йылда пятаковка йәки 1919 йылдағы совет тәңкәләренең бер һумы 1924 йылда бер һумдың илле миллиард өлөшөн тәшкил итә, йәғни бер червонецтың хаҡы 1918 йылда биш йөҙ миллиард һум тәшкил иткән.

БДБ илдәренең номиналь ҡиммәте буйынса иң эре банкнотаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Күләме буйынса илдең иң ҙур банкнотаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Петенка — Рәсәй империяһының 1912 йыл өлгөһөндәге 500 һумы (275×127 мм).

Илдең күләме буйынса иң бәләкәй аҡса банкнотаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Файл:Киевский Натурсоюз. Чек 1 пуд хлеба.jpg
1 бот икмәк банкнотаһы. Киев, 1921 йыл
  • 1922 йылғы РСФСР-ҙың бер һум-маркаһы (40×48 мм).

Ғәҙәти булмаған банкноталар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 1921 йылғы аслыҡ һәм совет һумдарының туҡтауһыҙ гиперинфляцияһы ваҡытында Киев Натурсоюзы көн һайын хаҡы үҙгәрмәгән валютала иҫәпләшеү чектары (1 бот икмәккә торошло була) сығара
  • Яҡутстанда 1919 йылдан алып 1921 йылға тиклемге осорҙа ҡағыҙ аҡса сифатында махсус эшләнгән шарап ярлыҡтары (этикетка) ҡулланыла[7].

Башҡортостан[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауыл банкнотаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Шайморатиктар»

2010 йылда Ҡырмыҫҡалы районының Шайморат ауылында үҙҙәренең валютаһы - «шайморатиктар» тип аталған банкноталар барлыҡҡа килә. Уны әйләнешкә урындағы фермер индерә. Башҡортостандың Юғары Суды был валютаны бер ауыл сиктәрендә генә ҡулланырға рөхсәт итә. Был талондар 2010—2014 йылда әйләнештә була[8][9].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. ГРАМОТА.РУ – справочно-информационный интернет-портал «Русский язык» | Словари | Проверка слова. Дата обращения: 30 март 2013. Архивировано 15 март 2016 года.
  2. БАНКНОТЫ - три способа найти БАНКНОТЫ - для толковых и бестолковых (недоступная ссылка — история). Дата обращения: 30 март 2013. Архивировано 3 апрель 2013 года. 2013 йыл 5 апрель архивланған.
  3. Современная физика. Ученые рассчитали диаметр Вселенной. Дата обращения: 15 июнь 2009. Архивировано 4 март 2009 года.
  4. Bank of Thailand — 500 000 bat 2012 йыл 10 июль архивланған. (инг.)
  5. www.bonistika.net — Бонистика Клуб — Мы собираем деньги! Дата обращения: 27 октябрь 2008. Архивировано 25 ноябрь 2012 года.
  6. Рябцевич В. Н. О чём рассказывают монеты / Под ред. д.и.н. Игнатенко. — Изд. 2-е, перер. и доп. — Минск: Народная асвета, 1977. — с. 194
  7. Бонистика. Дата обращения: 15 март 2011. Архивировано 12 июль 2011 года.
  8. Башкирский фермер, придумавший свою валюту, сотворил экономическое чудо
  9. Эксперимент с «шаймуратиками»: квазиденьги или товарные талоны? 2022 йыл 9 ноябрь архивланған.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Банковые билеты // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  • Боголепов М. И. Бумажные деньги. — Пб.; М.: Центр. т-во «Коопер[1]ативно[2]е изд-во», 1922. — 111 с.
  • Кауфман И. И. Из истории бумажных денег в России — СПб., 1909. — 292 [3]с.
  • Шишанов В. А. Русские ассигнации образца 1802—1803 гг. Витебск, 2002 [4]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Банкноты России
  • Каталог бон необязательного обращения Соколова
  • Банкноты крупных и очень крупных номиналов
  • Ən maraqlı əsginaslar / banknotlar (әзерб.)