Аукцион
Аукцион — (лат. аuctio — халыҡ алдында һатыу), билдәләнгән ваҡытта билдәле урында үткәрелеүсе халыҡ алдында тауарҙар һатыу ысулы. Аукцион һатыла торған тауарҙы йәки мөлкәтте иң юғары хаҡ тәҡдим иткән кеше һатып ала.


Аукциондың төп төрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Тауар
- Валюта
- Кредит аукционы.
Шулай уҡ бөтә аукцион асыҡ (теләүселәр ҡатнашлығында) һәм ябыҡҡа (саҡырылған кешеләр ҡатнашлығында ғына) бүленә. Аукцион һатыуҙың бер төрө булып “ҡараңғы” аукцион тора, унда бөтә һатып алыусылар бер үк ваҡытта яҙма рәүештә заявка биреп ставка яһай. Һатылыуҙы талап иткән тауарҙарҙың иң ҙур партияһына эйә булыусылар инициативаһы буйынса ирекле аукцион ойошторола. Конфискацияланған йәки эйәһе тарафынан алынмаған тауарҙарҙы, бурысын түләй алмағандарҙың мөлкәтен һатыу өсөн власть органдары, һалым полицияһы мәжбүри аукцион уҙғара. Ҡыҫҡа ваҡытлы ҡаҙнасылыҡ векселдәрен һатыу өсөн векселдәр аукционы үткәрелә.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]18—19 быуаттарҙа Башҡортостанда шәхестәрҙең залогҡа һалынған һәм түләп алынмаған күсемһеҙ һәм күсемле мөлкәтенә, мәрхүм булған сауҙагәрҙәрҙең, алпауыттарҙың, предприятие хужаларының һ.б. мөлкәтен халыҡ алдында һатыу үткәрелә. Өфөлә 1918 йылда “Эшсе” ширҡәте аукцион һатыу өсөн халыҡтан әйберҙәр ҡабул иткән аукцион залы аса. 1931 йылдан алып республикала “Союзпушнина” йәмғиәте йыл һайын үткәргән халыҡ-ара ҡиммәтле тиреләр аукционында ҡатнаша. 90‑сы йылдарҙан башлап Башҡортостанда төрлө милек формаһындағы предприятиеларҙы (ғәмәлдәге, ябылған, бурысҡа батҡан), уларҙың мөлкәтен (акциялар, төп һәм әйләнештәге фондтар) һатыу; элек залогҡа һалынған, шулай уҡ таможня органдары ҡарары менән конфискацияланған һәм һалым полицияһы органдары ҡулға алған мөлкәтте һатыу; тауар һатып алыуға, дәүләт предприятиелары һәм ойошмалары өсөн эштәр башҡарыу һәм хеҙмәт күрһәтеү өсөн контракттар төҙөү; йәшәү өсөн тәғәйенләнмәгән йорттарға залог, кредит, ҡуртым килешеүҙәре төҙөү буйынса аукциондар үткәрелә. Республикала аукцион дәүләт мөлкәтен хосусилаштырыу барышында киң таралыу ала. 1993—95 йылдарҙа РФ‑та һәм Башҡортостан Республикаһында чек аукционы үткәрелә. 1997—98 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһында баҙар мөнәсәбәттәре шарттарында аукцион үткәреү ҡағиҙәләрен көйләүсе яңы норматив юридик акттар ҡабул ителә.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- http://www.башкирская-энциклопедия.рф/index.php/read/8-statya/1140-auktsion(недоступная ссылка)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Аукцион // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Меховые аукционы 2011 йыл 15 август архивланған.
- Аукцион Сотбис
- Аукцион Кристис