Киото

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Хөкүмәт указы менән билдәләнгән ҡала
Киото
япон. 京都市
Флаг[d] Герб
Флаг Герб
Ил

Япония

Префектура

Киото

Координаталар

35°01′ с. ш. 135°45′ в. д.HGЯO

Мэр

Ёриканэ Масумото

Майҙаны

827,90 км²

Халҡы

1 464 890 кеше (2020)

Тығыҙлығы

1769,40 кеше/км²

Сәғәт бүлкәте

UTC+9

Телефон коды75
Һанлы танытмалар
Код

26100-9

Рәсми сайт

city.kyoto.jp  (яп.)

Регион

Кинки

Символика

Сәскә: Камелия
Ағас: Плакучая ива

Киото (Япония)
Киото
Киото

Кио́то (яп. 京都市 Кё: то-си ) —хөкүмәт указы буйынса аталған япон ҡалаһы, ул Хонсю утрауының Кансай төбәгенең үҙәк өлөшөндә , Киото префектураһын көньяҡ-көнбайышында урынлашҡан. Ҡала был префектураның административ үҙәге, Осака — Кобе — Киото ҡалалары районындағы һәм Кансай төбәгенең иң алға әйҙәүсе ҡалаларының береһе. Майҙаны — 827,90 км²[1]

794 −1869 йылдарҙа Киото Японияның баш ҡалаһы[2], Императорҙың төп резиденцияһы. Элекке исеме — Хэйан.

География[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Киото территорияһында урынлашҡан Киото уйпатлығы һәм уны уратып аолған тауҙар араһында тора. Уйпатлыҡ Эске Япон диңгеҙенең өсөнсөл осорҙоң аҙағында барлыҡҡа килгән депрессив територияһы. Шул өсөнсөл осорҙа сатнаған тауҙарҙың өлөштәре ҡаланың сиктәре булып тора. Уйпатлыҡтың төньяҡ-көнсығышында Хиэй тауҙары рәт булып тора. Уның иң юғары көктәһе Симэй, бейеклеге 848 м. Был тауҙарҙың көньяғында Хигасияма убалары тора. Киото уйпатлығының көньяҡ-көнсығышында Дайго тауҙары, улар Киото ҡалаһы менән Оцу араһындағы сик булып тора. Киотоның төньяҡ өлөшөн Китаяма тауҙары биләй. Уларҙың бейеклеге 500—700 м, иң бейек нөктәһе -Атаго (бейеклеге- 924 м). Атагама был тауҙарҙың төньяҡ-көнбайышында ята. Көнбайышта Киотоны Камеока ҡалаһынан айырып торған Нисияма тауҙары һуҙылған..[3]

Киотоның климаты — уртаса эске континенталь климат. Был ҡаланың тауҙар араһындағы уйпатлыҡта ятыуы һәм диңгеҙҙәргә сыҡмауы менән аңлатыла. Киотола йәй еүеш һәм эҫе.. Август айының уртаса температураһы 32,9 °C. Ҡыш бында ҡоро һәм һыуыҡ. Ғинуарҙың уртаса температураһы— 0,3 °C. Июндән алып сентябрь бөткәнсе Киотола Ямғырҙар сезоны. Яуым-төшөмдөң йыллыҡ уртаса кимәле — 1581 мм[3].

Административ бүленеше[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Русское название Японское название Площадь Население Плотность
01 Камигё 上京区 7,11 82 601 11 617,6
02 Кита 北区 94,92 122 228 1287,7
03 Минами 南区 15,78 98 782 6259,9
04 Накагё 中京区 7,38 103 678 14 048,5
05 Нисикё 西京区 59,20 153 253 2588,7
06 Сакё 左京区 246,88 166 966 676,3
07 Симогё 下京区 6,82 76 255 11 181,1
08 Укё 右京区 291,95 202 945 695,1
09 Фусими 伏見区 61,62 283 948 4608
10 Хигасияма 東山区 7,46 40 730 5459,8
11 Ямасина 山科区 28,78 136 012 4725,9

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Боронғо заман[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Император Камму — Хэйанға, буласаҡ Киотоға нигеҙ һалыусы.

Киото территорияһында кешеләр неолит осоронда йәшәй башлаған. Камэ-Камо һәм Кита-Сиракава райондарында был археологик осорҙа йәшәгән кешеләрҙең табылған тораҡтары быны иҫбатлай. Фусима районындағы Фукаса ерендә Яёи осорона ҡараған ауыл хужалығы ҡоралдары табылған, ләкин урта быуаттар башында ерҙәрҙең бик ныҡ һаҙматлы булыуы, тәбиғи байлыҡтарҙың әҙ булыуы һәм климаттың үҙенсәлектәре арҡаһында был төбәк әүҙемле рәүештә үҙләштерелмәгән. Бары тик 7 быуатта ҡытай аристократтарыу ырыуынан сыҡҡан ҡытай Хата был ерҙәрҙә үҙенең резиденцияһын төҙөткән. резиденция Удзумаса һәм Фукас ерҙәрендә торған һәм нығытылған булған Ырыу башлыҡтары, сиҙәм ерҙәрҙе һөрөп, ирригация эштәрен эшләгәндәр, ебәк ҡорттарын үҫтергәндәр һәм туҡымалар туҡыуҙы нигеҙләгәндәр. Был Хата ырыуының бөйөклөгөн Хатаның ҡәбере өҫтөнә өйөлгән Хэбицука ҡурғаныһәм Кавакасу өйөнөң башлығының бойороғо буйынса төҙөлгән буддистар монастыре иҫбатлап тора. Был ерҙәрҙә шулай уҡ Камо һәм Идзумо ҡәбиләләре лә булған, улар Камо һәм Такано йылғаларының бассейнында йәшәгән[4].

8 быуат аҙағында сәйәси тотороҡһоҙлоҡ һәм буддистарҙың переворот яһау ҡурҡынысы арҡаһында Император Камму япон башҡалаһын Наранан икенсе урынға күсерергә булған. 784 йылда ул буласаҡ Муко ҡалаһы территорияһында Нагаока баш ҡалаһын һалдыра башлаған. Ҡала ун йыл буйы төҙөлгән, әммә баш төҙөүсе Фудзивара Танэцугуҙың вафат булыуы һәм һыу баҫҡанлыҡ арҡаһында төҙөлөштө туҡтатып торғандар. Шунлыҡтан 794 йылда Император Киото уйпатлығында яңы баш ҡала « тыныслыҡ һәм тынғылыҡтың баш ҡалаһы»[5] — Хэйанды төҙөй башлаған Төҙөлөш эштәре менән Фудзивара Огуромаро етәкселек иткән[6]. Тап Хэйан урынында киләсәктә Киото ҡалаһы барлыҡҡа килгән.[4][7].

Хэйан осоро[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хэйандағы Император һарайының моделе.

Хэйан ҡытайҙың баш ҡалаһы Чанъань (Тан осоро) кеүек итеп төҙөлгән. Ул төньяҡтан көньяҡҡа табан һуҙылған дүртмөйөш формаһында булып, тура мөйөшлө урамдар менән бүлгеләнгән кварталдарҙан торған. төньяҡтан көньяҡҡа ҡарай 10 ә , көнбайыштан көнсығышҡа ҡарай — 11 урам төҙөлгән. Ҡаланың төньяғында император һарайы комплексы торған, улар янында һәм төньяҡ көнсығышында вельможалар , ә көньяғында күп төрлө һөнәрселәр, ҡала ярлылары йәшәгән. Судзаку проспекты ҡаланы көнбайыш һәм көнсығыш өлөштәргә бүлеп торған.

Хэйан мәҙәниәтен ныҡ алға табан үҫтереүсе белемле кешеләр баш ҡалала йәшәгән. Хэйан-кёла барлыҡҡа килгән күп әҫәрҙәр бөтә донъяға билдәле, шул иҫәптән, Мурасака Сикубуның «Гэндзи-моногатари» романы һәм «Записки у изголовья» Сэй Сёнагондың «Записки у изголовья» әҫәре .

Аристократтарҙың утарҙары тулы бер кварталды алып торһа, ярлыларҙың өйҙәре бер-береһенә бик яҡын торғандар, шунлыҡтан ҡалала бик йыш ҡына янғындар сыҡҡан. Киото ҡалаһы бер нисә тапҡыр янып, яңынан тергеҙелгәнлектән, ундағы боронғо йорттар бөтөнләй һаҡланмаған.

Баш ҡалала Тайрҙың самурай диктатураһы урынлашҡас, Камоның көнсығыш ярындағы Рокухара районында самурай хакимиәте урынлашҡан .XII—XIV быуаттарҙа Камакур сёгунаты булған саҡта был район сәйәси тормоштоң үҙәге булып торған. Бында сегунаттың Рокухарҙағы инспекторҙың идараһы булған. Уның вазифаһында Император йортон, Көнбайыш Японияның аристократтарын һәм самурайҙар династияһын ҡарау булған. Яңы Асикага сёгунатбарлыҡҡа килгәс, илдең сәйәси үҙәге Камоның көнбайышына күскән. XV быуаттан башлап ул Муромати кварталындағы сёгун һарайында булған. Ошо ваҡытта ҡаланың исеме Киотоға (кё, Кёто) әйләнгән[4].

1467—1477 йылдарҙа Японияла Онин ығы№зығыһы була. Урамлдарҙа даими барған һуғыштар арҡаһында Киото яндырылып, көл-күмергә әйләнгән.30 мең аристократ һәм самурайҙар йорттарыһәм боронғо монастырҙәр янып бөткән . Императорский йорто ныҡ туҙған. Ҡала икегә :төньяҡта — Камигё (яп. 上京 камигё:, верхняя столица) һәм көньяҡта-Симогё (яп. 下京 симогё:, нижняя столица) өлөштәренә бүленгән. XVI быуатта улар ике айырым ҡала булып торған. Үҙәк хакимиәттең эшлекһеҙлеге арҡаһында Киото мещандары квартал советтарынан торған үҙаллы хакимиәт төҙөгәндәр . Улар ҡаланың хәүефһеҙлеген һаҡлау һәм байрамдар үтәреү өсөн яуаплы булған.

Яңы тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1568 йылда Киото төбәк етәксеһе Ода Нобунага ҡул аҫтына ингән. Ул ҡаланы яңынан тергеҙә башлаған. Император һарайын һәм Нидзё, замогын яүңынан төҙөткән, сәйәси тормошто юлға һалған. Киотоға иезуиттар етәкселеге аҫтында христиандар миссияһы эш башлап ебәргән[8]. Нобунагиҙың эшен Тоётоми Хидэёси, уның сәйәси вариҫы, дауам иткән. 1591 йылда Хидэёси Камигё һәм Симогёның икәүһен бергә 23 км оҙонлоғондағы балсыҡ вал менән уратып алған, юлдар төҙөткән. Баш ҡалала Дзюракудай һарайын, Ниси-Хонгандзи монастырен төҙөткән, ҡалананкөньяҡтараҡ Фусими ҡаласығын һәм замок һала башлаған, Ёдойылғаһында транспорт йөрөүҙе юлға һалған. Тап ошо осорҙа иҫке Хэйан Киотоға әйләнгән.о[4].

1603 йылда Токугава сёгунаты барлыҡҡа килгәс илдең сәйәси үҙәге Эдо ҡалаһына күсә, шулай ҙа Киото Японияның баш ҡалаһы һәм Император резиденцияһы булып ҡалған. Уны дошмандарҙан һаҡлау өсөн сёгун Токугава Иэясу Киотола яңы Нидзё замогын төҙөткән. Илдәге христианлыҡты бөтөрөү маҡсатында Хигаси-Хонгандзи монатыре һәм Дзёдо сектаһының ғибәҙәтханалары төҙөтөлгән.[4].

1622 гйылда Фусими ҡалаһынның көньяҡ -көнбайышында сёгунат Ёдо замогын төҙөткән. Был замок Ёдо-хандың административ үҙәге булған. Аҙаҡтан Фусими замогын юҡ итеп, уның урынында баш ҡаланы ҡала менән тоташтырған Такано йылғаһына канал һуҙғандар[4].

.Киотоның төп урамы, 1891 йыл

XVII—XIX быуаттарҙа Киото илдең иң бай ҡалаларының береһе була. Был осорҙа ебәк туҡымалар, фарфор, лак менән ҡапланған һауыт-һаба, буялған кизе мамыҡ туҡымалар эшләй башлайҙар. Уның халҡы Осако һәм Эдонан ҡала 400мең кешеһе менән илдә өсөнсө урынды биләп тора[4].

1864 йылда Киотола ҙур янғын сығып, ҡаланың ҙур өлөшөн тәшкил иткән 28 мең йорт уттан һәләк була. Шунлыҡтан 1868 йылда Мэйдзи реставрацияһынан һуң Император Японияның башҡалаһын Эдоға күсерә, һуңынан Эдоға Токио исеме бирелә. Киото баш ҡала статусын юғалта[4].

АҠШ-тың атом бомбаһын ҡулланыу комиссияһын етәкләүсе хәрби министры Япония мәҙәниәтенең үҙәге булған, ҡасандыр үҙенең баллы айын шунда үткәргән Киотоны утҡа тотоласаҡ ҡалалар иҫәбенән һыҙып ырғыта һәм уны Нагасаки менән алыштыра.

Сәйәсәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Киотоның төп керемен туризм биләп тора. Киотоның төньяғында балыҡ тоталар, үҙгендә ауыл хужалығы һәм урман хужалығы менән шөғөлләнәләр. Бөтә донъяла билдәле Nintendo компьютер уйындарын Киотола сығаралар .

Ауыл хужалығы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

XVII быуаттан алып Киото Японияның иң ҙур ҡалаһы булғанлыҡтан, ҡала халҡын туҡландырыр өсөн бик күп аҙыҡ-түлек кәрәк булған. Шунлыҡтан Киотоның ситтәрендә йәшелсәләр үҫтереүсе көслө ауыл хужалығы инфраструктураһы булдырылған. Селекционерҙар монастырь тормаһының, камос баклажанының, мибус горчицаһының яңы төрҙәрен килтереп сығарғандар.[9] Киотта ҙур урбанистик поцестарҙың барыуына ҡарамаҫтан, йәшелсә үҫтереү мәҙәниәте XIX—XX быуаттарҙа һаҡланып ҡалған.

2005 йылда Киотола 3657 фермерхужалығы булған, шуларҙың 2321 хужалығы һатыу өсөн йәшелсә үҫтергән. Һөрөнтө ерҙәрҙең майҙаны 1953 га булған.[10]. Бик күп фермерҙар йәшелсәләрҙе теплицаларҙа үҫтергән.

Ауыл хужалығы менән бер рәттән урман хужалығы ла Киотола киң таралған. Урмандарҙың майҙаны 40 мең га. Төп урман культураһы — юғары сифатлы криптомерия. Уны эшкәртеү үҙәктәре Накагавала һәм Китала[9].

Туризм[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Киото — Японияның иң популяр туризм урыны.

Транспорт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Киото вокзалы

Тарихи Киото Япония транспорт системаһының үҙәге, сөнки бында төп дәүләт юлдары киҫешкән урын.

1877 йылдан башлап төп транспорт үҙәге булып Киото вокзалы тора. 20-се быуаттың икенсе яртыһында уның аша Япония JR-ҙың: Токайдо, Саниндолиниялары, синкансэн шәп тиҙлектәге поездар линияһы, ҡала яны электричкалары, Нара тимер юл линиялары үткән.

Тимер юлдарҙан башҡа Киотола ҡала һәм шәхси автобус компаниялары ла эшләй, уларҙың маршруттары ҡаланы яҡын тирәләге райондар менән Шулай уҡ Киотола бер нисә турист автобус маршруттары бар. Улнда транспорт селтәренең ныҡ үҫешкән булыуы пассажирҙарҙы бер туҡтауһыҙ йөрөтөргә мөмкинлек бирә[9].

Киото аша хөкүмәттең № 1 и № 171 автомобиль юлдары һәм Осака менән Кобены Токай төбәге менән тоташтырусы Мэйсин тиҙ йөрөүсе автострадаһы бар. Был транспорт артериялары транспортта һәм сәнәғәттә ҙур әһәмиәткә эйә. Киотола № 9 дәүләт автомобиль юлы бөтә төбәкте генә хеҙмәтләндереп ҡалмай , ә илдең барлыҡ ҡалаларын транспорт селтәре менән тоташтырып тора.[9].

Киото ҡалаһы Хигасима, Хиэйдзан, Оку-Хиэй, Арасияма-Такаоси ,һ.б тауҙарына бара торған иң ҙур турист юл булып тора[9].

Мәҙәниәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Киото Японияның төп мәҙәниәт үҙәге булып тора. Икенсе бөтә донъя һуғышы йылдарында , Япония атом бомбардировкаһына тотолған саҡта үҙенең1600 буддизм ғибәҙәтханалары һәм 400 синтоистарҙың доға ҡыла торған урындары менән атом утына тотолмай ҡалған ҡала.

Киотошулай уҡ гейшаларҙың кварталы — ханамати менән билдәле.

Киотола Аой-мацури (544 йыл), Гион-мацури (869 йыл), Инэ-мацури (Эдо осоро), Даймондзи годзан окуриби (с 1662 йыл) и Дзидай мацури (1895 йыл) фестивалдары үткәрелгән. Һәр бер храм үҙе төрлө байрамдар үткәрә.

Иң билдәле буддизм храмдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сингон мәктәбе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Нинна-дзи (япон. 仁和寺仁和寺) — Боронғо император һарайы дворец Омуро
  • То-дзи (япон. 東寺東寺) — сингон мәктәбе храмы
  • Дайго-дзи (япон. 醍醐寺醍醐寺) — сюгэндо мәктәбе храмы

Риндзай-дзэн мәктәптәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Кинкаку-дзи
  • Кинкаку-дзи (япон. 金閣寺金閣寺), Алтын Павильон ;
  • Рёан-дзи (япон. 龍安寺龍安寺), дзэн храмы;
  • Гинкаку-дзи (япон. 銀閣寺銀閣寺), Көмөш Павильон;
  • Нандзэн-дзи (япон. 南禅寺南禅寺), риндзай-сю храмы мәктәбе
  • Кодай-дзи (япон. 高台寺高台寺), риндзай-сю мәктәбе храмы
  • Тофуку-дзи (япон. 東福寺東福寺) риндзай-сю мәктәбе храмы Киото
  • Мёсин-дзи (япон. 妙心寺妙心寺) — риндзай (дзэн) храмы мәктәбе
  • Сюнко-ин (春光院) —риндзай-сю храмы мәктәбе
  • Тэнрю-дзи риндзай-сю храмы мәктәбе (嵐山)
  • Дайкаку-дзи риндзай-сю мәктәбе
  • Сёкоку-дзи риндзай-сю мәктәбе
  • Дайтоку-дзи (япон. 大徳寺大徳寺) риндзай-сю мәктәбе

Дзёдо-сю мәктәбе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Тион-ин (япон. 知恩院知恩院) —амидаист мәктәбе храмы дзёдо-сю с уникальным садом на востоке Киото
  • Эйкан-до (япон. 永観堂永観堂 — также 禅林寺 — Дзэнрин-дзи) амидаист мәктәбе храмы дзёдо-сю

Икенсе мәктәптәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Киёмидзу-дэра (япон. 清水寺清水寺) храмы
  • Сёрэн-ин (япон. 青蓮院青蓮院) храмы
  • Хонган-дзи (япон. 本願寺本願寺) — дзёдо-синсю храмы
  • Хонэн-ин храмы
  • Анраку-ин храмы
  • Роккаку-до храмы

Синтоистар храмы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Хэйан-дзингу, императорҙың синтоистар храмы ;
  • Ясака-дзиндзя

Башҡа мәҙәни иҫтәлектәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Киотолағы император һарайы-резиденция;
  • Кацуралағы император виллаһы;
  • Сюгаку-ин император виллаһы;
  • Киото башняһы

Киотоның билдәле кешеләре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Харуки Мураками — япон яҙыусыһы һәм тәржемәсеһе.
  • Тоору Ниимура (Кё) — йырсы, Dir en grey төркөмөнөң вокалисы.
  • Кода Куми — йырсы.
  • Танака Тёдзиро — XVI быуаттың япон керамисы һәм һынсыһы, Раку мәктәбенә нигеҙ һалыусы.

Күренекле урындары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Киотола Император һарайы
Нидзё замогы
Кинкакудзи
Гинкаку-дзи
Киёмидзу-дэра
Сандзюсангэн-до (33 кен ғибәҙәтханаһы)
Фусими замогы
Нинна-дзи
Тион-ин
Нидзё замогының көньяҡ-көнсығыш башняһы
Таштар баҡсаһы

Туғандаш ҡалалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Площадь указывается по данным сайта Geospatial Information Authority of Japan (яп.) с учётом изменений 2012 йыл 1 август архивланған., опубликованных 1 октября 2011 года.
  2. Бывшая столица Японии 2012 йыл 11 ғинуар архивланған.
  3. 3,0 3,1 Ода Такэо. Природа Киото // Энциклопедия Ниппоника: в 26 т. 2-е издание. — Токио: Сёгаккан, 1994—1997.
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 4,5 4,6 4,7 Ода Такэо. История Киото // Энциклопедия Ниппоника: в 26 т. 2-е издание. — Токио: Сёгаккан, 1994—1997.
  5. Горегляд В.
  6. Поскольку Танэцугу и Огуромаро находились в брачных связях с родом Хата, историки предполагают, что главы этого рода повлияли на решение Императора перенести политический центр страны на территорию их родовой вотчины
  7. В средневековье Хэйан называли просто «кё» — «столица».
  8. Коваленко О. А. Ода Нобунага в японской антихристианской литературе на примере «Записей о расцвете и падении Храма южных варваров» / / Восточный мир . — Киев: Институт Востоковедения НАН Украины, 2009. — № 2 — с.10-19.
  9. 9,0 9,1 9,2 9,3 9,4 Киото / / Энциклопедия Ниппоника: в 26 т. 2-е издание. — Токио: Сёгаккан, 1994—1997.
  10. Состояние сельского и лесного хозяйства в Киото // Официальный сайт города Киото

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]