Мэйдзи реставрацияһы
Мэйдзи реставрацияһы (япон. 明治維新Мэйдзи Исин ), тағы ла Мэйдзи яңырыуы һәм Мэйдзи революцияһы исемдәре менән билдәле — Япониялағы 1868—1889 йылдарҙағы сәйәси, хәрби һәм социаль-иҡтисади реформалар комплексы[1]. Улар артта ҡалған аграр дәүләттән донъялағы иң алға киткән илгә әйләндерә һәм самурайҙар системаһынан — сёгунат идарылығынан император Мэйдзи (Муцухито) һәм уның Министрҙар кабинеты власына күсә. Реставрацияның сәйәсәте Японияның дәүләт ҡоролошона, ҡануниәтенә, Император йортона, төбәк хакимиәттәренә, финанстарына, сәнәғәтенә, дипломатияһына, мәғәрифенә, диненә һәм япондарҙың тормошоноң башҡа өлкәләренә ҙур йоғонто яһай. Мэйдзи реставрацияһы менән яңы ваҡыт Японияның милли дәүләте һәм япон милли үҙаңы барлыҡҡа килеүен бәйләйҙәр. Мэйдзи йылдары япон традицион тормош рәүеше һыныуы һәм илдә көнбайыш цивилизацияһының ҡаҙаныштарын бик тиҙ индереүе менән һүрәтләнә. Шунлыҡтан реставрацияны ҡайһы берҙә «Мэйдзи революцияһы» тип атайҙар.
Ваҡиғалар ағышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Граждандар һуғышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сёгун Токугава Ёсинобу дәүләт власын императорға ҡайтарғас, Японияла яңы хөкүмәт ойошторолған. 1868 йылдың 3 ғинуарында хөкүмәт Император идараһын реставрациялау тураһында указ иғлан итә. Был документҡа ярашлы Токугава сёгунаты бөтөрөлгән, ә ил менән идарлыҡ Императорға һәм уның хөкүмәтенә күсә. Хөкүмәт кәңәшмәләрендә элекке сёгундың бөтә титулдарын, дәрәжәләрен һәм ерҙәренең күп өлөшөн мәхрүм итергә тигән ҡарарға килгәндәр. Сёгунат яҡлылары был ҡарарҙарға ҡаршы сыҡҡандар. Шулай итеп Япония ике лагерға бүленә, һәм илдә граждандар һуғышы башлана. Япон йолаһы буйынса 1868 йыл «ер аждаһаһы йылы» — шунлыҡтан ул Босин һуғышы (һүҙмә-һүҙ — «Ер аждаһаһы йылы һуғышы») тип исемләнгән.
Ғинуар аҙағында элекке сёгунат яҡлылар Киотоны[2] баҫып алырға һәм илдә үҙҙәренең власын ҡайтарырға тырышып ҡарайҙар. 1868 йылдың 27 — 30 ғинуарында Тоба-Фусими янындағы алышта уларҙың ғәскәрен Император хөкүмәтенең аҙ һанлы, әммә модернизациялы ғәскәре ҡыйратҡан. Сайго Такамори етәкселегендәге император армияһы Японияның төньяҡ-көнсығышына йүнәлә, 1868 йылдың майында был Эдоның — сёгунаттың төп үҙәгенең капитуляцияһына килтерә. 1868 йылдың 3 майында император ғәскәрҙәре һуғышһыҙ Эдоны баҫып ала.
Дәүләт власын
императорға ҡайтарыу |
Император идараһын реставрациялау
тураһындағы указды иғлан итеү |
Босин граждандар һуғышындағы Уэно янындағы алыш
|
Йәйге-көҙгө осор буйы улар илдең төньяғында сёгунат яғында булған Төньяҡ союзға ҡаршы һуғышалар. Союз шул уҡ йылдың нояберендә, Айдзу-Вакамацу ҡәлғәһен алғандан һуң тулыһынса ҡыйратыла. Токугава Ёсинобу капитуляциялағандан һуң, Японияның күп өлөшө император идарылығын таный, әммә Айдзу кланы етәкселегендәге сёгунат яҡлыларының йәҙрәһе ҡаршылығын дауам итә. Бер ай буйы дауам иткән оҙайлы алыштан һуң, 1868 йылдың 23 сентяберендә Айдзу кланы еңелеүен белдерә, был Аҡ Юлбарыҫ (Бяккотай) отрядының бик күп йәш самурайҙары үҙ үҙенә ҡул һалалар. Бер айҙан һуң Эдо ҡалаһының атамаһы Токио тип үҙгәртелә һәм Мэйдзи эпохаһы башлана.
Һуғыштың финал этабында сёгунат флотының адмиралы Эномото Такэаки флоттың ҡалдыҡтары һәм бер нисә француз кәңәшселәре менән Хоккайдо утрауына ҡаса, бында ул Эдзо Республикаһын ойоштора һәм үҙен уның президенты тип иғлан итә. 1869 йылдың 27 июнендә республиканың отрядтары хөкүмәт ғәскәрҙәренә бирелә. Шулай итеп йыл ярым эсендә Император хөкүмәте ҡорал юлы менән оппозицияны баҫтырған һәм Япония император власына ҡайтҡан.
Хөкүмәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Граждандар һуғышы осоронда Император хөкүмәте яңы сәйәси стандарттар урынлаштырыла. 1868 йылдың февралендә ул Япониялағы сит ил дәүләттәренең вәкилдәренә үҙен яңы легитим хөкүмәт булыуын белдерә. Дәүләт башлығы тип Император иғлан ителгән. 1868 йылдың 6 апрелендә ул Биш пунктлы антҡа ҡул ҡуя, бында реставрация йүнәлешенең төп принциптары күрһәтелә. Улар буйынса идаралыҡтың коллегиаль булыуын, ҡарарҙар төҙөүҙә бөтә ҡатламдарҙыңда ҡатнашыуын, ксенофобиянан баш тартыуҙы, халыҡ-ара хоҡуҡты һаҡлауҙы, илдең яңы белем алыуға асыҡ булыуы иҫәптә тотолған. Император булған саҡта бөтә хөкүмәт ағзалары япон әүлиәләре алдында антты ҡабул итәләр. 1868 йылдың 11 июнендә Дәүләт ҡоролошо тураһындағы указға ярашлы хөкүмәттең яңы структураһы урынлашыла һәм ул Оло дәүләт советының палатаһы тип атала.
Биш пунктлы антты ҡабул итеү
|
Император Мэйдзи
Киотонан Токиоға күсә |
1869 йылдың октябрендә идаралыҡтың яңы девизы — «Мэйдзи» ҡабул ителә, бынан башлап хөкүмәт киләсәктә императорҙың ғүмере буйы тик бер генә девиз ҡулланырға ҡарар итә. 1869 йылдың 3 сентяберендә Император үҙенең резиденцияһын традицион Киотонан Токиоға күсерә һәм ул Японияның яңы баш ҡалаһы булып китә.
Идаралыҡ системаһын яңыртыуға ҡарамаҫтан, Император хөкүмәте япон йәмғиәтен реформаларға ҡабаланмай. 1868 йылдың 7 апрелендә халыҡҡа биш иғлан баҫылып сыҡҡан, ундағы төп фекерҙәр конфуцианлыҡ әхлаҡтарында нигеҙләнә. Хөкүмәт Япония граждандарын хакимиәт башлыҡтарын тыңларға, ата-әсәләрҙе һәм ололарҙы хөрмәт итергә, никахта тоғро ҡалырға саҡырған, һәм йәмғиәт ойошмалары төҙөргә, митингтар һәм протестар үткәрергә, христиан динен тоторға рөхсәт итмәгән.
Реформалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Административ реформа
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Унитар Японияның барлыҡҡа килеүенең шарты булып иҫке федераль ҡоролошто бөтөрөү булып тора. Граждандар һуғышы осоронда Хөкүмәт сёгунаттың элекке ерҙәрендә префектуралар ойоштора[3]. 1871 йылдың 29 авгусында бөтә ил буйынса префектуралар барлыҡҡа киләләр. 1888 йылға тиклем уларҙың дөйөм һаны 306 алып 47 тиклем ҡыҫҡартылған, айырым округ булып Хоккайдо бүленгән, Токио, Киото һәм Осака ҡалалары префектуралар иҫәбенә ингәндәр[3].
Хөкүмәт реформаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Яңы башҡарма власының нигеҙе итеп VIII быуаттағы япон хөкүмәтенең төҙөлөшө (рицурё системаһы) алынған. 1869 йылдың 15 авгусынан алып Япония хөкүмәте өс палатаға бүленгән: төп, һул һәм уң. Төп палата илдең Министрҙар кабинеты эшен башҡарған. Уның составына ҙур дәүләт министыры, һул һәм уң министрҙар, кәңәшселәр ингән. Һул палата ҡанундар төҙөүсе дәүләт власы органы һәм төп палатала кәңәшсе органы булып торған. Уң палатының составына һигеҙ министрлыҡ ингән, улар менән министрҙар һәм уларҙың урынбаҫарҙары етәкселек иткәндәр. Хөкүмәттең күпселек посттарын элекке кенәзлектәрҙән сыҡҡандар алып торғандар: Сацума (Сайго Такамори], Окубо Тосимити, Курода Киётака), Тёсю (Кидо Такаёси, Ито Хиробуми, Иноуэ Каору, Ямагата Аритомо), Тоса (Итагаки Тайсукэ, Гото Сёдзиро, Сасаки Такаюки) һәм Хидзэн (Окума Сигэнобу, Оки Такато, Соэдзима Танэоми, Это Симпэй). Улар фракциялар төҙөгәндәр. Төп вазифаларын баш ҡаланың аҡһөйәктәре — Сандзё Санэтоми һәм Ивакура Томоми башҡарғандар.
Хәрби реформалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Император хөкүмәтенең төп мәсьәләләре булып өр-яңы һуғышсан армия төҙөү булып торған. Кенәзлектәр бөтөрөлгәндән һуң, уларҙың самурайҙарҙан торған ғәскәрҙәре Хәрби министрға буйһоноуға күскән. 1873 йылдың 10 ғинуарында дөйөм хәрби саҡырылыш индерелә, бынан алып 20 йәше тулған бөтә ир-егеттәр, ҡатламына ҡарамайынса, мотлаҡ армияла хәрби хеҙмәт үтәргә тейеш булғандар. Хәрби хеҙмәттән ғаилә башлыҡтары һәм уларҙың вариҫтары, чиновниктар, талиптар һәм тағы ла 270 япон иенаһы һалым түләгәндәр азат ителгәндәр. Яңы Император армияһы күбеһенсә крәҫтиәндәрҙән торған.
Шул уҡ ваҡытта полиция бүлектәре барлыҡҡа килгән. 1872 йылға тиклем улар Японияның юстиция министрлығына, 1873 йылдан алып Эске эштәр министрлығына буйһонғандар. Баш ҡала полицияһы айырым Токио полицияһы идаралығы булып ойошҡан.
Социаль реформалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Милли япон дәүләтен төҙөү өсөн Император хөкүмәте әүҙем социаль сәйәсәт алып бара. 1869 йылдың 25 июнендә хөкүмәт ике өҫтөнлөклө ҡатлам (сословие) булдыра. Дәрәжәле (кадзоку) һәм дәрәжәһеҙ (сидзоку) дворянлығы. Беренсе дворянлыҡҡа юҡҡа сығарылған аристократ һәм хандар керә, икенсеһенә урта һәм ваҡ самурайҙар керә. Ике сословие булдырып хөкүмәт самурайҙар һәм аристократтар араһындағы ҡаршылыҡты, социаль тигеҙһеҙлекте, самурайҙар араһындағы урта быуаттарҙан ҡалған «хужа – хеҙмәтсе» моделен бөтөрөргә ниәтләй. Шул уҡ ваҡытта Император власы крәҫтиәндәр, һөнәрселәр, сауҙагәрҙәр фазифаһына һәм кәсебенә ҡарамайса, бер тигеҙ тип иғлан итә. Улар «ябай халыҡ» (хэймин) тип атала. Элек самурайҙар ғына йөрөткән япон исем-фамилияларын ябай халыҡ йөрөтөргә тейеш була, дәрәжәле һәм дәрәжәһеҙ сословиелар араһында никах рөхсәт ителә. Ғәҙәттәге һөнәр алмаштырыуҙы тыйыу юҡҡа сығарыла. 1871 йылдың 4 апрелендә хөкүмәт халыҡты теркәү тураһында закон сығара. Киләһе йылда уҡ халыҡ теркәү кенәгәһендә үҙ сословиеһына ярашлы – дәрәжәле һәм дәрәжәһеҙ дворяндар, һәм ябай халыҡ булып теркәлә.
Япон дворяндары тулы хөкүмәт тәьминәтендә булған. Дворяндар йыл һайын ил бюджетының 30% күләмендә пенсия алған. Дәүләт бурысын кәметеү өсөн 1873 йылда «Пенсияны Императорға ҡайтарыу тураһында» закон ҡабул ителә. Был закон буйынса дворяндарҙың пенсияһы бер мәртәбә биреле торған пособиеға алыштырыла. Был ғына мәсьәләне хәл итмәй. Пенсия буйынса дәүләт бурысы даими үҫә бара, шуға 1876 йылда власть пенсия түләүҙе туҡтата. Самурайҙарға оҙон япон ҡылысы (катана) йөрөтөү тыйыла, ошоноң менән сословиелар араһындағы һәм ябай халыҡ араһындаға айырма бөтөрөлә. Дәрәжәле сословие кешеләре дәүләт хеҙметкәрҙәре, полицейскийҙар, уҡытыусылар булып китәләр, ауыл хужалығы менән шөгөлләнә башлайҙар. Күптәр коммерцияға бирелә, әммә эшҡыуарлыҡ оҫталығы булмау сәбепле банкротлыҡҡа төшәләр. Самурайҙарҙы ҡотҡарыу өсөн хөкүмәт аҡсалата ярҙам бирә һәм ярым ҡырығай Хоккайдоға күсеп ултырыуҙы дәртләндерә. Был саралар ғына етмәй, киләсәктә тертипһеҙлектәрҙен сәбәбе була.
Мәғариф
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәғариф өлкәһендә хөкүмәт бер нисә кардиналь реформалар үткәрә. 1871 йылда Мәҙәниәт министырлығы ойошторола, ул мәғариф сәйәсәтенең үҙәк учреждениеһы булып торған. 1872 йылда сыҡҡан указға ярашлы илдә Франция өлгөһөндәге дәүләт мәғариф системаһы индерелә. Был системаға ярашлы Япония 8 университет округына бүленә. Һәр бер округтың 1 университеты һәм 32 урта мәктәбе булған. Һәр бер урта мәктәп айырым район ойошторған, унда 210 башланғыс мәктәп эшләргә тейеш булған. Алдағы указды индереүҙә ҙур ҡыйынлыҡтар тыуғас, 1879 йылда яңы «Мәғариф тураһында указ» сыҡҡан. Уға ярашлы округтарға бүлеү системаһы бөтөрөлә, тик немец өлгөһөндәге башланғыс мәктәптәр генә уҡытыу мәжбүри рәүештә башҡарыла. Тәүге тапҡыр ҡыҙҙар һәм малайҙар бергә уҡыған дәүләт мәғариф учреждениелары асыла.
1877 йылда Токио университеты асыла, унда саҡырыу буйынса күп кенә сит ил белгестәре эшләйҙәр. Префектураларҙа педагогия институттары һәм ҡатын-ҡыҙҙар өсөн юғары уҡыу йорттары булдырыла.
Сәнәғәттең һәм төҙөлөштөң үҫеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1872 йылда европа инженерҙары етәкселенгендә тәүге тимер юл асылған, ул Токио менән Иокогаманы тоташтырған. Паровоздарҙы Европанан алып киләләр, ә вокзалдың бинаһының проекты АҠШта эшләнгән. Беренсе пасажир император Муцухито булған. Шул уҡ ваҡытта Бөйөк Британия өлгөһө буйынса һул яҡлы йөрөү ҡабул ителгән[3].
1877 һәм 1881 йылдарҙа илдә сәнәғәт күргәҙмәләре үткәрелә. 1877 йылда Александр Белл Токио һәм Иокогама араһында тәүге телефон линияһы һалына[3].
Традицион ағас йорттары урынына таштан эшләй башлайҙар, таш менән урамдарҙы ҡаплайҙар[3].
Халыҡ-ара мөнәсәбәттәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Был осорҙа Император хөкүмәтенең төп проблемаһы булып, Европа илдәре һәм АҠШ менән сёгунат Токугава төҙөгән тигеҙ яҡлы булмаған килешеүҙәр булып торған. Уларҙы ҡайтанан үҙгәртер өсөн 1871 йылда көнбайыш дәүләттәренә министр Ивакура Томоми етәкселегендә Бөйөк илселек ойошторола. Уның составына 50 вазифалы кешеләр һәм 60 талип-стажёрҙар инә. Санкт-Петербург ҡалаһында булғанда Ивакура Томоми Пётр I портреттарын ала, ул уның кумиры булған[3]. Илселек элекке килешеүҙәрҙе үҙгәрттерә алмағандар, әммә үҙҙәре булған дәүләттәрҙең тәжрибәләрен йыйып алып ҡайтҡандар. 1876 йылда Тышҡы эштәр министыры Тэрасима Мунэнори АҠШ хөкүмәте менән Японияның таможня автономияһын ҡайтарыу тураһында килешеү төҙөй, әммә Бөйөк Британияның һәм Германияның протестары арҡаһында ғәмәлдән сыға.
1871 йылда япон хөкүмәте Цин Ҡытайынала илселек ебәрә һәм дуҫлыҡ тураһындда япон-цин килешеүе төҙөй. Был сит ил һәм Япония менән тәүге тигеҙ яҡлы килешеү булып тора. Әммә дуҫлыҡ мөнәсәбәттәр ҡырҡыулана: Рюкюнан килгән япондарҙы ҡытай утрауы — Тайваньдә үлтерәләр. Быға үс итеп 1874 йылда Япония менән Тайвань походы ойошторола. Был конфликт Бөйөк Британия аралышлығында яйлана: ҡытайҙар үҙәренең дөрөҫ булмауҙарын танығандар һәм япондарҙан һәләк булғандарға контрибуция түләйҙәр.
Ивакуры миссияһы
|
Канхвадо утрауы янындағы ваҡиға
|
Тайвань походы
|
Яңы Японияның хөкүмәте япон-корея мөнәсәбәттәре үҫеше менән ҡыҙыҡһынғандар, ләкин Кореяның Чосон династияһы халыҡ-ара изоляцмла ҡалыу сәйәсәтен өҫтөн күргәндәр. 1873 йылда япон хөкүмәтенең ҡайһы бер ағзалары Кореяны ҡорал менән баҫып алыуҙы тәҡдим иткәндәр. 1876 йылда Канхвадо утрауы янындағы ваҡиғаһынан һуң, дуҫлыҡ тураһында япон-корея килешеүенә ҡул ҡуйыла. Был килешеү тигеҙ яҡлы булмай — ул Корея яғы япон тауарҙарына пошлина индеререү һәм енәйәт башҡарған япон граждандарын хөкөм итеү хоҡуғынан мәхрүм ителгән.
Көньяҡта япондар Рюкю һәм Бонин утрауҙарын алалар. Японияның төньяҡ сиктәре Рәсәй империяһы менән һөйләшеүҙәрҙән һуң билдәләнгәндәр. 1854 йылғы Симод трактаты буйынса, Япония Сахалиндың көньяғына һәм Курил утрауҙарының көньяҡ теҙемдәренә эйә булған. 1875 йылғы Петербург килешеүенә ярашлы япондар Сахалиндың көньяғын ҡалған Курил утрауҙарына алыштырғандар.
1870—1871 йылдарҙағы франк-прусс һуғышында Япония үҙенең нейтралитетын белдергән һәм шулай итеп тәүге тапҡыр Европаның сәйәси эштәрендә ҡатнаша.
Мәҙәни үҙгәртелештәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Японияла был осорҙа яңы урбанистик үҙәктәр барлыҡҡа киләләр — Токио, Иокогама, Осака, Кобе һәм башҡалар. Жан-Жак Руссоның, Георг Гегельдың, Чарльз Дарвиндың һәм башҡаларҙың хеҙмәттәре япон телендә баҫылып сығалар.
Мэйдзи реставрацияһы осоронда Японияның динелә үҙгәрә. 1868 йылда синто төбәк мәжүси дине дәүләт дине булып киткән. Шул уҡ йылда синто һәм буддизм диндәре айырылыуы тураһындағы указға ярашлы мең йыл буйы дауам иткән синто-буддизм синкретизмы туҡтатыла. Буддист һәм мәжүси монастырлары бер-береһенән айырыла, ә меңләп буддист ғибәҙәтханалары ябыла. Япон идарасылары, интеллектуалдары һәм байҙары араһында бик көслө антибуддист хәрәкәте барлыҡҡа килә. 1870 йылдан алып бөтә синтоист ғибәҙәтханалар берҙәм ойошмма булып китәләр, уның башлығы тип Император тәғәйенләнгән. Императорҙың тыуған көнө һәм Японияның барлыҡҡа килеү көнө дәүләт байрамдары тип иғлан ителгән. Шул уҡ ваҡытта христианлыҡ тыйыла, уны тотҡан кешеләр үлем язаһына тарттырылғандар. Тик 1873 йылда, көнбайыш илдәре баҫымы арҡаһында, бөтә тыйыуҙар ғәмәлдән сығарылған.
Мэйдзи ретаврацияһы осоронда матбуғат һәм журналистика айырым үҫеш алалар. Токиола көн дә гәзиттәр һәм журналдар сыҡҡандар. Улар гражданлыҡ йәмғиәте барлыҡҡа килеүенә йоғонто яһайҙар.
1872 йылда япон хакимиәте европа йыл иҫәбе системаһын һәм григориан календарын ҡабул итә. Яңы календарь рәсми хакимиәт документацияһында, төбәк администрацияларында, армияла һәм башҡа өлкәләрҙә ҡулланыла, әммә ауылда ҡытай календары менән файҙаланғандар. Японса тәүлекте 12 сәғәткә бүлеү урынына 24 европа сәғәтенә алышына.
Эре ҡалаларҙа ҡыҫҡа прическа һәм көнбайыш кейемен кейә башлайҙар. Токио һәм Иокогама ҡалаларында тәүге кирбес йорттары, газ фонарҙары, яңы транспорт төрө — рикша барлыҡҡа киләләр. Яйлап был яңы технологиялар провинцияларға тарала.
Әһәмиәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мэйдзи реставрацияһы һөҙөмтәһендә Япония Яңы ваҡытҡа «һикерә». Армия яңынан ҡоролған. Тулы әһәмиәтле хәрби флот төҙөлөүе башлана. Дәүләт ҡоролошо, социаль һәм иҡтисади реформалары, тағы ла үҙ-үҙенең изоляцияһын бөтөрөү Японияның конкурентлы йәмғиәт булып үҫеше өсөн уңайлы шарттар тыуҙыра.
Бер яҡтан, Япония Европа илдәренән һәм АҠШтан тулы сәйәси бойондроҡһоҙлоҡҡа эләгеүҙән ҡотола. Икенсе яҡтан, Европа менән сәйәси һәм иҡтисади ярышҡа инеп, Япония Көнсығыш Азия дәүләттәренән шаҡтай алға китә.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Мэйдзи реставрация. Оксфордская Иллюстрированная Энциклопедия Всемирная история 2015 йыл 21 июль архивланған.
- ↑ Элекке Японияның баш ҡалаһы.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 Дейноров Э. История Японии. — М.: АСТ, 2011. С. 517—601. ISBN 978-5-17-073714-7
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мазуров И. В. Япония в период перехода к капитализму. — 2001. (рус.)
- Beasley W. G. The Meiji Restoration. Stanford, California: Stanford University Press, 1972. (инг.)
- Craig A. M. Chōshū in the Meiji Restoration, Cambridge, Harvard University Press, 1961. (инг.)
- Jansen Marius B. Sakamoto Ryōma and the Meiji Restoration. New York: Columbia University Press, 1994. (инг.)
- Hunter J. Concise Dictionary of Modern Japanese History. Kodansha International, Tokyo 1984. (инг.)
- Inoue K. Meiji ishin. Band 20 der History of Japan. Chuo koronsha, 1966. (яп.)
- McLaren W. W. A Political History of Japan during the Meiji Era. Frank Cass, London 1965. (инг.)
- Nakamura S. Meiji ishin. (Band 16 der Geschichte Japans). Verlag Shueisha, 1992, ISBN 4-08-195016-4. (яп.)
- Noma S. (Hrsg.) Japan – An Illustrated Encyclopedia. Kodansha, Tokyo 1993, ISBN 4-06-205938-X. (инг.)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мэйдзи реставрацияһы Викимилектә |
- Мэйдзи исин(недоступная ссылка) в Большой советской энциклопедии
- Реставрация Мэйдзи в энциклопедии портала «Япония сегодня»
- Япония императора Мэйдзи. Программа «Час истины» 2014 йыл 14 июль архивланған. (копия)
- Мирзаян Г. День и ночь стараться и учиться 2023 йыл 19 сентябрь архивланған.
- Сидоркин П. Революция «за императора» — журнал «Вокруг Света»
- Мечников Л. И.Воспоминания о Японии начала 70-х годов XIX в. 2016 йыл 4 март архивланған. (копия)
- Жить в эпоху перемен. Модернизация Японии
Был мәҡәлә башҡорт Википедияһының һайланған мәҡәләләре исемлегенә керә. |