Тәүлек

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡояш һәм АйНюрнбергская хроника» Хартмана Шеделя, 1493)

Тәүлек — яҡынса Ерҙең үҙенең күсәре тирәләй әйләнеү периодына тигеҙ булған ваҡыт үлсәү берәмеге.

Тәүлек төшөнсәһе аҫтында ғәҙәттә ҡояш тәүлеге астрономик төшөнсәһен күҙ уңында тоталар. Көндәлек тормошта тәүлекте йыш ҡына көн тип атайҙар.

Тәүлек оҙонлоғо 24 сәғәткә (1440 минутҡа, 86400 секундҡа) тиң һәм шартлы рәүештә дүрт таң, көн, (кис), төн характерлы интервалдарға бүленә.

Календар тәүлектәрҙән аҙналар, айҙар, йылдар хасил була.

Астрономияла тәүлек[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Орбиталь һәм үҙ әйләнеү йүнәлештәре тап килгәндә, йондоҙ (2) һәм ҡояш (3) тәүлектәре оҙайлығын сағыштырыу

Планетала тәүлек оҙайлылығы уның үҙ әйләнешенең мөйөшсә тиҙлегенә бәйле. Астрономияла, иҫәпләү системаһына бәйле рәүештә, тәүлектең бер нисә төрөн айырып ҡарайҙар. Әгәр әйләнеүҙең иҫәп башы сифатында алыҫтағы йондоҙҙо алғанда, планета системаһының үҙәк яҡтыртҡысынан айырмалы рәүештә, бындай тәүлектең оҙайлылығы икенсе төрлө була. Мәҫәлән, Ерҙә уртаса ҡояш тәүлеге (24 сәғәт) һәм йондроҙ тәүлеге (яҡынса 23 сәғәт 56 минут 4 секунд[1]) бар. Улар бер береһенә тигеҙ түгел, сөнки, Ерҙең Ҡояш тирәләй орбита буйынса хәрәкәте арҡаһында, Ерҙәге күҙәтеүсегә башҡа йондоҙҙар фонында Ҡояш күскән һымаҡ булып күренә.

Уртаса ҡояш тәүлеге күк экваторы буйынса тигеҙ хәрәкәт итеүсе нөктәгә — бер йылда бер әйләнеш яһаусы яһалма «уртаса Ҡояшҡа» бәйле. Уртаса тәүлек тропик йылдың оҙайлылығын (366,2422 йондоҙ тәүлеге) 365,2422 тигеҙ өлөшкә бүлеп табыла. Ул, үҙ сиратында, 24 сәғәткә, сәғәт — 60 минутҡа һәм минут — 60 секундҡа бүленә[1].

Ысын ҡояш тәүлеге тип ике өҫкө кульминациялар (Ҡояш үҙәгенең меридиандың көньяҡ өлөшө аша (төньяҡ ярымшар өсөн) эҙмә-эҙ үтеүҙәре; икенсе төрлө әйткәндә, ике ысын ярымкөндәр араһындағы ваҡыт) араһындағы ваҡыт арауығы атала; был тәүлектең башы тип Ҡояш үҙәгенең меридиандың көньяҡ өлөшө аша үткән моменты ҡабул ителгән; Ҡояш үҙәгенең сәғәт мөйөшө ысын ваҡыт тип атала (ҡарағыҙ Ваҡыт тигеҙләмәһе). Ысын ҡояш тәүлеге йондоҙ тәүлегенән оҙайлыраҡ һәм уның оҙайлылығы йыл дауамында үҙгәрә, был эклиптиканың экватор яҫылығына ауышлығы һәм Ерҙең Ҡояш тирәләй тигеҙһеҙ хәрәкәте арҡаһында килеп сыға[1].

Халыҡ-ара берәмек системаһы (СИ)[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ваҡыт үлсәү берәмеге тәүлек (урыҫса тамғаланышы: сут; халыҡ-ара: d) системанан тыш үлсәү берәмегенә ҡарай һәм СИ системаһына инмәй. Ләкин Рәсәй Федерацияһында ул ҡулланыу өлкәһе «бөтә өлкәлә» булған, ғәмәлдә булыу срогы сикләнмәгән ҡулланыуға индерелгән. Был осраҡта 1 тәүлек теүәл 86 400 секунд итеп ҡабул ителгән[2]. СИ системаһында Яңы секунд цезий-133 атомының, тышҡы ҡыр ҡуҙғыуы булмағанда, төп хәленең ике үтә нескә кимәле араһындағы күсешенә ярашлы нурланышының 9 192 631 770 периодына тигеҙ. Ярашлы рәүештә, СИ системаһында тәүлектең билдәләмәһе шундай 794 243 384 928 000 период тип иҫәпләнергә мөмкин.

Астрономияла СИ системаһындағы секунд аша билдәләнгән тәүлек юлиан тәүлеге тип атала.

Уртаса ҡояш тәүлегендә секундтар һаны бөтөн һан түгел (мәҫәлән, 2000,0 эпохаһында уның оҙайлылығы 86400,002 с-ҡа тигеҙ була), шуның менән бергә, Ерҙең мөйөшсә тиҙлегенең быуаттар буйына килгән үҙгәреүе сәбәпле, уртаса ҡояш тәүлегенең оҙайлылығы шулай уҡ даими түгел (ҡарағыҙ #Изменение продолжительности суток).

Тәүлектең мәҙәни сиктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Көндөҙ әүҙем булған хайуандарҙың күпселеге өсөн, тәбиғи рәүештә, көн яҡтырғас башлана һәм ҡояш байығас тамамлана. Кеше үҙенең мәҙәни традициялары һәм фәнни белеме менән тәүлектең башланыу ваҡыты һәм уның үҙенсәлекле периодтарға бүленеше тураһында үҙенең ҡарашын булдырған.

Боронғо кеше көн йәки төн буйынса ғына ваҡыт иҫәбе алып барған. Көн һәм төндө берләштергән тәүлек тураһында иң беренсе Гомер телгә ала, шуның менән бергә уның әҫәрҙәрендә тәүлек таң атҡанда башлана. Боронғо Рустә XIII быуатҡа тиклем «тәүлек» ваҡыт үлсәү берәмеге булараҡ ҡулланылмай. Боронғо Русь йылъяҙмасылары ваҡытты таң атҡандан таң атҡанға тиклем көндәр менән иҫәпләгәндәр[3].

Йәһүд тәүлеге ҡояш байығас йәки эңерҙә башлана (өсөнсө дәүмәлдәге йондоҙҙар күренгәс). Христиан Сиркәүе һәм урта быуат Европаһы ошо традицияға эйәрә, ул Көнбайышта «Флоренция иҫәбе» булараҡ билдәле була: был системаға ярашлы «тәүлектең ике сәғәте» әйтеме «ҡояш байығандан һуң ике сәғәт үткәс» тигәнде аңлатҡан. Кис башланғас билдәләнеүсе Сочельник, Хэллоуин кеүек айырым даталар, дини байрамдар алдағы датаның кисенән башланған иҫке йолаларҙың ҡалдығы булып торалар. Исламда тәүлек ҡояш ҡалҡҡандан ҡояш байығанға тиклем иҫәпләнә, йәғни ҡояштың офоҡтан тулыһынса юғалыуы, шаңдаҡҡа ҡарамай, яңы көндөң башланыуын аңлата[4].

Боронғо Египетта тәүлек ҡояш сыҡҡандан ҡояш сыҡҡанға тиклем иҫәпләнгән. Шулай уҡ төнгө ваҡыт, атап әйткәндә, хәҙерге Рәсәйҙә һәм АҠШ-та, алдағы көндөң дауамы тип иҫәпләнә: мәҫәлән, «йома төнө» һәм «шәмбегә ҡарай төн» әйтемдәре — урыҫ телендә бер үк мәғәнәлә була. Телевидение тапшырыуҙарының төнгө программаларын алдағы көндөң расписаниеһына индерәләр, уның ҡарауы видеомагнитофондарҙы яҙма өсөн программалау ҡулланыусынан яңы тәүлектең 00:00-дә башланыу ҡәтғи ҡағиҙәләрен үтәүҙе талап итә. Төндә «бөгөн», «кисә» һәм «иртәгә» кеүек әйтемдәр бер үк мәғәнәле булмай башлай.

Тәүлектең башы тураһында халыҡ-ара килешеүҙәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәҙерге ваҡытта булған граждандар тәүлеге килешеүе, уның башын төн уртаһының 00:00 сәғәте (индереп), ә аҙағы — тулы 24 сәғәттән һуң, 24:00 сәғәткә тиклем (индермәй) тип билдәләй. 1925 йылға тиклем, граждандар тәүлеге менән бер рәттән, астрономик тәүлек булған, ул төш ваҡытында башланған. Бынан тыш, диңгеҙҙә йөҙөүҙә, 19 быуатҡа тиклем, навигация, йәки диңгеҙ тәүлеге ҡулланылған (англ. nautical), ул шулай уҡ астрономик тәүлек кеүек төш ваҡытында башланған, ләкин 1 көнгә күсерелгән булған[5]. Астрономияла юлиан датаһы иҫәпләмәһендә әлеге ваҡытҡа тиклем тәүлек башы төш ваҡыты тигән килешеү ғәмәлдә.

Бөтә донъя метеорологик ойошмаһы метеорологик тәүлек төшөнсәһен ҡуллана. Милли метеорологик хеҙмәттәрҙең эшмәкәрлеген үҙ-ара яраштырыу маҡсатында, метеорологик тәүлек башы ваҡыты UTC буйынса төрлө сәғәт бүлкәттәре өсөн булдырылған:

  • 0 сәғәт: 19—24 сәғәт бүлкәттәре;
  • 6 сәғәт: 13—18 сәғәт бүлкәттәре;
  • 12 сәғәт: 7—12 сәғәт бүлкәттәре;
  • 18 сәғәт: 1—6 сәғәт бүлкәттәре.

Шулай итеп, мәҫәлән, Европа илдәрендә метеорологик тәүлек 18:00 (UTC) сәғәттә башлана — был ваҡытта тәүлек йомғаҡтары яһала, һауа температураһының һәм башҡа метеопараметрҙарҙың уртаса һәм экстремаль ҡиммәттәре иҫәпләнә[6]. Әгәр 1-се сәғәт бүлкәте килтерелгән теҙемдә — UTC+1 бүлкәте булһа[7], бынан, метеорологик тәүлек конкрет урында рәсми урындағы ваҡыт буйынса 19:00-ҙан 24:00-кә тиклемге интервалда башланырға мөмкин икәне килеп сыға. Рәсәйҙә бер нисә сәғәт бүлкәте ҡулланыла, шуға күрә һәр регион өсөн метеорологик тәүлектең үҙ сиге булдырылған (UTC ваҡыты буйынса)[8].

Тәүлек менән бәйле айырым килешеүҙәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ваҡыт пропусктарының һәм башҡаларҙың ғәмәлдә булыу срогы төн уртаһында тамамланырға мөмкин. Ләкин, әгәр хеҙмәт күрһәтеүсенең алмашыныу расписаниеһы (мәҫәлән, йәмәғәт транспорты), мәҫәлән, көндөҙгө 6:00 сәғәттән артабанғы тәүлектең төнгө 1:00 сәғәтенә (25:00 сәғәт тип билдәләнергә мөмкин булған) тиклемге арауыҡты үҙ эсенә алһа, ул саҡта һуңғы сәғәтте законлы рәүештә алдағы көндәң бер өлөшө итеп ҡарарға мөмкин. Миҫалға, Рәсәйҙә ҡала автобусында йәки троллейбусында юл йөрөү билеттәренең ғәмәлдә булыу ваҡыты, артабанғы айҙың 1-се көнө тыуғанда, әгәр уның башы алдағы тәүлеккә тура килһә, йәмәғәт транспорты персоналының эш сменаһы аҙағына тиклем тамамланмай. «Nederlandse Spoorwegen» (Голландия тимер юлы) өсөн тәүлек билеты 28 сәғәт ғәмәлдә була, 0:00-дән 28:00-гә тиклем (йәғни, артабанғы тәүлектең 4:00 сәғәте). «London Regional Transport» (Лондон йәмәғәт транспортының) пропуск билеттәренең ғәмәлдә булыу ваҡыты уны ғәмәлгә индергән көндән һуң артабанғы көндөң 4:30 сәғәтендә тамамлана[9].

Тәүлектәрҙе бүлеү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тәүлек, йәки айырым көн һәм төн бүленгән өлөштәр һаны, айырым халыҡтарҙың үҫешеү дәрәжәһенә бәйле һәм кешелек үҫешеү менән яйлап арта бара. Яңы Донъя халыҡтарының күпселеге тәүлекте, ҡояш сығышына, уның көндөҙгө юлының иң бейек нөктөһенә, ҡояш байышына һәм, аҙаҡ килеп, төн уртаһына ярашлы, дүрт өлөшкә генә бүлә. XVIII быуат уртаһында Исландияны тасуирлаусы сәйәхәтсе Горребоу күрһәтеүенсә, исландтар тәүлекте 10 өлөшкә бүлгәндәр. Ғәрәптәр тик ҡояш сығыуын, уның күтәрелеүен һәм түбәнәйеүен, ҡояш байыуын, эңер, төн, әтәстең беренсе ҡысҡырыуын һәм таң атыуын айырып ҡарағандар. Ләкин ҡайһы бер, мәҫәлән, Йәмғиәт утрауының ерле кешеләре кеүек, элек мәҙәниәте үҫешмәгән халыҡтарҙа, көндөң сағыштырмаса аныҡ бүленешен күрергә була, улар Кук заманында тәүлекте оҙайлылығы бер тигеҙ булмаған 18 өлөшкә бүлгәндәр; иң ҡыҫҡа ваҡыт аралығы иртә һәм кискә, иң оҙоно — ярты төнгә һәм ярты көнгә тура килгән[10].

Урыҫ телендә, тәүлек ваҡыт аралыҡтарын билдәләү өсөн ҡулланылған төп дүрт һүҙҙән (иртә, көн, кис һәм төн) башҡа, өҫтәлмә шартлы билдәләмәләр бар: ҡараңғы төшкәс, таң атыу йәки таң, ҡояш сығыу, төш ваҡыты, төштән һуң, яҡтырғас, ҡояш байыу, эңер, төн уртаһы, төн уртаһы уҙғас. Шуның менән бергә рәсми әйләнештә ваҡыт аралыҡтары — иртә, кис, көн һәм төн — 1920-се йылдар башына тиклем тәүлек ваҡытын күрһәтеүҙе аныҡлау өсөн өҫтәмә булып хеҙмәт итәләр. Мәҫәлән, 1921 йылда «Гудок» гәзитендә баҫылып сыҡҡан пассажир поездарының хәрәкәт расписаниеһында[11][12], Мәскәүҙән ҡуҙғалыу сәғәттәре күрһәтелгән:

  • иртәнге «6—45»-тән иртәнге «11—00» тиклем;
  • көндөҙгө «12—00»-нән көндөҙгө «5—45»-кә тиклем;
  • киске «6—00»-нан киске «11—40»-гә тиклем;
  • төнгө «12—10»-нән төнгө «1—00»-гә тиклем, йәғни төнгө 12:10-дан 1:00-гә тиклем.

Бынан, Рәсәйҙә 1920-се йылдар башында, иртә, кис, көн һәм төн рәсми әйләнештә тигеҙ 6-шар сәғәт ваҡыт аралығы тәшкил иткән тип уйларға була. Артабан асыҡлаусы өҫтәмәләрҙең кәрәге булмай башлай. Мәҫәлән, 1924 йылда «Известия» гәзитендә баҫылып сыҡҡан поездар хәрәкәте расписаниеһында[13], халыҡ-ара килешеү тәҡдим иткән 24-сәғәтлек ваҡыт форматы ҡулланылған.

24 төп өлөшкә бүлеү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәҙерге заман ваҡыт иҫәпләү системаларында тәүлекте тигеҙ оҙайлылыҡтағы 24 сәғәткә бүлеү дөйөм ҡабул ителгән.

Тәү башлап тәүлекте бындай бүлеү (ләкин сәғәттең оҙайлылығы төрлө) б. э. тиклем 2100 йылдар тирәһендә Боронғо Мысырҙа осрай, был системаны ваҡытты белеү өсөн Мысыр жрецтары ҡулланған. Был тәүлектә 24 сәғәт иртәнге ҡараңғылыҡтың бер сәғәтен, көндөҙгө ун сәғәтте, киске ҡараңғылыҡтың бер сәғәтен һәм төнгө ун ике сәғәтте үҙ эсенә алған. Б. э. тиклем яҡынса 1300 йылда ваҡытты тәүлекләп иҫәпләү үҙгәртелгән: тәүлектең яҡты һәм ҡараңғы ваҡытын ярашлы рәүештә 12-шәр өлөшкә бүлгәндәр, һөҙөмтәлә «көндөҙгө» һәм «төнгө» сәғәттең оҙайлылығы сезонға бәйле үҙгәргән[14].

Вавилонда шулай уҡ көн һәм төндө 12-шәр сәғәткә бүлеү булған. Геродоттың "Тарих"ына ярашлы (II, 109), вавилонлыларҙан был системаны гректар үҙләштергән, аҙағыраҡ, моғайын мысырлыларҙан йәки гректарҙан, римляндар үҙләштергәндәр. Миҫалға, ҡышҡыһын "көндөҙгө сәғәт"тең оҙайлылығы Римдә тик 45 минут самаһы тәшкил иткән.

Боронғо Римдә көндөҙгө сәғәттәр дүрт тигеҙ ваҡыт аралығына берләштерелә, шулай уҡ төнгө сәғәттәр дүрт «һаҡ»ҡа (ҡарауылда тороу сроктары), һәр береһе өсәр сәғәт, берләштерелә: төн уртаһына тиклем ике һаҡ, һәм икәү — төн уртаһынан һуң[15].

Урта быуаттар Европаһында тәүлек ваҡыты сиркәү ғибәҙәттәре буйынса бүленгән, уларҙың башы һәм оҙайлылығы боронғо Рим тәүлек иҫәбенә ярашлы һанап үлсәнгән[15] (ҡарағыҙ, Литургия часов).

Новгород республикаһында тәүлектең яҡты ваҡыты (көн), күрәһең, XV быуатта Мәскәүҙәге кеүек, шулай уҡ 12 сәғәткә бүленгән, был турала митрополит Филипп I-ҙең вафаты тураһында хәбәрҙән сығып һығымта яһарға була[16], ысынында, Новгородта бүлкәт ваҡыты XV быуатта Мәскәүҙекенән 3 сәғәткә айырылған[17].

XVI—XVII быуаттарҙа Рәсәйҙә, сәғәт оҙайлылығы даими итеп билдәләнгәс, ләкин йылдың теге йәки был айының билдәле көнөнә бәйле, «көндөҙгө» һәм «төнгө» сәғәттәр һаны үҙгәргәс, тәүлек ваҡыт иҫәбе ҡулланылған. Уларҙың һаны 7-нән 17-гә тиклем тирбәлгән[18], шуның менән бергә Кремль сәғәтендә циферблат хәрәкәт иткән, ә бер бөртөк сәғәт теле хәрәкәтһеҙ торған[19]. Ошо расписание буйынса сиркәү ғибәҙәттәре башҡарылған, ләкин ул 1722 йылда синод тарафынан бөтөрөлә, элекке сәғәттәр дөйөм Европаныҡы менән алмаштырыла, шулай уҡ тәүлек башы итеп элекке кеүек иртә түгел, ә төн уртаһы алына[16].

Боронғо Русь тәүлек иҫәбе
Период Көндөҙгө сәғәттәр һаны Хәҙерге иҫәп буйынса беренсе сәғәт башы Төнгө сәғәттәр һаны Хәҙерге иҫәп буйынса төндөң беренсе сәғәте башы
27 ноябрь — 1 ғинуар 7 8:30 17 15:30
2—16 ғинуар; 11—26 ноябрь 8 7:21 16 15:21
17 ғинуар — 1 февраль;
26 октябрь — 10 ноябрь
9 7:30 15 16:30
2—17 февраль; 10—25 октябрь 10 6:21 14 16:21
18 февраль — 5 март;
24 сентябрь — 9 октябрь
11 6:30 13 17:30
6—20 март; 8—23 сентябрь 12 5:21 12 17:21
21 март — 5 апрель;
23 август — 7 сентябрь
13 5:30 11 18:30
6—22 апрель; 7—22 август 14 4:21 10 18:21
23 апрель — 8 май;
23 июль — 6 август
15 4:30 9 19:30
9—24 май; 6—22 июль 16 3:21 8 19:21
25 май — 5 июль 17 3:30 7 20:30

12 төп өлөшкә бүлеү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡытайҙа Хань династияһы хакимлыҡ иткән осорҙан (б. э. т. 206 — б. э. 220), ун ике астрологик хайуан һаны буйынса тәүлекте 12 тигеҙ өлөшкә бүлеү традицияһы башланғыс ала. Был традиция аҙаҡ шулай уҡ Японияла, Кореяла һәм Вьетнамда тарала. Һәр астрологик хайуанға шартлы рәүештә «сәғәт» тип аталған ваҡыт бүлеп бирелә, мәҫәлән: «Ҡомаҡ сәғәте» (төн уртаһы ваҡыты) йәки «Ат сәғәте» (көн уртаһы ваҡыты)[20]:

Традицион Ҡытай тәүлек иҫәбе
Тәүлек ваҡыты Исеме Исеменең мәғәнәһе
23:00—01:00 Ҡомаҡ сәғәте Ҡомаҡтар аҙыҡ эҙләү өсөн иң әүҙем булған ваҡыт. Ҡомаҡтарҙың шулай уҡ алғы һәм артҡы тәпәйҙәрендә бармаҡтары төрлө һанда, шуның арҡаһында был кимереүселәр «боролоштоң», «яңы башланғыстың» символы булып китәләр.
01:00—03:00 Үгеҙ сәғәте Үгеҙҙәр яй ғына, кинәнес менән көйөшөн көйшәй башлаған ваҡыт.
03:00—05:00 Тигр сәғәте Тигрҙар, аҙыҡ эҙләп ҡыҙырып йөрөп, иң ажарлы булған ваҡыт.
05:00—07:00 Ҡуян сәғәте Әкиәттәге нефриттан яһалған Ҡуян Айҙа кешеләргә ярҙамға үҫемлек эликсиры эшләгән ваҡыт.
07:00—09:00 Аждаһа сәғәте Ҡытай аждаһаһы ямғыр яуһын өсөн һауала кәйелеп осҡан ваҡыт.
09:00—11:00 Йылан сәғәте Йыландар үҙҙәренең һыйынған урындарын ташлап киткән ваҡыт.
11:00—13:00 Ат сәғәте Ҡояш иң бейектә, төшлөккә еткән ваҡыт, был ваҡытта башҡа хайуандар ял итер өсөн ятҡанда, аттар һаман да аяҡ өҫтө.
13:00—15:00 Һарыҡ сәғәте Һарыҡтар һәм кәзәләр үлән ашаған һәм йыш һейгән ваҡыт.
15:00—17:00 Маймыл сәғәте Маймылдың әүҙем йәшәү эшмәкәрлеге ваҡыты
17:00—19:00 Әтәс сәғәте Әтәстәр үҙҙәренең төркөмөнә йыйыла башлаған ваҡыт.
19:00—21:00 Эт сәғәте Эттәргә йортто һаҡлау буйынса үҙҙәренең бурыстарын үтәй торған ваҡыт.
21:00—23:00 Сусҡа сәғәте Сусҡалар тыныс ҡына йоҡлаған ваҡыт.

30 төп өлөшкә бүлеү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һиндостандың боронғо тәүлекте өлөштәргә бүлеү традицияһы "Атхарва-веда"ла сағылыш тапҡан. Уға ярашлы, тәүлектең яҡты яртыһы (көн) биш ваҡыт аралығына бүленгән: «удьян Сурья» (ҡояш сығышы), «самгава» (һыйырҙарҙы йыйыу), «мадхьям-дина» (көн уртаһы), «апарахна» (төштән һуғы ваҡыт), «астам-ян» (ҡояш байыуы). Веды әҙәбиәтендә тәүлек үҙ сиратында тигеҙ ваҡыт аралыҡтарына бүленгән, ләкин 24 сәғәткә түгел, ә 30 «мухурта»ға (хәҙерге иҫәп буйынса 1 мухурта = 48 минут). Бер "мухурта"ла 15 «кшипра» (1 кшипра = 3 минут 12 секунд), бер «кшипра» 15 «этархи»ҙан тора (1 этархи = 12,8 секунды), бер «этархи» 15 «идани»ҙан (1 идани = 0,85 секунд) тора[21].

22 төп өлөшкә бүлеү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Боронғо майя цивилизацияһы календарында шулай уҡ тәүлек ваҡыт иҫәбенең үҙенсәлекле системаһы булған. «Иҫке Донъялағы» боронғо мысырлыларға оҡшаш рәүештә, майя тәүлекте төрлө оҙонлоҡтағы көндөҙгө һәм төнгө сәғәттәргә бүлгәндәр (суммала — 22 өлөш), ләкин, Мысыр системаһынан айырмалы рәүештә, майяла көн 12 сәғәттән түгел, ә ун өс сәғәттән торған, ә төнгө сәғәттәр һаны туғыҙ булған[22].

10 төп өлөшкә бүлеү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөйөк француз революцияһы ваҡытында 1793 йылдың 5 октябрендә унарлы ваҡыт индерелә. Төн уртаһынан төн уртаһына тиклем тәүлек 10 унарлы сәғәткә, сәғәт 100 унарлы минутҡа, ә минут 100 унарлы секундҡа бүленгән. Шулай итеп, төн уртаһы 0:00:00, көн уртаһы — 5:00:00 сәғәткә һ. б. ш. тура килгән. Француз республикаһы календарынан айырмалы рәүештә, ваҡыт үлсәүҙең был системаһы етерлек таралыу алмай һәм 1795 йылда рәсми рәүештә ғәмәлдән сығарыла. Шулай булыуға ҡарамаҫтан хәҙер ҙә ҡулланылыуын дауам итә: ҡайһы бер махсус осраҡтарҙа, был уңайлы булғанда, шулай уҡ шәкерттәр-оригиналдар тарафынан.

Тәүлек оҙайлылығының үҙгәреүе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һыу күтәрелеүгә сәбәпсе булып торған Айҙың тартыу көсө менән бәйле, Ерҙең әйләнеү тиҙлеге яйлап кәмей. Йөҙ йыл эсендә Ер тәүлегенең оҙайлылығы яҡынса 2 миллисекундҡа арта.

Геологик ваҡыт эсендә көн оҙонлоғо үҙгәреүе, ҡаҙылдыҡ мәрйендәрҙең дүңгәләк һыҙыҡтарын иҫәпләү ярҙамында, эксперименталь тикшерелгән. Мәрйендәрҙең тышҡы һөлдәһендә дүңгәләктәр рәүешендә кальций карбонаты ултыра; дүңгәләктәр ултырыуының цикллылығы көндөҙгө яҡтылыҡ, шулай уҡ периодик ваҡытлы үҙгәрештәр менән дә бәйле: 1963 йылда америка палеонтологы Джон Уэллс[en] (1907—1994), мәрйендәрҙең эпитекаһындағы дүңгәләк ҡатламдары буйынса, мәрйендәр йәшәгән осорҙа йыл эсендәге көндәр һанын белеп була икәнен аса. Йыл оҙайлылығы үҙгәреүен һәм, ваҡыт эсендә Ай тәьҫире арҡаһында Ерҙең әйләнеү тиҙлеге кәмеүен иҫәпкә алып, шулай уҡ теге йәки был геологик осорҙа тәүлек оҙайлылығын асыҡларға мөмкин[23][24].:

Ваҡыт Геологик осор Йылда көндәр һаны тәүлек оҙайлылығы
Бөгөн дүртенсел 365 24 сәғәт
100 млн йыл элек Юра 380 23 сәғәт
200 млн йыл элек Пермь 390 22,5 сәғәт
300 млн йыл элек Карбон 400 22 сәғәт
400 млн йыл элек Силур 410 21,5 сәғәт 500 млн йыл элек Кембрий 425 20,5 сәғәт

Мәрйендәр барлыҡҡа килеү осорона тиклем тәүлек оҙайлылығын белеү өсөн, ғалимдарға күкһел йәшел ылымыҡтар ярҙамына мөрәжәғәт итергә тура килә. 1998 йылдан Ҡытайҙың Тяньцзинь геология һәм минераль ресурстар институты тикшеренеүселәре Чжу Шисин, Хуан Сюегуан һәм Синь Хоутянь, ҡасандыр экватор эргәһендә үҫкән һәм Яньшань тауҙарында күмелеп ҡалған 1,3 миллиард йыл йәшендәге, 500-ҙән артыҡ строматолит ҡаҙылмаһын өйрәнәләр. Күкһел йәшел ылымыҡтар тәүлектең яҡты һәм ҡараңғы ваҡыттары алмашыныуға үҙҙәренең үҫеү йүнәлештәрен үҙгәртеү һәм төҫө тәрәнлеге менән яуап бирәләр: көндөҙ улар асыҡ төҫкә булалар һәм вертикаль үҫәләр, төндә тоноҡ төҫтә булалар һәм горизонталь үҫәләр. Был организмдарҙың тышҡы күренеше буйынса, уларҙың үҫеү тиҙлеген һәм геология һәм климатология туплаған фәнни мәғлүмәтте иҫәпкә алып, күкһел йәшел ылымыҡтарҙың йыллыҡ, айлыҡ һә бер көнлөк үҫеү ритмын асыҡларға мөмкин була. Алынған һөҙөмтәләргә ярашлы ғалимдар, бынан 1,3 миллиард йыл элек, (Докембрий осоронда) Ерҙә тәүлек 14,91—16,05 сәғәткә һуҙылған, ә йыл 546—588 көндән торған тигән һығымта яһағандар[25].

Был баһа менән килешмәүселәр ҙә бар, улар боронғо һыу күтәрелеү ултырмаларын, тайдалиттарҙы тикшереүҙән алынған мәғлүмәттәр быға ҡаршы килә тип күрһәтәләр[26].

1974 йылдан 2015 йылға тиклем тәүлек оҙайлылығы үҙгәреүе (вертикаль буйынса — миллисекундтарҙа шкала)

Оҙайлы ваҡыт арауығында Ерҙең әйләнеү тиҙлеге үҙгәреүҙән тыш, (һәм шунан сығып тәүлек оҙайлылығының үҙгәреүе), көндөн-көн, массалар бүленеше менән бәйле, планетаның әйләнеү тиҙлене бер аҙ үҙгәрә, мәҫәлән, донъя океанының йәки атмосфераның, уларҙың уртаса температураһы тирбәлеүҙән, күләме бәләкәсәйеү арҡаһында. Донъя океаны йәки атмосфера һыуынғанда Ер тиҙерәк әйләнә (һәм киреһенсә), сөнки һөҙөмтәлә импульс һаҡланыу законы тәьҫир итә. Шулай уҡ геологик ваҡиғалар, мәҫәлән, көслө ер тетрәүҙәр тәүлектең уртаса оҙайлылығы үҙгәреүгә килтерергә мөмкин. Шулай, Һинд океанында 2004 йылдағы ер тетрәүҙәр һөҙөмтәһендә тәүлек оҙайлылығы яҡынса 2,68 микросекундҡа кәмей[27]. Бындай үҙгәреүҙәр теркәлгән һәм хәҙерге заман ысулдары ярҙамында үлсәнергә мөмкиндәр.

1967 йылда Халыҡ-ара үлсәм һәм ауырлыҡтар комитеты, Ерҙә ағымдағы ҡояш тәүлеге оҙайлылығына бәйләмәйенсә, билдәләнгән секунд ҡабул итә. Яңы секунд цезий-133 атомының, тышҡы ҡыр ҡуҙғыуы булмағанда, төп хәленең ике үтә нескә кимәле араһындағы күсешкә ярашлы нурланыштың 9 192 631 770 периодына тигеҙ була. UTC Бөтә донъя координацияланған ваҡыт (атом ваҡытының бер тигеҙ шкалаһына нигеҙләнгән) шкалаһын тәүлектең үҙгәреүсән оҙайлылығы менән яраштырыу Халыҡ-ара Ерҙең әйләнеү хеҙмәте күрһәтмәһе буйынса өҫтәлгән координация секунды ярҙамында башҡарыла.

«Сутки» в русских поговорках[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • День да ночь — сутки прочь.
  • Каждые сутки свои прибаутки.
  • Два часа собирается, два часа умывается, час утирается, сутки одевается. (о медлительности)

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 Время, системы измерения // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  2. Положение о единицах величин, допускаемых к применению в Российской Федерации. 2013 йыл 2 ноябрь архивланған. Утверждено Постановлением Правительства РФ от 31 октября 2009 г. № 879
  3. День и ночь — сутки прочь
  4. Селешников С. И. История календаря и хронология. — М.: Наука, 1970. — С. 111. — 224 с. — 11 000 экз.
  5. Дерек Хауз. Гринвич ваҡыты һәм открытие долготы. Нулевой меридиан
  6. Погода и Климат - FAQ по сайту. www.pogodaiklimat.ru. Дата обращения: 1 октябрь 2017. Архивировано из оригинала 26 сентябрь 2017 года. 2017 йыл 26 сентябрь архивланған.
  7. Одна из старых карт часовых поясов мира, где показана нумерация часовых поясов от I до XXIV. Дата обращения: 1 октябрь 2017. Архивировано из оригинала 13 июль 2014 года. 2014 йыл 13 июль архивланған.
  8. 21. meteo.ru. Дата обращения: 1 октябрь 2017.
  9. Использованы материалы Английской Википедии
  10. Астрономия // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  11. Расписание пассажирских поездов пригородного движения Московского узла. Газета «Гудок» от 26.11.1921
  12. Расписание пассажирских поездов дальнего следования Московского узла. Газета «Гудок» от 27.11.1921
  13. Расписание движения поездов дальнего следования. Газета «Известия» от 02.04.1924
  14. Бикерман Э. Хронология древнего мира. Ближний Восток и античность. — М., 1976. — С. 11—12.
  15. 15,0 15,1 И. Н. Гансвинд «Время как цикл. Почему циферблат часов размечен цифрами от 1 до 12» 2008 йыл 17 ғинуар архивланған.
  16. 16,0 16,1 Д. Прозоровский День, в древней Руси // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  17. Новгородская Вторая летопись, 1551
  18. Л. В. Черепнин. Русская хронология, § 14. Сутки и их деление
  19. Эрколе Зани, 1678.
  20. Shelly H. Wu. (2005). Chinese Astrology. Publisher: The Career Press, ISBN 1-56414-796-7
  21. Историко-астрономические исследования, XII / Отв. ред. Л. Е. Майстров // А. И. Володарский «Астрономия в Древней Индии». — М., Наука, 1975
  22. А. Лапин «Календари древних египтян и майя». 2010 йыл 16 декабрь архивланған.
  23. Paléo-Astronomie (archive), J.Kovalesky Bureau des Longitudes.
  24. Дендрохронологический метод датировки (medbiol.ru) 2011 йыл 22 декабрь архивланған.
  25. Миллиард лет назад земной год длился 540 дней («Известия», 15 июля 2003)
  26. Андрей Журавлев Письмо месяца // Популярная механика. — 2017. — № 7. — С. 12.
  27. NASA — NASA Details Earthquake Effects on the Earth 2011 йыл 27 ғинуар архивланған.

Ҡалып:Сутки